Дәртле дарманын табыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тойғоларым толпар булһа, фекер – нуҡта
  • Йәштәр «Майҙан» клубына йыйылды
  • Йондоҙнамә
  • Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөлә уйнауына бик шат
  • һорау-яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Кандидаттар билдәле, уйындар дауам итә Яңылыҡтар » Спорт

    Кандидаттар билдәле, уйындар дауам итәВячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре ситтәге уңышлы сәфәренән һуң үҙ майҙанында Мәскәүҙең «Спартак» командаһын ҡабул итте. Улар быға тиклем Мәскәүҙә үҙ-ара осраш­ҡайны инде. Унда хужалар ҡунаҡтарҙы 4:2 иҫәбенә отто. Шуға күрә был юлы өфөләр ҡон ҡайтарыр өсөн боҙға баштан уҡ сәмләнеп сыҡты. Бәхетле осраҡ та күберәк хужаларға йылмайҙы. Юлаевсыларҙың тәүге ике шайбаһы – шулар иҫәбендә. Милош Ржиганың уйынсылары ла тырышты. Әммә уңыш майҙан хужалары яғында булды. «Салауат Юлаев» хоккейсылары, «Спартак»ты 4:3 иҫәбенә отоп, 103 мәрәй туплап, турнир таблицаһының икенсе баҫҡысында урынлашты. СКА командаһы ла алға китте. Улар сираттағы турҙа Риганың «Динамо»һын 8:1 иҫәбенә ҡыйратып, 107 мәрәй менән юғарыла нығынды. Өсөнсө баҫҡыста килеүсе «Металлург» (Мг.) уйынсылары «Себер»ҙе көскә буллит серияһында отто.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Теленде йоторлок Сәләмәтлек

    Теленде йоторлок3 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, ярты ҡап йомшаҡ аҡ май, аш һеркәһе менән һүндерелгән ярты балғалаҡ сода, 1 балғалаҡ йомшарт­ҡыс (разрыхлитель), 2 – 3 алма, аҙыраҡ йөҙөм дә алырға мөмкин, 1,5 стакан он.
    Бөтә ингредиенттарҙы ла бергә бутап, туралған алманы ҡушып, ярты сәғәткә мейескә ҡуйырға. Иҫкәртеү өсөн: йомортҡаның ағы менән һарыһы тәүҙә айырым туҡыла ла, һуңынан ғына бергә бутала.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауылдаштарына йәшәү өлгөһө Тормош юлдары ҡатмарлы, Башҡортостан

    Ауылдаштарына йәшәү өлгөһөИсмәғил Хажи улы Хажин 1901 йылда Белорет районының Бирҙеғол ауылында тыуған. Кесе йәштән эшләп, ат тәрбиәләп, ата-әсәһе менән бергә йәшәй. Бирҙеғол ауылында тормош ҡороп ебәрә. Бер-бер артлы балалары донъяға килә. Үҙе уҡый алмағанға күрә ғаилә башлығы балаларын уҡытырға тырыша.
    Исмәғил Хажин яҙмышына Инйәр заводы өсөн тимер рудаһы сығарыу һәм леспромхозда утын ҡырҡыу, ташыу кеүек эштәр тура килә. Быларҙан тыш, балыҡ тотоу, һунарсылыҡ һәм ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Эйе, ишле ғаиләне аҫрау өсөн Исмәғил Хажи улы тик ултырмай. Ҡайҙа эш бар һәм хеҙмәт хаҡы арыу, ваҡытында түләйҙәр, шунда йөрөй. Фашист илбаҫарҙары һуғыш башлағас, Исмәғил Хажи улы ил һаҡларға фронтҡа китә.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәйләкәр тылсымсы Әҙәбиәт » Хикәйә

    Ҡуйы урмандың бер аҡланында тылсымсы йәшәгән. Уның бик күп һарығы булған. Ул көн һайын тиерлек шулар­ҙың береһен һуйып ашаған. Әммә уларҙы тотоуы бик ҡыйын икән. Сөнки малҡайҙар урман­ға ҡасҡан, тылсымсы уларҙы эҙләп хәлдән тайған. Бер һарыҡты тотҡас, уның үҙәк өҙгөс тауышын ишетеп, башҡалары ҡасҡан һәм уларҙы кире йыйыр өсөн бик күп ваҡыт талап ителгән. Ә һарыҡтарҙың бер ҙә үлгеһе килмәгән. Шунан тылсымсы бер хәйлә уйлап тапҡан. Ул һәр бер һарыҡ менән айырым һөйләшкән. Берәүһенә ул: «Һин һарыҡ түгел, ә минең кеүек үк кеше. Бер нәмәнән дә ҡурҡма. Мин бит һарыҡтарҙы ғына һуйып ашайым, ә һин улар араһында берҙән-бер кеше, тимәк, һин минең дуҫым», – тигән. Икенсеһенә: «Ниңә һин башҡа һарыҡтар һымаҡ минән ҡасаһың? Һин бит арыҫлан. Һәм һиңә бер нәмәнән дә ҡурҡырға кәрәкмәй. Мин бит һарыҡтарҙы ғына ашайым», – ти.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таможня хеҙмәтендә – яңы етәксе Яңылыҡтар

    Таможня хеҙмәтендә – яңы етәксеРеспублика йортонда Башҡор­тостан Президенты Мортаза Рәхимов Федераль таможня хеҙмәте рәйесе урынбаҫары Сергей Шохин менән осрашты.
    Осрашыуҙа Президентты Башҡор­тостан таможняһының яңы начальнигы менән таныштырҙылар. Был вазифаға ул Рәсәй Федераль таможня хеҙмәтенең 2009 йылдың 31 декабрендәге бойороғона ярашлы тәғәйенләнә.
    Валерий Анатольевич Бышовец 1972 йылда Киев ҡалаһында тыуған. 1996 йылда Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлаған. Таможня органдарындағы хеҙмәтен 1990 йылда Мәскәү күргәҙмәһе таможняһы хеҙмәте инспекторы вазифаһынан башлай. 1994 йылдан 2008 йылға тиклем Рәсәй Федераль таможня хеҙмәтендә эшләй, 2008 йылдан 2010 йылға тиклем Федераль дәүләт хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары ярҙамсыһы вазифаһын башҡара.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Урындағы идара системаһын үҫтереүгә бәйле Сәйәсәт

    19 ғинуарҙа БР Президенты Мортаза Рәхимов Республика йортонда Өфөгә ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары семинарында ҡатнашыу өсөн килгән РФ Федерация Советының Урындағы үҙидара мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Степан Киричук менән осрашты.
    Осрашыуҙа урындағы үҙидаралыҡ системаһын үҫтереү мәсьәләләре, муниципалитеттарҙың матди нигеҙен нығытыу буйынса саралар ҡаралды, властың федераль, төбәк һәм муниципаль кимәлдәре араһында хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу кәрәклеге билдәләнде.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Кисә Республика йортонда бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына, ижади интеллигенция вәкилдәренә юғары дәүләт наградалары, маҡтаулы исемдәр тапшырылды. БР Прези­денты Мортаза Рәхимов, йыйылыусыларҙы ҡотлап, бында республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индереүселәр йыйылған, тип билдәләне. Ысынлап та, төрлө һөнәр эйәләрен тәбрикләү республикабыҙҙа хеҙмәт һөйөүселәрҙең лайыҡлы баһаланыуын йәнә бер иҫбатланы.
    Бөрө ҡалаһында «Ке­рә­шен һыуыҡтары – 2010» асыҡ эстрада йыр һәм бейеү фестиваль-конкурсы асылды. Ошо уңайҙан Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов фестивалдә ҡатнашыусыларҙы ҡотлап, ун алтынсы йыл рәттән ойошторолған сараның мәҙәниәтте үҫтереүҙә мөһим этәргес булыуын белдерҙе. Фестиваль-конкурстың гала-концерты 24 ғинуарҙа үтәсәк.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Билдәле булыуынса, ике ай элек РФ Президенты Дмитрий Медведев ил Хөкүмәтендә Төньяҡ Кавказ өсөн яуаплы вазифаны башҡарыусыны билдәләү кәрәклеге хаҡында белдергәйне.
    Хәҙер ул был фекерен киңәйтте һәм илдә һигеҙенсе федераль округты булдырҙы. Уға Төньяҡ Кавказдың бөтә төбәктәре лә инде. Ә инде яңы федераль округта үҙенең тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп Красноярск өлкәһе губернаторы Александр Хлопонинды тәғәйенләне. Ул шулай уҡ бер юлы РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары вазифаһын да башҡарасаҡ.
    44 йәшлек башлыҡҡа Төньяҡ Кавказға ҡараған төбәктәрҙең иҡтисади, сәйәси, социаль йүнәлешен, ҡыҫҡаһы, бөтә йәшәйешен яйға һалыу бурысы ҡуйылды. Билдәле булыуынса, Хлопонин Красноярск өлкәһен етәкләгәндә ҡатылығы, коррупцияға ҡаршы аяуһыҙ көрәше, яңылыҡтарҙы тиҙ күреп барыуы менән уңыш яуланы.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru