Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Гөрләтеп эшләрлек шарттар бар»
  • КҮҘ – МЕЙЕНЕҢ ТЫШҠЫ ЯҠҠА СЫҒАРЫЛҒАН ӨЛӨШӨ
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле,
  • Иртәгә – Төҙөүселәр көнө
  • «Өфөм – минең гүзәл баш ҡалам...»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Әҙәм улы юғалыр, изге аты ҡалыр Яңылыҡтар » Спорт

    Әҙәм улы юғалыр, изге аты ҡалыр– Тот! То-о-от!
    – Һай, әттәгенәһе, ҡайҙа китте был туп?!
    – Оһо, булдырабыҙ бит! – иртәнән кискәсә Әбйәлил районы Рәхмәт мәктәбенең спорт залы гөрләп торҙо – волейбол командалары Венер Шаһимәрҙәнов исемендәге кубок өсөн сәмләнеп ярышты.
    Был бәйгене ауыл депутаты Исрафил Йәнсәйетов икенсе йыл рәттән ойоштора. Спортты үҙ итеүсе фекер­ҙәштәре уның ниәтен күтәреп алып, быйыл да әллә ҡайҙан килеп еткән. «Берҙәмлектә – көс» икәнен спортсыларғамы инде белмәҫкә?! Ҡыҫҡа ғына тәнәфес мәлендә фекер алышҡанда, улар: «Беҙ «ауырыу» кешеләр: кәләштәрҙе төрлөсә юхалап, кем аҡса һорап, кем аҡса биреп, кем утын ярып, кем мунса тоҡандырып, тигәндәй, киләбеҙ ҙә етәбеҙ, – тип геү килеп көлөштө. – Ярыштар ғына булып торһон, беҙҙән ҡалмаҫ, тупҡа, саңғыға саң ҡунмаҫ!»

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Толпар» теләктәшлек белдерә Яңылыҡтар » Спорт

    Өфөнөң хоккей буйынса йәштәр лигаһында сығыш яһаусы «Толпар» хоккейсылары Рәсәй беренселегенең сираттағы турын үҙ майҙанында уҙғарҙы. Улар Тольяттиҙың «Ладья» командаһын ҡабул итте. Беренсе уйында ҡунаҡтар, үҙ дивизионында аутсайдер булыуына ҡарамаҫтан, хужаларға ҡаршылыҡ күрһәтеп, уларҙы 5:4 иҫәбенә отто. Ә бына икенсе осрашыуҙа өфөләр «Ладья»ны 3:0 иҫәбенә еңде.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Мин ярыштарға әҙер инем» Яңылыҡтар » Спорт

    Ванкуверҙағы Олимпия уйындарына Башҡортостандан ун спортсыбыҙ саҡырыу алғайны. Үкенескә күрә, ҙур өмөттәр бағлаған саңғыла трамплиндан һикереүсе Дмитрий Васильев, күнекмәләр ваҡытында йәрәхәт алып, уйындарға бармай ҡалды. Ә бит белгестәр уның юғары уңыш ҡаҙанасағына өмөтләнде. Шулай уҡ биатлонсы Максим Чудовтан да көйәрмәндәр күпте көттө. Беренсе стартта уҡ яҡташыбыҙ уңышһыҙ сығыш яһап, мәсхәрәле рәүештә финиш һыҙығын 63-сө булып үтте. Тренерҙар шунда уҡ уға ышанысын юйып, башҡа ярыштарҙан ситләтте. Был хаҡта ул тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡандан һуң:
    – Был Олимпия уйындары бар йәһәттән дә бик ауыр һәм ғауғалы булды. Ойоштороу, спортсыларға ҡарата мөнәсәбәт тә ошоға ҡағыла, йәшәү шарттары ла на­сар ине. Уйындар башланыр алдынан Грузия спортсыһы фажиғәле үлеп, Олимпиа­даға ҡара төҫ өҫтәне.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «8 Март менән!» Мәҙәниәт

    Популяр йырсы, талантлы башҡарыусы, оҫта алып барыусы Рөстәм Ғиззәтуллин яҙҙың иң матур байрамдарының береһе – 8 март көндө Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналған концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ.
    Йырсы мөхәббәтле йырҙарын гүзәл заттарға бағышлаясаҡ. «8 Март менән!» тип аталған концертында йырсының дуҫтары Алина Дәүләтханова менән Рәил Өмөтбаев та ҡатнаша.
    Әйткәндәй, түбәндәге викторина һорауҙарына беренсе булып дөрөҫ яуап биргән кеше Рөстәм Ғиззәтуллиндың концертына саҡырыу ҡағыҙы менән бүләкләнәсәк.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Батыр ҡыҙҙар беҙҙең арала йәшәй Яңылыҡтар

    Баш ҡаланың Совет районында 24 йәшлек һатыусы магазинға ҡораллы һөжүм итеүселәрҙең һөжүмен кире ҡаҡҡан.
    Тәүлек әйләнәһенә эшләүсе сауҙа нөктәһенә төнгө сәғәт ике тирәһендә ике егет килеп инә. Уларҙың береһе шунда уҡ һатыусыларҙың береһенә пистолет тоҫҡай, ә икенсеһе «табыш»ҡа үрелә. Йәш һатыусы бирешергә уйламай – пистолет менән янауҙарына ҡарамаҫтан, егеттең һөжүмен кире ҡаға.
    Бер нисә минуттан ведомствонан тыш һаҡ төркөмө килеп етә һәм талаусыларҙы ҡулға ала. Егеттәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Быйыл, ҡасан иҫәпкә баҫыуына ҡарамаҫтан, бөтә мохтаж Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылды. 17 февралгә ҡарата Баш­ҡортостанда бындай ветерандар 1436 кеше иҫәпләнә. Һуғыш инвалидтары айырым исемлеккә бүленде һәм беренсе сиратта тәьмин ителәсәк.
    Былтыр декабрҙә ҡабул ителгән «Рәсәй Федерация­һында сауҙа эшмәкәрлеген дәүләт көйләүе нигеҙҙәре тураһында» Федераль закон 1 февралдә көсөнә инде. БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев фекеренсә, был законды ҡулланыу практикаһын баһалау өсөн етерлек ваҡыт үткән. БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитетына бер аҙна эсендә республиканың сауҙа өлкәһе торошо хаҡында иҫәп биреү һәм иҡтисадтың был секторында республика сәйәсәтен аныҡлау буйынса тәҡдимдәр индереү эше йөкмәтелгән.

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кеше тәбиғәт менән килешеп йәшәһен Әҙәбиәт

    «Йәшлек» гәзитенең быйылғы 11-се һанындағы анонста тыуған ауылымдағы Әүлиә шишмәһе тураһында мәҡәлә баҫылырға тейешлеген уҡығас, былай ҙа яратып уҡыған баҫмамды көтөп алып, шишмә тураһында күп белһәм дә, уҡый һалдым. Эйе, был шишмәнең һыуы бик шифалы, уны дарыу урынына тиерлек ҡулланабыҙ.
    Бала саҡта ошо тауға көн дә тиерлек көтөү ҡаршыларға бара торғайныҡ. Шул шишмә эргәһендә уйнап, һыуын эсеп, малдарҙың килеп еткәнен көтә инек. Кәртәләнмәгән саҡта һыуы гөрләп ағып ятты. Кәртә, ҡыйыҡ ҡуйғас, бик ныҡ кәмене.
    Атайым (мәрхүм булыуына 10 йыл): «Кәртәләп дөрөҫ эшләмәнек, хәҙер күгәрсендәр эйәләп, һыуын бысрата. Сырхаған йән эйәһе шишмәгә барып, шифалы һыуын эсеп, үҙенә дауа табырға тейеш», – тип иҫәпләне.

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аҡыл һәм зирәклек көс һынашты Мәғәриф

    Аҡыл һәм зирәклек көс һынаштыТелевизорҙан «Нимә? Ҡасан? Ҡайҙа?», «Мөғжизәләр яланы», «Кемдең миллионер булғыһы килә?», «Үҙ уйының» кеүек тапшырыуҙарҙы күптәр яратып ҡарай. Юҡҡа ғына халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятмай улар. Уйында ҡатнашыусылар менән бер рәттән, теге йәки был һорауға яуап эҙләп, кеше үҙенең белемен һынап ҡарай, бындай уйындар шул уҡ ваҡытта зиһенде байыта, аҡыл даирәһен киңәйтә, фекерләү һәләтен үҫтерә. Тап ошондай маҡсаттан сығып, Республика башҡорт лицей-интернатында мауыҡтырғыс һәм дә фәһемле уйын – «Интеллектуаль марафон» ойошторолдо. Команда составына 7-се синыфтан 11-се синыфҡа тиклем һәр синыфтан берәр уҡыусы – бөтәһе биш кеше һайлап алынған. Билдәле, мәктәп йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫтәй яҡшы уҡыған, иң аҡыллы, иң зирәк уҡыусылар ингән унда. Был көндә Республика лицей-интернатын танырлыҡ түгел ине: уҡыу бүлмәләрен станциялар алмаштырған, һәр береһе янында светофорҙар ҡуйылған, юл күрһәтеүселәр баҫҡан.

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru