Ҡоро ҡулға ҡорал яу.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ДОНОР ЙӨРӘКЛЕ ЛИНАРҒА – ФАТИР АСҠЫСЫ
  • Ҡош ите етештереү цехы асыласаҡ
  • АТТАР ДОНЪЯҺЫНДА
  • Октябрь (Ҡарасай)
  • «Ағиҙел»һеҙ ҡалмағыҙ!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Хыял китмәһен тормоштан Мәҙәниәт

    Көндәлек мәшәҡәттәргә сумып йәшәп ятҡан саҡта бик йыш ҡына хыял донъяһынан алыҫлашабыҙ, ваҡ-төйәк эштәргә бирелеп, зәңгәр күккә һоҡланып йә уйланып бағырға ла ваҡыт тапмайбыҙ. «Хыял китә беҙҙең тормоштан. Унһыҙ тормош юҡ. Хыяллана белмәйбеҙ, оноттоҡ. Хыял – кешене йәшәтә, матурлыҡҡа, яҡтылыҡҡа, сафлыҡҡа саҡырған йондоҙ ул!» Салауат Әбүзәрҙең «Хыялый» исемле лирик комедияһының бүтәндәрҙә үҙенең тойғоларына, хыялдарына яҡлау тапмаған Ғиззәт тигән геройының һүҙҙәре был. Ул инде олоғайған кеше, бөтә тормошо хыялдарға бирелеп үткән. Тик үҙен аңларҙай кешене генә тапмаған. Төндә йондоҙҙарға текләп ултырғаны, кистәрен яңғыҙы гармун һыҙҙырғаны өсөн күмәкләшеп «ябалаҡ» тигән ҡушамат таҡҡандар. Янында үҙе өсөн өҙөлөп торған ҡатыны булһа ла, ысын йөрәктән уның күңел кисерештәрен аңларҙай кешеһе булмағас, Ғиззәттең күңелен был ғына хушһындыра алмай.

    авторы: Нур | 6 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бәпес тигән ер икән... Мәҙәниәт

    Бәпес тигән ер икән...
    Бәпестең иҫкеһе булмай, ул олоғайһа, бабайға әйләнә, тиерһегеҙ. Була икән шул. 300 йыллап тарихы булған ауыл ғорурлыҡ менән Бәпес исемен йөрөтә. XX быуаттың башында эргәһендә генә яңыһы барлыҡҡа килгәс, “Бәпес” һүҙенең алдынан “Иҫке”һен дә өҫтәгәндәр хатта. “Иҫке” булһа ла, ҡолас ташлап яңыса йәшәй белә ауыл халҡы. Емертеп эшләй ҙә, гөрләтеп донъяһын да көтә. Уйнап-көлөп күңел асайым тиһәң, артистар эҙләп алыҫ йөрөргә түгел. Яңыраҡ ҡына ауылда уҙғарылған Шәжәрә байрамында ла бар яҡлап та шәплеген, уңғанлығын күрһәтте Иҫке Бәпес ауылы халҡы.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хөрмәтулла Үтәшев – иң шәп «төрөк» Мәҙәниәт

    Үткән аҙнала Истанбулдан бик ҡыуаныслы хәбәр килде. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшевҡа «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» спектаклендә Ататөрк роле өсөн Исмәт Көнтәй исемендәге төрөк театры премияһы бирелде.
    Билдәле төрөк театр белгесе Хаяти Асылазыджи үҙенең хатында былай тип яҙа: «Билдәле төрөк яҙыусыһы һәм драматургы Исмәт Көнтәй исемендәге премияны беҙ бына инде 35 йыл дауамында төрөк театр донъяһының иң яҡшы вәкилдәренә бирәбеҙ. Быйыл премия 13 номинацияла тәҡдим ителде һәм тәүге тапҡыр сит ил вәкиленә бирелде. Мин күптән Хөрмәтулла Үтәшевтың ижадын күҙәтеп барам һәм уны бөгөнгө көндөң иң күренекле артистарҙың береһе тип һанайым».
    Премияғыҙ ҡотло булһын! Алдағы көндәрҙә лә һеҙгә ижади уңыштар, яңы үрҙәр яуларға яҙһын!
    Эльвира МӨХӨТДИНОВА.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡоландар төйәгендә – шәжәрә байрамы Мәҙәниәт

    Ҡоландар төйәгендә – шәжәрә байрамы
    – Апай, нишләп беҙҙең ауылды йыш ҡына Скворчиха тип түгел, Ҡолан тип йөрөтәләр?
    – Ҡолан, тиҙәр шул.
    – Олораҡ урыҫ ағайҙар ҙа хатта «Ҡолан» тип һөйләйсе.
    Бына ошондайыраҡ һорау­ҙар­ҙы балаларымдан йыш ишетә килә бер нәмәгә инандым: ауыл тарихын, нәҫелдәрҙең шәжәрәһен, ысынлап та, өйрәнергә, белергә теләү йәш быуында көслө. Ошо ынтылышты һүндермәй, дәртләндереп, ҡуҙ өҫтәргә генә кәрәк. Cөнки үткәндәрҙе белеү бөгөнгө йәшәйешебеҙ, киләсәк өсөн файҙалы.
    Төрлө милләт халҡы йәшәгән беҙҙең Скворчиха ауылында дүртенсе тапҡыр Шәжәрә байрамы үткәрелде. Байрамға килеүселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған әллә күпме һорауға яуап тапты.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Һеҙҙе күрмәҫ борон яраттыҡ, хушлашырҙан алда һағынабыҙ...» Мәҙәниәт

    Йәмле май айында донъяның бик күп иленең төрки телле радиолары вәкилдәре Төркиәнең Морсин ҡалаһында Халыҡ-ара радио көнөнә йыйылды. Был сара Төркиәлә даими рәүештә радио һөйләй башлауға 83 йыл тулыу уңайынан ойошторолғайны.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Миҙгел премьера менән ябыласаҡ Мәҙәниәт

    28 июндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында юбилей миҙгеленең һуңғы премьераһы була. Был юлы театр коллективы тамашасыға Салауат Әбүзәрҙең «Хыялый» лирик комедияһын тәҡдим итә.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Моң Мәккәһе тыуған илебеҙ! Мәҙәниәт

    Моң Мәккәһе тыуған илебеҙ!
    Ике көн дауамында төрки илдәрҙең талантлы йырсылары бәрәкәтле башҡорт ерен йыр-моң мәккәһенә әүерелдерҙе. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына йыйылған тамашасы күңеле булғансы Ҡаҙағстан, Ҡырым Автономиялы Республикаһы (Украина), Тыва, Хакасия, Татарстан, Алтай, Дағстан, Чечен, Яҡут-Саха, Ҡарасәй-Черкес Республикалары, Ставрополь крайының сағыу таланттарын алҡышланы. Шуны ла онотмайыҡ, Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы планына ярашлы, быйыл тәүге тапҡыр «Рәсәй мәҙәниәте» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу cиктәрендә ойошторолған «Урал моңо» конкурсы мөһим ваҡиғаға – III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналды.

    авторы: Нур | 5 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мадагаскар – тәбиғи музей Мәҙәниәт

    Мадагаскар – тәбиғи музей
    Бынан бер нисә йыл элек «Мадагаскар» исемле йәнһүрәт сығып, олоһонан кесеһенә тиклем бик күп халыҡты экрандарға төбәлеп ултырырға мәжбүр иткәйне. Хәтерләгеҙ әле, ниндәй ваҡиғалар булғайны унда?
    ...Нью-Йорк зоопарктарының береһендә йәнлектәр бик яҡшы йәшәй. Алекс исемле арыҫлан, бегемот Глория, Мелман тигән жираф, араларында зебра ла бар. Нәҡ бына ошо Марти кәртә сиктәренә һыймай, иреккә – саваннаға талпына. Көндәрҙән-бер көндө, дөрөҫөрәге, төндә, ниһайәт, ул ҡасып китә. Иптәштәре уны ҡотҡарыу ниәтенән артынан төшә. Әммә был дүртәү тиҙ тотола. Тотола ла Кенияға «һөргөн»гә ебәрелә. Барып ҡына етә алмайҙар – Мадагаскар утрауына эләгәләр. Ә бында әҙәм заты юҡ, бары тик летчиктарҙың һөлдәләре генә күренә. Утрау иһә лемурҙар ҡулында...

    авторы: Нур | 5 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru