Алдынғылыҡ - тәхеткә, иремтәлек - ләхеткә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ғәйепһеҙме? Улайһа, ҡабаланма
  • Башҡорт театрының мәшһүр ҡыҙы
  • Тырнаҡтарҙы ҡасан киҫергә?
  • Атҡа эйәр кем һала?
  • Йондоҙнамә 9-15 июнь
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек дауам итә Башҡортостан

    Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек дауам итә– Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, ысынлап та, халҡыбыҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ул бер көнлөк сара түгел. Әҙерлек барышында ҡоролтайҙа тикшерелергә тейешле көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фәнни-ғәмәли конференциялар, семинарҙар, «түңәрәк өҫтәл»дәр, конкурстар һәм йәштәр форумы ойоштороласаҡ. Әҙерлек буйынса бурыстарҙың үтәлеше күп йәһәттән урындағы ҡоролтайҙың эшмәкәрлегенә бәйле. Форум делегаттарын һайлау тауыш биреү юлы менән 1 марттан 25 апрелгә тиклем Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡала һәм район бүлексәләре ойошторған конференцияларҙа үтәсәк. Әле был саралар графикка ярашлы бара. Шундай шарт ҡуйыл­ған: йәштәр 30 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш.
    Башҡарма комитет делегаттар һанын 771 кеше тип билдәләне. Пленар ултырыш, секциялар эше, йомғаҡлауҙар ҡағиҙә булараҡ үткәрелһә, Ишембай районындағы Торатауҙа «Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексын асыу тантанаһын ойоштороу ҙа күҙ уңында тотола.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Беҙҙең миллионер ҡатындар Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Миллионерҙар рейтингында гел ир-ат күрһәтелә. Ҡатын-ҡыҙҙы бизнес­ҡа индермәйҙәрме ни? Әллә уларға карьераны өйҙә, плитә эргәһендә генә эшләргә мөмкинме? Р. ХӘБИБУЛЛИНА. Стәрлебаш районы.
    Беҙҙең илдә хәлле генә ҡатын-ҡыҙ байтаҡ. Мәҫәлән, һут етештереүсе концерндың етәкселек составына ингән Ольга Белявцеваның финансы 300 млн долларҙан ашыуыраҡ. Газ компанияһында акциялар пакеты булған Татьяна Кузнецованың иҫәбе яҡынса 150 миллион доллар тәшкил итә. Нефть холдингы бухгалтеры Любовь Хобаның байлығы 110 млн доллар­ға барып етә. Иген предприятиеһының яртыһына хужа булған Людмила Пинкевичтың «касса»һында 70 млн доллар ята.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ниңә Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙ сәйәсмәндәр әҙ? Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Коста-Рикиҙа Президент итеп ҡатын кешене һайлағандар. Ә беҙҙең власта, ҡайҙа ҡарама, ир-егеттәр генә. Ни өсөн шулай? Р. САБИТОВ. Баймаҡ районы.
    Рәсәй сәйәсәтенә ҡатын-ҡыҙҙарҙы һаман сикләп кенә индерәләр. РФ Хөкүмәтенең 27 ағзаһының өсәүһе генә ҡатын-ҡыҙ-министр: Т. Голикова – һаулыҡ һәм социаль үҫеш министры, яҡташыбыҙ Э. Нәбиуллина – иҡтисади үҫеш министры, Е. Скрынник – ауыл хужалығы министры. 64 федераль хеҙмәттең һәм агентлыҡтың икәүһе генә – Рәсәй мәғариф күҙәтеүе (Л. Глебова), Рәсәй һыу ресурстары (М. Сели­верстова) – ҡатын-ҡыҙ ҡулына тапшырылған. Рәсәйҙәге 83 төбәктең икәүһен генә – Санкт-Петербургты В. Матвиенко, Ханты-Манси Авто­номиялы Округын Н. Кома­ро­ва – ҡатын-ҡыҙ етәкләй. Федерация Советының 166 ағзаһы араһынан һигеҙе, Дәүләт Думаһының 450 депутатының 64-е – нәфис зат вәкилдәре.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ирҙәрҙе сирләтмәгеҙ! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ярым шәрә кейенеүе ир-аттың енси сәләмәтлегенә насар йоғонто яһай, хатта простатаның яман шешенә килтерә, тигән гипотеза йәшәй. Был дөрөҫмө?
    Р. ӘХМӘТОВ. Мәләүез районы.
    Бөтә донъя экология академияһы академигы Л. Китаев-Смык яуап бирә:
    – Был, ысынлап та, шулайыраҡ. Европа ир-егеттәре тәрән декольтены, тәнгә һылашып торған джинс салбарҙы, шәрә эстәрҙе көнөнә 200 тапҡырға тиклем күрә һәм шуныңса тапҡыр енси ҡуҙғыу кисереп, аңлайышлы сәбәптәр буйынса ҡәнәғәтләнеү ала алмай. Енси механизмдарҙы көсләп баҫыу тәүҙә потенцияның кәмеүенә, аҙаҡ простата аденомаһына һәм, ниһайәт, простатаның яман шешенә килтерә. Был гипотезаны яңыраҡ АҠШ ғалимдары ла иҫбатланы.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Төп тәғәйенләнеше – ҡатын һәм әсә булыу Башҡортостан

    «Үҙ милләтең ҡатын-ҡыҙҙарына ниндәйерәк теләктәр теләр инең?» – тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек көслө зат вәкилдәренә.
    Рәсих ӘХМӘРОВ, Йылайыр райо­нының Ҡашҡар урта мәктәбе директоры:
    – Ҡатыным Айгөл Шәмсетдин ҡыҙы менән дүрт бала тәрбиәләйбеҙ. Ул мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Тәүлектең 6 – 8 сәғәтен эшендә үткәрә – ауыл балаларын тәрбиәләй, йәмәғәт эштәрен башҡара. Шулай итеп, үҙ балаларын тәрбиәләүгә, хужалыҡ эштәрен башҡарыуға, миңә, тормош иптәшенә, бүлер ваҡыты күпкә кәмей. Бында уның ғәйебе юҡ. Һөнәрен үҙе һайлап алһа ла, беҙҙең ҡоролош системаһы ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙе шундай урынға ҡуйған. Ул ирҙәр менән бер рәттән нәфис заттар иңе күтәрә алмаҫтай эшкә егелгән.
    Ул ҡатын, әсәй генә түгел, ә хеҙмәткәр, етәксе, депутат булараҡ, иңенә ҙур һәм яуаплы эштәр йөкмәгән. Уйлап ҡараһаң, ғаиләлә ир аҡса табып, ғаиләһен аҫрарға тейеш, ә ҡатын-ҡыҙҙың төп тәғәйенләнеше – ҡатын һәм әсә булыу, тормошто дауам итеүсе, ғаилә усағы йылыһын һаҡлаусы ролен үтәү.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Маҡтауға лайыҡлы синыф Яңылыҡтар » Конкурстар

    Маҡтауға лайыҡлы синыф«Баймаҡ интернат-лицейында 400-гә яҡын бала белем ала. Мин, ошо мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны, үҙемә беркетелгән 10-сы «А» синыфы тураһында яҙып үтмәксемен. Унда 20 бала. Уларҙың күбеһе райондың төрлө ауылдарынан йыйылған, Йылайыр районынан килгән уҡыусылар ҙа бар.
    Беҙҙең синыф математика-физика профилендә уҡый», – тип һөйләй синыф етәксеһе Г. Ильясова.
    Иршат Ғибәҙуллин, Марат Алтынбаевтар 9-сы синыфты тик «бишле» билдәләренә генә тамамлаған. Ғөмүмән, уҡыусыларҙың барыһы ла тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Тырыш ҡыҙҙар һәм егеттәр йыйылған бында, бөтә эштә лә әүҙемдәр.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡәҙерле, һөйөклө Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары! Иғтибар, Башҡортостан

    Матур яҙғы байрам – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайым!
    Был сағыу, шатлыҡлы көн беҙгә, ир-егеттәргә, өй усағы йылыһын, ғаиләләге әхлаҡи мөхитте һәм именлекте һаҡлаусылар булараҡ әсәйҙәребеҙгә һәм өләсәйҙәребеҙгә, ҡатындарыбыҙға, апай-һеңлеләребеҙгә һәм ҡыҙҙарыбыҙға, бөтә нәфис зат вәкилдәренә һөйөүебеҙҙе һәм эскерһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдереү мөмкинлеген бирә.
    Балаларығыҙҙы яратып тәрбиәләргә лә, иге-сиге булмаған йорт мәшәҡәттәрен башҡарырға ла өлгөрөүегеҙ генә түгел, ә һөнәри юҫыҡта ла ҙур уңыштарға өлгәшеүегеҙ айырым ихтирамға лайыҡ. Белеклелек һәм яуаплылыҡ, юғары хеҙмәти сифаттарын һәм ойоштороу һәләтегеҙҙе күрһәтеп, һеҙ, ир-егеттәр менән бер рәттән, республикабыҙҙың социаль-иҡтисади һәм рухи-мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индерәһегеҙ, йәмғиәт тормошоноң һәр өлкәһендә лә уңышлы ҡатнашаһығыҙ.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уйламағыҙ, осрашманыҡ беҙ яңылыш... Мәҙәниәт

    Уйламағыҙ, осрашманыҡ беҙ яңылыш...Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә – Лидиә Таңатованың йырлауы шулай бер ваҡытта ла тыңлаусылар­ҙы битараф ҡалдырмай. Тәү ҡарамаҡҡа ҡырыҫ күренгән сая Учалы ҡыҙы үҙенең тоғро юлдашы – гитараһы менән бер ҡасан да айырылышмай, тиһәм, яңылышмаҫмын, буғай. Былтыр Бөрйән районында үткән башҡорт форумсыларының һабантуйына ла, ҡыллы музыка ҡоралын артмаҡлап, Өфөнән килеп еткәйне ул. Таңға ҡәҙәр усаҡ яҡтыһында йырҙарын башҡарып, башҡаларҙы ла йырлатып, үҙенә, ижадына ғашиҡ иттергәйне. Һуңынан, бер аҙнанан, башҡорт йәштәренең йыйынында ла ул тығыҙ түңәрәктә йырҙары менән дуҫтар күңеленә яңы юл ярҙы, уйлыларҙы уйландырып, хис-тойғоларҙы байытты. Күкрәк ситлегендә – тертелдәк түгел, халҡы, тимәк, һинең, минең өсөн йән атҡан дөрләп яныр усаҡ булыуына инандырҙы. Илебеҙ киләсәге, халҡыбыҙ яҙмышы – уның тел осонда, йөрәгендә, уйында...

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru