Иҫәп кәрәк, уй кәрәк, уйлап эшләгән - һирәк.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән!
  • Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөлә уйнауына бик шат
  • ИСЛАМДА ҘУР ҺӘМ БӘЛӘКӘЙ ГОНАҺ
  • Тормош күренештәре
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Нюрнберг процесы шаһиты Еңеүгә 65 йыл

    Нюрнберг процесы шаһитыҒҮМЕР тигәндәрең аҡҡан һыуҙай, тиеүҙәре дөрөҫ икән, – тип ҡуйҙы күпте күргән Әхәт ағай. – Аҡһын, әйҙә, тик тирә-яҡҡа үҙ шифаһын, ҡотон биреп аҡһын. Ғүмер заяға үтмәһен. Кеше ғүмере, үҙе ҡалдырған быуындарҙа һынау алып, дауам итә бит.
    Ғинуар аҙаҡтарында үҙенең 85 йәшен тултырған Әхәт Ғәлим улының кәйефе күтәренке, күңеле тыныс бөгөн. Үткән ғүмер юлына әйләнеп ҡарай ҙа, эстән генә: «Бөтәһенә лә ризамын, ҡәҙерен белеп йәшәлә тормошта», – тип ҡуя һәм уйҙары менән алыҫ йәшлегенә ҡайта.
    Әхәт Ибраһимовтың биографияһы үтә ҡатмарлы, һикәлтәле тормош баҫҡыстары аша үткән. Балалыҡ һәм йәшлек йылдары матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ишәй ауылында үтә. Ата-әсәһе уны йәштән үк ололарҙы ихтирам итергә, эш һөйөргә, белемгә ынтылырға өйрәтә.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кешене өмөт йәшәтә Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Кешене өмөт йәшәтәБӨГӨНГӨ информацион-техник мөмкинлектәргә иҫең китер: Архангел районының Оҙондар ауылына командировкаға уның ҡайҙа икәнлеген белмәйенсә сыҡтыҡ. Әммә, ни ғәжәп, спутник навигаторы беҙгә был ауылға юлды ап-асыҡ күрһәтте лә бирҙе. Ул ғына ла түгел, юл буйына һәр боролошто, бер нөктәнән икенсеһенә тиклемге араның нисә саҡрым тәшкил итеүен алдан иҫкәртеп, кеше тауышы менән әйтеп барҙы. Һәм бына, район эсендәге төп асфальт трассанан уңға, ҡырсынташ түшәлгән юлға, боролоп, бер кемде лә һорауҙарыбыҙ менән йонсотмайынса ғына Оҙондарға килдек тә индек.
    Рашҡы көндө һыу тулған соҡор-саҡырлы юлдан һелкенеп килеп, ҡайтанан асфальт юлға төшөү күңелде йылытып ебәрҙе: тимәк, төпкөл башҡорт ауылына заманса уңайлыҡтар килеп еткән! Көҙгөләй ялтырап ятҡан таҫма юлдан әллә ҡайҙан ялтлап ултырған ике ҡатлы заманса бина янына килеп туҡтаныҡ. Мәктәптер, моғайын.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ниндәй төҫкә буярға? ---


    Миҫалдарҙы эшлә лә, килеп сыҡҡан яуаптарға ҡарап, һүрәттәрҙе буя.

    Ниндәй төҫкә буярға?

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Диңгеҙ һыуы ниңә тоҙло? Әҙәбиәт

    Ни өсөн йылғаларҙа һыу сөсө, ә диңгеҙ-океан һыуы бик тоҙло?
    Тәбиғәттең был йомағын кешеләр элек тә сисергә тырышҡан, ләкин дөрөҫ яуап таба алмағандар. Шуға күрә улар төрлө көләмәстәр, әкиәттәр уйлап сығарған. Мәҫәлән, Хужа Насретдин көләмәстәрендә лә бар ул. Бер саҡ шулай Хужанан:
    – Диңгеҙ һыуы ни өсөн тоҙло була? – тип һорағандар.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәйғор булып балҡыһын! Яңылыҡтар » Конкурстар

    Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле балалар! Һеҙҙең йәй көнө ямғырҙан һуң йәйғор ҡалҡҡанын күргәнегеҙ бармы? Зәңгәр күктә төрлө төҫтәрҙең емелдәп балҡыуы шундай матур эйе, бит?! Бөгөн һеҙ ҡулығыҙға «Йәйғор» исемле балалар битенең тәүге һанын алдығыҙ. Ул әлегә тиклем «Йәшлек» гәзитендә «Кәрәҙ», «Сыңғыр» исемдәре аҫтында сыҡҡан балалар өсөн махсус сығарылыштың дауамы буласаҡ һәм киләсәктә даими рәүештә донъя күрәсәк.
    Был биттә ҡыҙыҡлы хикәйәләр, серле әкиәттәр, хикмәтле уйындар менән танышырһығыҙ, һеҙҙең ижади эштәрегеҙ – һүрәттәрегеҙ, шиғырҙарығыҙ, әкиәттәрегеҙ ҙә урын алыр. Шулай уҡ балалар өсөн төрлө конкурстар ҙа ойошторорға уйлайбыҙ.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Бөйөк Еңеүгә – 65 йыл» кроссворды Еңеүгә 65 йыл

    «Бөйөк Еңеүгә – 65 йыл» кроссворды1. 1418 көнгә һуҙылып, донъяны тетрәндергән фажиғә. 2. Ғәскәри берәмектәр етәкселеге. 3. Герой-ҡәлғә. 4. Герой-ҡала. 5. «Беҙ немец окоптарына бәреп ингәс – (...) тынды». Д. Юлтый. 6. Генерал-майор, Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры. 7. Өфө урамдарының береһе исемен йөрөткән Советтар Союзы Геройы, ҡаһарман сапер. 8. Яугир-яҙыусы И. Абдуллин тамамлаған хәрби курс. 9. Армия генералы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы. 10. Һаҡланыу соҡоро. 11. Бойороҡ, әмер. 12 Рейхстагҡа ҡыҙыл байраҡ элеүсе Мишкә егете. 13. Транспорт маркаһы. 14. Осоусы Бәләбәй һылыуы, Советтар Союзы Геройы. 15. Һуғыш барышында 200-ләп яугир уны үҙ кәүҙәһе менән тонсоҡтора. 16. Самолет майҙаны. 17. Данлыҡлы партизан. 18. Нацистар хөкөм ителгән халыҡ-ара хәрби трибунал ҡалаһы.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңы асыштарға тап булам Башҡортостан

    Яңы асыштарға тап буламХалҡыбыҙҙың рухи байлығын, мәҙәни тормошон киң яҡтыртҡан берҙән-бер журналыбыҙ – "Тама­ша" бар. Мин был баҫманы беренсе һанынан алып уҡып барам. Уның биттәрендә милли сәнғәтебеҙҙең тарихы яҡтыртыла, күренекле шәхестәребеҙ тураһында бай йөкмәткеле мәҡәләләр баҫыла.
    Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың Башҡортостан Пре­зиденты булыуына 20 йыл ваҡыт үтте. Ошо осорҙа республикабыҙҙа меңдән ашыу яңы мәктәп бинаһы төҙөлдө. Иҫ китмәле оло һәм шатлыҡлы ваҡиға бит был! Бәғзе бер заманда бының өсөн тотош бер быуат та аҙ булыр ине. Ә мәҙәниәт? Ә театр донъяһы? Был тәңгәлдә лә беҙ маҡтана алабыҙ. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры - милли ғорурлығыбыҙ. Уның репертуарында, донъя классикаһына ҡараған бөйөк әҫәрҙәр бар.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөйөк Еңеүгә – 65 йыл Еңеүгә 65 йыл

    1. Данлыҡлы «Изге һуғыш» («Священная война») тигән йырҙың һүҙҙәрен кем яҙған?
    а) Ошанин, б) Шведов, в) Лебедев-Кумач, г) Матусовский.
    2. Ҡыҙыл майҙанда 1945 йылдың 24 июнендә үткән Еңеү парады менән кем командалыҡ иткән?
    а) Жуков, б) Рокоссовский, в) Ворошилов, г) Василевский.
    3. Легендар Йәшәү юлында (Дорога жизни) блокадала һәләк булған балаларға ҡуйылған һәйкәл нисек атала?
    а) «Йөрәк хәтере» («Память сердца»), б) «Тормош башланғысы» («Росток жизни»), в) «Тормош сәскәһе» («Цветок жизни»), г) «Әсәнең күҙ йәштәре» («Материнские слезы»).

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru