Иренсәк донъянан ҡоро ҡалыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Дайджест
  • Сөннәтләү – кәрәкле ғәмәл
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Француздар менән берлектә Яңылыҡтар

    «Лубат+» тигән француз компанияһы республика биләмәһендә эшләйәсәк керамик кирбес заводы төҙөлөшөн инвестициялауҙы күҙаллай. Туймазы ҡалаһында ошо турала килешеүгә ҡул ҡуйыуҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ҡатнашты. Инвестиция күләме 30 миллион евро тәшкил итә.
    – Компания дөрөҫ юл һайланы, – тине Раил Сарбаев. – Башҡортостанда инвесторҙар йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Уға яуап итеп, француз компанияһы президенты Жозе Бертанья республикала биш йыл элек булып китеүен һәм уның ышаныслы партнер икәнен раҫлауын белдерҙе.
    Төҙөлөш эштәре киләһе йылдың мартында башланасаҡ. Шул ваҡытта буласаҡ заводтың тәүге мастерҙары заманса ҡорамалдар менән эшләргә өйрәнеү өсөн Бельгияға юлланасаҡ.

    авторы: admin | 17 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Президентҡа Рәхмәт хаты Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Рәсәй Федерацияһы Федераль адвокаттар палатаһы президенты Евгений Семеняконан хат килде. Унда Е. Семеняко Башҡортостанда Республика адвокатураһы көнөн байрам итеүгә арналған сараларҙа Федераль адвокаттар палатаһы һәм Рәсәй адвокаттар берләшмәһе вәкилдәренә күрһәткән иғтибар өсөн рәхмәт белдерә.
    Хатта: «Һеҙҙең республикала дәүләт менән адвокатураның үҙ-ара эш итеүенең көнүҙәк проб­лемалары һәм уларҙы хәл итеү перспективалары хаҡында фекер алышыуҙар менән тәрән ҡәнәғәтбеҙ. Адвокатураның граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлауға, граждандар йәмғиәте үҫешенә, хоҡуҡи дәүләт төҙөүгә индергән өлөшөн республика етәкселегенең юғары баһалауын күреү ҡыуаныслы. Башҡортостан халҡына хас йомартлыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ беҙҙең күңелдәрҙә рәхмәт тойғоһо уята.
    Һеҙгә һәм бөтә Башҡортостан халҡына артабан сәскә атыу, именлек һәм уңыш теләргә рөхсәт итегеҙ», – тиелә.

    авторы: admin | 17 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юлсылар бүләкләнде Яңылыҡтар

    Баш ҡалала Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш булды. Унда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов тармаҡ алдынғыларына юғары бүләктәр тапшыр­ҙы.
    Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһына «Учалы күсмә механизацияланған колоннаһы» йәмғиәтенең кран машинисы Айрат Йәнгиров һәм «Өфө урман төҙөлөшө» («Уфалесстрой») йәмғиәтенең участка начальнигы Илфир Хужин лайыҡ булды.
    «Автодор СТС-ы» төҙөлөш участкаһы начальнигы Валерий Ермолаев, «Өфө-юл» йәмғиәте директоры Ринаф Исламов, «БР юл хужалығы идаралығы» предприятиеһының баш белгесе Рәшит Йосоповтарға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» исеме бирелде. Бынан тыш, бер төркөм алдынғы эшсән Рәсәй Транспорт министрлығының грамоталарын һәм рәхмәт хаттарын алды.

    авторы: admin | 17 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Оҙатып ҡалды Күк Урал... Хәтер, Юбилейҙар

    Оҙатып ҡалды Күк Урал...112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генералмайор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 110 йыл тулыуға бағышлап, республика Хәрби дан музейы башланғысы менән тыуған «Данлы атлылар юлынан» халыҡара акцияһы Башҡортостан Президенты грантына лайыҡ булды һәм республика етәкселегенең хәстәрлеге, иғтибары ярҙамында тормошҡа ашты. Акция сиктәрендә башҡарылған эштәр Башҡортостан менән Украина араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға, бәйләнештәрҙе артабан үҫтереүгә тос өлөш өҫтәне.
    Шәхестәрен, милләтен күтәргән халыҡ үҙе лә күтәрелә, тиҙәр. Тарихи үткәнен яҡшы белгән, арҙаҡлы шәхестәрен онотмайынса, хәтерендә һаҡлаған һәм ихтирам иткән милләттең генә бөгөнгөһө бар һәм киләсәге лә өмөтлө. Милләтен данлаусы ул һәм ҡыҙ­ҙар­ҙы онотоу үҙебеҙгә хыянат итеү кеүек булыр ине. Шөкөр, республикабыҙҙа был йәһәттән бик күп изге эш башҡарыла, үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән билдәле данлыҡлы шәхестәребеҙҙең исеме урамдарға, парктарға, ял итеү урындарына ҡушыла, һәйкәлдәр ҡуйыла. Салауаттар, Вәли­диҙәр менән бер рәттән, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов тураһындағы хәтерҙең яңырыуы һәм уның шәхесен күтәреү – милләтебеҙ өсөн оло ҡаҙаныш.

    авторы: admin | 17 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    "Йәшле йылан" ағыу сәсә, боғаҙынан быуайыҡ! Сәләмәтлек, Башҡортостан

    "Йәшле йылан" ағыу сәсә, боғаҙынан быуайыҡ!Алкоголизм – бөгөнгө ысынбарлыҡтың көнүҙәк социаль проблемаларының береһе. Йәмғиәтебеҙҙе ҡоротоусы, үлем һаҙлығына батырыусы һәм күпме кешенең башына етеүсе лә – «йәшел йылан». Заман афәтенең йәштәр араһында таралыуы, балаларҙың, үҫмерҙәрҙең спиртлы эсемлектәр менән мауығыуы халҡыбыҙҙың сәләмәтлегенә ифрат ныҡ зыян килтерә. Йәштәрҙең эскелеккә ылығыуы – енәйәтселеккә, ваҡытынан алда үлемгә, суицидҡа этәреүсе яман зәхмәт. Кеше һаулығын ғына емереп ҡалмай, ул демографик хәлде лә хөртәйтә, әхлаҡ ҡанундарын юҡ итә һәм ғаиләләрҙе тарҡата. Социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, алкоголь продукцияһын ҡулланыу йәштәр араһында бигерәк ныҡ таралған. Хәмер уларҙың ҡәҙимге эсемлегенә әйләнеп барыуы шомға һала. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа «Йәштәр араһында алкоголизм проблемаһын хәл итеү юлдары» темаһына үткән «түңәрәк өҫтәл» дә тап ана шул проблемаға бәйле ине.

    авторы: admin | 17 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ике әхирәт һөйләшә.
    – Кисә һине ниндәйҙер йөнтәҫ бер ҡурҡыныс әҙәм менән күргәндәр, – ти береһе.
    – Эйе, ул – кейәү егетем. Ул миңә туй бүләге итеп Гавай утрауҙарының бер нисәһен бүләк итте инде.
    – Йә Хоҙай, ундай ҙа йомшаҡ һәм матур мөғжизәне ҡайҙан таптың?

    авторы: admin | 17 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауылым мәҙәктәре Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Олег – ҡала малайы. Башҡортса бер ауыҙ һүҙ белмәй тиерлек. Йәйгелеккә ҡунаҡҡа килгәс, өләсәһе уны туған теленә өйрәтергә тырыша.
    Бер көн малай көтөү ҡаршыларға ауыл осона китә лә, күп тә үтмәй, кире әйләнеп ҡайта. Өләсәһе, аптырап, һыйырҙы нишләп алып ҡайтмауын һорай. Ейәне: «Һыйыр күперҙә ултырып ҡалды», – тип яуаплай.

    авторы: admin | 17 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таксист яҙмалары Әҙәбиәт » Хикәйә

    Таксист яҙмаларыБарыһының да хирург булырға хәленән килмәгән кеүек, һәр кем дә таксист та булып эшләй алмай. Бында, иң тәү сиратта, шоферҙың машинаны оҫта йөрөтөүе шарт. Сөнки машинаға инеп ултырған һәр кем ишекте ябыу менән, үҙенең ғүмерен водителгә тапшыра. Пассажирын тәғәйен ергә алып барып төшөргәнсе, яуаплылыҡ тик уның иңендә. Ашыҡҡанда ла (ә таксиға кешеләр, ғәҙәттә, ныҡ ашыҡҡанда мөрәжәғәт итә) хаталанырға, юл ҡағиҙәләрен боҙорға, кеше ғүмерен, һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйырға ярамай. Икенсенән, кеше менән аралаша белеү оҫталығы мотлаҡ. Тәжрибәле таксистар үҙҙәренә күрә психологтар һымаҡ (кеҫәһендә махсус белем тураһындағы документ ятмаһа ла): тәү ҡараштан тиерлек пассажирҙың холоҡ-фиғелен асыҡлай, бер нисә минут аралашыуҙан һуң уны борсоған проблемаларҙың айышына төшөнә, артыҡ баҫым яһамай ғына сетерекле хәлдән сығыу юлдарын өйрәтеп, кәңәштәр ҙә бирә.

    авторы: admin | 17 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru