Баш барҙа бүрексе бөтмәҫ, аяҡ барҙа итексе бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тәҡдир һәм яҙмыш
  • Ниңә шулай?
  • Йылға башы – шишмәнән, эскелек – бер шешәнән
  • «Ассамблея үҙ бурысын лайыҡлы үтәй»
  • Көләмәстәр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Еңел енәйәт өсөн – өй тотҡонлоғо Сәйәсәт

    Яңы йыл алдынан РФ Президенты Дмитрий Медведев Енәйәт һәм Енәйәт-башҡарылыш кодексына төҙәтмә индереү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы: Рәсәйҙә 10 ғинуарҙан енәйәт өсөн иректән мәхрүм итеүҙең яңы төрө – өй тотҡонлоғо (домашний арест) индерелде.
    Иректе сикләү хөкөм ителеүсене колонияға ебәрмәй, уны иркенән өлөшләтә мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота, йәғни хөкөм ителеүсе йәшәү, эш һәм уҡыу урынын алмашты­рырға, ҡаланан, райондан ситкә сығырға, төндә өйөнән сығып китергә тейеш түгел. Шулай уҡ ул күп кеше йәлеп ителгән сараларҙы ойоштора йәки уларҙа ҡатнаша алмай. Был тыйыуҙарҙы боҙған хәлдә, суд кешене иркенән сикләүҙе иркенән мәхрүм итеүгә алмаштырасаҡ. Яңы закон буйынса, кешенең ике айҙан дүрт йылға тиклем иркен сикләү, шул иҫәптән өй аресы еңел енәйәт ҡылғаны – кешене туҡмағаны, ниҙер урлағаны, кемделер талағаны, кешегә яла яҡҡаны, кәмһеткәне, енәйәт юлы менән алған табышын легалләштергәне һәм башҡалар өсөн ҡулланыласаҡ.

    авторы: admin | 14 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсәй балалары яҡлаулы буласаҡ Яңылыҡтар

    РФ Президенты Бала хоҡуҡтары буйынса яңы уполномоченныйҙы тәғәйенләне. Дмитрий Медведев адвокат һәм телевизион тапшырыуҙар алып барыусы Павел Астаховты РФ Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса уполномоченный итеп тәғәйенләне. Астахов махсус рәүештә үҙе өсөн ойошторолған балалар омбудсмены вазифаһына 2009 йылдың сентябрендә тәғәйенләнгән Алексей Голованде алмаштырҙы. 43 йәшлек Павел Астахов «Павел Астаховтың адвокаттар коллегияһы»на етәкселек итә. Уның клиенттары араһында – Мәскәү мэры Ю. Лужков, Волгоградтың элекке мэры Е. Ищенко, РФ Иҫәп-хисап палатаһы башлығы С. Степашин, музыкант В. Спиваков һәм­ баш­ҡалар. 2003 йылдан бирле Астахов «Час суда» программаһын, 2006 йылдан алып Рен-ТВ телеканалында «Три угла» сәйәси ток-шоуын алып бара.

    авторы: admin | 14 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сит ерҙәргә барып, фәһем алып Мәғәриф

    Сит ерҙәргә барып,   фәһем алып   Ғалим, БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының халыҡ-ара ТӨРКСОЙ ойошмаһындағы вәкиле Әхәт Ғөбәй улы Сәлихов менән әңгәмә ҡороу ниәте күптән бар ине. Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылының йомғаҡтарын барлағанда, ниһайәт, интернет селтәре ярҙамында әңгәмәләшергә насип булды. Һүҙ, башлыса, белем алыу, йәштәрҙең аралашыу даирәһе тураһында барҙы.
    – Әхәт Ғөбәй улы, Һеҙҙең менән аралашыу мөмкинлеге килеп сығыуына бик шатмын. ТӨРКСОЙ ойошмаһы менән Башҡортостан Республикаһының бәйләнештәре тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтегеҙ әле?

    авторы: admin | 14 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шағир асҡан доңья Әҙәбиәт, Шиғырҙар

    Шағир асҡан доңьяАлты тиҫтәгә һуҙылған ижади биография сағылышы бар был юлдарҙа. Эйе, шағир тыуған йылынан башлап тормошҡа «һөйөү күҙе» менән бағып, уға ғашиҡ булып, ҡулына ҡәләм алғас, һәр яңы әҫәре менән «ҡабат аса донъяны». Шуға ла ул һәр саҡ яңы һәм үҙенсәлекле.
    Марат Кәримовтың тәүге «Бөрөләр» исемле китабы 1956 йылда баҫылып сыҡҡайны. Уның һәм тиҫтерҙәренең тәүге йыйынтыҡтары донъя күргәс, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим, йәш шағирҙар ижадына ентекле ижади байҡау яһап, һәр башлап яҙыусыға дәрес һәм һабаҡ булырлыҡ «Ҡәләмдәш иптәштәргә хаттар» исемле мәҡәләләрен баҫтырҙы. Шуларҙың береһе Марат Кәримов ижадына арналғайны. «Башҡорт поэзияһына һиҙгер йөрәкле, күтәренке күңелле, үткер күҙле яңы бер шағир килә», – тип яҙғайны ул йәш ҡәләмдәше хаҡында.

    авторы: admin | 14 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Еңғәкәйем йәки Бала саҡҡа хат Әҙәбиәт » Хикәйә

    Һаумы, Вәлимә еңгәй!
    Тороп тор әле, еңгәй, тип әйтәм дә ул, тик һин миңә ҡайһы яҡтан еңгәй булып сығаһың икән? Атайым яғынанмы, әсәйем яғынанмы әллә? Хәйер, беҙҙең яҡтарҙа ауылға килен булып төшкән һәр һылыуҡайға, хөрмәт-ихтирамын белдереп, балалар – «еңгәй», өлкәндәр «килен» тип өндәшә. Был ата-бабаларыбыҙҙан борондан ҡалған матур йола бит ул. «Еңгәй!» Ҡайһылай матур, яғымлы яңғырашлы, ҡолаҡҡа ятышлы һүҙ! Еңгәй кеше бикәс өсөн әхирәт тә, яҡын серҙәш тә. Әсәһе-апалары менән уртаҡлаша алмаған серҙәрен ауыл ҡыҙҙары нәҡ еңгәләре менән генә уртаҡлаша.

    авторы: admin | 14 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЯҢҒЫҘ ШӘМДӘЛ Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    ЯҢҒЫҘ ШӘМДӘЛЯңыраҡ ҡулыма Өфө шағирәһе Светлана Дегтяреваның «И я вернусь к тебе» китабы килеп эләкте. Үкенескә күрә, шағирәне күргәнем булманы. Әммә 28 йәшендә генә яҡты донъя менән хушлашҡан һөйөклө ҡатындың, ике бала әсәһенең яҡты ижадын башҡорт уҡыусыларына ла еткереү теләге уянды.
    Эйе, бик күп һынау аша үтергә тура килә Светланаға. 2002 йылда Германия күгендә шартлаған ике самолеттың береһендә Дегтяревтарҙың улы Кирилл да була. Ошо фажиғәнән һуң Светлана күкрәк аҫтында ятҡан сабыйын да саҡ юғалтмай. Әммә ғаиләне һағалаған бәләләр бының менән генә тамамланмай: уларҙың ҡала ситендәге йорттары яна, автоһәләкәткә осрайҙар.

    авторы: admin | 14 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Конкурстан һуң уйланыу Мәғәриф

    Конкурстан һуң уйланыуБыл конкурстың иң төп үҙенсәлеге – ул күп яҡлы, йәғни дүрт төрҙән тора. Балалар унда үҙҙәрен төрлө яҡлап күрһәтергә тейеш. Арҙаҡлы яҙыу­сыларыбыҙҙың тормошона һәм ижадына бағышланған викторинала уҡыусыларыбыҙ үҙҙәренең белемен күрһәтә, ә инде «Урал батыр» эпосынан өҙөктө сәхнәләштереүҙә артислык таланттары асыла, таныштырыу программаһында уларҙың тыуған яҡтарының тарихын тәрән белеүен һәм уның менән ғорурланыуын күрәбеҙ, эпосты ятлауҙарынан шундай тәрән фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә булған әҫәрҙе тулыһынса аңлауҙарын күреп шатланабыҙ. Һәр бер турҙы ҡарағандан һуң, Урал батыр бөгөн дә үҙенең вазифаһын үтәй, тип әйтә алабыҙ.
    Бәйге үткән Бәләбәй районының «Аҡсарлаҡ» белем биреү-һауыҡтырыу үҙәген балаларҙы дүрт көнгә үҙенә туплаған башҡорт йәйләүе тип атарға мөмкин.

    авторы: admin | 14 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сасҡау һыуығы Әҙәбиәт » Хикәйә

    Сасҡау һыуығыКабинетында ул бер үҙе. Нимә­лер уҡый ҙа яҙған була, уҡый ҙа яҙған була. Тауышһыҙ ғына ишек асылды. Йом­шаҡ баҫып, сәсен сит ил ҡатындары кеүек күперткән прическалы ярҙамсыһы инде һәм һәр һүҙенә баҫым яһап өндәшәһе итте:
    – Иптәш Хәлитов, һеҙгә репрессия­ланған яҙыусы Төхфәт Йәнәбиҙең ҡатыны Хәҙисә Кәлимуллина инергә теләй.
    Кабинет хужаһы тауыш килгән яҡҡа әйләнеп ҡарамай ғына урынынан торҙо. Элгестән пальтоһын алып яурынына һалды. Мөйөштәге электр йылытҡысы янына барып, ҡулдарын тегеләй-былай ышҡырға тотондо. Нисә көн инде уның кабинеты һыуыҡ. Йылытҡыс батареялары шартлаған да, йүнәтә алмай аҙапланалар. Сығып та китә алмай. Йыйылыш та ултырыш, ултырыш та йыйылыш. Был арала репрессияланғандарҙың туған-тыумасаларынан килгән ялыуҙарҙы тикшереп көнө үтә. Һыуыҡ бүлмәлә ултырыуы оло бәлә икән.

    авторы: admin | 14 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru