Ат тешенән билгеле, егет эшенән билгеле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тауға әйҙәй Батыр ағай
  • Әсә абруйы
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле,
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Эш хаҡыбыҙ бигерәк әҙ...» Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Һаумыһығыҙ, «Йәшлек» гәзите редакцияһы! Һеҙгә Көйөргәҙе районының Мораптал элемтә бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре хат менән мөрәжәғәт итә. Үткән йылдың декабрь айындағы «Тура бәйләнеш»те уҡығандан һуң яҙырға булдыҡ. Тәлғәт Хәтми улынан яуап көтәбеҙ.
    Мораптал бүлексәһендә эшләүсе почтальондарҙың хеҙмәтләндереү участкалары ҙур, яңы өйҙәр һалына, беҙгә өҫтәмә километрҙар арта. Почта хеҙмәткәренең уртаса эш хаҡы 8500 һум, тиелә «тура бәйләнеш»тә. Беҙ ул тиклем аҡсаны дүрт ай эшләгәс кенә ала алабыҙ, тиһәк тә, хата булмаҫ. Сөнки окладыбыҙ 1530 һум тәшкил итә. В. Путин почта хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын 30 процентҡа арттырғаны бирле эш хаҡы беҙҙә үҙгәрешһеҙ ҡала бирә. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн почта түләүҙәр ала башлағандан бирле бөтә алған сумманан 0,05 процент сығып түләнә. Коммуналь хаҡтар йылына бер нисә мәртәбә артып торһа ла, был һан үҙгәрмәй. 30 – 40 мең һум йыйып тапшыр­һаң, айына 150 – 200 һум өҫтәмә аҡса эшләп була.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәбиғәттең үҙе кеүек гүзәл дә, егәрлеләр ҙә Башҡортостан

    Тәбиғәттең үҙе кеүек гүзәл дә, егәрлеләр ҙәҺӘР беребеҙ яҡшы аңлай: элек-электән ҡатын-ҡыҙ килер бы­уындарға ғүмер биреүсе, йорт усағын һаҡлаусы, ғаиләлә именлек, өйҙә тыныслыҡ һәм күркәмлек тыуҙырыусы булған. Шуға күрә лә уларҙы аҫыл заттар тип атай­ҙар. Әммә заман ҡатын-ҡыҙҙары ғаиләлә генә түгел, киңерәк даирәлә лә булдыҡлылыҡ күрһәтә. Гүзәл зат ил хужалығының барлыҡ тармаҡтарында ла фиҙакәр хеҙмәт итә. Мәҙәниәт һәм сәнғәт, мәғариф, ауыл хужалығы һәм сәнәғәт өлкәһендә лә эшләй һәм ил үҫешенә лайыҡлы өлөш индерә улар. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлығын, нәзәкәтлелеген тәбиғәт гүзәллеге менән сағыштырыу ғәҙәткә ингән. Һәм ысынлап та, ҡатын-ҡыҙ менән тәбиғәт араһында яҡын бәйләнеш һәм аһәңдәшлек бар. Гүзәл заттарҙы, бәлки, урман хужалығы эшмәкәрлегенә тап ошо үҙенсәлек йәлеп итәлер ҙә.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Өфөнән 100 саҡрым алыҫлыҡта аяныс хәл була – бысаҡ менән сәнселгән такси водителен Бөрө дауаханаһына алып баралар. Табиптар 45 йәшлек ирҙең ғүмерен һаҡлап ҡала алмай.
    Тиҙҙән Енәйәт тикшереүе бүлеге хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылыуҙа шикле 16 йәшлек үҫмерҙе ҡулға ала. Баҡһаң, енәйәт ҡылғанға тиклем егет синыфташ ҡыҙы менән эсә. Иҫерек баштар егеттең кешене үлтерә алыу-алмауы тураһында бәхәс ҡора, һәм егет, үҫмер ҡыҙға «батырлығын» иҫбатламаҡсы булып, такси саҡырта. Машинала китеп барғанда руль артындағы водителгә бысаҡ менән бер нисә тапҡыр сәнсә.
    Әле был ҡот осҡос енәйәт эшен тикшереү бара.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәштәр һайлауға битараф түгел Башҡортостан

    ӨФӨЛӘ өлкән синыф уҡыусылары араһында «Мин – һайлаусы» унынсы республика конкурсы уҙҙы. Уны БР Үҙәк һайлау комиссияһы БР Мәғариф министрлығы һәм М. Аҡ­мулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә ойошторҙо. Конкурсты БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Рәмил Мәжитов асты. Үҙенең сығышында өлкән синыф уҡыусыларының Конституцияла билдәләнгән һайлау хо­ҡуҡтарына ҙур иғтибар бирҙе. Конкурс өс этапта уҙҙы. Республика этабы ике турҙан торҙо. Тәүгеһендә бөтә конкурсанттар көс һынашты. Икенсеһендә һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы буйынса һорауҙар­ға дөрөҫ яуап биреп, юғары мәрәй йыйған 1-се турҙың еңеүселәре ҡатнашты.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ике йөҙлө депутат дипломһыҙ ҡалды Яңылыҡтар, Сәйәсәт

    РФ Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләгән Андрей Назаровтың республикабыҙға ниндәй мөнәсәбәттә икәнен һуңғы ваҡытта бик яҡшы төшөнә барабыҙ.
    Үҙебеҙ һайлаған депутаттың ике йөҙлөлөгө, закондарҙы һанға һуҡмауы, биографияһында байтаҡ «ҡара тап» булыуы асыҡланды. Назаровтың арҙаҡлы шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди исемен фашистар менән бер рәткә ҡуйып, яла яғыуы, башҡорт телен уҡытыуға ҡаршы дәғүәләр белдереүе хайран ҡалдырҙы. Быға битараф ҡалыу мөмкинме? Бына ошо депутатыбыҙ күптән түгел юғары белем тураһындағы дипломынан да яҙҙы. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тип халыҡ белмәй әйтмәгән шул.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Берҙәмлектә – көсөбөҙ Сәйәсәт

    БАШҠОРТ йәштәре иттифағы «Майҙан» клубында сираттағы ултырышын үткәрҙе. Илем, телем, халҡым тип янып йөрөгән егет һәм ҡыҙҙар, милләте яҙмышына битараф булмаған билдәле шәхестәр, башҡорт йәштәре иттифағы ағзалары менән берлектә етди һөйләшеү ойошторҙо.
    Беҙҙә экстремизм эҙләүсе һәм ситтә теркәлгән сайттары аша халҡыбыҙҙан, билдәле шәхестәребеҙҙән көлөүсе әҙәм аҡтыҡтарының эшмәкәрлегенә ҡаршы тороу өсөн ниҙәр эшләү зарурлығы һәр кемде борсоны.
    «Тәриҡәт» хәрәкәте активисы Фәнзил Әхмәтшин: «Беҙ – башҡорттар Салауат рухлы булайыҡ! Телебеҙ, еребеҙ, халҡыбыҙ ирке өсөн янып йәшәйек. Барыбер аҙаҡҡаса барасаҡбыҙ. Бөгөн килеп бер егетебеҙҙе ҡулға алдылар икән, иртәгә кемебеҙҙе сират көтә?

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Туҡталып калырға йыйынмайбыҙ Сәйәсәт

    Туҡталып калырға йыйынмайбыҙБеҙгә бөтә мыҫҡыллау, эҙәрлекләү, тентеүҙәр­ҙең башында кем торғаны яҡшы билдәле. Уларҙың был эшен РФ Федераль именлек хеҙмәтенең Виктор Палагин етәкселегендәге БР бу­йынса идаралығы күрмәмешкә һалыша. Башҡорт йәштәре кәмһетеүҙәргә битараф ҡала алмай. Февраль айында беҙ, үрҙәге етәксенең отставкаһын талап итеп, ике тапҡыр пикетҡа сыҡтыҡ. 13 мартта (Салауат Юлаев майҙанында, сәғәт көндөҙгө берҙә) был талапты тағы бер ҡабатлап, күп һанлы милләттәштәребеҙ ҡатнашлығында митинг ойошторасаҡбыҙ. БЙИ акциялары, билдәле, беҙҙе күрә алмаусыларға оҡшамай, улар беҙгә өҫтө-өҫтөнә ғәйептәр таға, баҫым яһап, рухыбыҙҙы һүндермәксе була.
    3 мартта М. Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Илназ Мәжитовты ҡулға алдылар. Егетте тыныс ҡына уҡып ултырған ерҙән, адвокатҡа шылтыратырға ла рөхсәт итмәй, аудиториянан Ленин ра­йоны эске эштәр бүлегенә алып китәләр.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ағып барам Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Ағып барам һикәлтәләр аша
    Көлөп, илап.
    Әйтерһең дә минең ағыш –
    Көйлө хитап,
    Әйтерһең дә, минең ағыш –
    Оҙон бер көй,
    Тик шул көйөм һикәлтәгә
    Барып төкөй.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru