Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Күңеле саф Әлфирә
  • [b]Заман менән бергә атлаусы мәктәп[/b]
  • Йондоҙнамә
  • Асылына ҡайтты Үтәғол
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Инвалидтар ҙа һыу инә аласаҡ Сәләмәтлек

    Баш ҡалала физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус пляж булдырыла.
    “БР туризм үҙәге” коммерция булмаған ойошмаһы, республика бюджетынан субсидия алып, хатта коляскала ултырған инвалидтар ҙа һыу инә алырлыҡ уңайлы урын төҙөргә аҡса бүлгән.
    Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың “Башҡортостан – килешеү һәм үҫеш территорияһы” тип аталған беренсе форумында үҙәк етәксеһе Наталья Никольскаяға бер миллион һумдан ашыу суммаға сертификат тапшырылған. Ошо аҡсаға Ағиҙел буйында махсус пляж эшләнеп, унда пандус­тар, һыуға төшөү урындары ла булдырыласаҡ. Эште июнгә та­мамлар­ға вәғәҙәләйҙәр.

    авторы: admin | 15 мая 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан – Ҡырым юлдары таҡыр Яңылыҡтар

    Киләһе аҙнала Башҡортостан делегацияһы Ҡырымға юллана. Бында ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөү күҙаллана. Беҙҙең республиканың ярымутрауҙың Ҡара­һыубаҙар (Белогорск) районына комплекслы ярҙам күрһәтәсәге хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде.
    БР Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, был районда хәл шәптән түгел: торлаҡ фонды, коммуналь, инженер инфраструктуралары туҙған, белем биреү һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары ла насар торошта. Ҡараһыубаҙар – Ҡырымдың газ үтмәгән берҙән-бер районы.

    авторы: admin | 14 мая 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡытайҙа коррупцияла ғәйепләнеп тотолған чиновниктар хаҡында махсус сайтта уҡырға мөмкин Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Ҡытайҙар “оҙон ҡуллы” хөкүмәт эшмәкәрҙәренән бик ялҡҡан һәм уларға ҡаршы көрәшеүҙең тағы бер ысулын уйлап тапҡан. Хәҙер намыҫы таҙа булмаған һәр чиновник дүшәмбене икеләтә ҡыйынлыҡ менән ҡаршылай, сөнки был көндө сайт яңыртыла. Бында ҙур коррупция күренештәрен генә түгел, ә бәләкәйерәктәрен дә табырға мөмкин: кемдер хөкүмәт автомобилен үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған, кемдер һалым түләүселәр иҫәбенә төшкө аш ашаған...
    Сайттың апрель айында эшләй башлауы юҡҡа түгел – май байрамдары яҡынлаша. Был мәлдә чиновниктарҙың ҡулы айырыуса тиктормаҫҡа әйләнә икән.

    авторы: admin | 8 мая 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡытыусы булыу – оло бәхет Мәғәриф

    Салауат медицина колледжы уҡытыу­сыһы Алһыу Тимерйән ҡыҙы Ғәлиәхмә­тованың балаларҙы ихлас һөйөүе, яғымлы мөнәсәбәте, йылы ҡарашы, ойоштороу һәләте, студенттары өсөн янып-көйөп йөрөүе, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс дәрестәре ысын мәғәнәһендә телгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
    Бәләкәйҙән әсәһе кеүек уҡытыусы булыу теләге Алһыуҙың күңелендә был һөнәргә мөхәббәт уята. Ҡыҙҙың әсәһе Зилә Зиннур ҡыҙы – физика-математика уҡытыу­сыһы. Әле ул хаҡлы ялда булһа ла, ҡыҙына уҡытыу-тәрбиә эшендә кәңәштәре менән ярҙам итеп тора.
    Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын уңышлы тамамлаған ҡыҙ Салауат ҡалаһының 20-се мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Балаларға белем биреүҙән тыш, ҡала кимәлендә асыҡ дәрестәр күрһәтә, конкурстарҙа ҡатнаша.

    авторы: admin | 5 декабря 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҙмышмы, яңылышмы? Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Ҡәүиҙең ҡатыны үлеп китте. Тәүҙә ир быны аңламаны ла. Сөнки Хәлиҙә сиренә зарланмай ҙа ине. “Бөгөн бауырым сәнсә әле”, – тип әйткәненә ир иғтибар ҙа итмәне. Ҡырҡ йәшкә еткән кешенең ауыртмаған ере бармы ни инде ул?
    Ҡатыны һәйбәт булған икән. Ҡәүи быны Хәлиҙәне ерләп ҡайт­ҡандан һуң бер аҙна үткәс аңланы. Ике бала менән тол ҡалғас, кистәрен тупһаға яңғыҙ сығып ултырыр ҙа, ҡатыны хаҡында уйлар ине. Ә ҡатыны иҫән саҡта уның барын да, юғын да, ҡәҙерен дә белмәне, ә бәлки, белергә лә теләмәгәндер, эш-мәшәҡәт мөмкинлек тә бирмәне, буғай. Хәйер, белмәне тип, аҡса-фәлән ҡатынында ине, нимә алһа ла, ирҙән рөхсәт кәрәкмәне. Ир етәксе урында эшләй, хеҙмәт хаҡын да, башҡа килемен дә мул ала, өйҙә аҡса етмәү мәсьәләһе тикшерелмәне. Ҡәүи эштән ҡай­тыу­ға тәмле аш-һыу әҙер, балалар, картуф, йәшелсә баҡсалары ҡарал­ған, күлдәк-салбар үтекләнгән. Ир өндәшмәй, ашай ҙа китеп юғала, төн уртаһында арып ҡайта.

    авторы: admin | 24 сентября 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әгәр аяғығыҙ ҡаймыҡһа Сәләмәтлек

    Ҡаймыҡҡан аяҡ шешә, күгәреп сыға һәм уны ауырттырмайынса ғына хәрәкәтләндереп булмай. Аяҡ ҡаймыҡҡанда һеңерҙәр һуҙыла, ә ҡайһы ваҡыт уларҙың өҙөлөүе лә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта быуынды ҡаплаған тире лә зарарлана, уның хатта ярылыуы ла ихтимал. Зарарланған урынға ҡан йыйыла. Был ҡан әкренләп табан аҫтына һәм бармаҡтарға тарала. Үҙ ваҡытында тейешенсә дауаланмаған ҡаймыҡҡан аяҡ быуынды зәғифләй. Бындай быуын киләсәктә аҙ ғына яйһыҙ баҫыуҙан да ҡаймыға торған булып ҡалырға мөмкин. Ә был быуын кимерсәгенең туҙыуына, быуынға һәм һеңерҙәргә эзбиз ултырыуға, һөҙөмтәлә быуындың хәрәкәтсәнлеге кәмеүгә килтерә. Аяҡ быуынының ни дәрәжәлә зарарланыуын табип ҡына билдәләй ала.

    авторы: admin | 24 сентября 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәктәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Командировканан ҡайтыуығыҙға фатирығыҙ таҙа итеп йыйыштырылған, аш бүлмәһенән тәмле еҫ килһә, балаларығыҙ тыныс ҡына дәрес әҙерләһә, ҡатынығыҙ шат йылмайып һеҙҙе ҡаршылаһа, ҡәйнәгеҙ һеҙгә иғтибар ҙа итмәй бәйләм бәйләһә, этегеҙ шым ғына үҙ урынында ятһа – тимәк, улар­ҙың кемеһелер һеҙҙең компьютерығыҙҙы боҙған.

    авторы: admin | 24 сентября 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ергә эйелгән Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Уҙған быуаттың 40-сы йылдары аҙағында, беҙ беренсе синыфҡа барған осорҙа, мөғәллим-мөғәллимәләрҙе (ул саҡта уҡытыусылар­ҙы шулай атайҙар ине) ағай, апай тип кенә атап йөрөтөргә өйрәттеләр. Ә бына юғары синыфтарҙа атайҙарының исемен ҡушып әйтеү мотлаҡ булды. Башҡа кешеләргә ундай хөрмәт эләкмәне. Хәҙер уйландыра, уҡытыусы кеүек абруйлы, ихтирамлы, ҡәҙерле һөнәр кешеләре булманыны икән ни? Булды. Тик уларға ҡарата хөрмәт тә, ҡараш та икенсерәк булды шикелле. Әйтәйек, иртәнге сәғәт 5 − 6-нан киске 10-ға тиклем, оҙон көн буйына эҫе ҡояш аҫтында бешеп, һыуһап-сарсап көтөү көткән малсы, йәғни төнгө сәғәт 1 – 2-гә тиклем тиргә, майға буялып, ҡара саңға батып, штурвал артында ултырған игенсе лә иң ихтирамлы, хөрмәтле һөнәр эйәләре бит.

    авторы: admin | 23 сентября 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru