Бер юлы ике кәмәнең ҡойроғон тотоп булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Республика медицина кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа
  • Ауыл тергеҙелә икән, тимәк, республикала хәл тотороҡло
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • Ҡояш кеүек, ул ергә белем-нур сәсә!
  • Киләсәкте уйлап, йәштәрҙе хәстәрләп
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы менән! Еңеүгә 65 йыл

    Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы менән!Һеҙҙе бөтә халыҡ байрамы – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы менән ихлас ҡотлайым!
    Был сағыу яҙ көндәрендә бөтә донъя баһалап бөткөһөҙ ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм фиҙакәрлек күрһәтеп, бөтә кешелектең киләсәген һаҡлап алып ҡалған ватандаштарыбыҙҙы иҫкә ала һәм тейешле хөрмәт-ихтирамын күрһәтә. Йылдар үткән һайын Ватаныбыҙ азатлығын һәм бөтә Ер йөҙөндә тыныслыҡты һаҡлап алып ҡалған халҡыбыҙҙың үлемһеҙ батырлығы тағы ла сағыулана һәм баҙыҡлана бара.
    Еңеүсе һалдат һәм тыл хеҙмәтсәненең яҡты образы, уларҙың хәрби һәм хеҙмәт даны, матур традициялары, Тыуған илгә булған һөйөү миҫалы, халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге – беҙҙең мәңгелек ҡаҙанышыбыҙ. Һәм беҙ азатлыҡ һуғышында ҡатнашыусылар алдында хөрмәт менән баш эйәбеҙ, ҡан ҡойошло яу яланында һәм тылда ауыр һынауҙарҙа рух ныҡлығы һәм түҙемлек күрһәтеп еңеп сыҡҡан һәм Бөйөк Еңеүҙе яулағандарға хөрмәтебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Улар емерек илде ҡайтанан аяҡҡа баҫтырҙы, уның төбәктәренең ҡеүәтен, матди һәм рухи ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалып, артабан үҫтерҙе, шул арҡала бөгөн дә беҙ Тыуған илебеҙ именлеген, оборонаға һәләтлеген һәм ҡеүәтен нығытыуға һәләтлебеҙ.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы буйынса «Росреестр» идаралығының Нефтекама бүлексәһендә ветерандарҙың күсемһеҙ милкен дәүләт теркәүе үткәреү өсөн иғлан ителгән айлыҡ тамамланды. Уның барышында ветерандар фатирҙарына, баҡса участкаларына, шәхси хужалыҡтарына хоҡуғын рәсми раҫлап ҡуйҙы, был эштең оло кешеләр өсөн үтә мәшәҡәтле икәнлеген иҫәпкә алғанда, айлыҡты мәрхәмәтлек акцияһы тип атарға була. Дәүләт теркәүе тармағында ветерандарға ярҙам артабан да дауам итәсәк.
    Михайловка ауылында ете һәм ун йәшлек балалар ташландыҡ һарайҙар һәм гараждар араһында шырпы менән уйнап йөрөп, янғын сығарған. Уның һөҙөмтәһендә бик күп ташландыҡ биналар менән бер рәттән, башҡа төҙөлөш объекттары ла зыян күргән. Республиканың янғын һүндереүселәре халыҡты ут менән һаҡ булырға саҡыра, янғын сығыу ҡурҡынысы бигерәк тә яҙғы байрамдар ваҡытында арта, сөнки кешеләр баҡса сүптәрен яндырғанда, усаҡ янында ял иткәндә хәүеф­һеҙлек ҡағиҙәләрен онотоп ебәрә.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ил кимәлендәге парадта ҡатнашыу – оло ҡыуаныс Еңеүгә 65 йыл

    Ил кимәлендәге парадта  ҡатнашыу – оло ҡыуанысМәскәүҙә Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған байрам сараларында ҡатнашыу өсөн Башҡор­тостандан делегация баш ҡалаға юлланды. Тимер юл вокзалында дәртле көй яңғырай, ҡулдарына сәскә гөлләмәләре тотҡан, күкрәктәрен орден-миҙалдар биҙәгән ветерандарҙың йөҙҙәре ҡояштай балҡый. Ә МТС компанияһы уларҙың һәр береһенә кеҫә телефоны бүләк итте.
    Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сабир Йыһаншин белдереүенсә, 2005 йылда үткән бындай тантана юғары кимәлдә ойошторолоуы менән иҫтә ҡалған. Сабир ағай унда бик күп фронтташын ос­ратҡан. Мәскәүгә барып ҡайтыу яугир өсөн ҡыуаныс, әммә ул йылдан-йыл яуҙаштарының сафы һирәгәйә барыуына борсола.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    «Талибан» радикаль Ислам хәрәкәте боевиктары Бельгияға илдә пәрәнжә кейеүҙе тыйған өсөн теракт менән янай.
    Әйткәндәй, был туралағы закон проектын үткән аҙнала ғына парламенттың түбәнге палатаһы ҡабул иткәйне. Был мәсьәлә тиҙҙән Юғары палатала ҡараласаҡ. Бельгия закон сығарыусылары ҡабул иткән ҡанунда мосолман кейеменең ниндәй булырға тейешлеге аныҡ әйтелмәй. Тыйыу тик йөҙҙө ҡаплаған баш кейемдәренә генә ҡағыла. Был турала илдең сит ил эштәре министры вазифаһын башҡарыусы Стивен Ванаккере, әлеге хәл йәмәғәтселектә кеше йөҙөн күрә алмау әхлаҡһыҙлыҡ һаналмай, тип белдерә. Шулай ҙа ул хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатын дини иреклекте сикләүҙе эҙәрлекләү менән бутарға ярамауҙы һыҙыҡ өҫтөнә ала.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғалимдарҙы иҫкә алып Еңеүгә 65 йыл

    Оло байрам алдынан күренекле ғалим, яҙыусылар, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары Нур Зарипов менән Миҙхәт Ғәйнуллин йәшәгән йорттарға таҡтаташ ҡуйылды. Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Әҙәби фонд (етәксеһе Марс Әхмәтшин) ойошторған был сарала ҡәләмдәш дуҫтары, шәкерттәре, туғандары күренекле шәхестәрҙе иҫкә алды, уларҙың изге рухы алдында баш эйҙе.
    – Данлы әҙәбиәт тарихында ла, фән өлкәһендә лә Нур Зарипов та, Миҙхәт Ғәйнуллин да иленә, халҡына тоғро һалдат булып тир түкте. Улар Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары ғына түгел, ә ихлас күңелле, ярҙамсыл ағай-остаз, яҡты киләсәк өсөн намыҫлы хеҙмәтсән булараҡ та ҡәҙерле беҙгә, – тине халыҡ шағиры, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рауил Бикбаев.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һуғыш ветерандарына бүләккә – китап Еңеүгә 65 йыл

    «Йәшел сауҡалыҡ» санаторийының Ял үҙәгендә һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы, БР-ҙың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР-ҙың Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы һәм З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте ҡатнашлығында Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған тантаналы сара үтте.
    Унда «Китап» нәшриәте ветерандарға 270 китап комплектын тапшырҙы.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙгә килгән хаттарҙан Еңеүгә 65 йыл

    ХБеҙгә килгән хаттарҙанөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре!
    Иҫән ҡалған яуҙаштарымды, Башҡортостандағы һуғыш ветерандарын Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы менән ҡотлау баҫтырһағыҙ ихлас ҡыуаныр инем!

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәхмәт һеҙгә, хәбәрселәр! Еңеүгә 65 йыл

    Рәхмәт һеҙгә, хәбәрселәр!Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яу яланындағы журналистар иңенә икеләтә йөк ятҡан. Ни тиһәң дә, улар фашистарға ҡаршы ҡорал менән дә, ҡәләм менән дә көрәшкән. Яу яланынан журналистар ебәргән мәғлүмәттәр ул ваҡытта алтынға бәрәбәр булһа, хәбәрселәребеҙ йылдар буйы окоптарҙа, землянкаларҙа яҙған мәҡәләләр, хәтирәләр бөгөнгө көндә лә йотлоғоп уҡырлыҡ ижад өлгөләре булып һаҡлана.
    Беҙҙең оло йәштәге коллегаларыбыҙ – ветеран журналистар әле лә гәзит-журналдар, башҡа киң матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәре менән әүҙем аралаша. Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллыҡ юбилейын билдәләр алдынан республиканың ветеран журналистары хаҡында тулы мәғлүмәт йыйыу, уларҙы берләштереү, мохтаждарға матди ярҙам күрһәтеү буйынса ентекле эшләне. Ә инде 9 Май байрамы алдынан яугир ҡәләмдәштәребеҙ республиканың төрлө район-ҡалаларынан баш ҡалабыҙға йыйылды.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru