Башланған эштең бөткәне яҡшы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Беренсе мөхәббәт
  • “Йәшлек” гәзитенә 2010 йылдың II яртыһына яҙылыу барышы (25 майға ҡарата)
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсьәлә!
  • ӨС АУЫР ҺОРАУ
  • Киләсәкте уйлап, йәштәрҙе хәстәрләп
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Миңзәләнең күңел утрауына бер ҡараш Мәҙәниәт
    Уның тауышын һәр кем үҙенсә баһаланы. Әммә халыҡсан тәбиғи моңдо халыҡ таныны. Ейәнсура районы ҡыҙы Миңзәлә Түләбаева
    сылтырап аҡҡан шишмәләй саф тауышы менән тамашасы күңеленә талғын ғына килеп ҡағылғандай.
    3 мартта М. Fафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уның концерты үтә. Ошо уңайҙан йырсы менән осрашып һөйләшергә булдыҡ.

    – Миңзәлә апай, гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырып китегеҙ әле? Һеҙ һөнәрегеҙ буйынса уҡытыусы бит әле?
    – Яҡынданыраҡ таныштыр тигәс, көлкөм килеп китте әле (көлә). Бөтә биографиям Ейәнсура районы ауылдары менән бәйле икән. Бикбауҙа тыуҙым, Саҙалыла үҫтем, Сирғолда уҡыным, Күгәрсен ауылы егетенә кейәүгә сыҡтым.
    1981 – 1988 йылдарым баш ҡалала үтте. Өфө резина-техник изделиелар заводында эшләнем. Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләүсе бүлеген тамамланым. Оҙаҡ йылдар мәктәптә тел, әҙәбиәт, Башҡортостан мәҙәниәте дәрестәрен алып барҙым. Әле үҙемде ижади отпускыла тип иҫәпләйем (йылмая). Ирем Себер тарафтарында эшләй. Заһир исемле ул, Ленира исемле ҡыҙ үҫтерҙек. Ҡыҙыбыҙ кейәүҙә. Яңыраҡ ишәйҙек әле беҙ: бер айлыҡ ҡына ейәнебеҙ өндәр сығарып, янындағыларын танымаҡсы итә.
    – Һәр ваҡыт ауылда йәшәүегеҙ ижадығыҙға йоғонто яһамай ҡалмағандыр?
    – Әлбиттә, ҡайҙа йәшәүең донъяға ҡарашыңа, кешеләр менән мөнәсәбәтеңә йоғонто яһамай ҡалмай. Бер ҡараһаң, Ейәнсура Өфөнән алыҫ, бөтә ижади майҙан тап баш ҡалала. Йәнә лә уҡытыусы булып эшләү, үҙ хужалығың менән йәшәү һинән тик, ижад, тип кенә янған кешене әүәләмәй.
    – Ауылда торғас, мал-тыуар тотоп, һыйыр һауып та йәшәргә тура килгәндер?
    – Әлегә тиклем тап шулай йәшәнек. Әммә нисек кенә ергә йәбешеп йәшәгән кеүек булһаҡ та, үҙемде хужалыҡҡа бәйләнгән кеше тип иҫәпләмәнем. Сөнки күңелемдә һәр ваҡыт йыр йәшәне. Әлбиттә, баш ҡалала булһам, яҙмыш, бәлки, икенсе төрлөрәк китер ине.
    – Тамашасы алдына халыҡ йырҙары менән сыҡтығыҙ...
    – Эйе, мине тәүге тапҡыр «Башҡортостан» телевидениеһы эфирына Юлай ағай Fәйнетдинов «Хазина» тапшырыуында алып сыҡты. Ул миңә һәр ваҡыт, Миңзәлә, һин музыкаль оҙатыуһыҙ, ҡурай моңо аҫтында ғына йырларға тейешһең, ти ине. Әммә эстрада йырҙарын йырлай башлағас, етдиҙәренә иғтибар ит, һаҡсыл тотон эстрадаға, тип киҫәтергә лә онотманы. «Ирәндек моңдары», «Дуҫлыҡ йыры» конкурстарында ҡатнашыуым, еңеүҙәрем үҙемә ышанысымды арттырҙы. «Моңдарымда – минең йәнем» (1998 йыл), «Йырлай-йырлай әсәй бесән йыя» (2004 йыл) кеүек кассеталарым сыҡты. Әйткәндәй, кассета менән кассета араһында ла айырма бар икән. Әгәр тәүгеһен халыҡ ҡабул иткәнен тойһам, икенсеһенең сығыуынан ҡәнәғәтлек кисермәнем. Күрәһең, тыңлаусы минән башҡарасаҡ репертуар, бәлки, күберәк халыҡ йырҙарын көткәндер. Халыҡ йырын йырлау өсөн өлгөрөү кәрәк, тигәндәренә бала саҡта аптырай инем, хатта бөтә йырҙар бер төрлө кеүек була торғайны. Тора-бара нисек халыҡ йырын башҡара башлауымды үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Әсәйем иҫ киткес матур йырланы. Иншар Солтанбаев башҡарыуында «Буранбай», Мәғәфүр Хисмәтуллиндың «Һандуғас» йырҙарын тыңлап, халыҡ моңон тойорға, аңларға, баһаларға өйрәндем.
    – Шәхсән Һеҙҙең өсөн нимә ул йыр?
    – Йыр – ул минең ҡотҡарыусы утрауым. Тормош мәшәҡәттәренән, тетрәнеүҙәрҙән, ауырлыҡтарҙан, күңел төшөнкөлөгөнән арындыра, һиллек килтерә, шатлыҡтарымды кисерә белергә өйрәтеүсе бер донъям. Йылдар үткән һайын йырға ынтылышым көслө. Ҡыуанған саҡта ла, әрнегәндә лә йыр миңә алтын урталыҡты табырға ярҙам итә, ҡанат ҡуя, күңелемде бөтәйтә. Кешеләргә бик асылып бармаһам да, тап йырҙарымда күңелемде сисәм.
    – Йырламай тора алаһығыҙмы?
    – Хоҙайым ҡушмаһын! Аллам үҙе, йырла, тип тауыш биргән икән, йырларға тейешмен. Мине туҡтатыр көс юҡ.
    – Баш ҡалала булһам, яҙмыш икенсе юлдан китер ине, тип бойоғораҡ тонда әйткән кеүек булдығыҙ...
    – Мин быны шунан сығып әйтәм, сөнки, алда әйткәнемсә, ижади майҙандар – Өфөлә. Нисектер тамашасыға сығыуы ла, кассеталар сығарыуы ла, моңдаштар менән аралашыуы ла бында уңайлыраҡ төҫлө.
    – Уныһы шулай, әммә, Өфөләмен, тип, йыл да кассета сығарып та, үҙ тамашасыһын таба алмағандар бар...
    – Бар ғына түгел, хәҙер бер төрлө, оҡшаш тауыштар күбәйҙе. Кем йырлағанын да белеп булмай. Мәҫәлән, мине Венер Абдуллин кеүек йырсының сәхнәнән юғалыуы борсой. Хәҙер уға оҡшатырға тырышып йырларға теләүселәр күп, әммә береһе лә Венерға еткерә алмай.
    – Бының менән үҙ һорауығыҙға үҙегеҙ яуап бирҙегеҙ кеүек: йырсыны тамашасы көтөп алырға, ә йырсының күңеленән моң һарҡып торорға тейеш.
    – Ул тойғоно үҙем дә кисергәнем бар. Эскә шул тиклем итеп моң тула, ҡайҙа барып сайпылтырға белмәйһең. Шундай мәлдә ижад итке, йырлағы, яңы йырҙар өйрәнге килә.
    – Минеңсә, ысын йыр тап шулай тыуырға тейеш. Хатта бөтә ғүмерең буйына бер концерт ҡына биреп тә халыҡ күңеленә инеп ҡалырға мөмкин. Иң мөһиме: әйтәһе фекер, йәндә моң өлгөргән булырға тейеш.
    – Ысынлап та, шундай саҡ була: йыр һине ҡалдырғандай. Әммә йырсы үҙенең күңел торошон көйләргә, үҙен контролдә тота белергә лә тейеш. Әгәр тамашасы һине көтә икән, был хисте йырсы тоя, йырлағы килеп кенә тора. Йырсы йырлаған саҡта бәхетле була.
    – Кемдәрҙең тауыштары үҙ?
    – Һәр йырсының үҙ йыры була торғандыр ул. Абдулла Солтановты «Йәмәлекәй»ҙән, Флүрә Килдейәрованы «Fилмияза»нан, Fәли Хәмзинды «Хәйрүләкәй»ҙән, Рамаҙан Йәнбәковты «Уйыл»дан, Мәүлетбай Fәйнетдиновты «Сибай»ҙан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым. Әлфиә Авзалованың тауышын яратам. Элегерәк ул беҙҙә йышыраҡ сығыш яһай торғайны. Сөләймән Абдуллиндың тауышын шулай уҡ үҙ итәм.
    – Йәштәрҙән?
    – Радмир һәм Рәмил Туйсиндарҙы, Фәрүәз Урманшинды, Fәзим Ильясовты яратып тыңлайым. Марсель Ҡотоев, Әлим Ҡәйүмов, Радик Юлъяҡшин – үҙенсәлекле тауышлы егеттәр.
    – Көйҙәр ҙә яҙаһығыҙ...
    – Көй яҙыу – ул күңел талабым. Композиторлыҡҡа дәғүә лә итмәйем, әммә көй яҙмай тора ла алмайым. Күңелеңә яҡын, хистәр ауаздаш булған шиғыр уҡыһаң, көй үҙенән-үҙе тыуа. Әммә заказ буйынса йыр яҙа, эшләй белмәйем. Быныһы үҙемдең ижад тигән донъяны илаһи мәл тип ҡабул итеүемдән киләлер тип уйлауымдандыр.
    – Һеҙҙеңсә, бөгөн халыҡҡа ниндәй йырҙар кәрәк?
    – Минеңсә, улар еңелсә һағышлы, яҡты хисле, күңеллерәк йырҙар көтә. Сөнки тәрән уйға батыу, көрһөнөү, борсолоу кешеләрҙе ялҡытты. Шуға күрә әлеге концертыма ла эстрада йырҙарын күберәк индерергә тырыштым. Әлбиттә, халыҡ моңдары ла бар. Халыҡ йырын йырламаған йырсы үҙен йырсы тип иҫәпләй аламы икән? Юҡтыр ул.
    Ошо концертым нигеҙендә «Һандуғасым һайрай күңелдә» дискыһын «Моң» студияһында сығарырға ниәтләйем. Тамашасы алдындағы сығышымды продюсер Зилиә Шәймәрҙәнова әҙерләне. Районыбыҙ хакимиәтенә һәм уға концертымды ойошторорға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт!
    – Балаларығыҙҙың берәйһе Һеҙҙең юлдан китмәнеме?
    – Юҡ. Был, моғайын, әсәләренең ижад, йыр тип янып та, сәхнәгә һуңлабыраҡ сығыуына борсолоуын тойоуҙан киләлер. Балаларым миңә ылығып үҫте, ҡәйнәм Нурания уларҙы матур итеп тәрбиәләне. Әле уның юҡлығы шул тиклем һиҙелә: ул ейәндәрен ҡурсалап, үҙ балалары кеүек ҡарашты. Йәне йәннәттә булһын инде!
    – Ауылдаштарығыҙ ижадығыҙға нисек ҡарай?
    – Ауыл кешеһе бик алсаҡ, ихлас халыҡ бит инде ул. Телевизорҙан күреп, радионан ишетһәләр ҙә, шылтыраталар, ҡыуаналар, фекерҙәрен әйтәләр. Тәбиғәт ҡосағында йәшәгән ауыл кешеһе үҙе лә шул матурлыҡтың бер өлөшө икәнен һиҙмәй башлай. Әле генә телевизорҙа йырлап тора инең бит, нисек бында килеп сыҡтың, тип мәрәкәләп тә алалар. Ауылдаштарым моңомдо ҡабул итә.
    – Тауышығыҙға ҡарата иң йылы һүҙҙе кем әйтте?
    – Дөрөҫөн әйткәндә, һәр йылы мөнәсәбәт ҡәҙерле. Халыҡ әйткәне – үҙе бер мәртәбә. Профессионалдар һүҙе – икенсе төрлө хуплау. 1998 йылда «Ирәндек моңдары» конкурсында ҡатнашҡанда Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Флүрә Килдейәрова килеп, рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Был мәлдә уның күҙҙәрендә йәш тамсыларын күреп, үҙем дә һиҫкәнеп киттем. Һүҙҙәренән дә бигерәк күҙҙәрендәге хис яңы ижад үрҙәренә әйҙәне.
    – 3 мартта М. Fафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтәсәк концертығыҙҙа башҡалар ҙа сығыш яһаясаҡмы? Тамашасыға нимә вәғәҙә итәһегеҙ?
    – Тамашасы хөкөмөнә концерттың тәүге өлөшөндә үҙем 15 йыр тәҡдим итһәм, икенсеһендә моңло тауышлы ир-егеттәр йырлаясаҡ.
    – Йыр – ҡеүәтле энергетикаға эйә көс. Моңом аша әйтәһе, кешегә еткерәһе һүҙҙәрем бар. Әлеге мәлдә тамашасыға төбәлгән һүҙем өлгөрөүен, моңом сайпылып түгелергә тороуын тоям. Һәр йырсының үҙ тамашасыһы була. Концертыма килгәндәр минең моңом менән һуғарылырға әҙер булыр, тип өмөт итәм. Әгәр сығышымдан һуң кешеләр яңы көс, дәрт, моң менән тулышып, икеләнеүҙәренән, борсолоуҙарынан арынып, инаныстарында нығынып ҡайта икән, тимәк, серҙәш, моңдаш була алғанбыҙ.
    Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.
    авторы: админ | 28 февраля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Гөлсөм Бикбулатова башҡа тормошонда
  • Рөстәм дуҫтарын йыя
  • Халыҡ йырҙарының нәфислеген тойғоғо ...
  • «Йәнем моңлана»
  • Эҙләнәм, һыҙланам, юлланам...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru