Алдан аяғын кейенгән - алға сыҡҡан.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ислам әҙәбе
  • Яңы штрафтар кемдәргә ҡағыла?
  • АУЫЛҒА ҠАЙТ ТА АҠСА АЛ!
  • 1 һорауға 5 яуап
  • Ҡолаҡ һал!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тормош юлым Еңеүгә 65 йыл, Әҙәбиәт

    Тормош юлымМин, Арыҫланбаев Сәхиулла Йосоп улы, 1916 йылдың 1 майында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Ишбулды ауылында (хәҙерге Йылайыр районы), крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгәнмен.
    Бала сағым хаҡында иҫләгәндәрҙән. Тамаҡ аҫрар өсөн, атайым, ағайҙарым менән Орск баҙарына ағас ашҡаяҡ ташый торғайныҡ. Бер ашҡаяҡтың хаҡы 3 тиндән алып 6 тингәсә баһалана. Шулай, бер барғаныбыҙҙа атайым менән башын 2 һум иҫәбенән өс ябаға тай алып ҡайттыҡ; бер ҡаҙаҡ кешеһе, йөҙ илле баш йылҡы алып килеп, һата алмағанлыҡтан шулай осһоҙға ебәрҙе. Алты йәшлек айғыр ул ваҡытта 40 һум тора ине.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Барлыҡ үлемдәргә үс итеп... Еңеүгә 65 йыл

    Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылынан яугир Ильяс Мәхийәнов, ғаиләһенә «батырҙарса һәләк булды» тигән «ҡара ҡағыҙ» өс тапҡыр килһә лә, тере ҡайта. Бөйөк Еңеү көнө яҡынлашҡан һайын халҡыбыҙ тормошоноң батырлыҡҡа һәм фажиғәле ваҡытына ҡағылған төрлө ваҡиғалар күберәк хәтергә төшә. Минең балалыҡ дуҫым Мөҙәрис Ильясовтың атаһы Ильяс Мәхийәнов та, ғаиләһенә «һуғыш яланында батырҙарса һәләк булды» тигән «ҡара ҡағыҙ»ҙы өс тапҡыр ебәреүҙәренә ҡарамаҫтан, фронттан тере ҡайта. Тере, тигәнем дә һүҙ генә инде, ауыр контузия алып, яралары уңалып та бөтмәҫтән, тыуған ауылы Ҡырҙасҡа саҡ ҡайтып йығыла ул. Улына, килененә һөйләгәндәренән сығып, һалдаттың яу юлы тураһында яҙмаҡсымын.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һалдат Еңеүгә 65 йыл, Шиғырҙар

    Ҡәҙерлә һин, халҡым, үткәнеңде,
    Үткәндәрһеҙ юҡтыр киләсәк.
    Ҡыйһа һуғыш һалдат ғүмеркәйен,
    Әсә йәшен мәңге түгәсәк.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ул Берлинды алыуҙа ҡатнашҡан Еңеүгә 65 йыл

    Дәүләтбирҙин 1919 йылдың апрелендә Хәйбулла районының Тиргәмеш (хәҙерге Байғусҡар) ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул бала саҡтан теремек, эшһөйәр булып үҫә. Атаһы Әбүзәр олатай ауыл байҙарының малдарын ҡарай, йәй көндәрендә көтөү көтә, йыш ҡына ике улын – Сөләймән менән Ҡаһарманды ла үҙе менән ярҙамсы итеп алып йөрөр булған.
    1928 – 1930 йылдарҙа башланған коллективлаштырыу осоронда Дәүләтбирҙиндар ғаиләһе беренселәрҙән булып колхозға инә. 1936 йылда Ҡаһарман ағайҙы Һаҡмар МТС-ына тракторсы-комбайнcылар курсына уҡырға ебәрәләр. Уҡып сыҡҡас, үҙе йәшәгән «Игенсе» колхозына ҡайтып, үҙ һөнәре буйынса эшләй башлай.
    1941 йылдың 22 июнендә дәртләнеп эшләп йөрөгән егеттең, уның ғына түгел, бөтә ил халҡының яҙмышы ҡырҡа үҙгәрә – фашистик Германия илебеҙгә ҡаршы мәкерле һөжүм башлай. Ауылдаштарының байтағын фронтҡа оҙаталар. Ә Ҡаһарман олатайҙы, тәжрибәле механизатор булараҡ, бронь менән хәрби хеҙмәттән ҡалдырып торалар.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Еңеү яҙын ҡаршылағанда Еңеүгә 65 йыл

    Өйҙәрҙә радио булмаһа ла, ҡайҙандыр табып, ауыл һәүәҫкәрҙәре тәрилкә ҙурлығындағы бер ҡара рупорҙы ауыл советы бинаһы эргәһендәге бағанаға элеп ҡуйғайны. Ваҡытлыса булһа ла, ул бик тә ярап торҙо. Беҙ һуғыш ваҡытында диктор Левитандың йөрәктәргә үтерлек тауышын түҙемһеҙлек менән көтөп ала инек.
    Бына, ниһайәт,түҙемһеҙләнеп көткән еңеү көнө иртәһе. Халыҡ ауыл советы алдына йыйылған. Бөтә ерҙә ҡыуаныс, көләс йөҙҙәр, уйын-көлкө, бер-береһен митингынан һуң сәйгә инеп сығырға саҡыралар. Ашарға әллә нимә булмаһа ла, еңеү көнөндә шуларҙа ҡыуанышып сәй эстек, тип иҫкә алыуы ни тора?! Иң тәүҙә ауылдың иң ҡарт аҡһаҡалы, ике улы ла һуғышта батырҙарса һәләк булған Дусмөхәмәт олатай Ямғурсин һөйләргә сыҡты. Уның һүҙҙәре һаман да ҡолаҡта яңғырап тора һымаҡ:

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Енеү таңы Еңеүгә 65 йыл

    Сәйерерәк атты
    бөгөнгө таң,
    Ҡояш сыҡты үтә ҡыҙарып.
    Шул ҡыҙыллыҡ оҙаҡ
    китмәй торҙо,
    Күкһел болоттарға уралып.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Утлы йылдарҙа сыныҡтыҡ Еңеүгә 65 йыл

    Утлы йылдарҙа сыныҡтыҡ1925 йылда тыуғандарҙың күбеһе, моғайын, сирҡанысты Курск дуғаһында алғандыр. 18 йәшлек Ғәлиәхмәттең дә яу юлдары Воронеж эргәһендә, Орел-Курск йүнәлешендә башлана. Илебеҙ азатлығы өсөн хәл иткес, үтә лә мө­һим алыштың нәҡ 43-төң йәйендә ошо тирәлә үте­үе мәғлүм. Ике яҡтан да бик күп ғәскәр һәм техника туплана. 7-се гвардия механизация корпусы составында һуғышҡан 26-сы гвардия бригадаһы 3-сө батальонының 1-се ротаһы пулеметсыһы Ғәлиәхмәт Бәхтейәров һуғыш аҙағына тиклем бер үк часта ҡалыуы менән дә бәхетле. Уға күп алышта ҡатнашырға тура килә. Бригадаһы Украина, Белоруссия, Латвия ерҙәрендә күп ҡала, ауылды дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ил күргәнде ул да күргән Еңеүгә 65 йыл

    Ил күргәнде ул да күргәнИл күргәнде ул да күргән«БАЛА сағым Мәсетле районының Тайыш ауылында, уның матур тәбиғәте ҡосағында, эш яратҡан егәрле ауылдаштарым араһында үтте.
    Беҙҙең бәхетһеҙлеккә ҡаршы, уйламағанда һуғыш башланды. Ауылдың йәш һәм йәшерәк ир-егеттәре армияға алынды. Шул сәбәпле беҙҙең уҡыуыбыҙ туҡталды (8-се синыфты тамамлағайныҡ), колхозда эшләргә кәрәк булды. Ул йылдарҙа ауылда йәштәр күп кенә ине.
    Тиҙҙән беҙгә лә военкоматтан армияға алынырға повестка килде. Беҙ, 1925 йылда тыуған биш егет, Биктимер Ғарипов, Нуретдин Мөхәмәтшин, мин, Мөғәфә Хужин, Мөхтәбәр Мостафин, 1943 йылдың 10 февралендә ауылдан сығып киттек. Быҙаулыҡ тигән ҡалаға килдек. Бында 2-се Әстерхан хәрби-пехота училищеһы ойошторолған икән. Беҙ шул училищела хәрби белем алырға уҡый башланыҡ. Тәртип бик ҡаты булды.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru