Көндөҙ йоҡлаған ир уңмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йыланлы урын
  • Кем аҡыллыраҡ
  • Илдә булмаған ат
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Яңылыҡтар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ниһайәт, Өфө урамдарында туған тел матурлығын данлаған рекламалар барлыҡҡа килде Башҡортостан, Милли проекттар, Сәйәсәт

    Ниһайәт, Өфө урамдарында туған тел матурлығын данлаған рекламалар барлыҡҡа килдеТөрлө төҫтәге яҙыуҙар, һүрәттәр менән сыбарланған рекламаларҙан әллә ҡайҙан айырылып тора шул. Әйтерһең дә, сүп үләне араһында ҡалҡып сыҡҡан нәфис сәскә. Күңелде ниндәйҙер рәхәтлек тойғоһо биләп алды. Бына ҡайҙа ул бер ҡасан да иҫкермәй торған иң ҡиммәтле һәм кәрәкле әйбер – рухи аҙыҡ. Шундай ҡыҫҡа ғына шиғри юлдар­ҙа ла тәрән мәғәнә, һүҙ көсө, һүҙ ҡеүәте беҙҙең өсөн иң ғәзиз төшөнсәләрҙе тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрә.
    Ошо рекламаны күргәндән һуң урамда иғтибарлыраҡ була башланым: тағы ла осрамаҫмы икән ошондай матур рекламалар? Байтаҡ ҡына булып сыҡты улар – Аҡмулланың, Туҡайҙың, Шәйехзада Бабичтың, Баязит Бикбайҙың, Рәми Ғариповтың, Мостай Кәримдең, Рауил Бикбаевтың тел ҡөҙрәте, матурлығы тураһындағы барыбыҙға ла яҡшы таныш шиғырҙары. Кемдең башына шундай матур уй килгән дә, ҡасандан башлап улар ҡала урамдарына ҡуйыла башлаған, тигән һорау тыуҙы. Ошо һорау менән Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең гуманитар бүлегенә мөрәжәғәт иттем.

    авторы: admin | 13 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йылғаның тарихи атамаһын тергеҙәйек Башҡортостан

    Тыуған ауылым Йоносто уртаға бүлеп, бәләкәй генә йылға аға. Шишмәнән башлана ла, Әлкә ауылы эргәһендә Көҫкәнде йылғаһына барып ҡушыла. Бала саҡтан бирле, йылғабыҙҙың исеме бармы икән, тип ҡыҙыҡһындыҡ. Өлкәндәр, йылға йылға инде ул, тип әллә ни аныҡ яуап та бирмәне. Әммә барыбер һыуыбыҙҙың сал тарих яҙып ҡалдырған исеме барлығы асыҡланды. Архив мәғлүмәттәренә таянһаң, Салауат районының Йонос ауылы тураһында бына нимәләр яҙылған: 1795 йылғы иҫәп алыу һөҙөмтәләре буйынса, Шайтан-Көҙәй улусының Йонос ауылы Шоҡшөйҙе йылғаһы буйында урынлашҡан, 20 хужалыҡта (йортта) 117 башҡорт йәшәүе теркәлгән. 1816 йылғы мәғлүмәттән ауылда 21 өйҙә 140 кеше йәшәүе билдәле. Йылғабыҙҙың Шоҡшөйҙе исемле булыуын шул да раҫлай: Йонос эргәһендәге бер тау һырты ла тап ошо атама менән йөрөтөлә.

    авторы: admin | 13 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яуапһыҙ ҡалған һорауҙар Сәйәсәт

    Уның граждандарҙы дәүләткә һалышып йәшәргә яратыуҙа ғәйепләүе менән һис кенә лә килешеп булмай. Ни өсөндөр Д. Медведев был күренештең социаль тамырҙарын эҙләп ҡарамаған. Ә бит Рәсәйҙә ғүмер баҡый дәүләт шәхесте баҫыр­ға тырышҡан, унан өҫтөн торған. Төрмәгә япҡан, һөргөнгә оҙат­ҡан, язалап үлтергән һ. б. Иван Грозныйҙың опричниктары, Петрҙың сиркәү өҫтөнән бойороҡ йөрөтөүе, крепостной хоҡуҡ, колхоздар, Гулаг… Аҙаҡ килеп, демократик институттар­ҙың сифаты түбән булыу ҙа ошоноң менән аңлатыла. Дәүләт баҫымына түҙергә теләмәгәндәр иһә күптән сит илдәргә китеп бөттө. Медведевтың, илде тарҡалыуҙан ҡотҡарҙыҡ, тигән фекере нимәнән сығып әйтелә?

    авторы: admin | 13 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Башҡортостан социаль технологиялар институты Мәскәүҙә үткән «Мәғариф мөхите – 2009» Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә бер юлы ике диплом яуланы. Тағы бер награда институт директоры Тәнзилә Ниғмәтуллинаға тапшырылды. Ул «Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәге лауреаты» миҙалына лайыҡ булды.
    «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында ял үҙәге асылды. 1972 йылда төҙөлгән шифахананың ял үҙәге күптән яңыртыу талап итә ине – йыл һайын бында 12,5 мең кеше үҙенең сәләмәтлеген нығыта. Шуға күрә был объектты асыу тантанаһын ял итеүселәр ҙә, медицина хеҙмәткәрҙәре лә ҡыуанып ҡаршы алды.

    авторы: admin | 13 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте сит ил маркалы машиналарҙы индергән өсөн билдәләнгән дәүләт һалымы хаҡындағы ҡарарҙың ғәмәлдә булыу ваҡытын тағы ла оҙайтты.
    Был яңы автомобилдәргә лә, ҡулланылғандарына ла ҡағыла. Быға тиклем Хөкүмәт сит илдән индерелгән еңел һәм йөк машиналарына тәғәйенләнгән пошлинаның күләмен арттырыу буйынса ҡарар­ҙы ағымдағы йылдың 12 ғинуарынан 11 октябргә тиклем тип билдәләгәйне. Күптәр, 11 октябрҙән һуң пошлина кәмер, тип өмөт итте. Ни тиһәң дә, һалымдың күләме, уртаса алғанда, 25 – 30 процентҡа арттырылды. Алдан фаразлау буйынса, яңы ҡабул ителгән ҡағиҙәләр хәүефле машиналарҙы индереүҙән һаҡларға тейеш булды. Әлбиттә, үҙебеҙҙә етештерелгән автомобилдәр күберәк һатылырға тейеш ине.

    авторы: admin | 13 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан шифаханалары – Рәсәйҙә иң шәбе Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Кисә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Архангел һәм Белорет райондарында булды. Уны БР Хөкүмәте вице-премьеры, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидүс Ямалетдинов менән БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин оҙатып йөрөнө.
    Сәфәрҙең маҡсаты – райондарҙың социаль-иҡтисади хәле менән танышыу, социаль объекттарҙы асыу тантанаһында ҡатнашыу. Атап әйткәндә, республика башлығы Архангел районының Максим Горький ауылында ҡарттар һәм инвалидтар өсөн йорт-интернат, Белорет районының «Асы» шифаханаһында дауалау-диагностика һәм администрация корпустарын асыу тантанаһында ҡатнашты.

    авторы: admin | 13 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йылға буйҙары матур! Башҡортостан

    Республика көнөндә Сипайлово биҫтәһендә Өфө йылғаһы ярын ташҡындан һаҡлау маҡсатында төҙөлгән дамбаның беренсе сираты файҙаланыуға тапшырылды.
    Объектты асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.
    – Төп байрамыбыҙҙың ун туғыҙынсы йыллығын матур уңыштар, ҡаҙаныштар менән ҡаршылауыбыҙ һөйөнөслө, – тип билдәләне, тантанала сығыш яһап, биҫтәлә йәшәүселәрҙе тәбрикләүсе Раил Сәлих улы.

    авторы: admin | 13 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Киләсәккә бағам ышаныслы Яңылыҡтар

    Һаулыҡ – ҙур байлыҡ, тигән әйтем бер ҡасан да актуаллеген юғалтмай. Республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең сәләмәтлеген нығытыу һәм һаҡлау дәүләтебеҙҙең даими иғтибары үҙәгендә. Шуны танымай булмай, Федераль үҙәк иғлан иткән «халыҡты һаҡлау» идеяһы беҙҙә инде оҙаҡ йылдар дауамында тормошҡа ашырыла. Быны БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың күптән түгел Мәләүез ҡалаһында үткән һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса Республика Советының күсмә ултырышында әйткән һүҙҙәре лә ҡеүәтләй: «Беҙ кешеләрҙең физик һәм рухи сәләмәтлеген милләттең байлығы, кеше капиталы, Башҡортос­тандың киләсәгенә инвестициялар булараҡ ҡарайбыҙ». Ысынлап та, республикабыҙ, өлгәшелгән уңыштарҙы лайыҡлы дауам итеп, халыҡтың сәләмәтлеген нығытыуға йылдан-йыл ҙурыраҡ сығымдар бүлә.

    авторы: admin | 10 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru