Бер көн артта ҡалһаң, биш көн йүгерерһең.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Үҙ эшен яратып башҡара[/b]
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Белем – хазина, уға асҡыс – хеҙмәт
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • [b]БАШ ҠАЛА КӨНӨНӘ – ИКЕ САЛЮТ![/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Учалы ҡалаһы Еңеүгә 65 йыл

    Велоуҙыш, автоуҙыш, Бөйөк Еңеүгә арналған еңел атлетика буйынса эстафета – көн һайын ҡала һәм районда әллә нисәмә сара үткәрелде. Ҡунаҡбай ауылында Советтар Союзы Геройы Шакирйән Мөхәмәтйәновтың музейы асылыу тантанаһы ошо исемлектә айырым урын биләй. Александр Матросов исеме менән Бөйөк Ватан һуғышы тарихына инеп киткән, журналист Рәүеф Насировтың тырышлығы менән тыуған яғына үҙ исем-шәрифендә ҡайтҡан батырҙың музейы асылған мәлдә ауылдаштары, Рәсәй тарафынан да уның башҡорт икәне танылһын ине, тип теләне: «Уның батырлығы тураһында гәзиттә яҙып, фотоһүрәтен ҡуйғас та, был ниндәй Матросов булһын, был Юныс ҡарттың улы, үҙебеҙҙең Шакирйән дә һуң, тип барыһы ла шаҡ ҡатҡайны. Тотош ауыл халҡы алдаша алмай».

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ишембай ҡалаһы Еңеүгә 65 йыл

    Районда 263 һуғыш ветераны һәм инвалиды, 928 ветеран ҡатыны, 802 хәрби хәрәкәт ветераны, 2232 тыл хеҙмәткәре йәшәй. Уларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, йорттарын һәм шәхси хужалыҡтарын төҙөкләндереү, медицина ярҙамы күрһәтеү – һәр саҡ иғтибар үҙәгендә.
    Ишембай районы хакимиәте тарафынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе әүҙем хәл ителә. Мәҫәлән, 2009 йылда 2005 йылдың 1 мартына тиклем торлаҡ өсөн сиратҡа торған 6 ветеранға һәм 8 ветеран ҡатынына торлаҡ бирелгән. 35 ветеранға йорттарын төҙөкләндереү өсөн матди ярҙам күрһәтелгән.
    Ветерандарға социаль ярҙам күрһәтеү буйынса ла ҙур эш башҡарыла.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәләүез ҡалаһы Еңеүгә 65 йыл

    Районда әлеге көндә 239 һуғыш ветераны һәм 684 тыл хеҙмәткәре йәшәй. Район хакимиәте ветерандарға һәр төрлө ярҙам күрһәтә. Ошо маҡсатҡа быйыл муниципаль бюджеттан 1 млн һум аҡса бүленгән. Әлеге көндә 72 ветеранға торлаҡтарын төҙөкләндереү буйынса ярҙам күрһәтелгән. Президент Указына ярашлы, һуғыш ветерандарына торлаҡ һатып алыу өсөн 12 сертификат тапшы­рылған.
    Мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында ветерандар менән осрашыуҙар, Еңеүҙең 65 йыллығына арналған байрам кисәләре ойошторолдо.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Әлбиттә, беҙҙең страховка компанияhына был бик сәйер күренеш булды. Ни өсөн тигәндә, йортоғоҙ беҙ контракт ҡағыҙына ҡул ҡуйғандың икенсе көнөндә үк янды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, фирма hеҙгә бөтә нәмә өсөн дә аҡсағыҙҙы ҡайтарасаҡ. Янған әйберҙәрегеҙҙең исемлеген hәм хаҡын яҙығыҙ.
    – Fәфү итегеҙ, ә был исемлеккә 10 литр бензинды ла яҙырға мөмкинме?

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙ күргәнде балалар күрмәһен Еңеүгә 65 йыл

    Атай, ярты йыл һуғышҡас, яраланып, госпиталдә ята. Аҙаҡ яңынан һуғышҡа оҙатыла, 1942 йылдың майында беҙҙең өйөбөҙгә «ҡара ҡағыҙ» килде. Әсәйебеҙ беҙҙе асҡа үлтермәҫ өсөн көндө төнгә ялғап эшләне. Миңә, ул ваҡытта 10 йәшлек малайға, колхоз эшенә егелергә тура килде – хужалыҡтың 450 баш һарығын ышанып тапшыр­ҙылар. Дүрт йыл көтөү көттөм. 1946 йылда тракторҙарға яғыулыҡ, һыу ташыным, төндә шул техниканы һаҡланым. Асыҡ яланда ямғыр яуһа, трактор аҫтында төн үткәрә инем. Көнөнә бер тапҡыр ғына ашарға бешерәләр, ә кисен үлән менән туҡлана торғайныҡ. Кискеһен әсәй өйгә ҡайта, унда, минән башҡа, биш бала көтә.
    Беҙҙең быуын бик ауыр ваҡытта үҫте. Әсәйебеҙ 63 йәшенә тиклем, үҙе вафат булғансы, атайыбыҙҙы көттө.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөрйән районы Еңеүгә 65 йыл

    Бөрйән районынан фронтҡа ике мең ике йөҙ кеше киткән. Шуларҙың алтмыш етеһенең генә исеме әлегә асыҡланмаған, ә башҡаларының исем-шәрифе алтын хәреф менән мәрмәр ташҡа яҙылды – стела Бөйөк Еңеү көнөндә асылды. Хәйер, барыһын да эҙмә-эҙлекле яҙғанда, районда 9 майға әҙерлек күптән башланғайны. «Һаумы, Еңеү яҙы!» тип исемләнгән концерт, патриотик шиғырҙар конкурсы, обелискыларға, һәйкәлдәргә гөлләмәләр һалыу, байрам концерттары һәм йыйылыштар, һәр һуғыш ветеранына, фронтовиктарҙың тол ҡалған ҡатындарына, тыл ветерандарына бүләктәр тапшырыу тантаналары бер нисә көн буйына дауам итте. Бар сараларҙың тупланмаһы Бөйөк Еңеү көнөндә сағылды, әлбиттә. Иртән сәғәт туғыҙҙа район үҙәге Иҫке Собханғолға бөтә ауылдарҙан вәкилдәр – һуғыш һәм тыл ветерандары, ветерандар советы рәйестәре йыйылды.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әбйәлил районы Еңеүгә 65 йыл

    Әбйәлил районының Асҡар ауылында ла байрам саралары 5 майҙа уҡ район крайҙы өйрәнеү музейында тыл ветерандарын хөрмәтләүҙән башланып киткәйне. Икенсе көнөнә бөтә район халҡы экологик өмәгә сыҡты, Аһылай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларға обелиск булдырылды – «Бер кем, бер нәмә онотолмаған». Ә 7 май көнө район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов район мәҙәниәт йортонда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Әйткәндәй, һуғыш ветерандарының торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса республика программаһына ярашлы, Әбйәлилдә ете ветеран берәр миллион һум аҡса алды – уларҙың дүртәүһе фатирлы булды ла инде, ҡалған өсәүһе лә ошо көндәрҙә яңы йортҡа күсә.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Германияла хоккей буйынса сираттағы донъя беренселеге башланды Яңылыҡтар » Спорт

    Германияла хоккей буйынса сираттағы донъя беренселеге башланды Рәсәй йыйылма командаһы Еңеү көнөндә үҙ төркөмөндәге Словакия хоккейсылары менән осрашты. Был юлы Вячеслав Быков, һуңғы ике йыл рәттән чемпион исемен һаҡлап ҡалыр өсөн, көрәшкә ошо составта сыҡты: Гребешков – Корнеев, Овечкин – Федоров – Семин; Куликов – Атюшов, Ковальчук – Фролов – Терещенко; Емелин – Никулин, Мозякин – Сушинский – Анисимов; Калинин – Денисов, Козлов – Афиногенов – Кулемин. Ҡапҡа һағын Кошечкин, Еременко һәм Варламов һаҡлаясаҡ.
    Рәсәй уйынсылары, Словакиянан тыш, үҙ төркөмөндә Ҡаҙағстан һәм Беларусь командалары менән уйнаясаҡ. Бөгөн башҡа төркөмдәрҙә дүрт осрашыу үтте, һәм көтөлмәгән сенсацияға килтерҙе.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru