Ата алмаған йәйәһенән күрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Аҡ йыланды осратһаң – бәхеткә, имеш
  • Июнь
  • Юғары бүләк яңы илһам һәм дәрт өҫтәһен
  • «Гөрләтеп эшләрлек шарттар бар»
  • [b]Ура, башҡорт һабантуйы![/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Классик стилдә әҙерләнгән һыраны бынан һуң һирәк кенә күрә аласаҡбыҙ.
    Эш шунда – яңы Техрегламент буйынса хәҙер һыра ҡайнатыусылар ҡурҙы (солод) бөтөнләй ҡулланмаҫҡа хоҡуҡлы. Рәсәйҙең иң эре һыра компаниялары (уларҙың бөтәһе лә сит ил вәкилдәре ҡулында) был яңы документты хуплай.
    Әлегә тиклем һыра әҙерләү процесын иҫкергән ГОСТ буйынса тикшерҙеләр. Элекке регламент буйынса һыраны ҡур ҡулланмай әҙерләү тыйылды, хәҙер уны башҡа әсетке менән алмаштырырға, ҡурҙы бөтөнләй ҡулланмаҫҡа мөмкин. Рәсәй Федерацияһында алкоголгә ҡаршы сәйәсәт алып барылыуы һөҙөмтәһендә һыра әҙерләүселәр һуңғы ваҡытта ҙур ғына юғал­тыуҙар кисереү алдында ине. Хәҙер арпа, кукуруз, дөгө кеүек тәбиғи аҙыҡтарҙы ҡулланыр­ға мөмкин. Эксперттар фекеренсә, яңы технология һыраның үҙҡиммәтен 50 – 60 процентҡа төшөрәсәк.

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иномарка, БТР – беҙҙең милиция хәтәр! Сәйәсәт

    Үткән аҙна республикабыҙҙың эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре өсөн ваҡиғаларға бай булды. Баш ҡалаға РФ Эске эштәр министрлығының Тыл департаменты начальнигы, милиция генерал-майоры Владимир Лукьянов килеп ҡайтты. Ул, 2009 йыл эш йомғаҡтары буйынса БР Эске эштәр министрлығының эшмәкәрлеген ыңғай баһалап:
    – Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡлау органдарының оператив эштә лә, уларҙың матди-техник тәьмин ителешендә лә үҫеш бар, – тип билдәләне.
    Матди-техник тәьмин ителеш яҡшыра, тип, ул былтыр республика милицияһының өр-яңы 120 иномарка һәм башҡа автомобилдәр, веб-камералар һәм башҡа заманса йыһаз менән тәьмин ителеүенә баҫым яһаны. Әйткәндәй, 14 ғинуарҙа БР буйынса Эске эштәр министрлығының киңәйтелгән ултырышы алдынан юғары ҡунаҡ республика милиция ведомствоһына тағы ла ун автомобиль һәм... «БТР – 80» бронетранспортерын бүләк итте.

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башлыҡтар ҙа уҡый Сәйәсәт, Мәғәриф

    Өфө ҡалаһында, БР Президенты Мортаза Рәхимовтың ҡарарына ярашлы, Башҡортостандың муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтарының семинары башланды. Уның темаһы – Башҡортостан Республикаһының артабанғы үҫеш факторы булараҡ, урындағы һөҙөмтәле үҙидара. Семинарҙа ҡатнашыусылар республикала муниципаль реформа барышын, уның һөҙөмтәлелеген, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш тенденцияларын анализлаясаҡ. Хакимиәттәр башлыҡтары алдында республика Президенты, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе сығыш яһаны.

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бюджет урындары артасаҡ Мәғәриф

    БЫЙЫЛ мәктәп та­мам­лаусыларҙың яртыһынан күберәге вуздарҙа бушлай уҡый аласаҡ. РФ Мәғариф һәм фән министрлығы 448 мең бюджет урынын булдырмаҡсы. 2010 йылда мәктәпте 822 мең уҡыусы тамамлаясаҡ (ә былтыр был күрһәткес 899 мең кеше тәшкил иткән).
    Мәктәпте тамамлаусылар һаны кәмегәнлектән, 2010 йылға белгестәр һәм бакалаврҙар әҙерләү программаһы буйынса 448 мең абитуриент ҡабул ителәсәк, шул иҫәптән көндөҙгө бүлеккә – 344 мең. Вуздарҙың көндөҙгө бүлегенә мең уҡыусыға ҡарата 418 бюджет урыны ҡалдырыласаҡ – был былтырғы күрһәткестән берәүгә күберәк. Магистратурала бюджет урыны, былтырғы менән сағыштырғанда, 5,2 процентҡа күберәк, йәғни 39,775 мең урын буласаҡ. Шул иҫәптән көндөҙгө бүлектә 38,351 мең бюджет урыны тәшкил итәсәк.

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Спорт – һаулыҡ нигеҙе Яңылыҡтар » Спорт

    Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа спортҡа, физкультураға, ғөмүмән, сәләмәт тормош алып барыуға ҙур иғтибар бирелә. Әле бер ауылда, ҡалала, әле икенсеһендә заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә, төрлө спорт ярыштары, спартакиадалар ойошторола, яңы төҙөлгән мәктәптәрҙең спорт залдары ла кинәнеп спорт менән шөғөлләнерлек. БР Хөкүмәтендә Премьер-министр урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев рәйеслегендә үткән кәңәшмә йәштәрҙе, халыҡты спортҡа күпләп йәлеп итеү мәсьәләһенә арналды. Унда республика ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары һәм башҡа ведомстволар етәкселәре ҡатнашты.
    – Бөгөнгө кәңәшмәлә күтәрелгән мәсьәләнең мөһимлеген һәр кем яҡшы аңлай, сөнки ул үҫеп килеүсе быуындың сәләмәтлегенә ҡағыла. Билдәле булыуынса, уҡыусыларҙың 10 – 15 процентын ғына сәләмәт тип әйтә алабыҙ, ә инде хәрби хеҙмәткә саҡырылыу йәшендәге үҫмерҙәргә килгәндә, хәл тағы ла насарыраҡ, – тине Илдус Ғөбәйҙулла улы, кәңәшмәне асып.

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәхәтләнеп бейе, йырла, йәш күңелдәр утә бит Такмактар, Шиғырҙар

    Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәм,
    Яңы йылдың көнөндә
    Әсәй бәпес алып ҡайтҡас
    Атай шуға һөйөнә,
    «Газель» ҡайта өйөнә.

    Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәм
    Яңы йылдың көнөндә -
    Әсәй бәпес алып ҡайтҡас
    Өләсәйем һөйөнә:
    «– Киленем миҙал алыр әле
    Президенттың үҙенән».

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Маңлайында Хоҙай тамғаһымы әллә? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Маңлайында Хоҙай тамғаһымы әллә?Былтыр яҙғыһын беҙҙең бейәбеҙ маңлайында ярым айға оҡшаш һыҙаты булған ҡолон килтерҙе. Быға әллә ни ғәжәпләнмәнек тә. Сөнки бынан күп йылдар элек бер атыбыҙҙың маңлайында ла йондоҙ рәсеме булғайны. Уны «Йондоҙ» тип йөрөттөк (үкенескә күрә, үҙ ваҡытында фотоға төшөрөп ҡалмағанбыҙ).
    Әлеге ҡолон 1 майҙа донъяға килде. Байрам көнө тыуғас, уны «Байрам» тип исемләнек. Байрам – йәш булһа ла бик йыуаш, аҡыллы малҡай. Ҡулға ла бик тиҙ эйәләште. Шулай ҙа артыҡ иркәләүҙе яратмай. Үҙе башҡа тиҫтерҙәренән бер нимәһе менән дә айырылмай. Һуңғы ваҡыттарҙа ошондай ғәжәп хайуандар тураһында гәзит биттәрендә күпләп яҙалар. Беҙ ҙә Байрамды фотоға төшөрөп алдыҡ һәм уны башҡаларға ла күрһәтергә булдыҡ.
    Ышанмаһағыҙ, килеп ҡарағыҙ!

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әлшәй йәштәре спорт менән дуҫ Яңылыҡтар » Спорт

    Әлшәй йәштәре спорт менән дуҫМәктәп уҡыусыларының ҡышҡы каникулы осорондағы киң масштаблы һәм ҡыҙыҡлы спорт сараһында республика төбәктәренән 7 йәштән 18 йәшкә тиклемге 600-ҙән ашыу малай һәм ҡыҙ ҡатнашты. Рәсәй һуғыш сәнғәте союзының Башҡортостан буйынса филиалы, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы, Әлшәй районы хакимиәте ойошторған спорт сараһын асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Әлшәй районы хакимиәте башлығы урынбаҫары З. Әхмәтов, Бөтә донъя кикбоксинг федерацияһының вице-президенты Р. Саяпов, Рәсәй һуғыш сәнғәте союзының Башҡортостан буйынса филиалы вице-президенты А. Соснин, БР Кикбоксинг федерацияһы президенты А. Иҙелбаев, филиалдың төньяҡ-көнбайыш бүлексәһе етәксеһе Ф. Низамов тәбрикләне.

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru