Булдыҡһыҙҙың ҡоралы насар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тауға әйҙәй Батыр ағай
  • Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
  • һорау-яуап
  • Инвестициялар файҙа килтерергә тейеш
  • Быйыл да һынатмаҫтар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Аяҡ кейемдәрен эт ашаған Мәҙәниәт, Сатира һәм юмор!

    Аяҡ кейемдәрен эт ашаған– Республикабыҙ райондарының береһендә гастролдә йөрөйбөҙ. Йырлап торам, йәштәр алғы рәттә дәртләнеп бейей. Бер ваҡыт ҡыҙмаса булып алған ҡыҙҙар килеп инде лә, үҙ-ара һуғышырға тотондолар. Мин башта иғтибар итмәнем, йырлауымды белдем. Тегеләр туҡтарға уйламағас: «Әй, нишләйһегеҙ ул?!» – тип ҡысҡырырға мәжбүр булдым. Егеттәр уларҙы саҡ-саҡ айырып алды. Йырымды шунан һуң ғына дауам иттем.
    Радик Юлъяҡшин менән икебеҙҙе Ишембай районына юбилейға саҡырҙылар. Бик матур итеп ҡунаҡ иттеләр, ҡунырға ла өгөтләгәс, ҡалырға булдыҡ. Ауылдарында ҡурсаулыҡ бар, шундағы бүреләрҙе күрһәтергә алып барҙылар. Иртән сыҡһаҡ, аяҡ кейемдәребеҙ юҡ. Ҡараһаҡ, Радиктың бер туфлийы – эт ояһында, икенсеһе ҡапҡа тышында ята, ә минекенең береһе бөтөнләй сәйнәлеп бөткән, һыңарының башы ғына ҡалған. Беҙгә инде тәпешкәләр кейеп ҡайтып китеү­ҙән башҡа сара ҡалманы.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иң яҡшы рок- төркөм Мәҙәниәт

    Иң яҡшы рок- төркөм2001 йылда барлыҡҡа килгән «Звери» төркөмө рок стилендәге рухлы йырҙары менән йәштәр араһында киң популярлыҡ яулап өлгөрҙө.
    Төркөмдө Роман Билык (Рома Зверь) ойоштора. Компо­зиторы – Александр Войтинский. Музы­канттарын интернет аша йыйғандар. Төркөмдә биш егет – Роман Билык (фронтмен, вокал, ритм-гитара, продюсер), Вячес­лав Зарубов (клавиша), Максим Леонов (соло-гитара), Алексей Люб­чик (бас-гитара), Михаил Краев (ударник).
    Беренсе клиптары «Для тебя» тип атала. Артабан «Голод» исемле альбом донъя күрә. «Дожди-пистолеты» йыры хит-парадтарҙа юғары урындарҙы биләй. Шул уҡ йылда төркөм «Нашествие» фестивалендә ҡатнаша. 2004 йылда «Районы-кварталы» тигән икенсе альбомдары сыға. Уның менән улар донъя тамашасыһының иғтибарын яулай. Клип­тары Муз-ТВ һәм MTV телеканалдарында күрһәтелә.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Беҙ һәр ваҡыт музыка менән бәйле» Мәҙәниәт

    «Беҙ һәр ваҡыт музыка менән бәйле»Бөгөнгө мәҙәниәтебеҙ киләсәге кемдәр ҡулында? Ошо һорауға бер аҙ асыҡлыҡ индереү маҡсатында, йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, мәҙәниәт донъяһында танылыу ала барған игеҙәк егеттәр Айҙар һәм Алмас ЮНЫСОВТАР менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Айҙар, бала сағын хәтерләп: – Тәүҙә ултырғысҡа баҫтырып, уйынсыҡтар менән әүрәтеп, йырлаталар ине. Олатайыбыҙ уйнай, беҙ йырлайбыҙ... – ти. Мәктәпкә уҡырға ингәнсе үк гармун тарта башлаған малайҙарҙың йыр-бейеү түңәрәктәре иң яратҡан шөғөлдәренә әйләнә. Айҙар менән Алмас республикабыҙға бик күп таланттар биргән Илеш районының Түбәнге Сереккүл ауылынан. Егеттәрҙең сәнғәт юлынан китеүе һис тә осраҡлы түгел. Аталары Рәшит ағай менән әсәләре Раушания апай сәнғәт кешеләре булмаһа ла, күңелдәре йыр-моңға ғашиҡ. Олатайҙары Әхнәф бабай ауылда оҫта гармунсы була. Малайҙар бәләкәй саҡтан уҡ, ата-әсәһенән йырҙар отоп алып, йырлап үҫә.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәш йырсы Ирина һәр яңы көндө күтәренке кәйеф менән башлай Мәҙәниәт

    Йәш йырсы Ирина һәр яңы көндө күтәренке кәйеф менән башлайБашҡорт эстрадаһының йәш «йондоҙ»ҙары араһында балҡып килгән таланттарҙың береһе Ирина ҒӘЛИХАНОВАНЫҢ йырҙары тамашасыларҙың кәйефен күтәреү һәләтенә эйә. Үҙ маҡсаттарына ынтылыусан уңған ҡыҙ менән ҡыҫҡа ғына әңгәмәбеҙ йәш йырсының үҙе һәм ижады хаҡында.
    – Ирина, үҙең менән таныштырып үтһәңсе.
    – Өфө ҡалаһында 1992 йылдың 5 декабрендә беренсе бала булып донъяға килгәнмен. Әлеге ваҡыта Өфөнөң 51-се урта мәктәбендә белем алам. Тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшергә тырышам. Сәнғәткә бәләкәйҙән ғашиҡмын. Дүрт йәштән башҡорт халыҡ бейеүҙәре, хореография түңәрәктәренә йөрөһәм, туғыҙ йәштән әлеге көнгә тиклем вокал менән шөғөлләнәм.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәғлүмәт Тормош юлдары ҡатмарлы, Хәтер

    «А-1 Кино Видео» кинокомпанияһы быйыл йәй Волгоградта тулы метражлы «Сталинград» нәфис фильмын төшөрә башлаясаҡ. Картина 20 ай буйы төшөрөләсәк һәм 2011 йылдың октябренә экранға сығарыласаҡ.
    Фильмдың сценарийын Александр Самохвалов яҙған, сценарийҙың экран версияһы Денис Карасевтыҡы. Төп ролдәрҙең береһен – совет офицерын – 20 йыл буйы 40-лап ролдә уйнаған Денис Карасев үҙе башҡарасаҡ.
    Фильмды төшөрөү өсөн өлкә хакимиәте ҡаланың металлургия заводтарының береһен бирмәксе. Емерек ҡала масштабтары компьютер технологиялары ярҙамында тергеҙеләсәк. Трюктарҙа Канада артистары ла ҡатнашасаҡ.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡыйыу осоусы Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Ҡыйыу осоусыЗөфәр Фәтҡулла улы Фәттәхов Бөйөк Ватан һуғышында хәрби осоусы булып ҡатнаша – Полтаванан Берлинғаса юл үтә. 1944 йылда 1-се Белоруссия фронтына ингән Польша ғәскәренең 1-се армияһы составында был илде немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыштан һуң поляк летчиктарын хәрби осош оҫталығына өйрәтә.
    1955 йылда Совет Армияһы сафтарынан ҡайта. Зөфәр Фәттәхов икешәр I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, Польша Халыҡ Республикаһы ордендары, төрлө миҙалдар менән бүләкләнә. Польша ғәс­кәрҙәрендә хеҙмәт иткән һуғыш ветерандары секцияһы ағзаһы, һуңынан рәйесе булды.
    … Хәрби авиация училищеһын тамамлаған Зөфәр Фәтҡулла улы 1943 йылдың октябрендә фронтҡа эләгә. Полтаванан Берлинға тиклем ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаша, штурмовикта йөҙ ҙә дүрт хәрби осош яһай. Йөҙ ҙә дүрт хәрби осош! Уларҙың һәр береһе хәтәр, һәр береһе хәл иткес!

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Ғүмер – Хоҙай аманаты Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Кешенең ғүмере лә, тәне лә, хатта тәнендәге бер генә органы ла үҙе яулап алған байлыҡ түгел. Беҙгә ғүмерҙе лә, тәнде лә Хоҙай Тәғәлә аманат итеп биргән. Ә аманатты һаҡларға кәрәклеген бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ.
    ИСЛАМДА үҙ-үҙеңде үлтереү иң ауыр гонаһтарҙың береһе һанала. Бының сәбәптәре икәү: беренсенән, кеше үҙенең ғүмерен ҡыя, икенсенән, ҡылған гонаһы өсөн үкенергә форсат ҡалдырмай. Динебеҙ кеше ғүмерен иң ҙур ҡиммәт тип иҫәпләй, шуға күрә үҙеңдекен дә, кешенекен дә хөрмәт итергә тейешһең. Был яҙмаларҙың «һауа»нан алынмауын иҫбат итеү өсөн хәҙистәргә мөрәжәғәт итәйек.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Яңы урыҫ «Ерләү» бюроһына килә лә:
    – Миңә алтын тотҡалы, кондиционерлы һ. б. 4х4 метр ҙурлығындағы ҡара төҫтәге табут кәрәк, – ти.
    – Ә алып ҡасмаһындар өсөн һеҙгә ниндәй фирманың сигнализацияһын тәҡдим итергә?
    ***
    Йәш егет йөрөгән ҡыҙын ресторанға алып килә. Һәм ундағы хаҡҡа шаҡ ҡатып, ҡыҙына:
    – Йә, минең «һимеҙкәйем», һайла, – ти.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru