Ишәк тиреһе ябынһаң да, арыҫлан эшен эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • Күсәр
  • ЙӘЙ ЕТТЕ, ЙӘЙ!
  • Мәңге уңалмаҫ сей яра
  • Тантана
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мәнфәғәтем барҙы тоямын Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ғүмеренең алтын көҙөнә аяҡ баҫҡан Вәсилә Садиҡова бөгөн дә йөрәгенән шулай илһам-дәрт урғылтып йәшәй. Һәм уның шулай әйтергә хаҡы бар. Сөнки тәпәй баҫып ҡына ҡалған ҡыҙ атаһы Зәйнулланың, Берлинғаса һуғыш юлы үтеп, ҡырҡ ерҙән яраланып, тыуған еренә гүр эйәһе булырлыҡ хәлдә ҡайтып төшөүен яҡшы хәтерләй. Шөкөр, әсәһе Әминәнең һөйөүе һәм хәстәре атаһын аяҡҡа баҫтыра, һәм улар тағы дүрт балаға ғүмер бүләк итә.
    Тормош юлында Вәсилә Зәйнулла ҡыҙына бындай аяныслы ла, фәһемле лә күренештәрҙе бихисап күрергә тура килә. Сөнки ул тормош уртаһында, кешеләр араһында ҡайнап йәшәй. Бигерәк тә ике тиҫтә йыл буйы ауылда клуб мөдире булғанда. Һәйетҡол кешеләренең үткән быуаттың етмешенсе йылдарында «Ҡарға бутҡаһы», һикһәненсе йылдарҙа ауылдаштар осрашыуы, «ҡоро закон» осоронда ауылды айыҡлыҡ зонаһы тип иғлан итеүе һәм әле лә шул байрамдарҙы бөтөн республика алдында йөҙҙәре ҡыҙармаҫлыҡ итеп үткәреүе һәм башҡа бихисап шундай изге эштәре уртаһында Вәсилә Зәйнулла ҡыҙы йөрөй.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Килен ҡәйнә буҫағаһынан ярала Башҡортостан

    Килен ҡәйнә буҫағаһынан яралаКүптән түгел генә өйләнгән йәш кейәү әсәһе менән ҡатынын һис кенә лә татыулаштыра алмай икән. Улар бер-береһенә гел генә зарланып тора. Егет, тамам аптырап:
    – Ҡайһыһын яҡларға ла белмәйем, икеһе лә берҙәй үк яҡын? – ти.
    Эйе, үкенескә күрә, был күптәргә таныш проблема. Һәр кем башта – килен, унан һуң ҡәйнә була. Әгәр ҡәйнәләр килендәрен үҙ балаһылай ҡабул итһә, ә килен яғымлы ҡарашын, тәмле һүҙен йәлләмәһә, әлбиттә, был йортта әсә-ҡыҙ мөнәсәбәте, татыулыҡ һәм мөхәббәт хөкөм һөрәсәк.
    Илеш районының балалар үҙәк китапханаһында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эшләп килгән «Резеда» клубында ойошторол­ған «Беҙҙең ғүмер – гүйә таңғы ысыҡ, яҙмышыңда һынма, булсы ныҡ» тип аталған байрам­ға нәҡ бына шундай оҙаҡ йылдар бергә әсәле-ҡыҙлы кеүек йәшәгән ҡәйнә-килендәр саҡырылды. Сараны матур итеп уҙғарыу өсөн китапханасылар Фәнисә Әхмәтйәнова, Нәзирә Хәбибова күп көс һалған. Байрамса биҙәлгән залға саҡырылған ғаиләләрҙең ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолған.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һаманда илһамланып эшләгем килә Мәҙәниәт, Юбилейҙар

    Һаманда илһамланып эшләгем киләМәскәү ҡалаһының А. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтының башҡорт студияһын тамамлап, Башҡорт дәүләт академия драма театрында эш башлаған Салауат районының Ахун ауылы егете Хәмит Яруллин ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тамашасы һөйөүен яуларға өлгөрә. Ф. Бурнаштың «Йәш йөрәктәр»ендә – Ғилметдин, Ә. Мирзаһитовтың «Әсәйемдең сал сәстәре»ндә – Мәркәз, Гальдониҙың «Ҡунаҡхана хужабикәһе»ндә – Фабрицио, Ф. Шиллерҙың «Мәкер һәм мөхәббәт»ендә – Фердинанд, И. Абдуллиндың «Йөрәк менән шаярмайҙар» пьесаһында – Раззаков, Н. Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша»һында – Әбүбәкер, Ғ. Шафиҡовтың «Операция»һында – Ғиндуллин, Ә. Атнабаевтың «Игеҙәктәр»ендә – Рушан, М. Кәримдең «Салауат»ында – палач, Ә. Мирзаһитовтың «Ғүмер ике килмәй»ендә – Хәйернас, Х. Ибраһимовтың «Башмағым»ында – Ғәлимйән, Р. Кинйәбаевтың «Айғырыңды үтескә бир!» спектаклендә – Сынтимер, И. Йомағоловтың «Нәркәс»ендә – Байымбәт... – артистың ролдәре ысын ижад өлгөләре. Халыҡ уның уйнағанын ярата, спектаклдәрен көтөп алып, ҡабат-ҡабат килеп ҡарай.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тыңғыһыҙ хеҙмәт уңыш килтерә Иҡтисад

    Тыңғыһыҙ хеҙмәт уңыш килтерә«ХХII партсъезд» хужалығы рәйесе Роберт Үзбәк улы Зәйнәшев беҙҙе көр күңел менән ҡаршыланы. Шулай булырға тейештер ҙә, сөнки бында эштәр йылдан-йыл алға бара. Уҙған йылдар менән сағыштырғанда, хужалыҡ барлыҡ малсыларҙың, механизаторҙарҙың, белгестәрҙең, тармаҡ етәкселәренең тырышлығы арҡаһында яңы 2010 йылды ҙур уңыштар менән ҡаршыланы. Былтыр 42 млн 475 һумлыҡ табыш алынды: игенселек – 21млн 195 мең, малсылыҡ 21 млн 233 мең һумлыҡ килем килтерҙе.
    МАЛСЫЛЫҠ тарма­ғында бөгөн 87 кеше эшләй. 1836 баш эре мал, 77 баш ат бар. Етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләнгән. Уҙған йылдарҙа сенаж «Баш­ҡор­тостан» МТС-ы ярҙамы менән һалынһа, 2009 йылда иһә хужалыҡтың «Дон-680» комбайндары менән уңған механизаторҙар Радик Зарипов – 5221, Әнис Сәғәбиев – 2590, Илнур Ғибәҙуллин 1652 тонна аҙыҡ әҙерләгән.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Көнө-төнө таҡмаҡ уйлап, Ун килоға ябыҡтым 2» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һаумыһығыҙ, «Йәшлек»тәр!
    Учалынан күп сәләм.
    Бер тас тулһа-тулмаһа ла,
    Тағы таҡмаҡ ебәрәм.
    Һуңлап тороп ҡалмайым тип,
    Ҡабаландым, ашыҡтым.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Көнө-төнө таҡмаҡ уйлап, Ун килоға ябыҡтым» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Ҡолаҡтары ишетмәй.
    Ҡатын-ҡыҙҙар күп ишетһә,
    Аҡылдары етешмәй.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Аҙаштырған болан балаһылай, Иңләйем мин һаман сит ҡырҙы» Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Cоветтар Союзы тарҡалғандан һуң элекке Союздың төрлө төбәктәренән байтаҡ кеше, аҡса эшләйем, мал табам, тип, сит илдәргә һирпелде. Һуңғы йылдарҙа был күренеш Башҡортостанға ла килеп етте. Сит илдәрҙә туп-тулы беҙҙең халыҡ, айырыуса ҡатын-ҡыҙ. Тарих ҡабатлана. Башҡорт халыҡ йырҙарында йырланғанса, үҙ төйәген, тыуған яғын һағынып илаған Зөлхизә, Зөлхәбирәләр бөгөн дә етерлек. Тик уларҙың исемдәре заманса яңғырай. Әммә айырма шунда – халыҡ йырҙарында йырланылған ҡатын-ҡыҙҙар сит ерҙәргә ағаһы йә атаһы тарафынан һатып ебәрелгән булһа, бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙар сит илдәргә үҙ теләктәре менән, аҡса эшләү маҡсатында юллана. Минең шиғырҙарым сит илдәрҙә йәшәүсе яҡташтарыма арнала.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әбйәлилдәр ал бирмәне, «Йәшлек»кә дәррәү яҙылды Яңылыҡтар, Конкурстар

    2010 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы барышында «Йәшлек» гәзите «Бөтә синыф менән – «Йәшлек»кә!» , «Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!», «Бөтә коллектив менән – «Йәшлек»кә!» конкурстары иғлан иткәйне. Күп кенә мәктәптәрҙән хат алдыҡ. Төрлө мәктәптәрҙә гәзиттең һәр һанын уҡып барыусы тоғро дуҫтарыбыҙ булыуына бик шатбыҙ. Конкурсҡа күптән йомғаҡ яһалды, бөгөн иһә уның һөҙөмтәләре һәм редакцияға килгән хаттар менән һеҙҙе лә таныштырып үтмәксебеҙ.
    БИГЕРӘК тә Әбйәлил райо­ны мәктәптәре беҙҙе ҡыуандырҙы. Бер түгел, дүрт мәктәптән хат алдыҡ. Бына дәррәү тиһәң дә, дәррәү әбйәлилдәр!
    Иң тәүгеләрҙән булып гәзитебеҙгә яҙылған Әбйәлил районының Ҡаҙмаш урта мәктәбенең 11-се синыф уҡыусылары «Бөтә синыф менән – «Йәшлек»кә!» һәм 45 кешенән торған мәктәп коллективы «Бөтә коллектив менән – «Йәшлек»кә!» конкурсында еңеүсе тип билдәләнде.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru