Айыу йоҡоһон йоҡлама, айыу йоҡоһо айҙа ла бөтмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • «Беларусь» ал, шарттар бар!
  • Хәтер юйылмаһа, улар тере ҡалыр!
  • [b]Дәүләт ярҙам күрһәтә[/b]
  • «Паспортҡа йылдар ҡушығыҙ»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Айыҡ йәштәр – илебеҙҙең киләсәге Сәләмәтлек

    Эскелекте фашлап, уның кеше ғүмеренә, булмышына, һаулығына ни тиклем зыян килтереүен аңлатырға тырышып, йәш быуын уйланһын, ваҡытында аңына килһен тип, күрһәтелгән видеороликтарҙа шундай ҡот осҡос хәлгә тарыған кешеләр яҙмышын күрһәтеү сараға килеүсе һәр кемде һиҫкәндергәндер, моғайын.
    Йәштәрҙә рухи аң уятыу, заман афәте булған эскелеккә ҡаршы пропаганда идеялары менән һуғарылған кисәне Өфөләге «Әбйәлил йәштәре» берлеге – «Йәштәр – айыҡ Рәсәй өсөн!» Бөтә Рәсәй ижтимағи хәрәкәтенең республика бүлексәһе (рәйесе Марат Абдуллин), Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ойошторҙо. Унда Силәбе өлкәһенән, Магнитогорск, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Һәр сығыш араһында башҡорт йәштәре эстрадаһының таныл­ған йырсылары М.С. Баш, Дени, «Ҡара- таш», «Ике йөҙ», «Фарман» төркөмдәре үҙәренең матур фекерҙәр менән һуғарылған йырҙары аша халыҡты айыҡ аҡыл менән йәшәргә өндәне. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары эскелектең кеше һаулығына, иң беренсе сиратта аҡылына ни тиклем ҙур зыян килтереүе хаҡында һөйләне.

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уңалмаҫ яра булмай Сәләмәтлек

    Һуңғы ваҡытта үҙ-үҙенә ҡул һалған йәштәр тураһында йыш ишетергә тура килә. Был бик ауыр, күп яҡлы мәсьәлә. Әлбиттә, кеше ниндәй генә сетерекле хәлгә ҡалһа ла, унан сығыу ысулдарын ғүмерен ҡыймайынса хәл итергә бурыслы. Был ябай ғына хәҡиҡәтте бөтәһенә лә аңлатыу өсөн төрлө юлдар, йүнәлештәр бар. Кемгәлер – бер ауыҙ йылы һүҙ, кемгәлер «ҡамсы» кәрәк.
    Кеше ғүмеренең Исламдағы урыны хаҡында һөйләшеү өсөн «Фәләҡ» дини ойошмаһының имамы Ишморат Хәйбуллинға мөрәжәғәт иттек. Ул Мысырҙағы Ҡаһирә ҡалаһындағы «Әл-Әзһәр» университетының педагогия факультетында ғәрәп бүлегендә уҡыған. Бөгөн Ишморат Хәйбуллин – ике китап авторы, уның «Ғәрәп теле грамматикаһының ҡыҫҡаса йөкмәткеһе», «Ғәрәп теленең стилистикаһы» тип аталған хеҙмәттәре донъя күрҙе. Учалы районының Озерный ҡасабаһында тыуып үҫкән кәләше менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр.

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Халыҡтың яратҡан геройы Башҡортостан » Хәтер

    Бөгөнгө Ҡырмыҫҡалы райо­нында батыр яҡташыбыҙ хөрмәтенә һәм иҫтәлегенә Биштәкә Шайморатов ауылы тип атала.
    Миңлеғәлиҙең боронғо ола­тай­ҙары был ауылға алыҫтан килеп төпләнгән. ХVIII быуатта башҡорт батырҙары колонизатор­ҙарға ҡаршы баш күтәреп, ҡотолғоһоҙ язаға тарттырылғанда, улар ҡасып ҡотола алған һәм ошо ауылда тамырланған.
    Миңлеғәли һигеҙ йәштән әсәй­һеҙ үҫә. Ә атаһы һәр ваҡыт тиерлек ситтә – һал ағыҙыуҙа, баржа тартыуҙа һәм йөк бушатыуҙа ялланып эшләй. Малай 10 йәшенән байға хеҙмәт итә. Уның төрлө йомошона йөрөй һәм ат һарайында ярҙамлаша. Аҡыллы хайуанҡайҙар уны таный, үҙ итә һәм буйһона.

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауыҙығыҙға сәйнәп ҡаптырғанды йота белегеҙ! Милли проекттар, Иҡтисад

    ,«Ҡабаланмаған булһам, мин дә Шамонин йәки Жуков ауылында төҙөлгән йортто алған булыр инем» – ти үҙ көсө менән йорт төҙөгән Зөфәр Әлимғужин. Былтыр яҙҙан Башҡортостанда «Үҙ йортом» аҙ ҡатлы республика торлаҡ программаһы йылдам темптар менән бойомға ашырыла башланы. Бигерәк тә Өфө эргәһендәге Шамонин, Жуков, Дорогин ауылдарында шәхси йорттарҙан тиҙ арала тотош урамдар ҡалҡып сыҡҡас, төрлө төҙөлөш фирмаларының йорттарына заказ биреүселәр, шулай уҡ был эште ситтән күҙәтеүселәр араһында ла ығы-зығы китте: йәнәһе, йорттар ҡиммәт килеп сыға, ашыҡ-бошоҡ төҙөлгән өйҙәрҙең сифаты юҡ... Ошо арҡала ҡайһы берәүҙәр хатта, дәрте һүнеп, икеләнеп, һаман да бер генә ҡарарға килә алмайынса, аңҡы-тиңке килә. Шамонинға барып, барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрһәләр ҙә, уңырмынмы-туңырмынмы, тип шикләнеүселәр бөгөн дә юҡ түгел. Ә инде бер ниҙән дә ҡурҡмайынса, шул сәғәтендә үк тәүәккәлләп программаға инеүселәрҙең бер нисәүһе яңы йортонда йәшәп тә ята, икенселәр йорттарына инженер коммуникациялары индерергә әҙерләнә.

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «8 Март менән!» Иғтибар, Мәҙәниәт

    «8 Март менән!»Популяр йырсы, талантлы башҡарыусы, оҫта алып барыусы Рөстәм Ғиззәтуллин яҙҙың иң матур байрамдарының береһе – 8 март көндө Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналған концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ.
    Былтыр сентябрҙә «Өфө уттары»нда ул үҙенең тыуған көнө уңайынан Өфө тамашасыһын дәртле, күңелдәрҙе елкендергес йырҙары менән ҡыуандырғайны. Быйыл йырсы мөхәббәтле йырҙарын гүзәл заттарға бағышлаясаҡ. «8 Март менән!» тип аталған концертында йырсының дуҫтары Алина Дәүләтханова менән Рәил Өмөтбаев та ҡатнаша.
    Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 8 мартта 19 сәғәттә башланасаҡ байрам концертына рәхим итегеҙ, дуҫтар! Бик күңелле буласаҡ!

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өйлө кеше – көйлө кеше Башҡортостан, Милли проекттар

    «Үҙ йортом» аҙ ҡатлы республика торлаҡ программаһын бойомға ашырыу­ҙағы тәүге «аҡсарлаҡ» – баш ҡалабыҙҙан 27 саҡрымда төҙөлә башлаған Шамонин ауылы тураһында быға тиклем бик күп яҙылды. Бөгөн уға ҡағылышлы бер нисә генә яңылыҡты яҙып үтке килә: планлаштырылған 1200 өйҙөң 800-ө төҙөлөп бөтөп килә һәм киләһе көҙҙә шул тиклем ғаилә үҙ ҡыйығы аҫтында йәшәй башлаясаҡ, тип өмөтләнергә кәрәк. Ҙур өйгә нимә кәрәк, бәләкәйенә лә шул кәрәк, тигәндәй, яңы ҡалҡып сыҡҡан ауылда төпләнеүселәрҙең төрлө көнкүреш, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса хәҙер ауыл менән идара итеүсе компанияға мөрәжәғәт итә алыуы бигерәк тә һәйбәт.
    Башҡортостан Республика­һының «Аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө идаралығы» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры В. Ҡадировтың һүҙҙәренсә, Шамо­нинда әле, шәхси йорттарҙан тыш, 550 урынлыҡ мәктәпкә һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһына нигеҙ һалынған. Шулай уҡ халыҡты хеҙмәтләндереүсе объекттарҙы – магазин, дарыухана, торлаҡ-коммуналь хужалығы, бөҙрәхана һәм башҡаларҙы төҙөй башлау күҙ уңында тотола. Ауылға даими автобус маршрутын асыу мәсьәләһе лә хәл ителеү өҫтөндә.

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рух, азатлыҡ һәм «Ҡышҡы йәйғор» Мәҙәниәт

    Рух, азатлыҡ һәм «Ҡышҡы йәйғор»Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Ҡышҡы йәйғор» I башҡорт рок-фестивале үтте. 1992 йылдың 29 феврале. Баш­ҡортостанда «Урал моңо» тип атал­ған иң беренсе башҡорт рок-музыкаһы һәм эстрада фестивале уҙған көн был. Башҡорт йәштәре иттифағы, «Йәшлек» гәзите, «Ант» рок-студияһы ойошторған был сарала «Дәрүишхан», «Ант», «Рух», «Ҡышҡы йәйғор», «Сая», «Аҡйондоҙ» кеүек рок-төркөмдәр ҡатнашып, тамашасы һөйөүен яулай. Ләкин «Урал моңо» шул ваҡыттан алып төрки йәштәренең халыҡ-ара фестиваленә әүерелә һәм башҡорт рок- музыкаһы был киң ҡолас алған фестиваль йөҙөндә юғалып ҡала.
    Башҡорт йәштәре иттифағы, «Йәшлек» гәзите һәм «Шоңҡар» журналы редакциялары, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йәштәр араһында тере музыканы үҫтереү, башҡорт рок сәнғәтенә йәш башҡарыусыларҙы йәлеп итеү маҡсатында «Ҡышҡы йәйғор» исемле башҡорт рок- музыкаһы фестивале иғлан итте лә инде.

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тел ҡәҙерен беләйек Башҡортостан

    Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған «түңәрәк өҫтәл» уҙҙы. Унда «Аҡтамыр» ижтимағи ойошмаһы, «Латифа» башҡорт балалар баҡсаһы, «Туған тел» клубы ағзалары, Магнитогорск ҡалаһынан «Ете ырыу» башҡорт йәштәре ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты. Йәштәрҙе йыйған сараның төп темаһы – ҡала мөхитендә башҡорт йәштәре араһында туған телде файҙаланыу мәсьәләһе.
    Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Азамат Ғәлин, йыйылышты асып, был мәсьәләне асыҡлауҙы һәм хәл итеүҙе мотлаҡ һанауын, проблеманы сисеүгә ярҙам күрһәтәсәге тураһында белдерҙе.

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru