Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тантана
  • [b]Орлоҡ һалығыҙ, тип көтә ер[/b]
  • Ағас күрке – япраҡ, тиһәләр, урман күрке – мышылар...
  • Атайсал, тип янған йөрәктәр
  • Еребеҙ йәмле улар менән
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Реклама Яңылыҡтар » Иғтибар

    Автобагажники, прицепы, фаркопы на все авто.
    г. Уфа, ул. 50 лет Октября, 15
    (возле РК «Огни Уфы»).
    Тел. 272-57-50, 8 901 442

    авторы: admin | 17 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Украиндар тура килһә, харап... Яңылыҡтар » Спорт

    Футбол буйынса донъя беренселегенең финал уйындарында ҡатнашыу өсөн Европаның туғыҙ төркөмөнөң еңеүселәре ЮАР-ға тура юл алды. Улар араһында Дания, Швейцария, Словакия, Германия, Испания, Англия, Сербия, Италия һәм Голландия командалары бар. Ә бына икенсе урын алыу­­сылар үҙ-ара икешәр уйындан торған осрашыуҙа дүрт путевка өсөн көрәшәсәк. Һигеҙ команда донъя рейтингы буйынса билдәләнәсәк. Әйтәйек, Рәсәй, Франция, Греция һәм Португалия клубтары, башҡа дүрт команданан юғарыраҡ торғас, үҙ-ара уйнамай. Тимәк, Рәсәй йыйылма командаһының дәғүәсеһе Украина, Ирландия, Босния, йә булмаһа Словения футболсылары булыуы ихтимал.

    авторы: admin | 17 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Батырыбыҙ – халыҡ хәтерендә Башҡортостан, Хәтер

    Үҙемдә ҡыҙыҡһыныу тыу­ҙырған, һыуһынды ҡандырыр­ҙай, балаларыбыҙға аң нуры өҫтәрҙәй яңы әҙәби, публицис­тик, фәнни китаптарҙы бер нисек тә ситләп, урап үтә алмайым. Хәйер, шулай булырға тейештер ҙә: урыҫтар әйтмешләй, әҙәм икмәк менән генә туҡ була алмай, уға рухи аҙыҡ та талап ителә. Шөкөр, Баш­ҡортостанда рухиәтебеҙҙе байытырлыҡ, зауығыбыҙҙы ҡандырырлыҡ, илһам уятырлыҡ китаптар сығып тора. Һанай китһәң, улар араһында йөкмәтке, жанр, стиль йәһәтенән төрлөһө бар, ялҡауың ғына килмәһен, уҡы ла уҡы – һәр кем үҙенә ярашлыһын таба ала. Аҫылташтар йыйылмаһында ла күҙҙең яуын алырҙай берәү булған һымаҡ, һуңғы арала баҫылған китаптар исемлегендә Фәнүзә Нәҙершинаның ике томлыҡ «Салауат башҡорт фольклорында» тип аталған хеҙмәте айырым урын биләй.

    авторы: admin | 13 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ярһыу ижады – Әҙәбиәт, Шиғырҙар

    Ярһыу ижады – Хәҙерге башҡорт шиғриәтен юғары кимәлгә күтәреп, уның бөгөнгө йөҙөн билдәләп киткән Рәмил Ҡолдәүләт, Ғәбиҙулла Зарипов, Рәйес Түләктәрҙең йәне бик иртә күккә – йондоҙҙар янына ашты. Үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағы – 90-сы йылдары башында шиғриәт йыһанына янып килеп ингән был быуын шағирҙарының былай ҙа еңел булмаған яҙмыштары йөҙөп йөрөп ижад итер мәлдәрендә ҡурсаламаны шул.
    Аяҙ төндә күк йөҙөнә баҡһаң, бер-береһен уҙҙырырға тырышып, йым-йым емелдәгән иҫәпһеҙ-һанһыҙ йондоҙҙарҙы күрәһең. Эйе, уларҙы һанап та, барлап та бөтөрлөк түгел. Ҡыҙыҡ күреп һанай ғына башланың тигәндә, улар йә атылып юҡҡа сыға, йә яҡтылығын юғалтып, йыһан киңлегенең ҡараңғылығына сума. Шул йондоҙҙар араһында мәңге янып торғандары ла бар. Улар башҡаларынан күҙҙәрҙе нурландырырлыҡ сағыу яҡтылығы, йөрәктәр­ҙе елкендерерлек ҡабатланмаҫ сихрилеге, күңелдәрҙе арбарлыҡ ғәжәйеп моңо менән айырылып тора. Ул йондоҙҙар йылдар дауамында яҡтылығын юғалтмай, ә, киреһенсә, тағы ла сағыулана төшә. Ул йондоҙҙар – мәңгелек. Мәңгелек төшөнсәһенә эйә булыу өсөн йондоҙға әүерелеү шарт түгел, ә шул яҡты йондоҙ кеүек янып йәшәү ҙә етәлер. Илең, телең, халҡың өсөн янып...

    авторы: admin | 13 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һай, күңелле «Ритайым» Яңылыҡтар, Мәҙәниәт

    29 августан 9 октябргә тиклем аҙнаның һәр шәмбеһендә баш ҡалабыҙҙың Салауат Юлаев майҙанында моңло йырҙар, дәртле көйҙәр, шат тауыштар яңғырап торҙо. Унда «Ритайым» студенттар байрам марафоны үткәрелеп килде. Юғары һәм урта белем биреү йорттарында уҡыусылар вокал һәм хореографик номерҙар, милли уйындар менән, халыҡ музыка ҡоралдарында сығыш яһаны. Йыйылған йәштәр­ҙең байрамса кәйефен ҡойоп яуған ямғыр ҙа боҙа алманы, улар артис­тар менән бергә йырланы, бейене һәм күңел асты.
    Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арналып, ете аҙна дауам иткән «Ритайым» студенттар марафонының финалы Өфөнөң Конгресс-холында үтте. Гала-концертта БДУ, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ, БДМУ, 2-се Өфө педагогия колледжы студенттары һәм башҡаларҙың һәр сығышы, йыр-бейеүе Республика көнөнә бағышланды. «Ритайым»дың йомғаҡлау сараһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт дәүләт университеты ректоры Мөхәмәт Харрасов, Өфө ҡалаһының Киров райо­ны хакимиәте башлығы Юлай Ильясов ҡатнашты.

    авторы: admin | 13 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәш ярымлыҡ сабый ауырлымы? Яңылыҡтар

    Йәш ярымлыҡ сабый ауырлымы?Ҡытайҙағы Лохэ ҡалаһы табиптары бик ҡыҙыҡлы осраҡҡа тап булған. Йәш ярымлыҡ Канг Мэнруҙы дауаханаға алып киләләр – сабый эсе ауыртыуға зарлана һәм ҡыҙҙың эсе ныҡ ҙур була. Тикшереү барышында баланың ауырлы икәне асыҡлана – ул ҡорһағында үҙенең игеҙәк һыңарын йөрөткән.
    Медицинала бындай хәл бик һирәк осрай һәм «foetus in foeto» («яралғы эсендәге яралғы») тип атала. Медиктарҙың әйтеүенсә, Канг Мэнруҙың әсәһе ауыр­ға ҡалғас та яралғылар­ҙың береһе икенсеһен йотҡан булған.
    Табиптарҙың фекеренсә, сабыйға операция эшләү мотлаҡ, юғиһә ул һәләк буласаҡ. Тик ата-әсә, операция өсөн түләй алмағас, ҡыҙҙарын дауаханала ҡалдырып китергә мәжбүр була. Бәхеткә күрә, баланы икенсе ғаилә үҙенә ала. Әйткәндәй, уларҙың да операция эшләтергә аҡсалары юҡ.

    авторы: admin | 13 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ИЛЕБЕҘҘЕҢ ИҢ КӨСЛӨ КЕШЕҺЕ Яңылыҡтар, Башҡортостан

    ИЛЕБЕҘҘЕҢ ИҢ КӨСЛӨ КЕШЕҺЕ Ул үткән шәмбелә баш ҡалабыҙ Өфөлә 760 тонналыҡ теплоходты егерме метр араға һөйрәп, Ағиҙел ярына йыйылыусыларҙы таң ҡалдырҙы!
    – Был – минең Республика көнөнә Башҡортостаныма бүләгем. Сөнки, Силәбенән тыш, Өфөнө лә тыуған ҡалам кеүек яҡын күрәм. Мин мең тонналыҡ йөктө лә һайлар инем, әммә йылғала уның төбө тейер тип уйланым, – тине ул журналистар менән аралашҡанда. Эльбрус Ниғмәтуллин илдең иң көслө кешеһе тип 2006 йылда Мәскәү йылғаһы ярында 186 тонналыҡ теплоходты һөйрәп таныла. Ул 1974 йылдың 30 мартында Силәбе өлкәһендә тыуа. Егет 2005 йылда стронгмен буйынса донъяның вице-чемпионы, дүрт тапҡыр «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» титулына, пауэрлифтинг, армрестлинг буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, йәнә дүрт спорт төрө буйынса донъя чемпионы исемен яулай.

    авторы: admin | 13 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Республикабыҙҙа БСТ+ музыкаль телеканалы эшләй башланы Яңылыҡтар, Мәҙәниәт

    Был яңы төбәк-ара махсус музыкаль күңел асыу телевизион каналы заманса башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Ул халыҡтың рухи-мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бының өсөн яңғыраясаҡ музыкаль әҫәрҙәр үткән йылдарҙың һәм хәҙерге көндөң иң яратҡан йырҙарын һәм башҡарыу­сыларын, популяр хиттарын үҙ эсенә алды. Тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк каналда мәҙәниәткә, сәнғәткә һәм музыкаға арналған тематик программалар ҙа ҡаралған. Бөтә эфир ваҡыты ҡабатланып торған дүрт сәғәтлек блоктарға бүленгән. Әгәр кемдер ниндәйҙер сәбәп менән теге йәки был тапшырыуҙы ҡарай алмай икән, уны иртән, көндөҙ йә кисен ҡабаттан ҡарау мөмкинлеге бар.

    авторы: admin | 13 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru