Ауыр күтәргән - билен һындырған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Һабантуйҙы мәскәүҙәр ҙә көтөп ала
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Батша васыяты
  • Яңылыҡтар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яҡташтарҙы йырлата ла, илата ЛА ҡурай моңо Мәҙәниәт
    Яҡташтарҙы йырлата ла, илата ЛА ҡурай моңоСтәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры артистары Резеда Әмәкәсева, Азамат Асаинов, Айгөл Зөбәйҙуллина Ҡаҙағстан Республи­ка­һының Аҡтау ҡалаһында үткән һабантуйҙа ҡатнашып ҡайтты. Улар­ҙы «Салауат» башҡорт мәҙәни үҙәге етәксеһе Миңзәлә Бикбулатова саҡырған.
    Башҡортостан делегацияһын Каспий диңгеҙе ярында ойошторол­ған байрамда яҡ­таштары бик йылы ҡабул итте. Тыуған ил ҡунаҡтарын йыл һайын үҙҙәренә са­ҡы­ра улар. Ҡурайсы Азамат Асаинов ҡы­ҙыҡлы хәл тураһында ла һөйләп үтте: «Беҙ былтыр ҙа Ҡаҙағстандағы һабантуй­ҙа ҡатнашҡайныҡ. Унда мин милли музыка ҡоралыбыҙ ҡурайҙа башҡорт көйҙәрен башҡарғайным. Тыңлау­сылар араһында Рәмил исемле башҡорт егете лә булып сыҡҡан. Ул Төркмәнстанда тыуған, әлеге мәлдә Ҡаҙағстанда йәшәй, Башҡортос­танда бер тапҡыр ҙа булғаны юҡ. Ул ҡурай моңон бик ярата, әммә тере моңдо тәүге тапҡыр концертта ишетә һәм илап ебәрә. Был турала миңә Ержан Азанов һөйләне. Ержан – Ҡаҙағстан Республикаһындағы Рәсәй сауҙа вәкиллегендә Башҡортостан вәкиле. Рәмил быйыл да Башҡортостандан концерт менән килергә йыйыныуҙары хаҡында белгәс, иң тәүҙә, былтырғы ҡурайсы буламы, тип һораған. Ержан менән уға сюрприз эшләргә булдыҡ. Концерттан һуң Рәмил беҙҙе үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Табын артында ҡурайҙа уйнаным һәм уға тыуған еребеҙҙә үҫкән милли ҡоралыбыҙҙы бүләк иттем. Уның шул саҡ нисек ҡыуанғанын, күҙҙәрендә ниндәй бәхет балҡығанын күрһәгеҙ ине!»
    Артистарыбыҙ ҡояшлы Ҡа­ҙағстандан йылы тәьҫораттар менән генә ҡайтты. Әле улар 26 июндә – Астанала, 16 июлдә Ка­рагандала үтәсәк яҡташтар менән осрашыу­ҙарға әҙерләнә.

    С. Йәрмиев.
    авторы: admin | 7 марта 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ут йырын йырлап
  • «Баҫ, ҡыҙым, ҡурай тартам...»
  • Ситтәрҙе лә әcир иткән ҡурай
  • Башҡортостан делегацияhы – Астанала
  • Ҡурай моңо һинд Премьерын әсир иткән
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru