Егәрленең ҡулы ете.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Айырылышыуҙың сәбәптәре төрлө шул...
  • Йондоҙнамә
  • Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
  • Ниһайәт, яҙ, ҡояш көлә
  • Сөннәтләү – кәрәкле ғәмәл
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мәләүез «Ипотека»һы – иң шәбе! Мәҙәниәт

    Мәләүез «Ипотека»һы  – иң шәбе!Улар араһында йыл һайын уйнаған тәжрибәле командалар ҙа, беренсе тапҡыр үҙҙәрен һынап ҡараусылар ҙа бар ине. Уйын өс турҙан торҙо: беренсе – сәләмләү, икенсе – күнекмә, өсөнсөһө инде «музыкалка». Командалар һәр сығышында береһенән-береһе уҙҙырырға тырышты. Респуб­ликабыҙҙа барған сәйәсәт, яңылыҡтар, ауылдарҙан күренештәр уйын, мәрәкә аша сағылып торҙо. Мәләүез ҡалаһының «Ипотека» командаһы, Уҡытыусылар йылын күҙ уңында тотоп, улар хаҡындағы миниатюраларын күрһәтте. Ә инде Әбйәлилдең «Ох, әй!» егеттәре йәштәрҙе, эсмәйек, айыҡ аҡыл менән йәшәйек, тип «шаяртты». Шуныһы ҡыуаныслы: сәхнәлә башҡорт егеттәре ихлас уйнаны, үҙҙәренең йыр-моңға маһир, шаян-шуҡ икәнен күрһәтте. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылған уйынсылар үҙ-ара тәбиғәте менән дә, шәхестәре менән дә «маҡтанып» алды.

    авторы: admin | 15 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күңелендә уның моң йәшәй Мәҙәниәт

    Күңелендә уның моң йәшәйВилүр Мәүлитов Баймаҡ районының Комсомол ауылында Фәүзиә апай менән Шәкирйән ағайҙың иң тәүге балаһы булып донъяға килә. Зирәк, аҡыллы булып үҫә ул. Иң өлкән бала булараҡ, иңенән яуаплылыҡ төшмәй. Һеңле һәм ҡустыларына һәр саҡ ағай булып ҡала белә. Урта мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын совхозда токарь булып башлай. Ил алдындағы хәрби бурысын үтәгәндән һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында белем ала. Ҡулына диплом алыу менән Ишембай ҡалаһының 2-се интернат-мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. 70-се йылдарҙа тыуған яғына – Баймаҡҡа ҡайта. Әлеге ваҡытта Билал һәм Күгиҙел мәктәптәрендә музыка уҡытыусыһы, Баймаҡ балалар ижады үҙәгендә фольклор берекмәһе етәксеһе булып эшләй.
    Районда ниндәй генә кисә, концерт булмаһын, береһе лә Вилүр ағайһыҙ үтмәй. Уның баян моңо һәм йырҙары беҙҙең ижади донъяға үҙе бер йәм өҫтәй. Хәҙер инде ул – 100-ҙән ашыу йыр авторы, һәүәҫкәр композиторҙар конкурсы лауреаты. Вилүр ағай етәкләгән «Күгиҙел» берекмәһе районда ғына түгел, республика кимәлендә лә билдәлелек яулаған.

    авторы: admin | 15 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әкиәт һөйгән сабый – илгә биҙәк Мәҙәниәт

    Әкиәт һөйгән сабый – илгә биҙәк Әкиәт яратмаған сабый бармы икән? Бар, тиһәгеҙ, ышанмайым. Халҡыбыҙҙың тылсымлы, мөғжизәле ауыҙ-тел ижады кемде генә әҫәрләндермәгән дә, кемде генә хыял илендә гиҙҙермәгән... Бәләкәстәргә генә түгел, үҙҙәре күптән ата-әсә булған ололарға ла танһыҡ бит ул әкиәт донъяһы.
    Шишәмбелә Өфө Ҡала мәҙәниәт һарайында үткән халыҡ әкиәттәрен башҡорт телендә башҡарыусы балалар­ҙың «Һаумы, һаумы, әкиәт!» тип исемләнгән I ҡала бәйгеһенә лә әкиәт һөйгән, уны тыңлаусыһына образлы итеп еткерә белгән ҡыҙҙар һәм малайҙар йыйыл­ғайны.
    Тантана хужаларын тәбрикләргә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, конкурстың жюри ағзалары – филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәнов, балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсина, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор бүлеге мөдире Гөлнур Хөсәйенова һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар килгәйне.

    авторы: admin | 10 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡурай йырһыҙ йәшәй алмаҫ Иғтибар, Мәҙәниәт

    Ҡурай йырһыҙ йәшәй алмаҫ Һәләтле, һандуғастай моңло тауышлы йырсы, «Урал моңо» фестивалендә гран-при яулаусы Венера Рәхмәтуллина һәм сит ил халҡын таң ҡалдырған, йәш музыканттар араһында популярлыҡ яулаған абруйлы ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рушан Биктимеров – күптәрҙең яратып тыңлаған музыкаль парҙарының береһе. Уларҙы республикала ғына түгел, ә сит ерҙәрҙә лә ихлас ҡаршы алалар. Ирле-ҡатынлы йәш артистарҙың ижадын һөйөүсе­ләрҙе шатландырырға ашығабыҙ: 10 апрелдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы мауыҡтырғыс, йырға, ҡурай моңона тулы «ҠураЙыр» эстрада шоу-концертына саҡыра.
    «ҠураЙыр» исемле яҙғы кисәлә Рөстәм Ҡудашев, Илшат, Хәлит һәм Айнур Фәтиховтар, Радик Вәлмөхәмәтов, «Түңгәүер» бейеү ансамбле һәм йәш таланттар ҡатнаша.

    авторы: admin | 8 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ир-ат психолог ярҙамына мохтажмы? Мәҙәниәт

    Үәт, был Сәғиҙулла! Йыр-моң, уйын-көлкө, сағыу тамаша һөйөүселәр йөрәгенә асҡыс таба белә лә инде. Дәртле лә, һағышлы ла йырҙары, урғылып-ташып торған көс-ғәйрәте менән тамашасыларының күңел ҡылдарын сиртеп, моңһоҙҙо моңло итер, эсе бошҡанды йыуатыр, кәйефһеҙҙең күңелен асыр. Нәҡ йомарт ҡояш нурына ҡойондорған яҙҙың үҙе кеүек үк. Ышанмаһағыҙ, йырсының 9 апрелдә киске сәғәт етелә Конгресс-холда үтәсәк мәрәкәле шоуын тамаша ҡылып, быға үҙегеҙ шаһит булығыҙ. Башҡортостандың атҡа­ҙанған артисы Сәғиҙулла БАЙЕГЕТ менән ойошторолған сираттағы әңгәмәбеҙ ошо тамаша хаҡында.
    – Сәғиҙулла, һәр яҙ һайын концертыңды ойоштороп, тамашасыларыңды ҡыуандырып тораһың...
    – Быйылғы концертты «Ирҙәрҙең психологик үҙәге» тип исемләнек. Музыкаль проект ижадымда, тормошомда булған бер нисә мөһим ваҡиғаны күҙ уңында тотоп әҙерләнде. Шуларҙың береһе күптән хыялланған «Байегет» йыр театры асылыуға бәйле исем туйы булһа, икенсенән, апрелдең тәүге аҙнаһында тыуған көнөм. Тик быйыл концертымдың бер өлөшөн ҡатынымдың юбилейына арнамаҡсымын.

    авторы: admin | 6 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Улы – йырсы, үҙе – рәссам Мәҙәниәт

    Улы – йырсы, үҙе – рәссамЮрий Шевчуктың әсәһе Фәниә Әкрәм ҡыҙының күргәҙмәһе өфөләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
    Баш ҡалабыҙҙың «Мираҫ» галереяһында Фәниә Шевчуктың – билдәле яҡташыбыҙ, «ДДТ» төркөмө етәксеһе Юрий Шевчуктың әсәһенең шәхси күргәҙмәһе асылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ысынлап та үҙенсәлекле булған күргәҙмә байтаҡ сәнғәт һөйөүсенең иғтибарын йәлеп итте.
    Быйыл майҙа Фәниә Әкрәм ҡыҙына 85 йәш тула һәм улының бүләге – ошо күргәҙмә. Әйткәндәй, был рәссамдың Өфөләге тәүге күргәҙмәһе.
    Экспозицияны ҡарарға килгән ҡунаҡтар араһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, Өфө ҡалаһы мэры Павел Качкаев, Юрийҙың дуҫтары, һабаҡташтары булды.

    авторы: admin | 6 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Быуаттарҙы ялғай балаҫ ебе... Мәҙәниәт

    Быуаттарҙы  ялғай балаҫ ебе...Ат – данлыҡҡа, ҡуй – байлыҡҡа, тигән боронғолар. Йәғни малсылыҡ, йәшәү сығанағы булараҡ, бөгөн дә уңышлы тармаҡ. Әлегә һарыҡсылыҡ баҫылып ҡалғандай. Ләкин, заман талаптарынан сығып, һәр тармаҡты ла, һәр кәсеп-шөғөлдө лә тергеҙергә мөмкин. Әйтәйек, һарыҡсылыҡҡа бәйле оҫталыҡ – балаҫ һуғыу – халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәренең береһе. Йылдар үтеү менән ул онотолмай, киреһенсә, заман талабына тура килгән зауығы менән көндәлек көнкүреш кәрәк-ярағынан юғары сәнғәт матурлығы булараҡ раҫлана бара.
    Халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлөнөң данын арттырыу маҡсатында республикабыҙҙа тәүге тапҡыр Балаҫ байрамын әл­шәйҙәр башлап ебәрҙе. Сараның ошо төбәктә асылыуы ла юҡҡа түгел. Өршәк – Дим буйы ауылдарының һәр береһендә аҫалы балаҫ һаҡланған.
    Республиканың Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Халыҡ ижады үҙәге ярҙамы менән ойошторолған байрамда Дим буйы төбәктәренән 62 оҫта ҡатнашты. Әллә ҡайҙан күҙҙең яуын алып торған аҫалы балаҫ йәшен-ҡартын үҙенә тартып, ғәм халыҡ шунда ағылды.

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәңге яңғыраһын «Дуҫлыҡ моңо» Мәҙәниәт

    Мәңге яңғыраһын «Дуҫлыҡ моңо»Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара фестивале Нефтекамала быйыл да бар гүзәллегендә үтте. Фестивалдә, күрше төбәктәрҙән тыш, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан Республикаларынан, Ханты-Манси Авто­номиялы Округынан, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан да ҡатнашыусылар булды.
    Был сара быйыл үҙ тәғәйенләнешенә бигерәк тә тоғро булды, сөнки беренсе урынды бер юлы ике конкурсант – Башҡортостан ҡыҙы Зилиә Бәхтиева һәм Татарстан егете Азат Кәримов яуланы. Миләүшә Мортазина етәкселегендәге жюри ағзалары тағы ла ете йырсыға лауреат исеме бирҙе.

    авторы: admin | 30 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru