Йәне барҙың йүне бар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Фәһемле лә, күңелле лә үтте
  • Йондоҙнамә
  • Хеҙмәт – намыҫ эше
  • Рәхмәтле hәм мәрхәмәтле Аллаh исеме менән
  • Телефон таныштырҙы уларҙы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бөйөк еңеүгә 1 көн ҡалды Еңеүгә 65 йыл

    – Карлхорста (Берлин эргәһендә) фашистик Германияның бер һүҙһеҙ капитуляцияһы тураһындағы актҡа ҡул ҡуйыла (00:16). Ҡул ҡуйғанда СССР, АҠШ, Бөйөк Британия һәм Франция вәкилдәре була.
    – СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы 9 майҙы Еңеү көнө тип иғлан итеү тураһында указ сығара.
    – 1-се Украина фронты ғәскәрҙәре Дрезден ҡалаһын азат итә.
    – Югославия ғәскәрҙәре Загреб ҡалаһын азат итә.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөйөк Ватан һуғышының төп операциялары, алыштары, һуғыштары Еңеүгә 65 йыл

    – Заполярье оборонаһы (1941 йылдың 29 июне – 1944 йылдың 1 ноябре)
    – Мәскәү өсөн алыш (1941 йылдың 30 сентябре – 1942 йылдың 20 апреле)
    – Ленинград ҡалаһының блокадаһы (1941 йылдың 8 сентябре – 1944 йылдың 27 ғинуары)
    – Ржев өсөн алыш (1942 йылдың 8 ғинуары – 1943 йылдың 31 марты)
    – Сталинград өсөн алыш (1942 йылдың 17 июле – 1943 йылдың 2 феврале)

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үлемһеҙлек яулаған Еңеүгә 65 йыл, Шиғырҙар

    Әйләнеп ҡайт, тип оҙаттыҡ,
    Ҡайтманың шул, атайым.
    Ошо кескәй йырғынамды
    Мин һиңә бағышлайым.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостандың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө Еңеүгә 65 йыл

    Башҡортостандың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөБөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан Рәсәйҙе ҡорал, аҙыҡ, яғыулыҡ, һалдаттар менән тәьмин итеүсе төп төбәктәрҙең береһе була.
    1941–1942 йылдарҙа БАССР-ҙа йөҙгә яҡын эвакуацияланған завод һәм фабрика, тиҫтәләгән госпиталь, әллә күпме үҙәк хужалыҡ һәм дәүләт органдары урынлаштырыла. 1941–1943 йылдарҙа Фәндәр академияһы, Украина ССР-ның яҙыусылар, композиторҙар, рәссамдар союздары, бер нисә юғары уҡыу йорто Өфөлә була. Көнбайыш өлкәләрҙән эвакуацияланған 278 мең кеше Башҡортостанға килеп һыйына. 1941–1942 йылдарҙың ҡышында, формалашҡан дөйөм ғәскәрҙәрҙән (Салауат Юлаев исемендәге башҡорт танкыларға ҡаршы истребитель полкы, Львов миномет полкы, Брест уҡсылар дивизияһы, Невель уҡсылар дивизияһы, Перекоп уҡсылар дивизияһы һ.б) тыш, ике Башҡорт кавалерия дивизияһы (112-се һәм 113-сө) ойошторола.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яугир хәтирәләре 2 Әҙәбиәт » Хикәйә

    Беҙҙең полкта Алмаҡаев тигән элемтәсе бар ине. Бик сос егет ине ул, бер ҙә аптырап ҡалмай торғайны. Ниндәй генә ҡыйын хәлгә ҡалмаһын, ялт итеп килә лә сыға.
    Бер ваҡыт шулай, һөжүмдең ҡыҙған осоронда, беҙҙең частар фронтты йырып эскә инеп киткәс, Алмаҡаевты саҡырып алалар ҙа ашығыс пакет менән «Оло йорт»ҡа ебәрәләр. Пакетты алып, атына атлана ла китә егет. Был хәл төндә була. Ҡараңғы. Күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек. Юл таныш түгел. Эй, китә был, эй, китә, бер ауылға барып етә. Шунан, бер аҙ килгәс, тегене туҡтатып алалар ҙа бер русса, бер немецса һораша башлайҙар.
    Был ни хәл? Алмаҡаев сразы эште төшөнөп ала: ул дошман патруленә тап булған икән. Нишләргә?

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яугир хәтирәләре Еңеүгә 65 йыл, Әҙәбиәт

    Йыл да тиерлек миңә студенттар менән төрлө райондарға фольклор экспедицияһына сығыу форсаты тейә. Сәфәрҙәребеҙ ваҡытында йыр, эпос, әкиәт, легенда, риүәйәт, бәйет кеүек традицион жанр өлгөләрен йыйыу менән генә сикләнмәйбеҙ. Ижтимағи һәм эстетик әһәмиәте булырҙай хәтирәләрҙе лә яҙып ала йөрөүсәнбеҙ. Үкенескә күрә, «бешеп етмәгән», «фольклор булып өлгөрмәгән» тип, әлегәсә бындай әҫәрҙәрҙе күпләп яҙып алыуға, ғилми яҡтан өйрәнеүгә беҙҙә иғтибар ителмәне. Ә башҡа халыҡтарҙа, мәҫәлән, рус совет фольклористикаһында, был эш күптән юлға һалынған. Үҙҙәренең ғилми хеҙмәттәрендә, йыйынтыҡтарында рус ғалимдары уларҙы «быль», «сказ», «устный рассказ» тип атап йөрөтә. Гәзитебеҙҙең хөрмәтле уҡыусылары, фашизмды юҡ итеүҙә туранан-тура ҡатнашып, әле беҙ тыныс шарттарҙа (Аллаға шөкөр!) 65 йыллығын билдәләгән Бөйөк Еңеүҙе, ҡандарын түгә-түгә, йәндәрен аямай, үҙҙәре яулашҡан фронтовиктар ауыҙынан яҙып алынған бер нисә хәтирәне тәҡдим итәбеҙ.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы – һандарҙа һәм факттарҙа Еңеүгә 65 йыл

    112-се Башҡорт атлы дивизияһы 1941 йылдың декабрендә Өфөлә төҙөлә.
    Республика хужалыҡтарынан 13,3 мең ат, йүгән, обмундирование, фураж һәм башҡалар дивизияға тапшырыла. Ә дивизияның личный составы Башҡорт АССР-ының ауыл райондарында йәшәүселәр иҫәбенән төҙөлә.
    Дивизия төҙөлөп бөткәндә уның составындағы яугирҙарҙың 81,4 проценты – башҡорттар, 14,5 проценты – татарҙар, 3,3 проценты рустар һәм башҡалар була.
    1941 йылдың ғинуарында – 1942 йылдың ғинуарында полктарҙың даими командирҙары – майор Таһир Тайып улы Күсимов, майор Гәрәй Абдулла улы Нафиҡов, майор Ғариф Дәүләт улы Макаев тәғәйенләнә. 1941 йылдың 25 декабрендә дивизия командиры вазифаһын полковник Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов үтәй башлай.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шайморатов хаҡлы баһаға лайыҡ Еңеүгә 65 йыл

    Шайморатов хаҡлы баһаға лайыҡШайморатов хаҡлы баһаға лайыҡБыл саҡырыуға ил кимәлендә дивизия яугирҙарының туғандары, йәштәр йәмәғәт һәм дәүләт ойошмалары әүҙем ҡушылыр, тигән өмөттә ҡалам. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылдың декабрендә ойошторола. Дивизияның командиры – Миңлеғәле Шайморатов, ә комиссары итеп ВКП(б)-ның Баймаҡ райо­ны комитеты секретары Мөбәрәк Насиров тәғәйенләнә. Кавалерияға хәрби тәжрибәһе булғандарҙы алырға тырышҡандар. Быға миҫал итеп атайым Ғәлиәхмәт Фазлетдин улын килтерергә мөмкин. Ул Граждандар һуғышы ваҡытында Муса Мортазин бригадаһында һу­ғышҡан. Уҡытыусы Исхаҡ Йәнбәков та ғаризаһында: «Мине Башҡорт кавалерия дивизияһына алыуығыҙҙы һорайым. Доброволец булып фин һуғышында ҡатнаштым, һуғыш тәжрибәм бар», – тип яҙа. Дивизия сафында дошманды ҡырыуҙа Баймаҡ ра­йонынан 700 яугир ҡатнаша.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru