Егет булһаң, йоҡлап ятма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хужабикәгә кәңәш
  • Әрме – 2008
  • Беренсе мөхәббәт
  • Тауға әйҙәй Батыр ағай
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Әҙерлек сиктәрендә Яңылыҡтар

    Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә республикала һәм илдең башҡорттар йәшәгән төбәктәрендә ҡоролтай ултырыштары үтә. Күрше Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында ла бындай сара уҙғарылды.
    Форумда урындағы мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу, китапханаларҙы башҡорт телендәге китаптар менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды. Шулай уҡ быйыл октябрҙә үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһында ҡатнашыуҙың мөһимлеге тураһында ла һүҙ булды. Өлкәнең мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итеүенсә, ҡоролтайҙа 200 делегат ҡатнашҡан һәм Башҡортостандың Салауат районынан да вәкилдәр булған. Район күләмендәге сарала республикабыҙҙың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Мөхәмәтулла Хафизов менән өлкә башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Флүзә Ғайсина ҡатнашҡан.

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эшҡыуарҙар кәңәш ҡорҙо Яңылыҡтар

    Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү сиктәрендә ойоштороласаҡ “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре” секцияһына әҙерләнеү буйынса эш төркөмөнөң беренсе ултырышы уҙҙы. Уның эшендә, башҡорт эшҡыуарҙары менән бер рәттән, БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре лә ҡатнашты.
    Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә, субсидиялар бүленә, республиканың төрлө зоналарында бизнес-инкубаторҙар асыла. Шулай ҙа, тикшеренеүселәр күҙлегенән, башҡорттар араһында эшҡыуарлыҡ ҡәнәғәтләнерлек кимәлдә түгел. Сәбәптәре һүлпәнлеккә, эшлекле мөнәсәбәттәр ҡора белмәүгә, беренсе ауырлыҡтар булыу менән ҡул һелтәп ҡуйыуға, уңыш­һыҙлыҡ алдында ҡурҡыуға ҡайтып ҡала.

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Осрашайыҡ әле, синыфташтар! Яңылыҡтар » Иғтибар

    4 мартта Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы үҙендә төр­лө йылдарҙа белем алған элекке уҡыу­сыларын, ветерандарын осрашыуға саҡыра.
    Синыфташтарҙың, тотош мәктәп уҡыу­сыларының осрашыуы иһә һәр саҡ көтөп алынған һөйөнөслө лә, һағышлы ла, тулҡынландырғыс та мәңге онотолмаҫ хәтирәләргә бай булыуы менән айырылып тора. Ошондай иҫтәлекле осрашыуҙарҙың береһе 4 мартта Өфө ҡалаһында үтәсәк. Баш ҡалабыҙҙа иң беренсе булып асылған данлыҡлы 20-се ҡала башҡорт гимназияһының төрлө йылдарҙа белем алып сыҡҡан уҡыусылары йыйыласаҡ унда. Осрашыу тураһында ентекләберәк һөйләүен һорап, «Аманат» студияһының етәксеһе, 20-се гимназияның элекке уҡыусыһы Илдар Ғафаровҡа мөрәжәғәт иттек.

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бирешмәгеҙ, йәштәр, беҙ һеҙҙең менән! Башҡортостан, Сәйәсәт

    Бирешмәгеҙ, йәштәр, беҙ һеҙҙең менән!Гәзитебеҙҙең һуңғы һандарын уҡыусылар күреүенсә, Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы Виктор Палагиндың башҡорт йәштәре ойошмаларына ҡаршы алып барған сәйәсәте сиктән ашҡайны. Төрлө тентеүҙәр, эҙәрлекләүҙәр, ҡурҡытыуҙар... Башҡорт йәштәре иттифағының Палагинды отставкаға ебәреүҙе талап итеп ғариза яҙыуы, ике тапҡыр пикетҡа сығыуы юҡҡа ғына түгел. Был турала гәзит биттәрендә уҡығанһығыҙҙыр. Шуныһы шатлыҡлы: йәштәрҙе хуплап, үҙ фекерҙәрен белдереүселәр әленән-әле арта бара.
    28 февралдә Стәрлебаш районының Ашҡаҙар, Күндерәк йылғалары буйында ултырған ауылдары халҡы ла, теләктәшлек белдереп, йыйынға сыҡты. Үрге һәм Түбәнге Аллағыуат, Мостафа, Мәҡсүт, Күндерәк, Ҡабыҡҡыуыш һ. б. ауылдарҙан, Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының баш-баштаҡлығына сик ҡуйыуҙы талап итеп, рухлы замандаштарыбыҙ төркөмө Тәтегәс бейгә ҡуйылған стела янына йыйылды.

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ағыулы ҡаяу балаларға ҡағыла Яңылыҡтар, Ғәләмәт донья, Башҡортостан

    Гәзитебеҙҙең үткән һандарында башҡорт халҡын кәмһеткән, һәр яҡлап мыҫҡылларға тырышҡан «Новости Уфимской губернии» (элекке «Уфагубъ») сайтының «шәп эшмәкәрлеге» тура­һында яҙғайныҡ инде. Һуңғы көндәрҙә, унда «Һылыуҡай» гүзәллек конкурсында ҡатнашыусы ҡыҙҙарға ла яла яғыла. Улай ғына ла түгел, конкурсанткалар­ҙан тупаҫ рәүештә көлөү ярылып ята.
    «Губернасы»лар хатта порнография материалдарын да ҡулланды, тик бер нисә көндән һуң фотоларҙы үҙҙәре үк сайттарынан кире алды (сайт авторҙары быға: «Күп һанлы һорауҙар һәм бер конкурсантканың әсәһенең үтенесе буйынса алдыҡ», – тип аңлатма биргән була. Үҙҙәре уйлап сығарған әшәкелеккә ниндәй булһа ла яуап кәрәк тә инде). Улар, йәнәһе лә, конкурс бына шулай үткәрелә, тип, инде нисәмә йыл уҙғарылып килгән мәҙәни сараға бысраҡ ташламаҡсы булды. Әйткәндәй, фотоларҙың беҙҙең ерлеккә хас түгел икәнлеген ябай күҙ менән дә күреп була ине.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Оят, мәсхәрә... Яңылыҡтар » Спорт

    Оят, мәсхәрә...«Көйәрмәндәребеҙ алдында ғәфү үтенәм. Тәрбиәләнеүселәремә дәғүәм юҡ, улар хәлдәренән килгәнсә уйнаны. Еңелеүебеҙҙә ғәйеплене эҙләү урынһыҙ. Әлбиттә, мин команданы Канадаға ҡаршы тейешенсә әҙерләп еткермәгәнмендер. Кимәл буйынса беҙ бөгөн дәғүәсенән күпкә түбәнерәк. Шуға күрә Канада лайыҡлы рәүештә беҙҙе еңде», – тине Рәсәйҙең хоккей буйынса йыйылма командаһының баш тренеры Канада уйынсылары менән осрашыуҙан һуңғы матбуғат конференцияһында.
    Эйе, уҙған төн Рәсәй йыйылма командаһы өсөн «ҡара» көн булды. Яҡташтарыбыҙ, осрашыуҙың тәүге минуттарынан уҡ хужаларға бер нисек тә ҡаршылыҡ күрһәтә алмай, мәсхәрәле рәүештә ҙур иҫәпкә еңелде. Тәүге осор Канада хоккейсылары файҙаһына 4:1 иҫәбенә тамамланған рәүештә лә, хәлде үҙ файҙабыҙға үҙгәртергә мөмкинлек бар ине. Тик Овечкин, Ковальчук Малкин, Дацюк кеүек «йондоҙ»ҙарыбыҙ, һанай китһәң, барыһы ла «йондоҙ»...

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Яратабыҙ, һағынабыҙ һине, гимназия. Юбилейҙар, Мәғәриф

    Яратабыҙ, һағынабыҙ һине, гимназия.– Подъе-е-ем! Подъем!
    – Торҙоғоҙмо? Зарядкаға һуңламайбыҙ, нишләп тормай ятаһығыҙ? Тиҙерәк, ҡыҙҙар, тиҙерәк! Һуңламайбыҙ!
    Һәр көн таңғы сәғәт етелә беҙҙе тәмле йоҡонан уятыусы ҡыңғырау тауышын ишетеү менән бер аҙ һуҙылыбыраҡ, мыжыбыраҡ ятһаҡ та, тәрбиәсенең тауышын ишетеү менән һикерешеп торабыҙ. Әлбиттә, күңелдә: «Тышҡа сыҡҡы килмә-ә-ә-й, әллә ҡорған артында ғына ҡасып ҡалырға инде...» – тигән уйҙар ҙа тыумай ҡалмай. Шулай ҙа тиҙ генә йыйынып, зарядкаға йүгереүең хәйерлерәк, беренсенән, дежурҙар һине барыбер табып аласаҡ, икенсенән, дәрестәрҙә йоҡомһорап ултырғансы, иртәнге саф һауаны һулап, йүгереп инеүең мең артыҡ – көнө буйы дәртле йөрөйәсәкһең!

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аслыҡ иғлан итәм, сөнки... II Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Ғ. апай иһә хәлде былай тип аңлата. Ир төнгө сәғәт ундан таңғы дүртенсе яртыға тиклем уның ҡобараһын ала. Туҡмап, бер туҡтауһыҙ үлем менән янай. Ахыр сиктә, Ғ. апай үҙе хәйлә уйлап таба. Шул ерҙә араҡы ултыра, әйҙә, барыбер үләбеҙ бит инде, хушлашыу өсөн тотайыҡ булмаһа, тип, шешә ултырған ерҙе әйтә. Ир рюмка өҫтәгән һайын илерә. Һуңғы сиктә Ғ. ханым, көнөмдөң бөтөүе ошолор инде, тип, ҡыҙы менән бәхилләшергә телефон биреүен һәм һөйләшеү өсөн ҡулын бәйҙән ысҡындырыуын үтенә. Ир рюмкаға араҡы ҡойған арала «02»-не йыя. Быны аңлап ҡалған вәхши, телефонды тартып алып: «Эйе, эйе, милиция! Килегеҙ, барыбер өлгөрә алмаясаҡһығыҙ, мин хәҙер ҡатынымды үлтереп, өйгә ут төртәм!» – тип, адресты атай.
    – Ул арала нисек өлгөргәнмендер ҙә, ҡайһылайтып көс тапҡанмындыр, бығауҙан ҡотолоп, күршеләргә табан йүгерҙем. Үҙем дә аптырайым, ғүмеремде ҡотҡарыу теләге көслө булғандырмы, ҡурҡыштанмы, был мәлдә бер ниндәй ауыртыу тойманым тиерлек, – ти Ғ. апай.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru