Егеттең төҫөн әйтмә, эшен әйт.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй?
  • Ҡолаҡ һал!
  • Штольбергта – бишбармаҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Дәрестә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Гармун моңо эҙенән Мәҙәниәт

    Ағымдағы йыл Илеш районы халҡы өсөн күркәм даталарға бай. Берен­сенән, Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын, икенсенән, райондың 75 йыллығын ҡаршылау уңайынан байрам саралары уҙа. Ә инде район тарихында беренсе тапҡыр «Уйна, гармун, тынма, гармун!» гармунсылар фестивален үткәреү үтә лә шатлыҡлы ваҡиға булды.
    Гармунсыларҙы барлау, боронғо милли көйҙәребеҙҙе халыҡ күңеленә еткереү, яңы таланттар асыу маҡсатында уҙғарылған байрам йыр-бейеү менән үрелеп барҙы. Боронғо халыҡ көйҙәре – һалмаҡ көйҙәргә, унан дәртле бейеү көйҙәренә күсеп, туҡтамай ағылды ла ағылды.
    Илеш ерендә үткән Фәтихов исемендәге гармунсылар байрамы муниципаль район хакимиәте тарафынан ойошторолоп, унда төбәктең йөҙләгән гармунсыһы ҡатнашты. Сарала төрлө быуын кешеләре өҙҙөрөп гармун моңдарын яңғыратты, халыҡ оҫта гармунсылар менән танышты, гармун тураһында шиғырҙар, йырҙар тыңлап кинәнде.

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хат ташыусыларға, журналистарға рәхмәт! Яңылыҡтар

    «Йәшлек»тә ойошторолған «Рәхмәт айлығы»нда мин дә ҡатнашырға булдым. Шөкөр, рәхмәт әйтерлек кешеләрем күп.
    Беҙҙе ҡәҙерләп, хөрмәтләп, бөтә байрамдар менән дә ҡотлап торған ил, республика етәкселәренә ҙур рәхмәт! Беҙгә – оло йәштәгеләргә – пенсияны ваҡытында өйөбөҙгә килтереп еткергән, гәзит-хаттарҙы бер ҙә юғалтмай, оҙаҡлатмай тапшырған почта хеҙмәткәр­ҙәренә лә рәхмәт әйтке килә.
    Минең яҙмаларымды халыҡҡа еткереп, төҙәтеп, матурайтып гәзит биттәрендә баҫтыр­ған «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәренә лә бик оло рәхмәтемде белдерәм. Еңел булмаған, тәфсирлекте талап иткән эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын. Ғаилә бәхете урап үтмәһен, бәхетле, мөхәббәтле булығыҙ, балалар!

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Осрашыуҙарҙа – ғүмер ағыштары, барыштары Әҙәбиәт

    Осрашыуҙарҙа – ғүмер ағыштары, барыштарыБөйөк Еңеү байрамы алдынан бер төркөм яҙыусы – күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов, филология фәндәре докторы, профессор, «Ағиҙел» журналының бүлек мөдире Фәнил Күзбәков, билдәле яҙыусы, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Факил Мырҙаҡаев һәм «Йәшлек» гәзитенән шағир Мөнир Ҡунафин – Миәкә районының Илсеғол ауылында булып, урындағы башҡорт гимназияһында уҡыусылар менән осрашты, ауыл китапханаһын ҡарап, өлкән йәштәге кешеләр менән әңгәмә ҡороп, был төбәккә ҡағылышлы тарихи материалдар менән дә танышты. Нарыҫ тауында булып, Иҙеүкәй батырға зыярат ҡылырға ла, Әүлиә шишмәһенең теште ҡамаштырырлыҡ һыуынан ауыҙ итергә лә өлгөрҙө әҙиптәр.

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Осрашыуҙарҙа – ғүмер ағыштары, барыштары Әҙәбиәт

    Осрашыуҙарҙа – ғүмер ағыштары, барыштарыБөйөк Еңеү байрамы алдынан бер төркөм яҙыусы – күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов, филология фәндәре докторы, профессор, «Ағиҙел» журналының бүлек мөдире Фәнил Күзбәков, билдәле яҙыусы, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Факил Мырҙаҡаев һәм «Йәшлек» гәзитенән шағир Мөнир Ҡунафин – Миәкә районының Илсеғол ауылында булып, урындағы башҡорт гимназияһында уҡыусылар менән осрашты, ауыл китапханаһын ҡарап, өлкән йәштәге кешеләр менән әңгәмә ҡороп, был төбәккә ҡағылышлы тарихи материалдар менән дә танышты. Нарыҫ тауында булып, Иҙеүкәй батырға зыярат ҡылырға ла, Әүлиә шишмәһенең теште ҡамаштырырлыҡ һыуынан ауыҙ итергә лә өлгөрҙө әҙиптәр.

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һөйәнтөҙгә ҡанлы күҙ йәштәре һеңгән Башҡортостан

    Һөйәнтөҙгә ҡанлы күҙ йәштәре һеңгәнЭй, халҡымдың шанлы үткәне. Ҡанлы тарихына мөрәжәғәт иткән һайын тетрәнәһең, йәштәргә быуылаһың... Ғәзиз башҡорт милләте аҫабалыҡ, азатлыҡ өсөн күпме ихтилал, сыуалыш кисергән, яуға күтәрелгән. Ҡот осҡос үс алыу­ҙарға дусар булып, аяуһыҙ ҡырылған, меңәрләгән ауыл көл-күмергә әйләнгән. Та­лантлы режиссер Рияз Исхаҡовтың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында күрһәтелгән «Һөйәнтөҙ» тарихи-музыкаль фильмына ғына күҙ һалайыҡ.
    Урал аръяғына Бө­рөнән полковник Тев­ке­левтың командаһы килеп инә. Йосоп Арыҡов менән Төлкөсура Алдағолов етәкселегендәге баш күтәреүселәр Балыҡсы һәм Мыр­ҙалар улустарындағы тау артылыштарында уларға һөжүм итергә әҙерләнә. 19 ғинуар­ҙа Тевкелев Балыҡ­сы улусындағы Һө­йән­төҙ ауылына ки­леп етә. Шунда баш күтәреүселәрҙең ниәттәре тураһында белеп ҡалып, ауыл халҡын, баш күтәреүселәр менән бер төптән булыуҙа ғәйепләп, йыртҡыстарса язалай, рәхимһеҙ ҡыра.

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Халыҡ һаны ни өсөн кәмей? Перепись

    Рәсәйҙәге 1897 йылғы тәүге дөйөм халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, башҡорттар, дөрөҫөрәге, башҡортса һөйләшкән халыҡ һаны 1 млн 311 017 кеше тәшкил иткән. Раил Кузеев фекеренсә, ошо иҫәпкә яҡынса 350 – 400 мең мишәр һәм типтәр ҙә ингән. Минең иҫәпләүемсә, 1862 йылда башҡорт ғәскәре сиктәрендә башҡорттар һаны 563 413 кешегә тиң булған. Әгәр ҙә XIX быуаттың икенсе яртыһында башҡорттарҙың тәбиғи үҫеш темпы йылына 1,4 – 1,6 процент булғанын күҙ уңында тотһаҡ, 1897 йылдағы перепистә халыҡ һаны уртаса 1,1 млн кешегә тигеҙ булыуы ихтимал.
    1912 – 1913 йылдарҙа Өфө губернаһында йорт башы иҫәбен алыу үткәрелгән. Был саралар өйәҙҙәрҙә күпме халыҡ йәшәүен яҡшы сағылдырған. Мәҫәлән, Минзәлә өйәҙендә көн күргән 458 239 кешенең 154 234-е (дөйөм халыҡтың 33,68 проценты) башҡорт булған. Улар ошо биләмәлә йәшәгән милләттәр араһында һаны буйынса беренсе урында торған. Бөрө өйәҙендә башҡорттар – 232 869 (39,14 процент), Бәләбәйҙә – 212 860 (39,55 процент, дөйөм халыҡ һаны – 538 176), Стәрлетамаҡ өйәҙендә 100 305 (24,72 процент) кеше тәшкил иткән. Ә Өфө өйәҙендәге 406 703 кешенең 96421-е, Златоустағы 223 542 кешенең 49 421-е баш­ҡорт тип теркәлгән.

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәңгелек бер көнгә торошло саҡта Еңеүгә 65 йыл

    Мәңгелек бер көнгә торошло саҡтаПарк гөрләй. Шарҙар, сәскәләр, еңеү ленталары, ихлас йөҙҙәр, түштәре орден-миҙалдар менән ҡапланған мылтыҡ урынына таяҡ тотҡан бабайҙар һәм, быныһы бигерәк мөһим, уларҙы ипле генә итеп етәкләгән йә ҡултыҡлаған ул-ҡыҙҙар, ейән-ейәнсәрҙәр... Прези­дент килергә әле сәғәткә яҡын ваҡыт бар. Ул Мәңгелек ут янына сәскәләр һалып, батырҙар рухы алдында баш эйәсәк, хөрмәт күрһәтәсәк.
    Матур йөҙлө бабайҙар була. Ундайҙарҙы, йөҙҙәре нурҙай балҡый, тиҙәр. Парктың ауыҙын үтеү менән шундай нурлы, түбәтәйле ветеран күҙемә салынды. Нисектер нурлы кешегә күңел үҙе ылыға бит.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҡты иҫтәлеге ҡалды Еңеүгә 65 йыл

    Яҡты иҫтәлеге ҡалды1929 йыл. Бесән мәлендә Арғы Таһир ауылы урамындағы иң ситке мунса янып китә. Бөтә халыҡ бесәнде ятып эшләй, ауылда бала-саға ла ҡарт-ҡоро ғына. Ҡарышҡандай, ел ауыл яғына иҫә. Янғын эргәләге өйҙәргә күсә. Урамдың һырт яғы, зат-ырыуы менән теҙелешеп ултырған хәлле генә Хоҙайғоловтарҙың йорт-ҡураһы яна. Ҡарағас өйҙәрҙең ҡыйыҡ-түбәләре гөрһөлдәп ауа, ҡапҡалар ҡурҡыныс тауыш сығарып яна. Янғын өйҙәренә килеп еткәнсе, ике ҡыҙ – 18 йәшлек Ғәшүрә менән 14 йәшлек Сәмиға Хоҙайғоловалар, йүгерешеп, өй эсендәге бар йыһазды Һаҡмар буйына ташый. Бөтә нәмәне сығарып өлгөрәләр, тик китаптар һалынған бер ҙур ағас һандыҡты сығара алмайҙар. Уттың ял-ҡойроғо юҡ – тиҙ арала һырттағы ун бер өйҙө ялмай.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru