Ата алмағандың уғы алты ҡолас китер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • АУЫЛҒА ҠАЙТ ТА АҠСА АЛ!
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • Йондоҙнамә
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Тәмле
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Рәсми хроника Яңылыҡтар

    Иҡтисади именлек нигеҙе ҡаралды

    Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһында “Рәсәйҙә газ һәм нефть химияһын үҫтереү буйынса саралар тураһында” тигән кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов та ҡатнашты.
    Волга буйы федераль округы буйлап эш сәфәре сиктәрендә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин үткәргән кәңәшмәлә РФ субъекттары етәкселәре менән бергә федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, нефть һәм газ химияһы сәнәғәте предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.

    авторы: Альбина | 19 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Саммит асыла
    Швецияла Рәсәй – Европа Союзы саммиты асыла.
    Иҫәп буйынса ул 24-сеһе. Унда Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ҡатнаша. Һуңғы һигеҙ йыл эсендә был Скандинавия иленә Рәсәй башлығының беренсе тапҡыр барыуы. Сара Швецияның Премьер-министры Фредрик Райнфельд етәкселегендә үтә. Унда күтәреләсәк төп мәсьәләләр – сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек, энергохәүефһеҙлек һәм донъя көрсөгө эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса үҙ-ара хеҙмәттәшлек. Иран, Афғанстан һәм Фәләстандағы хәл-ваҡиғалар кеүек көнүҙәк халыҡ-ара мәсьәләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Саммитта ҡатнашыуҙан тыш, Дмитрий Медведевтың Швецияның министрҙар кабинеты башлығы менән рәсми осрашыуы һәм Карл XVI Густав янына аудиенция ла планлашты­рылған.

    авторы: Альбина | 19 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Салауат батыр тоҡомдары «Йәшлек» гәзитен уҡыймы? Яңылыҡтар

    Республика төбәктәрендә үткәрелеп килгән Матбуғат байрамы эстафетаһы төньяҡ-көнсығыш райондарына ла етте. Ошо көн­дәрҙә Дыуан районының Мәсәғүт ауылында район мәҙәниәт йортонда халыҡ гөрләй ине. Матбуғат байрамына БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, БР Журналистар союзы, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле, Дыуан, Салауат райондары хакимиәттәре, Башҡортостан буйынса федераль почта хеҙмәте идаралығы вәкилдәре, республика, район баҫмаларының баш мөхәррирҙәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыйылғайны.

    авторы: Альбина | 19 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Белорустарҙың «Спадчына» республика милли-мәҙәни үҙәге ҡарамағында йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе асыу күҙаллана. Үҙәк рәйесе Игорь Лясович хәбәр итеүенсә, бында беҙҙең республика биләмәһендә йәшәүсе бело­рустарға социаль, юридик, мөмкинлеккә ҡарап, аҙ тәьмин ителгәндәргә матди ярҙам да күрһәтеләсәк. Йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе 2010 йылдың икенсе яртыһында эшләй башлаясаҡ.

    авторы: Альбина | 19 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ВӘҒӘҘӘЛӘР БИРЕЛДЕ. УЛАР ҮТӘЛЕРМЕ? Иҡтисад

    РӘСӘЙ Федерацияһы Прези­денты Дмитрий Медведевтың икенсе Мөрәжәғәтнамәһен анализлар алдынан бер нисә тарихи ваҡиғаға байҡау яһарға кәрәк. Медведев власҡа элита йәки электорат дәғүәселеге аша түгел, ә һарай (дворцовая ситуация) шарттарында килде. Ә Владимир Путин киҫкен элита дәғүәселеге, Евгений Примаков йөҙөндә көслө һәм харизмалы гипотетик дәғүәсе, икенсе чечен кампанияһынан һуң башланған теракттар серияһы кеүек саҡырыуҙар аша ил менән идара итә башлағайны.

    авторы: Альбина | 19 ноября 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Башҡорт йәштәре хәрәкәте тарихының тәүге осоро (1901–1917 йылдар) Башҡортостан

    Билдәле булыуынса, ХIХ быуат ахырына Рәсәй империяһы халҡының 40 процент­ҡа яҡынын үҫмерҙәр һәм йәштәр тәшкил иткән. Илдәге ихтилалдар Беренсе бөтә донъя һәм Граждандар һуғыштары халыҡ һанында балалар, үҫмерҙәр һәм йәш­тәрҙең өлөшөн арттырып ҡына ҡалмай, ә унан да бигерәк уларҙың ижтимағи, йәмғиәүи әүҙемлегенә булышлыҡ итә. Был – тарихи тәүсығанаҡтар, ҡәтғи дәлилдәр менән раҫланған факт.

    авторы: Альбина | 19 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    2020 йылда пенсия 25 мең һум булырмы? Яңылыҡтар » Иғтибар

    Чиновниктар хаҡлы ялға сы­ғыуҙы үҙ иркебеҙ менән кисектертергә уйлай

    Юҡ, пенсия йәшен күтәрмәйәсәктәр. РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығында башҡа юл уйлап тапҡандар: пенсияның страховка өлөшөнөң күләме хеҙмәт стажына бәйле буласаҡ. Оҙағыраҡ эшләгән һайын пенсия ла күберәк буласаҡ. Уның ҡарауы, 2020 йылдан егәрлеләр ҡарт көнөндә ай һайын 25,5 мең һум пенсия аласаҡ!

    авторы: Альбина | 19 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    БОРОНҒОЛАРҘАН ҠАЛҒАН МИРАҪ Мәҙәниәт

    Уны киләсәк быуындарға ла түкмәй-сәсмәй тапшырырға кәрәк

    Һуңғы йылдарҙа «Ағиҙел» Башҡортостан нәфис кәсепселеге предприятиеһында, Әүжәндә талдан үреү кеүек эштәр киң ҡолас алды. Бындай кәсептәр башҡа райондарҙа ла үҫешә.
    Әлеге ваҡытта оҫталар ысын мәғәнәһендә милли һәм заман һулышына ярашлы эштәр башҡара: келәмдәр һәм балаҫтар һуға, сигеү сигә, аппликация, бәйләү, туҡыма биҙәү, фарфор, керамик әйберҙәр, ағасты һырлау, лаклы живопись менән шөғөлләнә.

    авторы: Альбина | 19 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru