Алдынғылыҡ - тәхеткә, иремтәлек - ләхеткә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Берҙәмлектә – көс
  • Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй
  • «ТАГАЗ» ҮҘ АВТОМОБИЛДӘРЕН СЫҒАРА
  • Йондоҙнамә
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Республикабыҙҙың хөрмәтле улы Башҡортостан » Юбилейҙар

    Республикабыҙҙың хөрмәтле улыСалауат Мөхтәр улы – Учалы районының Рәсүл ауылы егете. Йәштәштәре әйтеүенсә, мәктәптә үҙенең яҡшы уҡыуы, тәртибе, спорт менән ныҡлы шөғөлләнеүе менән башҡаларҙан айырылып торған. Артабан ул Өфөләге 9-сы мәктәп-интернатта уҡый. Был белем усағында ла егет тырыш, ҡыҙыҡһы­ныу­сан була, ваҡытын бушҡа үткәрмәй, төрлө түңәрәктәргә әүҙем йөрөй. Мәҫәлән, Республика пионерҙар һарайының фото, шахмат түңәрәктәрен үҙ итә, киномеханик һөнәрен үҙләштереп, мәктәп уҡыусыларына кино күрһәтә. Мәктәпте тамамлағас, Новосибир­скиҙағы элемтә институтына юл ала. Унда һөйгәнен табып, өйләнә. Институтты тамамлағас, Салауат ағай ғаиләһе менән тыуған яғына ҡайта.
    Бөгөн Салауат Мөхтәр улы ауылыбыҙҙа йәшәмәһә лә, уны беҙҙә олоһо ла, кесеһе лә белә, хөрмәт итә. Уның менән һөйләшеү – үҙе бер мәртәбә, тиҙәр.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һорауға - яуап Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Белгес хеҙмәткә саҡырылғанда уның эш урыны һаҡланамы?
    М. ИҘРИСОВ.
    Юҡ, һаҡланмай. РФ Хеҙмәт кодексының 83-сө статьяһына ярашлы, хеҙмәткәрҙең хәрби хеҙмәткә саҡырылыуы, йә уны алмаштырыусы альтернатив граждандар хеҙмәтенә ебәрелеүе хеҙмәт килешеүен өҙөүгә нигеҙ булып тора. Айырым осраҡта, мәҫәлән, бындай гарантия хеҙмәт килешеүе йә коллектив килешеү буйынса ҡаралған булһа, йә эш биреүсенең инициативаһы буйынса хеҙмәткә саҡырылыусы кешенең эш урыны һаҡланыуы ихтимал. Был осорға эш биреүсе, РФ Хеҙмәт кодексының 59-сы статьяһына ярашлы, икенсе кешене килешеү буйынса ваҡытлыса эшкә алып торорға хоҡуҡлы.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ни өсөн бөтә эш стажы ла иҫәпләнмәгән? Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Пенсия фонды пенсиямды иҫәпләп сығарғанда, бер үк ваҡытта тағы бер урында эшләгән биш йыл эш стажымды иҫәпкә алмаған. Закон буйынса ул дөрөҫмө?
    И. ФӘХРИЕВА.
    Эйе, закон буйынса шулай булырға тейеш. Сөнки ул эште һеҙ төп эш ваҡытынан тыш, хеҙмәт килешеүе нигеҙендә башҡараһығыҙ. Йәғни бер үк ваҡытта бер нисә урында эшләгәндә хеҙмәт килешеүе теге йәки был эш биреүсе менән хеҙмәт-хоҡуҡ мөнсәбәттәрендә торған хеҙмәткәр менән төҙөлә, һәм был эш бер үк осорҙа башҡарыла.
    «Хеҙмәт пенсиялары тураһында» РФ законында һәм Страховка стажын иҫәпләү һәм раҫлау ҡағиҙәләрендә билдәләнеүенсә, страховка стажын иҫәпләгәндә теге йәки был эшмәкәрлек осоро календарь тәртиптә иҫәпкә алына.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Саҡырылмаған ҡунаҡ табынды боҙа... Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Башҡорттар борон-борондан үҙ ерендә аҫаба халыҡ булараҡ билдәле. Аяуһыҙ һуғыштарҙа көрәшеп, йәш быуынға илен, телен, тарихын, динен, милли ғөрөф-ғәҙәттәрен мираҫ итеп ҡалдырған. Урыҫ дәүләтселеге башҡорт яугирҙарының ҡыйыулығын һуғыштарҙа оҫта файҙа­ланған, беҙҙең егеттәр ҡалҡан кеүек алғы сафтарҙа барған. Батша иҙеүселәренә ҡаршы күпме ихтилалдар күтәрелгән. Уйлап ҡараһаң, сәс үрә тора. Граждандар, Бөйөк Ватан һуғышында биргән ҡорбандарыбыҙ аҙмы? Шакирйән Мөхәмәтйәнов та һаман Александр Матросов булып йөрөй...
    Беҙҙең халыҡ үҙ илендә йәшәгән өсөн һаман урыҫ ҡаҙнаһына 70 процент һалым түләй. Шым ҡалған һайын үҙәк нығыраҡ ҡыҫа түгелме?

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уян, башҡорт! Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Башҡорт ҡунаҡсыл, күңеле
    Икһеҙ-сикһеҙ даръялай.
    Башҡорт ере сит-яттарға
    Ымһындырған ҡалъялай.

    Сит баҫыуҙа ашап туйып,
    Баш күтәргән ялмандай,
    Шашып алған «бет-бөрсәләр»
    Башҡорт халҡын яманлай.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юлсыларға ышаныс ҙур Башҡортостан

    Өлкән быуын яҡшы хәтерләй: әле ҡасан ғына республиканың баш ҡаланан алыҫ райондарына барып етеү үҙе бер ғазап ине. Ә инде ауылдар араһындағы һәм тораҡ пункттары эсендәге юлдар хаҡында һөйләп тораһы ла түгел. Ә бөгөн иһә республиканың иң алыҫ мөйөштәренә лә һалынған асфальт юлдар йәйен дә, ҡышын да ялтырап ята. Быларҙың барыһы ла – республика етәкселегенең айырыуса һуңғы йылдарҙа юл төҙөлөшөнә йүнәлткән хәстәрлеге һөҙөмтәһе һәм юл тармағы хеҙмәткәрҙәренең тырыш хеҙмәт емеше. Ана шул дөйөм уңышта «Дорожник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең дә өлөшө ҙур. Йәмғиәттең баш предприятиеһы бынан ун йыл самаһы элек Кушнаренкола ойошторола. Уның етәксеһе Алик Закуан улы Ғиләжев йәмғиәткә «нигеҙ һалғанда» уҡ коллектив алдына ҡуйған бурыстарҙың төбәк һәм халыҡ өсөн үтә әһәмиәтле буласағын яҡшы белә. Һәм ошо маҡсатты уңышлы тормошҡа ашырырҙай ныҡлы коллектив туплай.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Автобуста. Водитель яңы ғына ингән ханыма:
    – Әбей, салонға үтегеҙ, – ти. Быны ишетеп ҡалған ханым, ҡысҡырып:
    – Мин һеҙгә ниндәй әбей булайым, әле лә эшләйем! Ейәндәрем дә юҡ. Шулай булғас, ниндәй әбей булайым?! Үткән аҙнала ғына Мысырҙан ҡайттым, – ти.
    – Эйе-эйе, һеҙ бик актив ҡарсыҡ былай булғас, – тигән водитель.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар Мәҙәниәт

    1 – Бөтә донъя граждандар оборонаһы көнө.
    8 – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
    10 – Рәсәй Федерацияһы архивтары көнө.
    14 – Геодезия һәм картография хеҙмәткәрҙәре көнө.
    15 – Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау көнө.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru