Йөрәк тынмай беләк тынмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тантана
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • Рәсәй көнө менән!
  • Балыҡҡа йөрөгән һайын сәм арта
  • Октябрь (Ҡарасай)
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Өҙҙөрөп бер баҫ әле!» Мәҙәниәт
    «Өҙҙөрөп  бер баҫ әле!»Танылған бейеүсе Гүзәл Мамина һуңғы йылдарҙа сит илдәргә күп йөрөнө. Айырыуса Польшала күп булды. Хәйер, хәҙерге ваҡытта бер кемде лә сит тарафтарға йөрөү менән аптыратып булмай. Аҡсаң бар икән − теләһәң, ер шарын урап сыҡ! Ә Гүзәлдең миссияһы башҡаса. Ул Польшала йәшәгән татарҙарға бейеүҙәр өйрәткән, оҫталыҡ дәрестәре биргән, концерттар менән сығыш яһаған. Уға хатта бейеү костюмдары ла тегергә тура килгән. Былтыр көҙ Польшанан ҡайтҡас: ʺХарис! Мине Польшалағы татар диаспораһының ордены менән бүләкләнеләр бит әлеʺ, − тип шатлығы менән бүлеште ул.
    Республикабыҙҙың бейеү сәнғәтендә иң фиҙакәр, уңышлы эшләгән бейеүселәрҙең береһе, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисткаһы Гүзәл Бүләк ҡыҙы Аллаярова-Мамина Учалы районының Учалы ауылында 1961 йылдың 18 авгусында тыуған. Ғаиләләре менән Өфөгә күсеп килгәс, Гүзәл 1-се синыфтан баш ҡалабыҙҙа уҡый. Ата-әсәһе көн буйына эштә. Үҙенә берәй шөғөл табыу ниәте менән дәрестәрҙән һуң Пионерҙар һарайының ʺОҫта ҡулдарʺ түңәрәгенә йөрөй ҡыҙ. Тегергә, сигеү сигергә өйрәнә. Үткән-һүткәндә ҡыҙығып, бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеүселәргә оҙаҡ итеп ҡарап торор була. ʺИх! Шулар кеүек бейей белһәң инеʺ, − тип уйлай ул. Өйгә ҡайтҡас, унда күргән бейеү хәрәкәттәрен үҙенсә ҡабатлап ҡарай. ʺКилеп сыға ла баһа!ʺ Гүзәлдең шулай бейеү менән ҡыҙыҡһынғанын күреп, түңәрәк етәксеһе, танылған бейеүсе Фәниә Сәхип ҡыҙы Гәрәева үҙҙәренә саҡыра. Уны сәнғәтебеҙҙең йөҙөк ҡаштары булған Фәниә Гәрәева, Хазина Мағазова, Екатерина Варламова уҡыта. Улар бейеү сәнғәтенең бөтөн нескәлегенә төшөндөрә. Гүзәл бейеүҙәге һәр хәрәкәттең, ым-ишараның нимәлер аңлатҡанын кескәйҙән үк төшөнөп күңеленә һеңдереп үҫә. 17 йәшендә ҡыҙ әсәйһеҙ тороп ҡала. Атаһы икенсе ҡатынға өйләнә. Әсәй үгәй булһа, атай еҙнә, тиҙәр. Ҡайғынан албырғап ҡалған ҡыҙға өлкән остаздары ярҙамға килә, уға терәк була.
    Ҡыҙҙың отҡорлоғон, тәбиғи һәләтен күреп, бейеүҙәр һалалар. Хазина Мағазова Гүзәлгә ҡасандыр Фәйзи Ғәскәров үҙенә һалған ʺМөғлифәʺне, һуңынан ʺЗаһиҙәʺне өйрәтә. Мәшһүр ʺЗаһиҙәʺ бейеүе башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының донъяуи, тормоштағы хәрәкәттәрен сәхнә юғарылығына күтәреүе менән бик әһәмиәтле. Шул йылдарҙа Пионерҙар һарайында данлыҡлы бейеүсе Екатерина Варламова ла эшләй. Ул Ишмулла Дилмөхәмәтов көйөнә Гүзәлгә ʺҺыбайлы ҡыҙʺ бейеүен ҡуя. Аҙаҡ ошо бейеүен күрһәтеп, ҙур конкурс үтеп, Ф. Ғәскәров етәкселегендәге дәүләт бейеү ансамбле янында ойошторолған хореография студияһына ҡабул ителә. Уҡырға алы­ныу­сылар араһында Гүзәл буйға иң бәләкәйе була. ʺИке йыл эсендә буйға үҫһәң генә бейеүсе итеп алабыҙʺ, − тигән шарт менән ҡабул итәләр. Буйға әллә ни үҫеүен-үҫмәй Гүзәл. Әммә уҡыған ваҡытында уҡ үҙен үҙенсәлекле репертуары булған һәләтле бейеүсе итеп таныта.
    Студияла уҡығанда уҡ эстрада коллективтары менән гастролдәргә сығаралар. Хәтеремдә, мәктәптә уҡығанда беҙҙең яҡҡа Өфө артистары килгәйне. Бер бәләкәй буйлы сая егет сәхнәгә ярһып сығып, осоп бейей башланы. Ҡулында – ҡамсы. Шунан бының бүреге төшөп китте лә, ике оҙон сәс толомо күренде. ʺАһ! Был ҡыҙ бала булып сыҡты ла баһа!ʺ− тип аптырашты залдағы тамашасы. Минең бейеүсе Гүзәл Маминаны тәүге күреүем шулай булды, һуңынан был ʺҺыбайлы ҡыҙʺ бейеүен бик күп бейеүсе ҡабатлап бейене. Әммә күптәр бейеүҙең иң беренсе башҡарыусыһы Гүзәл Мамина икәнен белмәйҙер ҙә.
    Ҡасандыр сәхнәләрҙе шаулатҡан бейеүселәр ҙә үҙҙәренең репертуарындағы бейеүҙәрҙе Гүзәл Маминаға ышанып тапшырған. Әйтәйек, Гөлнур Әйүпова ʺҠырҡ ҡорамаʺ мишәр бейеүен, Тамара Хоҙайбирҙина ʺЙүкә үрҙеʺ йола бейеүен, Лена Зарипова ʺСабатаʺ шаян татар бейеүен, һинд ҡыҙы бейеүен, Эльза һәм Тәлғәт Урмановтар ʺУрал ҡыҙыʺн һәм ʺСулпылар менән бейеүʺҙе ҡуйған.
    Был сәнғәт оҫталарына ышаныстары һәм ихлас ярҙамдары өсөн Гүзәл Мамина бик рәхмәтле. 1990 йыл уның өсөн айырыуса уңышлы була. Ул Рифҡәт Саттаров ҡуйған ʺҒәйбәтсеʺ бейеүе менән Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша. Составында мәшһүр бейеү оҫталары Надежда Устинова, Ольга Лепешинская, Мәхмүт Эсамбаев булған жюри бер тауыштан Башҡортостан бейеүсеһенә лауреат исеме биреп ҡайтара, Г. Маминаның сығышына ʺСовет ба­ле­тыʺ журналында ла юғары баһа бирәләр. Бик оҫта характерлы бейеүҙәр башҡарыусы, тип яҙалар. Һуңынан Мәскәүҙә Рәсәйҙең бик күп ҡалаһында, шулай уҡ сит илдәрҙә күп сығыш яһай бейеүсе. Бер саҡ Г. Маминанан: ʺРепертуарыңда бик күп бейеү бар, йәштәргә өйрәтергә теләгең юҡмы?ʺ− тип һорағайным.
    ʺӘлбиттә, тапшырырға кәрәк. Әм­мә әлегә йәш бейеүселәр араһында лайыҡлыларын күрмәйем. Бейеүсе­ләр күп килә, ләкин күбеһе тышҡы һүрәтләүгә генә иғтибар бүлә, шуныһы ныҡ эсте бошораʺ, − ти Гүзәл Бүләк ҡыҙы. Тынғыһыҙ ижадсы күп конкурстарҙа жюри ағзаһы булып ҡатнаша. Йәштәргә төрлө стилдәге бейеүҙәрҙе өйрәтә, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа башҡорт халыҡ бейеүҙәре буйынса сығыш яһай. Шуны ла әйтеп үтәйек: Гүзәл Мамина – бәхетле әсәй һәм өләсәй. Улы Айҙар БР буйынса Эске эштәр министрлығында эшләй. Урал исемле малай үҫтерә. Бөтә ижади ғүмерен бейеүгә, шулай уҡ йәш бейеүселәрҙе тәрбиәләүгә бағышлаған Учалы ҡыҙы үҙенең хеҙмәте менән күптән инде халыҡ артисы исеменә лайыҡ.
    Ғәҙәттә, артистарҙан: ʺҮҙегеҙ менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һөйләгеҙ әлеʺ, − тип һорайҙар. Гүзәлдең дә ҡыҙыҡтары күп булған. Ике мәҙәге иҫтә ҡалған. Улар татар бейеүе ʺСабатаʺ менән бәйле. Ҡаҙандың Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт театрында Гүзәл Мамина бейегәндә бер егет, дәртләнеп китеп, балкондан ҡолап төшкән, ти. ʺТиҙ ярҙамʺ машинаһы менән алып киткәндәр үҙен. Ҡаҙанда был хәлде әле булһа һөйләйҙәр икән. Икенсеһендә, ʺСабатаʺ бейеүен бейегәндә, Гүзәл төйөнсөгөнән көҙгө алып ҡарай ҙа, ʺЭй матурмын да инде!ʺ− тип әйтергә тейеш. Бер ваҡыт көҙгөһөн сығарып ҡарай ҙа, артабан бейей алмай көлөп тик тора икән. Уға ҡарап тамашасы көлә. Баҡтиһәң, артистар, шаяртып, үҙе күрмәгәндә, көҙгөһөнә помада менән оятһыҙ һүрәт төшөрөп ҡуйған.
    Алтын юбилейы етеп килгән мәлдә лә танылған бейеүсе ижад уртаһында ҡайнап йәшәй.
    Артабан да яңы ижади үрҙәр теләп ҡалам һиңә, Гүзәл!

    Харис ШӘРИПОВ.
    авторы: admin | 12 марта 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Бейей-бейей йәшәй беҙҙең «Ирәмәл» ...
  • Иң шәп бейеүсе кем булыр?
  • Фәйзи Fәскәров бүләге – «Ағиҙел»д ...
  • Бейеүселәр сығыр сәхнәгә
  • «Еҙ үксә»ле бейеүселәр
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru