Ата алмаған мылтығынан күрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • Ҡарбуз күп!
  • Янылыктар
  • Аҡ йыланды осратһаң – бәхеткә, имеш
  • КҮҘ – МЕЙЕНЕҢ ТЫШҠЫ ЯҠҠА СЫҒАРЫЛҒАН ӨЛӨШӨ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ыңғай кино геройы тәмәке тартмаҫҡа тейеш! Мәҙәниәт

    Яңы йыл алдынан һәм унан һуң да телевизорҙан ниндәй генә кинофильмдар күрһәтмәнеләр! Каналдарҙы бер-бер артлы асып, күңелгә ятышлыларын эҙләнелде. Боевик, атыш-үлтереш, фантастика ҡатын-ҡыҙҙар өсөн түгел. Беҙгә матурлыҡ, изгелек, мөхәббәт тураһындағы мелодрамалар кәрәк! Мөхәббәт тураһындағы сюжеттарға күңеле сарсаған нәфис зат вәкилдәре бик ябай сюжетлы һәм иҫ китерлек бер нәмәһе лә булмаған «Крем» сериалын ҡарарға мәжбүр булды, тиһәм, хата булмаҫ. Быны, ана, интернет аша фекер алышыуҙар ҙа дәлилләй. Ошо сериалда бер нәмә шул тиклем кәйефте ҡыра: төп героиня Лизаның өләсәһенең ауыҙынан тәмәкеһе төшмәй. Бының менән режиссер нимә әйтергә теләгәндер, әммә тәмәкесе ҡатындың тамашасы күңелендә ытырғаныс тыуҙырғанын белһә ине. Ун көнлөк Яңы йыл ялында өҙлөкһөҙ кино ҡараған балалар, йәштәр өсөн ниндәй фәһем бирҙе инде ул?!

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт егете француздарҙы һоҡландырҙы: Афарин, Искәндәр! Яңылыҡтар, Мәҙәниәт

    Башҡортостан музыканттары әленән-әле үҙ һәләттәрен ил кимәлендә генә түгел, сит төбәктәрҙә лә таныта. Быға дәлил – Францияла үткән А. Скрябин исемендәге X халыҡ-ара пианистар конкурсы. Ул февраль аҙағында Парижда уҙҙы. Башҡортостандан Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Искәндәр Ғафаров Франция тамашасыһын үҙенең сағыу таланты менән таң ҡалдырып, 1-се урынға лайыҡ булды. Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, билдәле ҡурайсы һәм йырсы Алмас Ғафаровтың улы киләсәктә лә үҙен танытыр әле.
    А. АҠБУЛАТОВА.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йырҙар нығыта дуҫтар араһын!» Мәҙәниәт

    Радик Вәлмөхәмәтовтың 27 февралдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙасаҡ концерты шулай атала. Сәхнәлә 20 йылға яҡын эшләгән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Вәлмөхәмәтов тамашасыларҙы «Йырҙар нығыта дуҫтар араһын!» тип аталған яңы концертына саҡыра. Унда артист Башҡортостандың халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры оҙатыуында башҡорт халыҡ йырҙарын, классик әҫәрҙәрҙе башҡарасаҡ. Шулай уҡ «Ихлас» төркөмө менән берлектә популяр һәм өр-яңы йырҙарын тәҡдим итәсәк. Концертта Хәлит, Лилиә һәм Илшат Фәтиховтар, Венера Рәхмәтуллина, Рушан Биктимеров, Римма Амангилдина, Әлфиә Юлсурина, Гөлзәмиә Ситдиҡова, Илшат Яхиндар ҡатнаша.
    Йырлы-моңло тамашаға рәхим итегеҙ, дуҫтар!

    авторы: admin | 25 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт халҡының этник тарихы(Фәлсәфәүи уйланыуҙар) Мәҙәниәт

    Ысын патриоттар беренсе башҡорттар була. Тап улар яңы халыҡтың, яңы этностың башында тора. Артабанғы дөйөм йыйылыштар (ҡорол­тайҙар) крайҙың кисекмәҫтән хәл ителергә тейешле, стратегик проблемаларын даими хәл итеү өсөн уҙғарыла. Делегат исеме иң маҡтаулы, яуаплы, изге була һәм яйлап союздың башҡа ағзаларына ла күсә. «Башҡорт» һүҙе дөйөм йыйылыш ағзаһы тип кенә түгел, ә тотош союз ағзаһы булып күҙаллана башлай.
    Ҡәбилә һәм ырыуҙар бер союзға тупланып, үҙҙәренең атамаһын, йәғни быуаттар буйына һаҡланып килгән тормош ҡанундарын юғалтмай. Мәҫәлән, Юрматы башҡорттары (Юрматы ҡәбиләһенең баш союзы ағзалары), Бөрйән башҡорттары, Ғәйнә башҡорттары.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәхнәлә – ҡурай моңдары Иғтибар, Мәҙәниәт

    22 февралдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Рөстәм Шәриповтың «Ҡурай моңдары…»
    исемле концерты үтә. Баш ҡала халҡы һәм килгән ҡунаҡтар халҡыбыҙҙың боронғо ҡоралының бөгөнгө булмышын, үҫешен күреү, моңон, яңғырашын ишетеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ҡурайҙың оркестрҙа, эстрада аранжировкаһында яңғырашы һәр кемдең күңел хазинаһына яңы зауыҡ өҫтәр. Ә инде халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыларынан һаналған классик көйҙәребеҙ юғары сәнғәт өлгөһө булып яңғырар.
    Программала башҡорт халыҡ көйҙәренән алып заманса көйҙәр, төрлө композиторҙарҙың әҫәрҙәре яңғыраясаҡ.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөйөк шәхесте хөрмәтләп Яңылыҡтар, Мәҙәниәт

    Силәбелә Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы базаһында башҡорт театр студияһы ойошторола.
    Өлкә башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Флүзә Ғайсина әйтеүенсә, студияға Башҡортостандың Учалы районында тыуып үҫкән, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған Гөлсөм Таһирова етәкселек итәсәк. Ул Силәбе дәүләт университетының башҡорт бүлеге студенттары менән эшләп, ижади һәләтен күрһәтте лә инде. Йәштәрҙең театраль башланғыстары төрлө смотрҙарҙа һәм конкурстарҙа юғары баһа алды. Теләүселәрҙең барыһы ла театр өлкәһендә үҙ көстәрен һынап ҡарай ала.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рок - ул азатлыҡ аҡсарлағы! Мәҙәниәт

    Рок - ул азатлыҡ аҡсарлағы!Ҡыштың һуңғы көнөндә рок-музыканттар «Ҡышҡы йәйғор» исемле фестиваль үткәрергә йыйына.
    Илшат АБДУЛЛИН, «Бүреләр» төркөмө: – Эйе, беҙгә баш ҡаланы яуларға яҙҙы (йылмая). Зал тулы булды, халыҡ та, Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа сығыштарыбыҙҙы бик йылы ҡабул итте. Рух уяттығыҙ күңелдә, тип әйтеүҙәре – беҙҙең өсөн иң ҙур баһа. Төркөмдәргә килгәндә, бөгөн беҙҙе, «Ҡараташ», «Дәүер», «Арғымаҡ», «Диуар», «Аҡъяр» һәм башҡаларҙы йәштәрҙең ишеткәне бар. Бөгөн мине шул борсой: музыканың был өлкәһендә шөғөлләнеүселәр шул тиклем күп, тик рок беҙҙә өйөрө таралған көтөүсе хәлендә. Һәр беребеҙ үҙ ҡаҙанында ҡайнап, нимәлер ижад итәбеҙ, ә бергә туплана алмайбыҙ. Элек беҙ яратып тыңлап үҫкән «Дәрүишхан», «Каруанһарай», «Аҡйондоҙ», «Диуана», «Сая», «Рух», «Ант» кеүек төркөмдәргә үҙ-ара аралашып, нимәнелер уртаҡлашып йәшәү мөмкинлеге булған бит. Ниндәй генә бәйгеләр, фестивалдәр үтмәгән. Ә хәҙер нишләп юҡ?

    авторы: admin | 13 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Филармонияла – «Башҡорт Санта-Барбараһы» Мәҙәниәт

    Мөхәббәт, йәшкә ҡарамай, йәшен дә, ҡартын да аяп тормай, күңел ҡапҡаларын асып килеп инә лә, йөрәгеңдең иң нескә ҡылдарын тирбәтеп, һине һөйөү тулҡынында бәүелтә башлай. 14 февралдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк «Мөхәббәтле парҙар» исемле концертта бөйөк тойғо, саф хистәрҙе данлаған мәңгелек йырҙар яңғыраясаҡ. Ғашиҡтар көнөнә арналған кисәлә билдәле йырсыларҙан торған һоҡланғыс дуэттар сығыш яһаясаҡ.
    Тәүге мөхәббәт, ике йөрәктең ҡауышыу бәхете, мәңгелек һөйөү хаҡындағы йырҙар, төрлө стилдәге бейеүҙәр күңелле көйҙәр менән үрелеп барасаҡ. Шулай уҡ был шоу-программа ҡыҙыҡлы сценарийға ла ҡоролған. «Башҡорт Санта-Барбараһы»н булдырып ҡарарға теләүсе парҙар араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуа. «Ни өсөн беҙҙә сит ил сериалдары геройҙары һымаҡ уҡ тормош ҡороп йәшәй алмайбыҙ?» тигән һорау уларҙы бик ҡаты борсой. Серле тамаша нимә менән тамамланыр икән?

    авторы: admin | 11 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru