Көндөҙ йоҡлаған ир уңмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • Иртәгә – Төҙөүселәр көнө
  • 1 һорауға 3 яуап
  • МАШИНАҒА ЛА ЭҪЕ
  • «МИНЕРАЛКА»МЫ, ӘЛЛӘ «СИНТЕТИКА»МЫ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һорнай моңо менән сит ил тамашасыһын әсир иткән Мәҙәниәт
    Күптән түгел Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусылары һәм студенттары «Вена вальсы» халыҡ-ара конкурсында ҡатнашты. «Узорица» халыҡ музыка ҡоралдары академия ансамбле 1-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Был ансамбль составында беҙҙең яҡташыбыҙ, Ғафури райо­нының Сәйетбаба ауылы ҡыҙы Лилиә Ишмырҙина ла бар ине. Ул һорнайҙа уйнап, 2-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ була. Лилиә Фәнир ҡыҙы менән осрашып, тәьҫораттары менән бүлешеүен һораным.

    – Лилиә, Австрияла һине нимә аптыратты?
    – Вена мине үҙенең матурлығы, архитектура һәйкәлдәре менән әсир итте. Кешеләре лә иҫтә ҡалды. Улар үҙҙәренең һаулығына бик һаҡ ҡарашталар, сәләмәт тормош алып баралар. Урамда һәр саҡ трико кейгән, алыҫ араға йүгереүсе кешеләрҙе – олоһонан бәләкәйенә тиклем – осратырға мөмкин. Тағы ла шуныһы ҡыҙыҡ: Австрияла йәшәүселәр туристар фотоға төшкәндә ҡамасауламай, туҡтап көтөп тора. Бик тәртипле кешеләр.

    – Австрияға барғанда, юлда ниндәй иҫтә ҡалырлыҡ нәмәләр күрҙегеҙ?
    – Беҙ автобуста барҙыҡ. Виноград плантацияларын күрҙек, уларҙың яҡшы тәрбиәләнеүе күҙгә ташланып тора. Яландарҙа болан көтөүҙәре йөрөй, урман ҡуяндары һикерешә. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараштары күренеп тора. Йорт түбәләрендә йөрөүсе ҡауҙыларҙы ла күрҙек. Баҫыуҙары ҙур түгел, әммә крәҫтиәндәрҙең хәстәрле ҡулдары менән эшкәртелгән.
    Ауылдар үҙҙәренең ныҡлығы менән һоҡландырҙы. Йорт-ҡаралтылар таштан эшләнгән, ә ишек алдары мотлаҡ рәүештә матур итеп биҙәлгән. Матур-матур сәскәләр, декоратив ҡыуаҡтар, хатта скульптуралар ҙа бар. Чехияла беҙ бәләкәй бер ҡаланың ҡунаҡханаһында туҡтаныҡ. Кисен һәм төндә урамдағы тынлыҡ аптыратты. Баҡтиһәң, йәштәр бында, ҡулдарына һыра тотоп, ҡысҡыртып музыка ҡуйып, урам буйлап йөрөмәй икән. Улар бер-береһенең өйөндә йыйыла. Һыраны ата-әсәләр үҙҙәре самаһын белеп кенә алып бирә. Бында тыныс, күңелгә рәхәт. Беҙ үҙебеҙҙең йәштәрҙе иҫкә төшөрөп, әсенеп ҡуйҙыҡ.

    – Веналағы көндәрегеҙ нисек үтте?
    – Тәүге көндә Венаның иҫтәлекле урындары буйлап йөрөнөк, данлыҡлы архитектура һәйкәлдәре менән таныштыҡ. Икенсе көндә сығыш яһаныҡ. Рус, башҡорт, татар йырҙарын башҡар­ҙыҡ, Башҡортостандың төрлө райондарында яҙҙырып алынған халыҡ көйҙәрен уйнаныҡ. Тамашасылар айырыуса «Күк күгәрсен» көйөн үҙ итте. Мин ике көй – башҡорт һәм татар көйҙәрен башҡарҙым.

    – Сығыш яһағанда тулҡынландыңмы?
    – Сығыш яһауға өйрәнеп бөткәнмен инде, шуға ла тыныс ҡына уйнаным.

    – Жюри сығышығыҙҙы нисек баһаланы?
    – Уйыныбыҙҙы бик йылы ҡабул иттеләр. Оҫталығыбыҙҙы, кәйефебеҙҙе, рухыбыҙҙы тойҙо, аңланылар. Сығыш алдынан уҡытыусыбыҙ Ирина Петровна Рәхимова ошондай ҙур сәхнәлә сығыш яһауыбыҙҙың бөтә мәртәбәһен аңлатып бирҙе. Беҙ иңебеҙҙә ниндәй ҙур яуап­лылыҡ ятҡанын аңланыҡ һәм Башҡортос­таныбыҙ халыҡтарының юғары мәҙәниәтен лайыҡлы күрһәтеү өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләнек.
    Уңышлы сығыш яһауыбыҙ киләсәккә лә өмөттәр уятты, ышаныс өҫтәне. Европаның мәҙәни Мәккәһе – Венаны күреүем, шундай ҙур сәхнәлә сығыш яһап, еңеү яулауым менән бик бәхетлемен. Етәкселәрем Рәүил Рәхимов менән Ирина Рәхимоваға, был сәфәр­ҙе ойоштороусыларға рәхмәтем ҙур.

    – Әңгәмә өсөн рәхмәт, Лилиә! Уңыштар!


    Ә. ВӘЛИЕВА,
    уҡытыусы-пенсионер.
    Ғафури районы,
    авторы: admin | 12 марта 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Беҙҙең урам, матур урам
  • Беҙҙе бында үҙ кеше итеп ҡабул иттеләр. ...
  • Башҡортостан уҡытыусылары –
  • «Европаны хайран иттек»
  • Мәғариф күгендә йондоҙҙар ҡабынды
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru