Аҙығыңды алыҫ ҡуй, ҡаҙығыңды ҡулбуй(ы).

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]БАШ ҠАЛА КӨНӨНӘ – ИКЕ САЛЮТ![/b]
  • Ҡорос хәҙер бында сыныҡмай
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • Тырнаҡтарҙы ҡасан киҫергә?
  • Йәнлектәр донъяһы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Башҡортостан ынйылары» сәхнәне балҡытты, күңелде байытты Мәҙәниәт

    «Башҡортостан ынйылары» сәхнәне балҡытты, күңелде байыттыБыйылғы конкурсты ғына алайыҡ. «Башҡортостан Респуб­ликаһы балалары» БР Президенты программаһы һәм Рәсәй буйынса иғлан ителгән Уҡытыусы йылы сиктәрендә «Башҡортостан ынйылары» республика балалар фольклор бәйгеһе тип аталды һәм республикабыҙҙың белем биреү һәм мәғариф үҫешенә тос өлөш индергән мәғрифәтселәргә арналып, «Белемлелек – арыҫландан көслө батыр» исеме аҫтында уҙҙы. Күп милләтле республикабыҙ уҡыусыларын бергә туплау­ҙа, төбәк шәхестәрен танытыуҙа, илһөйәрлек, ихтыяр көсө, белемгә ынтылыусанлыҡ тәрбиәләүҙә әйтеп аңлатҡыһыҙ әһәмиәтле сараға әйләнде был тематик конкурс.
    Бәйге шарттарының береһе – ғилми эшкә ҡыҙыҡһыныу белдергән уҡыусының эҙләнеү-табыштарын туплау, фотолар, мөмкин булғанса архив материалдары, нәшер ителгән хеҙмәттәр менән байытыу. Ҡыҫҡаһы, бәләкәй күләмле ғилми-тикшеренеү эше.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Изге концерт Мәҙәниәт

    Ошо көндәрҙә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында Башҡортостандың атҡаҙанған, Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың хәйриә концерты үтте. Йыйылған аҡсаны ҡатмарлы тормош хәленә ҡалған, дауалауға мохтаж балаларға йүнәлтеү уның төп маҡсаты булды. Самородов исемендәге хәйриә фонды ойошторған концертҡа Өфө ҡалаһының 1-се һәм 9-сы, Благовещен ҡалаһының балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр, ғәриптәр йәмғиәтенән тамашасылар саҡырылды.
    Бик йәнле башланған концертта башҡарылған йырҙар тәү сиратта балаларға бағышланды. Айҙар Ғәлимов киң танылыу алған һәм үҙе бала сағында яратып тыңлаған рус йырҙары менән дә тамашасыларҙы ҡыуандырҙы. Сығыштар «Айҙар» театр-студияһындағы «Салют» хореография мәктәбе балаларының бейеүҙәре менән оҙатылды.

    авторы: admin | 20 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Маршал булһын өсөн малайҙар... Мәҙәниәт

    Маршал булһын өсөн малайҙар...Тамаша былай башланды. Конгресс-холдың ишек төбөндә үк һәр баланы клоун, итекле бесәй, айыу, бегемот кеүек әкиәт геройҙары ҡаршы алды, ҡулына тәмлекәс менән «Тамыр»ҙың флагын тотторҙо. Сәхнәгә ҡуйылған Ҡурайҙың ете тажын ҡара көстәр, ел-дауыл осортоп юҡҡа сығарҙы. Умырзаянан да алда сәскә атҡан алтын тажлы ҡурайы менән маҡтанып, уны дуҫтарына күрһәтергә ниәтләп килеп сыҡҡан Тыр-тыр, буш һабаҡты күреп, хайран ҡала. Барыһы ла аптырай – ни хәл итергә? Шул саҡ тейен килеп сыға, ҡулында – бер бөртөк алтын башлы таж. Ой, берәүһе табылды, тип һөйөнөшәләр. Унан әтәс килә бөркөттәргә торошло себештәре менән. Уларҙа бер тажды тапҡан. Һыу батшалығының оҙон сәсле, алтын тараҡлы Һыуһылыу ҡыҙы ағым һыуҙан тотоп алған тағы бер тажды. Хатта Шүрәле лә Тыр-тырҙың дуҫы булып китте – ул да тапҡан бер тажды. Ҡояш ҡыҙы Һомайғоштоң зиһене яҡты икән, йыһанды балҡытыр тажды ул да абайлаған. Ә инде Айҙан килеп төшкән көйәнтәле бәләкәй генә Зөһрә ҡыҙҙың күҙе бигерәк үткер – бер юлы ике тажды табып алып килде.

    авторы: admin | 20 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Cерҙәшем дә, моңдашым да – БАЯН» Мәҙәниәт

    «Cерҙәшем дә, моңдашым да – БАЯН»Һис ҡасан да баянынан айырылмаған, музыка ҡоралын йәне-тәне менән һөйгән Редик Фәсхетдинов – сираттағы ҡунағыбыҙ. Фәйзи Ғәскәров үҙе етәкселек иткән осорҙа бейеү ансамблендә, һуңынан бөгөнгө көнгә тиклем Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләгән Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы күптән түгел үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан юғары башҡарыу оҫталығы менән нисәмә быуын тамашасыһын хайран иткән, мәшһүр йырсылар менән эшләгән баянсы үҙенең уй-кисерештәре, донъяға ҡарашы һәм хатта ҡайһы бер серҙәре менән дә уртаҡлашты. Мәрәкәсел, ябай булыуы менән йәнә бер һоҡландырҙы.
    – Редик ағай, Һеҙҙең йыр-моңға бай төбәктә – Баймаҡ районының Темәс ауылында тыуып үҫеүегеҙҙе беләбеҙ. Ғаиләгеҙ, Һеҙҙе тәрбиәләгән мөхит ниндәйерәк ине?

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Талантлы режиссерға арнала Мәҙәниәт

    Ошо көндәрҙә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле режиссер Лек Вәлиевтың тыуыуына 75 йыл тула. Лек Вәли улы 1971 йылдан 1981 йылға тиклем Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры булып эшләй. Уның Н. Асанбаевтың «Һыу юлы», «Зәйтүнгөл», «Аҡ сирендәр» , И. Абдуллиндың «Тиле йәшлек», Ғ. Әхмәтшиндың «Тальян гармун» һәм «Яр буйында усаҡтар», Ә. Атнабаевтың «Ут», «Мөхәббәт хаҡында йыр», Р. Сафиндың «Йәнбикә», «Мут егет», «Ғәзизәкәй балдыҙ» һәм башҡа бик күп спектаклдәре театр йылъяҙмаһында лайыҡлы урын биләй.
    Режиссер ҡуйған спектаклдәр араһында М. Кәримдең «Салауат», И. Йомағоловтың «Нәркәс», С. Айытматовтың «Хуш, Гөлһары», Н. Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» драмалары айырым урынды алып тора.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күп яҡлы шәхес Мәҙәниәт

    Күп яҡлы шәхесБӘРХӘТТӘЙ йомшаҡ тауышы менән күптәрҙең йөрәген әсир итеүсе йырсы һәм композитор, продюсер, фортепьянола уйнау виртуозы Дмитрий Маликов – сәхнә түрендә үҙ урынын тапҡан сағыу «йондоҙ»ҙарҙың береһе.
    Буласаҡ артистың ижад юлы өйҙә уҙғарылған күнекмәләр­ҙән башлана – Дмитрийҙың атаһы Юрий, билдәле «Самоцветы» төркөмөн ойоштороу­сы, музыкант һәм композитор, улының үҙ юлын дауам итеүен теләй һәм өйҙәренә музыка уҡытыусыһын саҡыра. Әммә бәләкәй Димаға фортепьяноға ҡарағанда футбол күпкә ҡыҙыҡлыраҡ тойола һәм ул, йыш ҡына дәрестәрҙән ҡасып, стадионға туп тибергә йөрөй. Тик һуңғараҡ ҡына, музыка мәктәбенә уҡыр­ға ингәс, үҙен музыкант ролендә күҙаллай башлай һәм бер нисә йыл, шоу-бизнес тураһында уйлап та бирмәйенсә, тырышып уҡый.

    авторы: admin | 15 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Икһеҙ-сикһеҙ музыка» иле саҡыра Мәҙәниәт

    «Икһеҙ-сикһеҙ музыка» иле саҡыраМУЗЫКА – күңелдәрҙе һәр саҡ үҙенә арбап тороусы сихри көс бит ул. Йөрәккә шатлыҡ оялаһа ла, ҡайғы йәки бошонҡолоҡ биләп алһа ла, йыр – кешенең иң яҡын юлдашы. Тынысландырырлыҡ, уйландырырлыҡ, хатта тормошҡа яңынан ҡайтара алырлыҡ ҡөҙрәт ҡайҙан килә икән йырға? Бәлки, йырсының күңеленең бер өлөшө ошо йырҙа тороп ҡалыуҙан шулайҙыр? Йырлы күңел – зарлы, тиҙәр. Зарлы икән, тимәк, буш түгел. Тимәк, ул яна, көйә һәм башҡаларға ла әйтер һүҙе бар, әйләнә-тирәһенә битарафлыҡ сәсеп йөрөмәй, ә донъяны яҡтыраҡ, яҡшыраҡ итеп күрергә теләй. Башҡорт дәүләт филармонияһының йәш вокалистары Айгиз Ғиззәтуллин һәм Әлфиә Заһиҙуллина менән танышып әңгәмәләшеүем дә ошо фекерҙе раҫлай кеүек.
    Үҙ эштәренә мөкиббән ғашиҡ артистар төрлө жанрҙарҙа берҙәй үк уңышлы сығыш яһаусы йырсы ғына түгел, ә йәш быуындың киләсәген ҡайғыртыусы ла. «Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыу көсөнә эйә», – тигән хәҡиҡәткә ышанып йәшәй улар. Әлеге көндә «Икһеҙ-сикһеҙ музыка» исемле концерттарын әҙерләй йәштәр.

    авторы: admin | 15 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Һаумы, тыуған яғым!» Мәҙәниәт

    «Һаумы, тыуған яғым!»Миңзифа Исҡужина Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 22 апрелдә үтәсәк «Һаумы, тыуған яғым!» исемле концертында З. Исмәғилев, Т. Шәрипов һәм башҡа мәшһүр композиторҙарыбыҙҙың әҫәрҙәре, Башҡортос­тан­дың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов ижад иткән лирик һәм дәртле йырҙарҙы башҡарасаҡ. Ә сағыу бейеүҙәр, сатира-юмор номерҙары матур концертҡа йәм генә өҫтәйәсәк. Йырсы башҡарыуында беренсе тапҡыр «Оҙатыу», «Сәҙе буйы» исемле халыҡ йырҙарын ишетерһегеҙ. Концертта шулай уҡ талантлы музыканттар Р. Фәсхетдинов менән А. Аҙнағолов тамашасыға төрлө музыкаль әҫәрҙәрен бүләк итәсәк, Миңзифаның яҡташтары – Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров, Альберт Салауатов, Марсель Ҡотоев башҡарыуында иң популяр һәм өр-яңы йырҙар яңғыраясаҡ.

    авторы: admin | 15 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru