Бер ҡалған эш ҡырҡ йылға ҡалыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ӨС АУЫР ҺОРАУ
  • Ҡурай еләгенән бәлеш
  • АУЫЛҒА ҠАЙТ ТА АҠСА АЛ!
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Баш ҡалала Еңеү эстафетаһы гөрләне
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мәҙәниәтебеҙ республикабыҙҙың йөҙөн билдәләй Мәҙәниәт

    Сергей Тимофеевич Аксаковтың исеме Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә генә түгел, донъя әҙәбиәтендә лә киң билдәле. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙғарылған Аксаков балына Франция, Болгария, Белоруссиянан, Мәскәү, Ҡаҙан, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларынан ҡунаҡтар килеүе лә шуны раҫлай. Халыҡ-ара Аксаков байрамының юғары статус алыуы – Аксаковтың илебеҙ мәҙәниәтенә һалған ҙур өлөшөнә лайыҡлы баһа ул.
    Байрамдың бал тип аталыуы юҡҡа түгел. Тупһанан атлап үткән һәр кемде тап шул байрам мөхите солғап ала. Сағыу, элек балға кейгәндәге кеүек матур кейемдәр кейгән ҡатын-ҡыҙҙар, елпеүестәр тотоп, боронғоса итеп төшөрөлгән кинолағы һымаҡ, ҡупшы ғына атлап йөрөй. Баштарына аҡ париктар кейгән ир-егеттәр һүрәттән төшкән ХVlll – ХlХ быуат кешеләренә оҡшап тора. Тик быларҙың барыһы ла ысынбарлыҡта бара, күңелгә үтеп инерҙәй музыка ла үҙеңде балда тип хис иттерә. Вальс иғлан ителгәс, зал буйлап парҙар өйрөлә башланы – улар бейеп түгел, осоп ҡына йөрөгән һымаҡ.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Мәҙәниәт

    Баймаҡ районының Темәс ауылында шиғриәт кисәһе үтте. Уны «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторҙо. Бындай кисәләр йәш таланттарҙы асыҡларға ярҙам итеп кенә ҡалмай, үҙебеҙҙең милли мәҙәниәтте, туған телебеҙҙе үҫтереүгә лә ярҙам итә, ти үҙәк хеҙмәткәре Лилиә Ишбаева.

    авторы: admin | 15 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәниәтебеҙ республикабыҙҙың йөҙөн билдәләй Мәҙәниәт

    Сергей Тимофеевич Аксаковтың исеме Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә генә түгел, донъя әҙәбиәтендә лә киң билдәле. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙғарылған Аксаков балына Франция, Болгария, Белоруссиянан, Мәскәү, Ҡаҙан, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларынан ҡунаҡтар килеүе лә шуны раҫлай. Халыҡ-ара Аксаков байрамының юғары статус алыуы – Аксаковтың илебеҙ мәҙәниәтенә һалған ҙур өлөшөнә лайыҡлы баһа ул.
    Байрамдың бал тип аталыуы юҡҡа түгел. Тупһанан атлап үткән һәр кемде тап шул байрам мөхите солғап ала. Сағыу, элек балға кейгәндәге кеүек матур кейемдәр кейгән ҡатын-ҡыҙҙар, елпеүестәр тотоп, боронғоса итеп төшөрөлгән кинолағы һымаҡ, ҡупшы ғына атлап йөрөй. Баштарына аҡ париктар кейгән ир-егеттәр һүрәттән төшкән ХVlll – ХlХ быуат кешеләренә оҡшап тора. Тик быларҙың барыһы ла ысынбарлыҡта бара, күңелгә үтеп инерҙәй музыка ла үҙеңде балда тип хис иттерә.

    авторы: admin | 26 мая 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғәскәровсыларҙы «Культура» телеканалынан күрһәттеләр Мәҙәниәт

    Ғәскәровсыларҙы «Культура» телеканалынан күрһәттеләрРеспубликабыҙҙың Ф. Ғәс­кә­ров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Культура» телеканалында халыҡ бейеүҙәре аҙнаһын асып ебәрҙе.
    26 июлдән 30 июлгә тиклем эфирҙа Рәсәйҙең һәм яҡын сит илдәрҙең иң яҡшы хореографик ансамблдәре сығыш яһаясаҡ. Ғәскәровсыларға тәүгеләрҙән булып сығыш яһау хоҡуғы бирелеүе осраҡлы түгел. Ансамбль 1939 йылда төҙөлә. Уны Ҙур театр тәрбиәләнеүсеһе Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәров ойоштора һәм утыҙ йыл дауамында алмаштырғыһыҙ етәксеһе була.

    авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йөрәге, ҡояш кеүек, яҡтыртҡайны ерҙе... Мәҙәниәт

    Йөрәге, ҡояш кеүек, яҡтыртҡайны ерҙе...8 майҙың сыуаҡ кисендә ҡурҡыныс хәбәр килеп етте: «Рима апай ҡапыл вафат булған». Был хаталыр, кемдеңдер уҫал шаяртыуылыр кеүек ине. Ергә ныҡ баҫып йөрөгән, ғүмерҙә бер нигә зарланмаған Әбйәлил районы Байым мәҙәниәт йортоноң директоры Рима Таһирова алтмышҡа ғына яҡынлағайны бит... Ошонан һуң инде күпме ваҡыт үтте, ә шул саҡтағы тетрәнеү һаман йөрәктә. Үҙ эшенең оҫтаһы, райондың йөҙөк ҡашы, халҡыбыҙҙың ҡалҡаны булған Рима апайҙың яҡты донъяны ташлап китеүенә һаман ышанырлыҡ түгел. Республика мәҙәниәте, халҡыбыҙ өсөн ҙур юғалтыу булды уның кинәт вафаты.
    Тәү күреүҙән үк күңелгә ятты Рима Таһирова. Ихласлығы, эскерһеҙлеге, асыҡ йөҙлө, йор һүҙле, кеше йәнле булыуы менән һоҡландырҙы. Ике ҡыҙ һәм улға ғүмер биргән, ейән-ейән­сәрҙәрен өҙөлөп һөйгән Рима апай менән Иршат ағайҙың өйөндә балалар йортоноң ике тәрбиәләнеүсеһенә лә урын табылғайны.

    авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәйбуллалар үткәндәргә битараф түгел Мәҙәниәт

    Хәйбуллалар үткәндәргә битараф түгелЙыл һайын фольклорсыларыбыҙ, мөмкинлек табып, ике-өс районға сәфәр сыға. Быйыл да Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклористика бүлеге хеҙмәткәрҙәре Гөлнур Хөсәйенова (бүлек мөдире), Розалия Солтангәрәева, Гөлнар Юлдыбаева, Айгөл Хәкимйәнова, Раушания Ваһапова һәм ошо юлдарҙың авторы, ике төркөмгә бүленеп, 31 майҙан 6 июнгә саҡлы Хәйбулла районында йөрөп ҡайттыҡ.
    Шулай итеп, беҙгә Аҡъяр, Мәмбәт, Вәлит, Таштуғай, Сиҙәм, Байғусҡар, Түш, Сик, Бүре, Турат, Вәзәм, Әбеш, Ғәлиәхмәт, Йәнтеш, Әбүбәкер һәм башҡа ауылдарҙы күрергә насип булды. Күпте белгән, ҡыҙыҡлы яҙмышлы аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр менән дә күрешергә тура килде. Мәмбәт ауылы, нәҫеле тарихын күңелендә һаҡлаусы Ҡасим олатай Мәмбәтов таш мәсеттәр урынын да белә булып сыҡты. Ә ошо ауылдың “Тужы ынйылары” ансамбле беҙгә ҡул эштәрен, башҡорт милли аш-һыуын да, йыр, таҡмаҡ, уйын өлгөләрен дә күрһәтте. Турат ауылы ла уларҙан ҡалышманы.

    авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тетренеү кисермәйенсә, йырлай алмайым Мәҙәниәт

    Тетренеү кисермәйенсә, йырлай алмайым
    Урал аръяғының милли-мәҙәни үҙәге булып торған Сибайҙа тәпәй баҫып, быуындарын нығытҡан «ҡошсоҡ»тар, ҡанаттарының ныҡлығын артабан юғарырыҡ кимәлдә һынап ҡарамаҡсы булып, Өфөгә юллана. Күптәр бында ижад юлының яңы баҫҡыстарын артылып, үргә үрләй, арымай-талмай ижад итеп, тамашасыларының күңелен мәңгелеккә әсир итә. Алһыу Бәхтиева – нәҡ шундайҙарҙың береһе.
    Башҡортостан халҡы уны Сибай драма театрының һәләтле йәш артисы итеп алҡышлап ҡаршы алып, йөрәге түрендә урын биреп, башланып ҡына торған ижадын үҙ итә барып, күңелен үҫтереп, дәртләндереп-елкендереп ебәрҙе. Һәр яңы спектакль, тамаша һайын сибайҙар ғына түгел, бөтә башҡортостандар йөрәкте тетрәндерерҙәй моңло тауышлы йәш артисты иң тәүҙә нәҡ шул йырҙары өсөн һағынып көтөп алыр булды.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Айрат ҒАЙСИН: «Бәләкәй генә бер шиғырҙа ла ҙур әҫәр күрәм» Мәҙәниәт

    йәки Көй нисек яҙыла?
    Айрат ҒАЙСИН: «Бәләкәй генә бер шиғырҙа ла ҙур әҫәр күрәм»
    Иҫ киткес көй, күңелгә ятышлы йырҙары менән арбай уның ижады. Башҡорт композиторҙарына ғына хас ғәжәп үҙенсәлек, халыҡсанлыҡ ярылып ята уның йырҙарында. Яҡты, матур, талғын, күңелдәрҙе имләгес моң ул. Композитор Айрат Ғайсиндың ижадын күптәр шулай баһалай. Бынан тыш, оҫта беҙгә симфоник, камера-инструменталь, хор әҫәрҙәре, кларнет һәм фортепиано өсөн концерт пьесалары аша ла яҡшы таныш. Әҫәрҙәре балалар музыка мәктәптәренең уҡытыу дәреслектәренә индерелеп, ҙур ихласлыҡ менән өйрәнелә. Әбйәлил районының Өскүл ауылында тыуып үҫкән замандашыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар союзы рәйесе менән ойошторолған әңгәмәлә беҙ йыр ижад итеү, уның ҡайһы бер нескәлектәре хаҡында һөйләштек.

    авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru