Дәрт - даръя, дарман - донъя.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Дайджест
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • Ағас күрке – япраҡ, тиһәләр, урман күрке – мышылар...
  • Хужабикәгә кәңәш
  • Ауыл хужалығын үҫтереү стратегияһы дөрөҫ һайланған
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Иғтибар! Тура бәйләнеш! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Иғтибар! Тура бәйләнеш!Социаль мәсьәләләр, атап әйткәндә, ғаилә институтын нығытыу, статусын яҡлау, аҙ тәьмин ителгән, ишле бала тәрбиәләүселәр хаҡында хәстәрлек күреү дәүләтебеҙҙең даими иғтибар үҙәгендә. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ошондай һөйөнөслө лә, ҡайһы саҡта билдәле мәшәҡәттәр ҙә тыуҙырған проблемалар буйынса асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә саҡырабыҙ. Һеҙҙең һорауҙарға БР Хөкүмәте Аппаратының хеҙмәт, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге мөдире Лилиә Салауат ҡыҙы ҒҮМӘРОВА яуап бирәсәк. «Тура бәйләнеш» 27 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тән 4-кә тиклем үтәсәк.
    Шылтыратығыҙ! Бәйләнеш өсөн телефон: 8(347) 2-73-46-38.

    авторы: admin | 22 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бүздәктә үткән Матбуғат байрамы сағыу ваҡиғаға әйләнде Яңылыҡтар

    Бүздәктә үткән Матбуғат байрамы сағыу ваҡиғаға әйләндеБүздәк районында БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, Башҡор­тостан Журналистар союзы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе, БР Федераль почта элемтәһе хеҙмәте идаралығы һәм Бүздәк районы хакимиәте тарафынан ойошторолған Матбуғат байрамы Республикала тәүгә үткәрелгән матбуғат сараһында Бүздәк, Баҡалы, Благовар, Шаран, Илеш, Кушнаренко, Дүртөйлө, Саҡ­мағош район хакимиәттәре вәкилдәре, республика баҫмалары, БР Журналистар союзының төньяҡ-көнбайыш ижад берләшмәһенә ҡараған ҡалалар, берләшкән һәм район гәзиттәре етәкселәре, һигеҙ райондың ауыл хакимиәттәре, мәктәптәр, балалар баҡсалары, почта бүлексәләре, мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре ҡатнашыуы матбуғатҡа ҡарата иғтибарҙың артыуын күрһәтте.

    авторы: admin | 22 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан киләсәгенең нигеҙе – үҙаллылыҡ! Башҡортостан

    Үткән шәмбелә Өфөнөң Салауат Юлаев исемендәге майҙанында митинг үтте. Унда ҡатнашыусы йәштәр республиканың суверенитетын ҡайтарыуҙы һәм Башҡортостандың 1993 йылғы Конституцияһын тергеҙеүҙе талап итте.
    «Башҡортостандың 1993 йылғы Конституцияһын ҡайтарығыҙ», «Суверенитеттан тыш Башҡортостандың киләсәге юҡ» кеүек плакаттар менән пикет бер сәғәт дауамында барҙы. Сара бер нисә йәмәғәт ойошмаһында хуплау тапты, улар ҙа пикетҡа ҡушылды. Акцияла ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһының ысын суверенитетын һәм 1993 йылғы Конституцияһын тергеҙеүҙе талап итеүсе резолюция ҡабул итте.

    авторы: admin | 22 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Композитор Айрат (Рәит) Ғайсин Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзы рәйесе итеп һайланды. Уның кандидатураһы союздың юбилейы сиктәрендә үткән отчет-һайлау йыйылышында раҫланды. Яңы рәйес союздың музыкаль фондын тергеҙеүҙе, сәнғәт өлкәһендәге һөнәри уҡыу йорттары һәм союз араһында бәйләнеш урынлаштырыуҙы, ойошманың китапханаһын булдырыуҙы эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тип һанай.

    авторы: admin | 22 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Затонда подстанция Яңылыҡтар

    Яңыраҡ Өфөлә «Затон» подстанцияһының беренсе сираты сафҡа индерелде. Ул «8 Март» микрорайоны тирәһендә, Ағиҙел йылғаһының һул ярында, төҙөлгән. Буласаҡ объектҡа нигеҙ ташы 2007 йылда уҡ һалынғайны. Былтыр илдә иҡтисади хәл ҡатмарлашып китһә лә, төҙөлөш туҡталманы, ҡиммәтле ҡорамалдар һатып алыу өсөн аҡса бүленеү дауам ителде. Ҡыҫҡаһы, «Затон» подстанцияһы планлаштырылған ваҡытта файҙаланыуға тапшырылды.

    авторы: admin | 22 октября 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Туй индустрияһы заманға яраҡлаша, камиллаша бара.
    Хәҙер ир менән ҡатын мөнәсәбәттәрен законлаштырыу өсөн йыһанға ла оса ала. Японияның бер фирмаһы туйҙы йыһанда үткәреү өсөн заказдар ҡабул итә башлаған да инде. Никахлашыусыларҙы ерҙән 100 километр бейеклеккә махсус суборбиталь карап күтәрәсәк. Туйҙың иң яуаплы мәлендә йәштәр үҙҙәренең ауырлыҡтарын тоймай башлаясаҡ һәм тап шул ваҡытта улар бер-береһенә ғүмерлеккә тоғро булырға һүҙ бирәсәк.
    Туйҙы йыһанда үткәреү яҡынса 2,3 миллион долларға төшәсәк.

    авторы: admin | 22 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәғәтегеҙҙе ҡышҡы ваҡытҡа күсерергә онотмағыҙ! Яңылыҡтар

    Киләһе йәкшәмбелә, 25 октябрҙә, төнгө 3-тә сәғәт телдәре бер сәғәткә артҡа күсереләсәк.
    Был төндә юлда булған пассажир һәм йөк поездары, электричкалар айырым график буйынса хәрәкәт итәсәк. Ил вокзалдарында ла пассажирҙар ваҡыттың күсеүе тураһында хәбәрҙар буласаҡ. Самолеттар төнгө сәғәт 2-нән 3-кә тиклем иҫке ваҡыт буйынса осасаҡ һәм яңы ваҡыт буйынса килеп төшәсәк.

    авторы: admin | 22 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    "Тимер ат"ындың Яңылыҡтар

    "Тимер ат"ындыңҮҙ һаулығын хәстәрләгән һәр кеше йыл һайын медицина тикшереүен үтеп торған кеүек, «тимер ат» та бындай тикшереүгә мохтаж. Тимер тимер инде, тиһәң дә, ул да иҫкерә, уның да үҙенә күрә сыҙамлығы бар. Автомобилде ҡарамайынса, ваҡытында эшлектән сыҡҡан шыйыҡсаларын, деталдәрен алмаштырмайынса, капот аҫтына оҙаҡ күҙ һалмай йөрөһәң, «дуҫың»дың «сырхап» китеүе ихтимал. Уның юлда ваҡытһыҙ сафтан сығыуы күңелһеҙ эҙемтәләр менән тамамланыуы ла бар. Шуға ла, иң яҡшыһы, «тимер дуҫ»ыңды тәрбиәләп, техник тикшереү үтеп тороу зарур. Күптәр быны бик етди ҡабул итмәй, уның әһәмиәтенә лә артыҡ иғтибар бирмәй. Әммә был үҙенә күрә иҫкәртеү сараһы бик күп бәләнән һаҡлай ала икән. Техник тикшереү үткәндә ниндәй документтар әҙерләргә һәм диагностиканы нисек үтергә?

    авторы: admin | 17 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru