Күп йоҡлаған атын алдырыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Ура, башҡорт һабантуйы![/b]
  • Венгрияла Ғәлимйән Тағанға ҡағылышлы мәғлүмәт етерлек
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Суғамаҡ башында
  • Дәрестә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һорауына күрә яуабы йәки Һәр кемдең ышанысы үҙенсә Әҙәбиәт » Хикәйә

    Аҡыл эйәһенән берәү: «Алла бармы?» – тип һорай. Аҡыл эйәһе: «Эйе!» – ти. Шул уҡ көндө икенсе берәүҙең шул уҡ һорауына ул: «Юҡ!» – тип яуап бирә. Ә кискеһен өсөнсө берәүҙең шундай уҡ һорауына аҡыл эйәһе шымып ҡала һәм яуап урынына һуҡ бармағын күккә күтәрә.
    Быларҙың бөтәһен дә уҡыусыһы күреп, ишетеп тора һәм төн еткәс:
    – Хөрмәтле уҡытыусым, мин бер нисек тә йоҡоға китә алмайым. Әйтсе, ни өсөн һин бер үк һорауға өс төрлө яуап бирҙең? – ти.

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ДОСААФ йәнә «терелә» Яңылыҡтар

    Ошо көндәрҙә был туралағы Хөкүмәт ҡарары үҙ көсөнә инде. Ойошманың төп маҡсаты – булған матди-техник базала буласаҡ һалдаттарҙы әрмегә әҙерләү. Совет осоронан алып күптәргә таныш булған ойошманың статусы ла үҙгәреш кисерәсәк: ул йәмәғәт ойошмаһынан йәмәғәт-дәүләт ойошмаһына әүерелә. Күҙәтеүсе советына Оборона, Мәғариф һәм фән, Иҡтисади үҫеш, Спорт министрлыҡтары вәкилдәре инәсәк. Ҡарарға ярашлы, 2010 йылдың 1 июленә тиклем ДОСААФ-тың 2020 йылға тиклем эшмәкәрлек программаһы төҙөлөргә тейеш. РФ Хөкүмәте ойошма иңенә һалған туғыҙ мәсьәләнең дүртеһе Рәсәй егеттәрен әрме хеҙмәтенә әҙерләүҙе күҙ уңында тота. Улар араһында – авиаучилище курсанттарын әҙерләү. Бынан тыш, ДОСААФ һәләкәттәр, авариялар һәм төрлө афәттәр эҙемтәләрен бөтөрөүҙә лә ҡатнашырға тейеш.
    Яңыртылған ойошмаға РОСТО ҡарамағында булған барлыҡ матди-техник база тапшырыла.

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һалҡында автомобилде нисек ҡабыҙырға? Яңылыҡтар

    Һалҡында автомобилде нисек ҡабыҙырға?Һуңғы йылдарҙа климаттың температура рекордын ҡуйыуы, ҡыштар­ҙың үтә лә һалҡын килеүе ер шарының йылыныуы тураһындағы теорияларҙың тик фараз булып ҡына ҡалыуын билдәләне. Бындай ҡыш күп водителдәр өсөн, әлбиттә, ҙур уңайһыҙлыҡтар, мәшәҡәттәр тыуҙыра. Бигерәк тә термометрҙың 20 градустан түбәнерәк төшөүе асыҡта һәм йылытылмаған гаражда торған автомобилдәрҙе иртән тоҡандырыуҙы ҙур яфаға әйләндерә. Һалҡын көндә автомобилде еңел һәм артыҡ мәшәҡәтһеҙ ҡабыҙыу, эшкә йылы машинала барып етеү өсөн нимә эшләргә кәрәк?
    Автомобилде тоҡандырыр алдынан электр ҡулланыусы барлыҡ приборҙың – фараларҙың, магнитоланың, артҡы быяланы иретеүсе системаның, йылытыу вентиляторының һүндерелгән булыуын тикшерегеҙ. Һалҡында оҙаҡ ултырған автомобилдең аккумуляторы ла «өшөй». Шуға ла уның электролитын ебетеп ебәреү маҡсатында 10 – 20 секундҡа фараларҙы тоҡандыр­ырға кәрәк. Әгәр машина төн буйына урамда торһа, мото­р­ҙағы майҙы сайҡатып ебәреү өсөн тәүҙә стартерҙы 35 секунд тирәһе эшләтегеҙ.

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тимер бонус Яңылыҡтар

    Был документҡа индерелгән һуңғы үҙгәрештәргә ярашлы, йәше 10 йылдан ашҡан автомобилдәрҙе утилгә тапшырыу 2010 йылдың 8 мартынан 1 ноябргә тиклем илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә лә үтәсәк. Ошо хаҡтағы программаны яңыраҡ РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин раҫланы ла инде. Уны тормошҡа ашырыу ил бюджетына 11 миллиард һумға төшәсәк. Алдан хәбәр ителгәнсә, иҫке машинаны тапшырған өсөн бирелгән сертификатты яңы автомобиль һатып алғанда файҙаланырға мөмкин буласаҡ. Һәр иҫке «тимер ат» өсөн дәүләт 50 мең һум аҡса түләргә әҙер. Тағы ла 1 миллиард һумды машиналар менән сауҙа итеүселәр металл һыныҡтарын утилгә тапшырыу пункттарына алып барғандағы сығымдарын ҡаплау өсөн аласаҡ. Яңы тәжрибәне ойоштороу сығымдарына 50 миллион һум аҡса бүлеү ҡарал­ған.
    Шулай итеп, Рәсәйҙә дәүләт иҫәбенә яңы автомобилдәрҙе һатып алғанда бонустар менән 199 мең кеше үҙен бәхетле итә аласаҡ.

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ике йәш медик-егет һөйләшә:
    – Мин отоларинголог булырға булдым, – ти береһе.
    – Әгәр ҙә һин, ысынлап та, тормошта уңышҡа ирешәм тиһәң, иң яҡшыһы теш табибына уҡы, – ти икенсеһе. – Үҙең уйлап ҡара, һинең буласаҡ пациенттарыңдың берәр генә тамағы, берәр генә танауы һәм икешәр генә ҡолағы. Уның ҡарауы, 32 теше бар!

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бар доньяны шаулатып... Мәҙәниәт

    Бар доньяны шаулатып...Ысын мәғәнәһендә тарихи ваҡиға! 11 ғинуарҙа донъяның иң күренекле театры – Миландың «Ла Скала» сәхнәһендә данлыҡлы яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡовтың соло концерты үтте. Ике сәғәт буйы дауам иткән тамашаның төп үҙенсәлеге – опера арияларынан тыш, башҡорт халыҡ йырҙары яңғырауында. Хәбәр итеүебеҙсә, бас тауышлы йырсы был концертында аһәңле, ғәжәйеп моңло башҡорт халыҡ йырҙарын ҡурай (!) моңо оҙатыуында башҡарып, донъяның төрлө ҡитғаларынан йыйылған барса халыҡты таң ҡалдырған. Юғары сәнғәтте нескә тойған әллә күпме тамашасы сығышты бөйөк сәнғәт (!) тип ҡабул иткән.

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Суверенитет яулау менән «яу» бөтмәне Башҡортостан, Сәйәсәт

    Суверенитет яулау менән «яу» бөтмәне
    1990 йылдың 11 октябре, Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгән көн, хәҙер Республика көнө булараҡ билдәләнә. Үҙаллылыҡ яулауын-яуланыҡ, әммә хәл итәһе мәсьәләләр бының менән генә бөтмәне, киреһенсә, хатта ҡатмарлашҡандай ҙа тойолдо. Кемдәргәлер Башҡортостан Республикаһының бойондороҡһоҙлоҡҡа ынтылышы оҡшаманы, әлбиттә. Үҙәк тә оҙаҡ ваҡыт суверенитетты таныманы, тиергә лә мөмкин. Һәр хәлдә башҡорт йәмәғәтселегенә яңы башланған 1991 йылда башҡараһы эштәр етерлек булды. Матбуғат баҫмалары, шул иҫәптән «Йәшлек» тә сәйәси ваҡиғаларҙы объектив яҡтыртырға тырышты. Шул йылдағы йәшәйешкә байҡау яһағанда был асыҡ күренә (өҙөктәр үҙгәртелмәйенсә бирелә).
    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан шифаханаһы – иң яҡшыһы Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Яңы йыл байрамдарында Башҡортостанда булып киткән РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Екатерина Лахованан рәхмәт хаты килгән.
    Үҙенең хатында ул Башҡортос­танда оҙаҡ йылдар дауамында шифахана-курорт системаһын яҡлау һәм үҫтереү өлкәһендә һөҙөмтәле сәйәсәт алып барылыуын билдәләй.
    «Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!
    Илдең етәкселеге тарафынан Рәсәйҙең шифахана-курорт учреждениеларын тергеҙеү һәм үҫтереү бурысы ҡуйылған. Уның нисек уңышлы тормошҡа ашырылыуын «Янғантау» шифаханаһы миҫалында күрергә мөмкин.

    авторы: admin | 14 января 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru