Иртәгә ҡалған эшең - һынып төшкән тешең.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Беларусь» ал, шарттар бар!
  • Бөлгөнлөктө туҡтатыу әмәле бармы?
  • ЕЛӘКТЕҢ ХАҠЫ ТОТОРОҠЛО
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Ираҡтың Фаллудж ҡалаһында тыумыштан зәғиф балалар һаны арта.
    Белгестәр был ҡурҡыныс хәлде Америка хәрбиҙәренә япһара. Сөнки 2004 йылда АҠШ ғәскәрҙәре төбәктә үткәрелгән операция барышында «аҡ фосфор» ҡулланған. Әле ошо сәбәпле көнөнә ниндәйҙер бер кәмселеге булған ике-өс бала тыуа икән. Айырыуса йөрәк сирле һәм нервы системаһында тайпылыштар булған бәпестәрҙең артыуы йыш күҙәтелә, хатта аяҡ-ҡулһыҙ тыуыусылар ҙа бар.
    Урындағы табиптарҙы зәғиф сабый­ҙарҙың йылдан-йыл күберәк тыуыуы уғата һағайта. Тик төбәктә тыуымдың Европа кимәленән ун өс процентҡа юғары булыуын иҫәпкә алғанда ла, шатланырлыҡ бер генә сәбәп тә юҡ. Шунлыҡтан урындағы власть ҡатын-ҡыҙҙарҙы бала табыуҙы кисектереп торорға саҡыра. Әммә был турала асыҡтан-асыҡ әйтеүҙән тыйылалар. Сәбәбе – Ираҡ хөкүмәте илдәге парламент һайлауҙары алдынан американдарға проблема өҫтәргә теләмәй.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Башҡортостандан опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов «Метрополитен-опера»ла «Атилла» операһының премьераһында төп партияны башҡарған. Спектаклдә шулай уҡ Виолетта Урмана, Рамон Варгас, Карлос Алварез кеүек бөтә донъяға билдәле йырсылар ҡатнашҡан. Премьера киң мәғлүмәт сараларында һәм музыка донъяһында ҙур резонанс тыуҙырған.

    Кисә ҡыйыу осоусы, Советтар Союзы Геройы Александр Ковалевтың тыуыуына 100 йыл тулды. Ул Башҡортостанда крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1943 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, 1944 йылдың майына 115 хәрби осош яһаған.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Олатайыма Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Ялтлап торған ҡапҡа эстәрен
    Күптән баҫҡан сүп-сар үләне.
    Олатайым ҡулы теймәгәнгә,
    Ауып бара һөтлөк түбәһе.
    Ауыр тынлыҡ һулышымды быуа,
    Бил буйымы үҫкән кесерткән.
    Олатайым ҡоластарын йәйеп,
    Ҡаршы алмай хәҙер ишектән.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мин шаңдауы йөҙәр быуаттың... Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Тишеп сыҡтым ерһеп ҡатҡан ерҙе,
    Бирешмәнем ҡоро ҡыуанға.
    Баш күтәрҙем әсе йәшем түгеп,
    Ҡоламаным, шуға ҡыуанам.
    Баш осонда – утлы-ҡуҙлы ҡояш,
    Мин үҙем дә уның төҫөндә.
    Аяу һорап, торам ел һағалап,
    Тын да алмай баҫыу өҫтөндә.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аҡ нурҙарым Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Аҡ нурҙарым – арғымаҡтар,
    Ҡыңғырауҙар тағайым.
    Аҡ ҡарҙарым – аҡ бәхеттәр,
    Яндарыңда ҡалайым.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәнем яралғыһы – кескәй балҡыш Өр-яңынан ергә яралтты» Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Таныш парҙар кеүек ине миңә
    Яр буйында үҫкән ҡайындар.
    Башын һелкеп ҡала ине улар
    Мин юлдарҙан үткән ваҡытта.
    Әле улар бергә түгел, бергә
    Айырылдылар ғүмер-ғүмергә.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Китә лә белергә кәрәк Яңылыҡтар » Спорт

    Ванкуверҙағы Олимпия уйындарында Рәсәй командаһының үҙ тарихындағы иң насар сығышынан һуң уларҙы етәкләгән белгестәрҙең эшен ҡалдырып китеүе хаҡында имеш-мимештәр тарала ла башланы. Бәлки, шулай кәрәктер ҙә. Сөнки шул уҡ Рәсәйҙең спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутконы ғына алайыҡ. Ул быға тиклем футболды ла етәкләп ҡараны. Һөҙөмтәһен белеп тораһығыҙ, был спорт беҙҙә нисек булды, шулай үҙгәрешһеҙ ҡалды. Хәҙер килеп, Олимпиада. Ул әле лә, спорт чиновнигы булараҡ, үҙенең эшләп еткермәүен танымай, ғәйепте мөхиттән һәм башҡа сәбәптәр­ҙән эҙләй: йәнәһе, яңы үрҙәр яулар өсөн кәмендә 6 – 8 йыл ваҡыт кәрәк.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юлаевсылар «Динамо»ларға һынау тота Яңылыҡтар » Спорт

    Олимпия уйындары булыу сәбәпле, КХЛ-дағы оҙайлы ғына тәнәфестән һуң, ниһайәт, ул да юлын дауам итте. Плей-офф алдынан даими беренселектәге ҡалған осрашыуҙарын «Салауат Юлаев» хоккейсылары үҙ майҙанында уҙғарасаҡ. Беҙгә ҡунаҡҡа өс «Динамо» (Мәскәү, Минск һәм Рига) командаһының килеүе көтөлә. Тәүгеһе менән Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре үҙ-ара осрашты ла инде. Юлаевсыларҙан Патрик Торесен, Кирилл Кольцов менән Александр Радуловтың уңыштарына ҡунаҡтар бер ни менән дә яуап бирә алмай, ҡоро иҫәпкә отолдо. Ғөмүмән, был уйында өфөләр бар йәһәттән дә дәғүәсенән өҫтөнлөк итеп, лайыҡлы рәүештә өс мәрәй яуланы. Хәҙер «Салауат Юлаев» хоккейсылары 123 мәрәй менән лидерлыҡ позицияһын нығыта төштө.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru