Ваҡытлы эш ваҡытында яҡшы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • БАШ ҠАЛАЛА ТӘҮГЕ СТУДЕНТ ҺАБАНТУЙЫ ҮТТЕ
  • Аллаһы Тәғәлә бойороҡтары
  • [b]Ура, башҡорт һабантуйы![/b]
  • Ҡарбуз күп!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Каруанһарай» – кисә һәм бөгөн Мәҙәниәт
    Сәнғәт институтында уҡып, төрлө сәхнәләрҙә сығыш яһап йөрөгән биш егет Рәсүл Ҡарабулатов, Артур Туҡтағолов, Вилдан Яруллин, Мәхмүт Нәҙершин, Әмир Тойғонов, бергә йыйылып, төркөм ойоштороп ебәрә. Уға ғорур яңғыраған «Каруанһарай» исеме бирәләр. Башҡорт халҡының ҡәлғәһе, ғорурлығы булған Каруанһарай илдең баш йорто булһа, был төркөм башҡорт сәхнәһенең йөҙөн билдәләй. Бай йөкмәткеле, моңло йырҙары менән популярлыҡ яулаған төркөмдөң даны күрше өлкәләргә лә, сит илдәргә лә таралды. Бөгөн төркөмдө ойоштороусы егеттәр ҡайҙа тиһегеҙме?
    Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Туҡтағолов 1999 йылда «Далан» фольклор-эстрада төркөмө ойоштороп ебәрә. Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов – Конгресс-холдың генераль директоры. Әмир Тойғонов – «Башҡортостан» дәүләт киностудияһы режиссеры. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Вилдан Яруллин бизнес менән шөғөлләнә. Бөгөнгө «Каруанһарай» төркөмө менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мәхмүт Нәҙершин етәкселек итә.
    Һуңғы йылдарҙа төркөм үҙгәрештәр кисерҙе, талантлы йәштәр менән тулыланды. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Олег Жданов (клавишник), Анатолий Трофимов (тауыш режисеры) төркөм барлыҡҡа килгәндән алып янып-дәртләнеп әүҙем эш алып бара. Бөгөн Учалы сәнғәт училищеһының ҡурай бүлеген тамамлаясаҡ Хәйбулла егете Илмир Ҡоҙабаев, Ейәнсура яҡтарынан Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлаған, иҫ киткес моңло тауышлы, йыр-моңға ғашиҡ Заһир Иҫәнсурин дәртләнеп эшкә тотондо. Яңыраҡ Илмир Әбүбәкиров һәм Fәлиә Вәлиева эшләй башланы. Салауат Юлдыбаев (баян) сығыш үҙенсәлекле, зауыҡлы килеп сыҡһын өсөн бөтә күңелен һала. Рафаэль Сәғитов менән Юлиә Fәбитова үҙҙәренең бейеүҙәре менән сығыштарҙы бай, үҙенсәлекле итә.
    «Каруанһарай» составы үҙгәреш кисерһә лә, ул үҙенең маҡсаттарына тоғро ҡала. Йырҙары халыҡты берҙәмлеккә, уяулыҡҡа, айыҡлыҡҡа саҡыра. Төркөм йыл һайын март башында үҙенең тыуған көнөн концерт программаһы менән билдәләй. Быйыл да Башҡорт дәүләт филармонияһында 1 мартта «19 йыл бергә!» исемле шоу-программа үтәсәк. Унда «Каруанһарай» фольклор-эстрада төркөмө тәүге составы менән сәхнәгә сығасаҡ.
    Гөлназ ХӘСӘНОВА.
    авторы: админ | 28 февраля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Оло йыйынға арналған тамашаларға рәхим итегеҙ
  • III Бөтә донья Башҡорттары Ҡоролтайына арналғ ...
  • «Ҡурай-шоу» миҙгел аса
  • Ейәнсура һандуғасы дуҫтарын йыя[
  • Һөйөү булып кил! Ғүмерлеккә кил!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru