Йүгәнһеҙ тороп булһа, һөнәрһеҙ тороп булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • Йылға башы – шишмәнән, эскелек – бер шешәнән
  • Ураҙа байрамы менән!
  • Тик ҡатын-ҡыҙҙар өсөн
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Изге хәтер, рух тере буяу булып... Мәҙәниәт

    Изге хәтер, рух тере буяу булып...Ата-әсәйҙең йәш сағы, йәшел үлән, зәңгәр һауа, ҙур ҡояш, олатай-өләсәйҙәрҙең яратып арҡанан һөйөүе... барыһы ла хәтер­ҙә һаҡлана.
    Бөтә кеше лә һүрәт эшләй белә, тип уйлай торғайным. Алты-ете йәштәрҙәме икән, малайҙар менән яңы яуған ҡар өҫтөнән йылғаға боҙ шыуырға китеп барабыҙ. Шунда туҡтап, тал сыбығы һындырып, ҡарҙа һүрәт төшөрөргә тотондоҡ. Кеше, эт, йорттар – нимә күҙгә ташлана, мин дә сыймаҡланым. Эргәлә торған малай, ҡалай һинеке шәп килеп сыға ул, тигәс, башҡаларҙыҡына күҙ һалдым. Ысынлап та, минең һыҙмаларҙа, башҡаларҙыҡы менән сағыштырғанда, фигуралар аңлайышлыраҡ ине.
    Аҙаҡ мәктәптә стена гәзиттәре эшләү, художество мәктәп-интернатында уҡыу, сәнғәт училищеһын тамамлау... – күңелем теләгән һөнәремде һайларға яҙҙы.
    Баланың һөнәр һайлауында ата-әсәнең йоғонтоһо ҙур, шуны оноторға ярамай. Миндә лә ҡәҙерлеләрем булған һәләтемде ваҡытында күреп, хуплап, дөрөҫ йүнәлеш бирҙеләр.

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Илебеҙ йыр-моң Мәккәһенә әүерелмәксе Мәҙәниәт

    Төрки йәштәрҙең «Урал моңо» халыҡ-ара конкурс-фестивале Башҡортостандан ситтә лә киң билдәле. 1992 йылда башҡорт эстрада һәм рок музыкаһы республика фестивале булараҡ «Йәшлек» гәзите, Башҡорт йәштәре союзы һәм «Ант» студияһы тарафынан ойошторола башлаған сара 1995 йылда халыҡ-ара конкурс статусын ала.
    Быйыл фестиваль «Рәсәй мәҙәниәте» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу һәм Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә үткәрелә. Әле республикала һайлап алыу туры уҙғарылған да инде. Сараға Төркиә, Монголия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Әзербайжан илдәренән, Ҡырым Ав­тономиялы Республикаһынан, Бүрәт, Ҡалмыҡстан, Хакасия, Мари Иле, Алтай, Дағстан, Саха, Ҡабарҙы-Балҡар, Ҡарасәй-Черкес Республика­ла­рынан, Кемерово өлкәһенән башҡарыусылар һәм ижади коллективтар киләсәк.

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Оҫта һөйләүселәр ярышы Мәҙәниәт

    БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында яҙма текст белгестәре һәм ораторҙарының Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған конкурсы үтте. Сараға әҙерлек эштәре биш ай буйы алып барылды, һәм 400-гә яҡын студент унда ҡатнашырға теләк белдерҙе.
    Конкурс ике этапта уҙғарылды. Һайлап алыу турында финалға үтеү өсөн 50 кеше көрәште, әммә тик һигеҙе генә – Алина Шагиева, Владимир Денисов, Александр Митюрев, Вадим Будуев, Марат Сәләхов, Илмира Исламғолова, Зөлфиә Ғәзимова һәм Резеда Ғәлимова, финалға сығып, беренсе урын өсөн көс һынашыу мөмкинлегенә эйә булды.

    авторы: admin | 29 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Агутиндар ары торһон! Мәҙәниәт

    Агутиндар ары торһон!Зилә һәм Хәсән Усмановтар сәхнәлә лә, тормошта ла пар килгән. Зилә һәм Хәсән Усмановтар ҙур сәхнәгә «Бер алманың ике яртыһы беҙ» йыры менән килеп инде һәм тиҙ арала моңло тауыштары менән тамашасы күңелендә үҙ урындарын да яулап алырға ла өлгөрҙө. Сәхнәлә генә түгел, тормошта ла пар килешкән йәштәр күгәрсендәрҙәй гөрләшеп йәшәй һәм ижад итә.
    Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында Зилә һәм Хәсән Усмановтарҙың «Белермен ҡәҙереңде» тигән концерты булды. Зал йәш йырсыларҙың ижадын һөйөүсе тамашасылары, дуҫтары, яҡташтары менән тулы ине.
    Концерт Х. Усмановтың йыры менән башланды. Йыр бөткәс, артист хисләнеп кенә шиғыр һөйләргә тотонғайны, сәхнә артынан тағы ла бер Хәсән килеп сыҡмаһынмы. Тамашасылар аптырап ҡалды: ҡайһыһы ысын Хәсән һуң быларҙың?

    авторы: admin | 29 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Агутиндар ары торһон! Мәҙәниәт

    Агутиндар ары торһон!Зилә һәм Хәсән Усмановтар сәхнәлә лә, тормошта ла пар килгән. Зилә һәм Хәсән Усмановтар ҙур сәхнәгә «Бер алманың ике яртыһы беҙ» йыры менән килеп инде һәм тиҙ арала моңло тауыштары менән тамашасы күңелендә үҙ урындарын да яулап алырға ла өлгөрҙө. Сәхнәлә генә түгел, тормошта ла пар килешкән йәштәр күгәрсендәрҙәй гөрләшеп йәшәй һәм ижад итә.
    Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында Зилә һәм Хәсән Усмановтарҙың «Белермен ҡәҙереңде» тигән концерты булды. Зал йәш йырсыларҙың ижадын һөйөүсе тамашасылары, дуҫтары, яҡташтары менән тулы ине.
    Концерт Х. Усмановтың йыры менән башланды. Йыр бөткәс, артист хисләнеп кенә шиғыр һөйләргә тотонғайны, сәхнә артынан тағы ла бер Хәсән килеп сыҡмаһынмы. Тамашасылар аптырап ҡалды: ҡайһыһы ысын Хәсән һуң быларҙың?

    авторы: admin | 29 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таланттар йәйғоро Мәҙәниәт

    21 апрелдә Өфө ҡалаһы Киров районының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында район уҡытыусыларының «Таланттар йәйғоро» тип аталған фестиваль-конкурсы үтте. Ул Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына, Уҡытыусылар һәм Республика йылына арналды. Концертты 14-се мәктәп уҡытыусылары Эльмира Фәхрүтдинова менән Рифат Бикҡолов «Дуҫлыҡ» бейеүе менән асып ебәрҙе. Шул тиклем ихласлыҡ һәм тыйнаҡлыҡ сағылды уларҙың бейеүендә. Шулай уҡ тажик, үзбәк, рус халыҡ бейеүҙәрен тамашасы хөкөмөнә сығарҙы белем биреүселәр. Уҡытыусылар коллективтары башҡарған сыуаш, украин, рус телендәге йырҙар ҙа бик сағыу яңғыраны.
    Уҡытыусыларҙың спорт менән дә дуҫ булыуы асыҡланды. 41-се мәктәп педагогтары коллективының бейеүе, 11-се балалар баҡсаһынан Юлиә Дәүләткилдиева башҡарыуында акробатик этюд ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Салауаттар һынау тота Мәҙәниәт

    Баш ҡалала Салауат башҡорт дәүләт драма театрының гастроле башлана. 1941 йыл. 22 июнь. Йәйҙең ҡояшлы матур көнө. Бер кем дә хәүеф-хәтәр көтмәй ине. «Һуғыш башланған!» – тигән ҡот осҡос хәбәр гөл-сәскәле киң яланға һабантуй байрамына күңел асырға йыйыл­ған халыҡты шаңҡытты. Бер миҙгел эсендә кешеләрҙең байрамса кәйефе ғазап-хәсрәткә әйләнде.
    Ауырғазы районының Талбазы ауылында урынлашҡан Ауырғазы колхоз-совхоз театрында (бөгөн Салауат дәүләт драма театры) һуғыш башланғас тик ете генә актриса тороп ҡала. Ете йондоҙҙай ете ҡыҙ. Талантлылар, сибәрҙәр, йәштәр. Үҙҙәренең һәр сығышында һуғыштың рәхимһеҙлеген һәм йәшәү матурлығын тамашасыларға еткерергә ынтылған, кешеләрҙе киләсәккә өмөт менән йәшәргә саҡырған улар. Фронтҡа киткән ирҙәренә театрҙы һаҡлап алып ҡалырға тип биргән вәғәҙәләрен намыҫ менән үтәп, ауыр йылдарҙа ла бөгөлмәгәндәр, һынмағандар. Сәхнәгә, йәшәүгә булған сикһеҙ мөхәббәт уларҙы шулай көслө иткән...

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Әллә нисек булды беҙҙең һөйөү...» Мәҙәниәт

    Сәхнәгә сығыу менән тамашасы иғтибарын яулап алған йырсылар була. Беренсе йырҙарынан уҡ халыҡты серле моң донъяһына алып инеп китәләр ҙә концерт бөткәнсе хистәр ҡойонона күмәләр – берсә һары һағышҡа сорнайҙар, берсә һөйөү утында яндыралар, берсә фәлсәфәүи уйҙарға һалалар. Ана шундай йырсыларҙың береһе ул Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Әлфиә Юлсурина.
    29 апрелдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында йырсының «Әллә нисек булды беҙҙең һөйөү...» исемле юбилей концерты үтә. Был тамашала Бөрйән ҡыҙының ижадташ дуҫтары ҡатнаша. Килгән ҡунаҡтар өсөн матур-матур сюрприздар көтөлә. «Әммә был туралағы серҙе әлегә сисмәй торам, тамашасылар үҙҙәре килеп күрһен. Зөһрә Бураҡаева сценарийы буйынса бик ҡыҙыҡлы программа буласаҡ», – ти Башҡор­тостандың халыҡ артисткаһы.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru