Етеҙ үҙен бөтөрөр, әкрен эшен бөтөрөр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кредит хаҡы... – төрмә
  • БАЛ МЕНӘН ҠЫМЫҘ
  • «Байыҡ» бейеү конкурсының III туры үтте
  • Әсә абруйы
  • Хеҙмәт – намыҫ эше
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Юғары сәнғәт байрамы Мәҙәниәт

    Юғары сәнғәт байрамы
    Фестивалдә бик күп күренекле Рәсәй һәм сит ил бейеүсеһе ҡатнаша. Улар араһында Рәсәйҙең Ҙур театры артистары Морихиро Ивата, Дарья Хохлова, Артем Овчаренко, Андрей Евдокимов, Андрей Меркурьев (Өфө балет мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе), Германия бейеүсеһе Дину Тамаз­лакару, шулай уҡ Әзербайжандан Ульви Азизов, Санкт-Петербургтан Юрий Ананян менән Елена Кузьмина, Испаниянан Лаура Ормигон менән Оскар Торрадо, П. Чайковский исемендәге Пермь академия опера һәм балет театрынан Александр Таранов менән Ксения Барбашева бар.

    авторы: Нур | 5 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Оло йыйынға арналған тамашаларға рәхим итегеҙ Мәҙәниәт

    Башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу, сит илдә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында 10 – 12 июндә Өфөлә III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә. Ошо уңайҙан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы тамашасыларҙы был мөһим сараға арналған байрам концерттары менән ҡыуандырмаҡсы.

    авторы: Нур | 5 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    III Бөтә донья Башҡорттары Ҡоролтайына арналған арналған тамаша филармония сәхнәһендә Мәҙәниәт

    10 июндә филармонияның сәхнәһендә сибайҙар үҙенең «Йөрәктәрҙә ҡалдың йыр булып» тигән музыкаль драмаһы менән сығыш яһай. Был спектакль тыумыштан сәсән булған мәҙәк оҫтаһы, сәхнәнән көлдөрөүсе кәмит, ғәҙелһеҙлекте, тигеҙһеҙлекте фашлаусы әсе телле сатирик, мөхәббәт утында яныусы саф күңелле хыялый «милләтсе һәм халыҡ дошманы», шағир, көрәшсе егет Шәйехзада Бабичҡа арнала. Музыкаль драма йыр-моң һәм шиғри юлдар, бейеүҙәр менән үрелеп барасаҡ.
    Ә 11 июнь Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең тыуған яғын, тыуған илен данлаған йырҙарҙан торған «Уралымда ТАМЫРЫМ…» исемле концерт-программаһын тәҡдим итә. Концертта филармонияның солистары һәм ижади коллективтары ҡатнаша: Олег Ҡасымов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестры, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендәге БР-ның Халыҡ ҡоралдары милли оркестры, Илдар Ишбирҙин етәкселегендәге БР-ның Дәүләт академия хор капеллаһы, «Ихлас», «Ҡарауанһарай», «Далан», «Йәдкәр» төркөмдәренең солистары башҡарыуында халыҡ һәм башҡорт композиторҙарының йырҙары яңғыраясаҡ.

    авторы: admin | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҡшыға өмөтләнеп, алға юл ярабыҙ Мәҙәниәт

    Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Башҡор­тостанда 1909 йылда уҡ Өфө кинопрокат контораһы хужаһы В. Митенков ҡыҫҡа метражлы «Урал күренештәре» таҫмаһын төшөрә һәм был фильмды танылған киносы Александр Ханжонков Мәскәүҙә күрһәтер өсөн һатып ала. Унан һуң «Ырымбур», «Алтын приискылары» фильмдары төшөрөлөп, Өфөләге «Эффект» кинотеатрында күрһәтелә. Әлбиттә, ул замандағы мөмкинлектәр менән бөгөнгөләре араһында айырма ҙур. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортос­таны­быҙҙа бынан быуат элек кино сәнғәтенә тотонғандар булып сыға.
    Егерме йыл эсендә «Башҡортостан» киностудияһы, бер ерҙән икенсе урынға күсенеп йөрөүенә, сетерекле хәлдәргә дусар булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн төрлө жанрҙағы туғыҙ тиҫтәнән ашыу фильмға эйә.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Булмышты арбар «Ирәндек моңдары» Мәҙәниәт

    Булмышты арбар «Ирәндек моңдары»Байрамдың башланып китеүе 1995 йылда үткән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡарарҙарын үтәү тип ҡабул ителһә, быйыл бәйгенең өсөнсө ҡоролтай алдынан үтеүе үҙе үк тәрән символик мәғәнәгә һәм әһәмиәткә эйә.
    Башланған осорҙа – йыл һайын, 2002 йылдан ике йылға бер үткәрелгән конкурстың офоҡтары ла киңәйгәндән-киңәйә бара, ҡатнашыусыларҙың һаны ла артҡандан-арта. Ул ҡуйған бейеклек башҡарыусыларҙан етди әҙерлек, юғары башҡарыу оҫталығы талап итә. Бәйгегә, алыҫ ерҙе яҡын итеп, Ҡаҙағстандан, Алтай Республикаһынан, Төмән, Ҡурған, Пермь, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ташкент ҡалаларынан, Башҡортостандың барлыҡ райондарынан тиерлек йырсылар килә. Конкурста бер-береңде тыңлау, өйрәнеү, сәхнәнән тыш барған танышыу, йәнле аралашыу бер юлы оҫталыҡ мәктәбе һәм шул уҡ ваҡытта сит тарафтарҙағы ҡан ҡәрҙәштәребеҙ менән дуҫлыҡ ептәрен нығытыу сараһы ла бит әле. Ошо ерҙә Тыва Республикаһының халыҡ сәсәне Владимир Каруев тураһында әйтмәй китһәм, моғайын, яҙыҡ булыр. Ул тамашасыларға милли музыка ҡоралының мөмкинлектәрен күрһәтеп кенә ҡалманы, иҫ китмәле итеп йырлап, аҙаҡтан аһәңле өзләп тә ебәрҙе.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гармун моңо эҙенән Мәҙәниәт

    Ағымдағы йыл Илеш районы халҡы өсөн күркәм даталарға бай. Берен­сенән, Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын, икенсенән, райондың 75 йыллығын ҡаршылау уңайынан байрам саралары уҙа. Ә инде район тарихында беренсе тапҡыр «Уйна, гармун, тынма, гармун!» гармунсылар фестивален үткәреү үтә лә шатлыҡлы ваҡиға булды.
    Гармунсыларҙы барлау, боронғо милли көйҙәребеҙҙе халыҡ күңеленә еткереү, яңы таланттар асыу маҡсатында уҙғарылған байрам йыр-бейеү менән үрелеп барҙы. Боронғо халыҡ көйҙәре – һалмаҡ көйҙәргә, унан дәртле бейеү көйҙәренә күсеп, туҡтамай ағылды ла ағылды.
    Илеш ерендә үткән Фәтихов исемендәге гармунсылар байрамы муниципаль район хакимиәте тарафынан ойошторолоп, унда төбәктең йөҙләгән гармунсыһы ҡатнашты. Сарала төрлө быуын кешеләре өҙҙөрөп гармун моңдарын яңғыратты, халыҡ оҫта гармунсылар менән танышты, гармун тураһында шиғырҙар, йырҙар тыңлап кинәнде.

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәбиғәт тә улар менән бергә йылмайҙы Мәҙәниәт

    Тәбиғәт тә улар менән бергә йылмайҙыНиһайәт, «Шаян уйын» башланып та китте. Сәхнә түренә быға тиклем үткәрелеп килгән кон­курстарҙың еңеүселәре сығып теҙелде. Әйтергә кәрәк, республикабыҙҙың иң-иң отҡор һәм иң-иң шаян башҡорт, татар йәштәре быйыл беренсе тапҡыр бергә ойошоп, дөйөм ярышта көс һынаша. Өфө ҡалаһының 20-се башҡорт гимназияһынан «ХХ централ», «Әбйәлил районы йәштәре берлеге»нән «Ох, әй», Кушнаренко районынан «Рәхәт», Саҡмағоштан «Безлеләр», Мәләүездән «Ипотека» командаларын, Стәрлетамаҡтың З. Биишева исемендәге педагогия академияһынан бер юлы башҡорт һәм татар командалары – «Strike» һәм «Баста»ны тамашасылар көслө алҡыштар менән ҡаршы алды. Һәр команда үҙенең ҡабатланмаҫ стиле, бүтән­дәрҙән айырып тороусы, үҙенә генә хас юморы менән һоҡландырҙы. Һәр кемдең, әлбиттә, ҡатнашыусыларға ҡарата шәхси фекере бар ине, һәр кем үҙ командаһы өсөн «ауырыны». Ә мин, ҡатнашыусы яҡташтарым булмағас, бөтәһенә бер тигеҙ ҡарарға тырыштым.

    авторы: admin | 6 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ашҡаҙар» – моңло радио Мәҙәниәт

    «Ашҡаҙар» – моңло радиоТөрлө йүнәлештә эшләүсе радиоканалдар асылыуы – республикабыҙҙың ҙур ҡаҙанышы. «Башҡортостан» радиоһының тапшырыуҙарын, концерттарын түҙемһеҙлек менөн көтөп алған мәлдәр булды. Хәҙер һайлап тыңлау мөмкинлеге бар. 2010 йылдың 7 февралендә генә эшләй башлауына ҡарамаҫтан, «Ашҡаҙар»ҙың үҙ йөҙө, үҙ тыңлаусылары бар, тип әйтергә мөмкин. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта – яңы каналдың хеҙмәт­кәрҙәре.
    – Бер туҡтауһыҙ алға елгән, хәҙер айырыуса етеҙ тиҙлекте үҙ иткән ваҡыт толпарын йүгәнләргә буламы, ғөмүмән, ул кәрәкме? Ошо һорауҙы йыш күтәрәләр. Ә беҙ, заман ағышы менән бергә атлап та, ваҡытты үҙебеҙгә буйһондора алабыҙ, тип әйтер инек. Бының төп сере – һәр милләтте милләт иткән, аҡса менән баһаланмаған рухи ҡиммәттәр хаҡында онотмау һәм бөгөнгө талап буйынса заманса йәшәү. Әммә был ике күренеш, әлеге лә баяғы хәҙерге ваҡыт ҡанунына ярашлы, бер-береһенә ҡапма-ҡаршы полюстар. «Ашҡаҙар» радиоһы иһә алтын урталыҡты эҙләүсе меңәрләгән тыңлаусыбыҙға ярҙамға килә.

    авторы: admin | 6 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru