Ҡалған эшкә ҡар яуа.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөлә уйнауына бик шат
  • Һыу буйында балыҡсы
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Хәләл ризыҡ тураһында
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Был аҙнала беҙҙе... йылмайтты Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Красноярск ҡалаһының Гай­дашовка урамында урынлашҡан сауҙа павильонын таларға маташ­ҡан ир бик үҙенсәлекле итеп тотолған.
    Ул ҡыйыҡты тишеп эскә төшкән, ләкин кире менә алмаған. Ярты кәүҙәһе тышта, аяҡтары аҫта һәлберәгән ҡараҡты хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡулға алған.
    40 йәшлек ир павильондың ҡыйығын тишкәс, унда эләгеп ҡалыу хәүефен алдан уйлап, бөтә кейемен сискән. Ләкин был ярҙам итмәгән – ҡапҡан уны ныҡ ҡына эләктергән. Әйткәндәй, полицейскийҙар үҙ мәлендә килеп өлгөргән.

    авторы: admin | 25 декабря 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Федераль милли-мәҙәни автономияға уңыш теләйек Сәйәсәт


    Гәзитебеҙҙең үткән һанында хәбәр итеүебеҙсә, Мәскәүҙә Башҡорт федераль милли-мәҙәни автономияһы ойошторолдо. Был беҙҙең ижтимағи тормошта әһәмиәтле ваҡиға тип әйтергә мөмкин.
    Ойоштороу съезында автономия советы рәйесе лә һайланды. Ул – Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. Ә уның урынбаҫарҙары итеп БДУ-ның уҡытыу эштәре буйынса проректоры Юлай Янбаев менән Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Морис Йосопов тәғәйенләнде.
    Съезд резолюцияһы ҡабул ителеп, унда башҡорт халҡының киләсәген хәстәрләгән мөһим тәҡдимдәр теркәлде.

    авторы: admin | 25 декабря 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мигранттар ҡаҙнаға өлөш индерҙе Сәйәсәт

    Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бюджетҡа хеҙмәт мигранттарынан 419 миллион һум аҡса ингән.
    Ағымдағы йылдың 11 айында барлығы 26 меңдән ашыу сит ил кешеһе хеҙмәт патенты алған, 1270 гражданға эшкә рөхсәт бирелгән. Һөҙөмтәлә рөхсәт өсөн пошлиналарҙан килгән 400 миллион һум – Башҡортостан ҡаҙнаһына, 19 миллионы Рәсәйҙекенә йүнәлтелгән.

    авторы: admin | 25 декабря 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Алығыҙ һәм үҫегеҙ Яңылыҡтар

    Бөгөн Башҡортостанда Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам күрһәтеү фонды заем биреүгә ғаризалар ҡабул итә башлай.
    Тәүгеләрҙән булып дәүләт ярҙамын Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондары, Сибай ҡалаһы һәм республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәктәре предприятиеларының алыуы ихтимал.
    Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан әйтеүҙәренсә, конкурс шарттары буйынса 100 меңдән алып ярты миллион һумға тиклем күләмендәге льготалы кредиттар иҡтисади яҡтан тотороҡло предприятиеларға бирелә.

    авторы: admin | 25 декабря 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Инвестиция телдән төшмәй Сәйәсәт

    Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте йортонда Инвес­тиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышын үткәрҙе.
    Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, йылдан-йыл бизнес берләшмәһе инвестиция әүҙемлеген арттырһын, ресурстарын инновацияларға йүнәлтһен, эске һәм тышҡы баҙар өсөн көрәшһен өсөн эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын булдырыу – инвестиция мөхитен яҡшыртыу өлкәһендәге тәү сираттағы бурыс.
    Бөгөн, ике-өс йыл элекке менән сағыштырғанда, Башҡортостанда хәл бер аҙ яҡшырған, әммә хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә байтаҡ.
    – Мәғлүмәт технологиялары теле менән әйткәндә, эшҡыуарлыҡ өсөн «уңайлы интерфейс» булдырырға кәрәк, – тине республика Башлығы.

    авторы: admin | 25 декабря 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ә беҙҙең ауылда... Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    – Бөтә халыҡ яратҡан байрам алдынан була торған күтәренке кәйефле көндәрҙең береһендә мәктәбебеҙҙә тағы ла бер сағыу ваҡиға булды – беҙ яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева һәм ошо айҙа 70 йәшлек юбилейын билдәләүсе яҙыусы, ғалим Мирас Иҙелбаев менән осраштыҡ.
    Уҡыусылар, уҡытыусылар, күрше-тирә ауылдарҙың китапханасылары йыйылған сараны Мирас Хәмзә улының “Иҙел йорт” тип аталған романының тәүге китабы сығыу айҡанлы китап уҡыусылар конференцияһы итеп ойоштор­ҙоҡ.
    Гөлфиә Юнысованың ижады ҙур баһаға лайыҡ булыуын әлшәйҙәр ғорурланып ҡабул итте. Яҡташтары менән даими осрашып торған шағирәне Ҡыпсаҡ-Асҡар уҡыусылары, конференцияла ҡатнашыусылар уның шиғырҙарын һөйләп, йырҙарын йырлап ҡаршыланы. Балалар шағирәнең күп шиғырын ятҡа белә, был юлы уның “Боҙбармаҡтар тәмлеме?” тигән хикәйәһен дә һөйләп ишеттерҙеләр.

    авторы: admin | 25 декабря 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Илһөйәрлек ғаиләнән башлана Яңылыҡтар

    Өфөлә «Илһөйәрлек һәр ғаиләлә. Минең шәжәрәм» интернет- конкурсына йомғаҡ яһалды. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған бәйгене Башҡортостан Башлығы Хакимиәте ярҙамы менән республиканың «Мин – патриот» гражданлыҡ-патриотик тәрбиә ойошмаһы уҙғарғайны. Конкурста республиканың төрлө тарафынан 300-гә яҡын кеше ҡатнашҡан. Үҙенең ғаиләһенең, нәҫеленең тарихы менән мәктәп уҡыусыларынан алып студенттар, ғалимдарға тиклем таныштыра алды.
    – Һәр ғаиләнең ил тарихында үҙ эҙе бар. Сарала ете йәшлек балалар­ҙан алып етмештән уҙған ололарға тиклем ҡатнашыуы беҙҙең өсөн әһәмиәтле.

    авторы: admin | 25 декабря 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бүләктәр – лайыҡлыларға! Яңылыҡтар » Конкурстар

    «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто» дәүләт унитар предприятиеһының матбуғатҡа яҙылыу бүлегенең район һәм республика гәзиттәренә яҙылыусылар араһында «Аҙна һайын – бүләк» уйыны иғлан итеүен хәбәр иткәйнек инде. Редакция­быҙҙа ла гәзиткә яҙылыу тураһында квитанцияларын ебәреүселәр араһында бүләктәр уйнатылды. Бәхетле бүләк эйәләрен лототронда журна­лис­тар асыҡланы. Һайлап алыу­ҙың нисек барғанын «Бәйлә­нештә» сайтында «Йәш­лек» гәзите-газета «Йәшлек» битендәге видеояҙманан ҡарай алаһығыҙ.

    авторы: admin | 24 декабря 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru