Башың йәш икән - күп эш алма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Бәхил бул, шағир һәм журналист!
  • Ураҙа ғәйете ҡотло булһын!
  • Ислам әҙәбе
  • “Аманат”тың өлкәндәргә аманаты
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ирәндектә балҡыны ынйылыр Мәҙәниәт

    Ирәндектә балҡыны ынйылырКиң билдәле «Ирәндек моңдары» конкурсының «ҡустыһы» – «Ирәндек ынйылары» барлыҡҡа килде.
    Сибайҙа «Ирәндек моңдары» исеме аҫтында даими рәүештә уҙғарылып килгән халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы күптәргә яҡшы таныш. Быйыл был дәрәжәле бәйгенең «кесе туғаны» – «Ирәндек ынйылары» барлыҡҡа килде. 19 мартта Баймаҡ ҡалаһында ошондай исем аҫтында уҙған йыр бәйгеһенә Урал аръяғы райондарының йәш йырсылары йыйылды. Баймаҡ районы хакимиәте инициативаһы менән ойошторолған фестиваль-конкурс­тың маҡсаттары булып һәләтле йәш йырсыларҙы асыҡлау, уларҙы халҡыбыҙҙың сәнғәте рухында тәрбиәләү, балалар­ҙы, коллективтарҙы тәжрибә уртаҡлашыу, сәхнәгә өйрәтеү өсөн бергә туплау билдәләнгән.
    Бәйгеселәр өс йәш катего­рия­һында сығыш яһаны: 5 йәштән 10 йәшкә тиклем, 11-ҙән 14-кә тиклем, 15-тән 17 йәшкәсә. Был көндө Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге сәхнәһендә заман эстрада йырҙары ла, «Сәлимәкәй», «Ильяс», «Ке­йәү» кеүек халыҡ йырҙары ла яңғыраны. Ҡайһы бер йырсылар дуэт, трио менән дә сығыш яһаны.

    авторы: admin | 30 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Концерттар Мәҙәниәт

    1 апрелдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында күптән инде традицияға әүерелгән Көлкө байрамына арналған театрлаштырылған тамаша көтөлә. Сценарий авторы – Салауат Итбаев. «Көлкө байрамының мең дә бер кисендә…» тип аталған шоу-программала артистар тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәр, донъя күренештәренән, көндәлек тормоштағы етешһеҙлектәр­ҙән әсе көлгән сатира ла урын алған.
    3 апрелдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында йыр-моң һөйөүселәргә Фәдис Ғәниев менән Лилиә Биктимерова «Йыр һөйгәндәр ҡартаймай…» тип исемләнгән өр-яңы шоу-программаһын тәҡдим итә. Унда, халыҡҡа киң таралған билдәле йырҙар менән бер рәттән, күстәнәс булып, яңы йырҙар ҙа яңғырар.
    Концертта йырсыларҙың сәхнәләш дуҫтары – Хәлит, Айнур, Лилиә һәм Илшат Фәтиховтар ғаиләһе, Лилиәнең ҡыҙы Гөлназ Асаева ҡатнаша.

    авторы: admin | 30 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡош тәпәйе менән Төркиәгә Мәҙәниәт

    Ҡош тәпәйе менән ТөркиәгәФевралдә Төркиәнең баш ҡалаһы Истанбулда IV Төрки фильмдар көндәре үтте. Киң масштаблы һәм мәртәбәле сарала Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан, Ҡытай, Төркиә, Башҡортостан, Татарстандан, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән билдәле режиссерҙар, сценаристар һәм артистар ҡатнашты.
    Республикабыҙ намыҫын Төркиәлә «Башҡортостан» киностудияһы режиссеры Таңсулпан Бураҡаева менән «Башҡортостан» телекомпанияһының юлдаш каналы режиссеры Зарема Хисмәтуллина яҡланы. Жюри һәм төрөк тамашасылары иғтибарына «Рәхмәт» нәфис фильмы һәм «Ҡош тәпәйе» йәнһүрәте тәҡдим ителде. Әйткәндәй, башҡорт халыҡ әкиәте мотивы буйынса төшөрөлгән йәнһүрәттең сценарийы авторы – Таңсулпан Бураҡаева. Хеҙмәтен халыҡ-ара кимәлгә сығарып, уңыш ҡаҙанған йәш сценарист менән әңгәмәбеҙ – үҙе һәм ижады хаҡында.
    – Таңсулпан, кино менән ҡыҙыҡһыныуың ҡасан башланды? Фильм­дарға сценарийҙар яҙырға бала саҡтан хыялландыңмы?

    авторы: admin | 30 марта 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Беҙҙе бында үҙ кеше итеп ҡабул иттеләр... Мәҙәниәт

    Беҙҙе бында үҙ кеше итеп ҡабул иттеләр...М. Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театрының актерҙар сафы яңы көстәр менән тулыланды. З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының актерлыҡ бүлеген тамамлап, башҡорт труппаһына – һигеҙ, рус труппаһына бер кеше эшкә килде. «Театрҙың артистары шунда уҡ беҙҙең өсөн үҙҙәренең йылы ҡосағын асып, татыу ғаиләләренә ҡабул итте. Ғәҙәттә, яңы эш башлаған кеше тоя торған ятһыныу тойғоһон кисермәнек, ә коллективтағы дуҫлыҡ, үҙ-ара ярҙам итеү, берҙәмлек мөхитенә инеп сумдыҡ. Бында һәр беребеҙҙе үҙ кеше итеп ҡабул иттеләр», – тип, йәш артис­тар йылылыҡ менән үҙ театр­ҙары тураһында фекерҙәрен асып һалды. Өлкән артистар ҙа йәштәрҙән ҡәнәғәт. Әүҙем, камиллыҡҡа ынтылыусы, һәр ролде күңелен һалып башҡарыу­сы, сәхнәгә ғашиҡ йәштәр театр­ҙың киләсәге бит. Яңы ғына хеҙмәт юлын башлаған актерҙар «Ғилмияза», «Донъяның ярҙары икәү», «Ромео һәм Джульетта» спектаклдәрендә ҡатнаша.

    авторы: admin | 27 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәңгелектән килә оҙон көй Мәҙәниәт

    Мәңгелектән килә оҙон көйИглин районында башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге беренсе республика конкурсы яңы исемдәр асты.
    Башҡорт халҡының моңло улы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллиндың иҫтәлеген йырсының яҡташтары – иглиндар ҡәҙерләп һаҡлай. Уның исемендәге «Башҡорт һандуғасы» йыр конкурсы 2001 йылдан Иглинда үтеп килде. Был бәйгелә күп йәш талант асылды. Бөйөк йырсының исемен мәңгеләштереү һәм уның өлгөһөндә йәш таланттарҙы тәрбиәләү менән бергә, конкурс башҡорт йырына, бигерәк тә оҙон көйгә иғтибар йүнәлтеү маҡсатын да ҡуйғайны. Быйыл бәйге республика кимәленә үк күтәрелде.
    – Был бәйге тәү алған маҡсатына, йәғни үҙебеҙҙә, Иглинда, йәш быуында йыр-моңға һөйөү уятыуға ирешә алды, тип уйлайым, – тип һөйләй Иглин районының мәҙәниәт бүлеге мөдире Заһир Шәйәхмәтов. – Олораҡ маҡсаттарға, бейегерәк үрҙәргә саҡыра оло шәхестең исеме лә. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов, был конкурсты республика күләмендә үткәрергә кәрәк, тигән тәҡдим менән сығыш яһағас, башҡорт халҡының тарихына, сәнғәтенә һаҡсыл һәм хәстәрлекле ҡарашлы хакимиәт башлығыбыҙ Ришат Исхаҡов ул тәҡдимде күтәреп алды.

    авторы: admin | 27 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шаяниум - дуҫлыҡты нығытыусы сара Мәҙәниәт, Мәғәриф

    Шаяниум - дуҫлыҡты нығытыусы сараҺәр ярыш, конкурс үткәс, йомғаҡ яһау, хаталар өҫтөндә эшләү, киләсәккә күҙаллауҙар маҡсатында һөйләшеү ойоштороу урынлы. «Шаяниум» шаттар һәм отҡорҙар конкурсынан һуң да «түңәрәк өҫтәл» үтте. Гәзитебеҙ редакцияһында уҙған сарала ойоштороусыларҙан бер төркөм, жюри ағзалары, финалда ҡатнашыусы командалар һәм уларҙы әҙерләүсе етәкселәре ҡатнашты.
    Вилнур ХӘСӘНОВ, жюри рәйесе, «Аҙна» гәзитенең баш мөхәррире:
    – «Шаяниум» инде нисәнсе йыл үткәрелеп килә һәм, минеңсә, бик кәрәкле ярыш. Әммә конкурс һуңында һығымталар яһау мөһимлеген дә онотмайыҡ. Был беҙгә киләһе йылдағы сара өсөн дә әһәмиәтле. Шунлыҡтан «түңәрәк өҫтәл» үткәреүҙе кәрәк тип таптыҡ. Һүҙҙе ойоштороусылар­ҙан башлайыҡ.
    Ришат САБИТОВ, Өфө ҡала хакимиәтенең гуманитар мәсьәләләр буйынса бүлек начальнигы:

    авторы: admin | 25 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ибрайҙа - ҡурай байрамы Мәҙәниәт

    Ибрайҙа - ҡурай байрамыИбрай ауылы мәҙәниәт йорто ҡурай тауыштарына күмелде. Ҡурай тотҡан егеттәрҙең шатлығы эсенә һыймай: мәктәп менән клуб араһын халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралында дәртле көй­ҙәрҙе уйнай-уйнай үтәләр.
    Мәктәп директоры Хәсән Ғөбәйҙулла улы Иҫәнсурин мәктәбебеҙҙә уҡыусы­ларҙың ҡурай серҙәренә өйрәнеүе хаҡында һөйөнөслө хәбәр еткерҙе. Концертты ла тап улар – Ибрай мәктәбенең ҡурайсылар ансамбле башлап ебәрҙе. Ғорурланырлыҡ урындары бар шул егеттәрҙең: теүәл бер аҙна эсендә халҡыбыҙҙың боронғо музыка ҡоралында уйнарға өйрәнгәндәр. Шундай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бындай оҫталыҡҡа кем өйрәткән, тиһегеҙме? Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында бейеү һәм ҡурай түңәрәктәрен алып барыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Хәким улы Шафиҡов икән.

    авторы: admin | 23 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Саҡматаштан осҡон ҡабына Мәҙәниәт

    Саҡматаштан осҡон ҡабынаХәбәр итеүебеҙсә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Әхмәтзәки Вәлиди» спектакленең премье­раһы үтте. Ул оло шәхесебеҙҙең тыуыуына 120 йыл тулыуға һәм Республика йылына арналды. Халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың драматик трилогияһы һәм Зәки Вәлидиҙең «Хәтирә­ләр»е нигеҙендә эшләнгән тамаша – театрыбыҙҙың тағы ла бер ҡаҙанышы.
    Был әҫәр сәнғәт һөйөүселәр араһында ғына түгел, йәмәғәт эшмәкәрҙәре даирәһендә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятып ҡына ҡалманы, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улының бөйөклөк асылын, донъяның сәйәси һәм фән тәхетендәге урынын ныҡлы билдәләгәндә, хатта ижтимағи-сәйәси төҫ тә алғандай. Ысынлап та, нишләп Зәки Вәлиди әле? Был ҙур хеҙмәткә тотонор алдынан оло йөрәк һәм йөрьәт менән бергә оло яуаплылыҡ та кәрәк түгелме һуң? Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең үҙе иҫән саҡта ла, хәтерен яңырт­ҡанда ла уға ҡарата ҡараш та бер төрлө генә булманы бит. Алдаҡ һәм тарихи ғә­ҙелһеҙлек томандарын таратырға кәрәк, һис шикһеҙ, тик был эште, эш кенә түгел, бурысты атҡарғанда өмөт һәм ышаныс тигән ыуалыр гәлсәр һауытты ватып ҡуйыуыбыҙ ҙа бар бит.

    авторы: admin | 23 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru