Бүренең көсө тешендә, кешенең көсө эшендә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Енәйәт һәм яза
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Йәш быуынды күренекле шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләйек
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • «Шыршы ҡупшы кейенгән...»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Алтын балыҡ ниңә вәғәҙәһен үтәй алмай? Мәҙәниәт

    Алтын балыҡ ниңә вәғәҙәһен үтәй алмай?«Шаяниум» – шаяндар һәм отҡорҙар, ҡыйыуҙар һәм состар конкурсы, халыҡсан телдә әйткәндә, башҡорт КВН-ы, баш ҡалабыҙ мәктәптәре уҡыусыларының иң көтөп алған сараһылыр ул. Туйғансы шаяртаһың, көләһең, көлдөрәһең, ауыр мәсьәләләр ҙә сисергә кәрәкмәй. Юҡҡа ғынамы ни ҡатнашыусы командалар һаны арта бара – былтыр унда 25 команда сығыш яһаһа, быйыл 40-ҡа етте. Һигеҙенсе йыл рәттән үткәрелгән «Шаяниум»дың тамашасылар көтөп алған иң шәп командалары ла бар. Һүҙебеҙ – быйылғы конкурс һөҙөмтәләре хаҡында.
    «Шаяниум»ды ойоштороусылар – Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге, йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты, мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законды бойомға ашырыу буйынса комиссия, ҡала райондары хакимиәттәре, балалар һәм йәштәр ойошмалары.
    Әйтеп үтеүебеҙсә, конкурс һигеҙ йыллыҡ тарихҡа эйә. Тәүҙәрәк командалар тарафынан кендектән түбән темаларға көлдөрөргә маташыу, күберәк урыҫсанан тәржемә, ҡайһы бер номинацияларҙың асылын аңламай, сәхнәлә теманы асмау кеүек күренештәр осраһа, хәҙер инде улар ысынлап шаяртырға өйрәнде.

    авторы: admin | 20 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Килегеҙ, күрегеҙ! Мәҙәниәт

    24 мартта Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында киске сәғәт етелә Рәсәйҙең атҡаҙан­ған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы халыҡ ҡоралдары милли оркестрының концерты уҙа.
    «Йырлы-моңло республикам!» исемле концерт Республика йылына арнала. Был оркестрҙа үҙенсәлекле милли башҡорт халыҡ ҡоралдарының, симфоник оркестрҙың һәм рус халыҡ ҡоралдарының моңло яңғырауын ишетерһегеҙ. Концертта республикабыҙҙың билдәле артистары ҡатнаша.

    авторы: admin | 20 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уйламағыҙ, осрашманыҡ беҙ яңылыш... Мәҙәниәт

    Уйламағыҙ, осрашманыҡ беҙ яңылыш...Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә – Лидиә Таңатованың йырлауы шулай бер ваҡытта ла тыңлаусылар­ҙы битараф ҡалдырмай. Тәү ҡарамаҡҡа ҡырыҫ күренгән сая Учалы ҡыҙы үҙенең тоғро юлдашы – гитараһы менән бер ҡасан да айырылышмай, тиһәм, яңылышмаҫмын, буғай. Былтыр Бөрйән районында үткән башҡорт форумсыларының һабантуйына ла, ҡыллы музыка ҡоралын артмаҡлап, Өфөнән килеп еткәйне ул. Таңға ҡәҙәр усаҡ яҡтыһында йырҙарын башҡарып, башҡаларҙы ла йырлатып, үҙенә, ижадына ғашиҡ иттергәйне. Һуңынан, бер аҙнанан, башҡорт йәштәренең йыйынында ла ул тығыҙ түңәрәктә йырҙары менән дуҫтар күңеленә яңы юл ярҙы, уйлыларҙы уйландырып, хис-тойғоларҙы байытты. Күкрәк ситлегендә – тертелдәк түгел, халҡы, тимәк, һинең, минең өсөн йән атҡан дөрләп яныр усаҡ булыуына инандырҙы. Илебеҙ киләсәге, халҡыбыҙ яҙмышы – уның тел осонда, йөрәгендә, уйында...

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һаманда илһамланып эшләгем килә Мәҙәниәт, Юбилейҙар

    Һаманда илһамланып эшләгем киләМәскәү ҡалаһының А. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтының башҡорт студияһын тамамлап, Башҡорт дәүләт академия драма театрында эш башлаған Салауат районының Ахун ауылы егете Хәмит Яруллин ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тамашасы һөйөүен яуларға өлгөрә. Ф. Бурнаштың «Йәш йөрәктәр»ендә – Ғилметдин, Ә. Мирзаһитовтың «Әсәйемдең сал сәстәре»ндә – Мәркәз, Гальдониҙың «Ҡунаҡхана хужабикәһе»ндә – Фабрицио, Ф. Шиллерҙың «Мәкер һәм мөхәббәт»ендә – Фердинанд, И. Абдуллиндың «Йөрәк менән шаярмайҙар» пьесаһында – Раззаков, Н. Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша»һында – Әбүбәкер, Ғ. Шафиҡовтың «Операция»һында – Ғиндуллин, Ә. Атнабаевтың «Игеҙәктәр»ендә – Рушан, М. Кәримдең «Салауат»ында – палач, Ә. Мирзаһитовтың «Ғүмер ике килмәй»ендә – Хәйернас, Х. Ибраһимовтың «Башмағым»ында – Ғәлимйән, Р. Кинйәбаевтың «Айғырыңды үтескә бир!» спектаклендә – Сынтимер, И. Йомағоловтың «Нәркәс»ендә – Байымбәт... – артистың ролдәре ысын ижад өлгөләре. Халыҡ уның уйнағанын ярата, спектаклдәрен көтөп алып, ҡабат-ҡабат килеп ҡарай.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «8 Март менән!» Мәҙәниәт

    Популяр йырсы, талантлы башҡарыусы, оҫта алып барыусы Рөстәм Ғиззәтуллин яҙҙың иң матур байрамдарының береһе – 8 март көндө Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналған концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ.
    Йырсы мөхәббәтле йырҙарын гүзәл заттарға бағышлаясаҡ. «8 Март менән!» тип аталған концертында йырсының дуҫтары Алина Дәүләтханова менән Рәил Өмөтбаев та ҡатнаша.
    Әйткәндәй, түбәндәге викторина һорауҙарына беренсе булып дөрөҫ яуап биргән кеше Рөстәм Ғиззәтуллиндың концертына саҡырыу ҡағыҙы менән бүләкләнәсәк.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «8 Март менән!» Иғтибар, Мәҙәниәт

    «8 Март менән!»Популяр йырсы, талантлы башҡарыусы, оҫта алып барыусы Рөстәм Ғиззәтуллин яҙҙың иң матур байрамдарының береһе – 8 март көндө Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналған концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ.
    Былтыр сентябрҙә «Өфө уттары»нда ул үҙенең тыуған көнө уңайынан Өфө тамашасыһын дәртле, күңелдәрҙе елкендергес йырҙары менән ҡыуандырғайны. Быйыл йырсы мөхәббәтле йырҙарын гүзәл заттарға бағышлаясаҡ. «8 Март менән!» тип аталған концертында йырсының дуҫтары Алина Дәүләтханова менән Рәил Өмөтбаев та ҡатнаша.
    Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 8 мартта 19 сәғәттә башланасаҡ байрам концертына рәхим итегеҙ, дуҫтар! Бик күңелле буласаҡ!

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рух, азатлыҡ һәм «Ҡышҡы йәйғор» Мәҙәниәт

    Рух, азатлыҡ һәм «Ҡышҡы йәйғор»Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Ҡышҡы йәйғор» I башҡорт рок-фестивале үтте. 1992 йылдың 29 феврале. Баш­ҡортостанда «Урал моңо» тип атал­ған иң беренсе башҡорт рок-музыкаһы һәм эстрада фестивале уҙған көн был. Башҡорт йәштәре иттифағы, «Йәшлек» гәзите, «Ант» рок-студияһы ойошторған был сарала «Дәрүишхан», «Ант», «Рух», «Ҡышҡы йәйғор», «Сая», «Аҡйондоҙ» кеүек рок-төркөмдәр ҡатнашып, тамашасы һөйөүен яулай. Ләкин «Урал моңо» шул ваҡыттан алып төрки йәштәренең халыҡ-ара фестиваленә әүерелә һәм башҡорт рок- музыкаһы был киң ҡолас алған фестиваль йөҙөндә юғалып ҡала.
    Башҡорт йәштәре иттифағы, «Йәшлек» гәзите һәм «Шоңҡар» журналы редакциялары, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йәштәр араһында тере музыканы үҫтереү, башҡорт рок сәнғәтенә йәш башҡарыусыларҙы йәлеп итеү маҡсатында «Ҡышҡы йәйғор» исемле башҡорт рок- музыкаһы фестивале иғлан итте лә инде.

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар Мәҙәниәт

    1 – Бөтә донъя граждандар оборонаһы көнө.
    8 – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
    10 – Рәсәй Федерацияһы архивтары көнө.
    14 – Геодезия һәм картография хеҙмәткәрҙәре көнө.
    15 – Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау көнө.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru