Көрәк бөтмәһә - тиҙәк бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • Ҡомһоҙ инспекторҙар исемлеге
  • Байрам менән!
  • Йондоҙнамә
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мөғжизәләр иле – Башҡортостан Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Мөғжизәләр иле – БашҡортостанДәүләтебеҙҙең төп байрамын халҡыбыҙ ҙур уңыштар, юғары ҡаҙаныштар менән ҡаршылай. Йылдағыса, Башҡортостандың тыуған көнө уңайынан баш ҡалала һәм республикабыҙҙың ҡала һәм райондарында бик күп матур тантаналар, байрам саралары, конкурстар, ярыштар уҙғарыла. Улар араһында йылдар дауамында ҡабатланып килеп, матур йолаға әйләнгәндәре лә, яңы башланып торғандары ла бар. Шуларҙың береһе – «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» акцияһы. Быйыл тәүге тапҡыр ойошторолған был акцияла республикабыҙҙың йөҙөн билдәләрҙәй, халҡыбыҙҙың ҡаҙанышы булырҙай тәбиғи ҡомартҡылар, тарихи-мәҙәни һәйкәлдәр, көнкүреш әйберҙәре асыҡланды.
    «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Сәләм» программаһы «Киске Өфө» гәзите менән берлектә ойошторған акция ике этаптан торҙо. Тәүге этабында ватандаштарыбыҙ «Башҡортос­тандың ете мөғжизәһенә нимәләрҙе индерер инегеҙ?» тигән һорауға яуап эҙләне. Телевизор ҡараусылар, гәзит уҡыусылар күңелдәренә хуш килгән, милли ғорурлығыбыҙ булырҙай әйберҙәр хаҡында үҙ фекерен еткерҙе, улар тураһында фильмдар төшөрөлдө, гәзит биттәрендә мәҡәләләр донъя күрҙе.

    авторы: admin | 10 октября 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Илдар Ғәбитовтан Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре байрамына арналған кроссворд Конкурстар, Әҙәбиәт

    Илдар Ғәбитовтан Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре байрамына арналған кроссвордГоризонталь буйынса. 7. «Нигеҙлерәк барынан да тупраҡ: / Төрлө затты тыуҙыралыр тупраҡ. / (...)тең үҙгәреше ҡырыйһыҙ – / Тупраҡҡа бары торор туҡрап» (Аҡмулла). 8. «Ауыл (...)ының үҙенсәлеге шунда: әгәр һин бер эш менән һуңлайһың икән, бөтә эш тә артта ҡала» (Өлкән Катон). 11. «Икмәк өсөн тир түккән – уның (...)ен белгән». 12. «Икмәккә мөхәббәт, һаҡсыл ҡараш, Ватанға һөйөү кеүек үк, әсә һөтө менән инә, бала саҡтан тәрбиәләнә. Был тойғоно аңламаған, бигерәк тә уға тап төшөргән кешеләрҙе буш (...) тип атайым» (Терентий Мальцев, халыҡ академигы, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы). 16. «Бешкән икмәк еҫе – һәр (...)нән хуш еҫле».17. Был айҙа ҡайын ботағында ҡар алҡа-алҡа булып аҫылынып торһа, ул йылды иген уңыр. 18. «Игенем күп булды, тип ҡыуанма, (...)ың булһын».

    авторы: admin | 10 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йылайырҙар тыуған еренә берегеп йәшәй Башҡортостан, Иҡтисад

    Йылайырҙар тыуған еренә берегеп йәшәйРеспубликабыҙ үҙаллылыҡ алғандан һуң йәшәлгән ғүмергә йомғаҡ яһап, башҡарылған эш-ғәмәлдәрҙе барлап, бөгөнгө йәшәү-көнкүрешебеҙгә күҙ һалһаң, күңел үҫеп китә. Бынан ике тиҫтә йыл элек һәр ғаилә йортон йылытыр өсөн утын әҙерләргә диләнкә юллауын, унан һуң ағас йығып, ботап, уны алып ҡайтыу өсөн машина йәки трактор эҙләп йонсоуын, алып ҡайтҡас, уны бысып, ярып, көн һайын иртәле-кисле мейес яғыуын иҫләйҙәрме икән?! Ай-һай, онотҡандарҙыр, сөнки әҙәм балаһы рәхәткә бик тиҙ өйрәнә. Мөрйәләрҙән сыҡҡан төтөндө бөгөн бик һағынһаң да күрә алмаҫһың – әле йылайырҙар рәхәтләнеп тәбиғи газ ҡуллана.
    Ә Өфөгә барыу өсөн өс көн ваҡытын сарыф итеүҙәрен онотманылармы икән әле?! Самолет, поезд көтәһе түгел, өйөңдән сығып, көн дә йөрөгән маршрут автобусына ултырып китәһең һәм шул рәүешле ҡайтып та төшәһең.

    авторы: admin | 10 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәш ғаиләнең бар теләге – йортло булыу Башҡортостан, Милли проекттар

    Йәш ғаиләнең бар теләге – йортло булыуРеспубликабыҙҙа халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән социаль программалар бихисап. Улар тормошҡа ашырыла килә.
    Мәҫәлән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы программаһы етенсе йыл эшләй. Ошо ваҡыт арауығында бала тыуғанда бирелгән кире ҡайтарылмай торған субсидия менән 3500-ҙән ғаилә файҙаланған. Был тәңгәлдә шуны әйтке килә: йәшәргә урын юҡ, тип ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай. Урындағы етәкселәргә мөрәжәғәт итергә, сиратҡа ба­ҫырға һәм тейешле документтарҙы йыйып тапшырырға кәрәк. Һәм, әлбиттә, күпмелер аҡсаң булыуы ла шарт.
    Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылында йәшәүсе Алһыу һәм Азамат Мөхәмәҙиевтар «Йәш ғаилә» программаһында ҡатнашып, торлаҡ шарттарын яҡшыр­тырға ниәтләй ҙә, ошо маҡсат менән муниципаль район хакимиәтенең йәштәр бүлегенә ғариза яҙа. Башланған эш – бөткән эш, тигән әйтемдәгесә, документтар йыйыу, ссуда, кредит мәшәҡәттәре хәҙер артта ҡалған инде. Уның ҡарауы, йәштәрҙең бөгөн бөтөн шарттары булған заманса иркен йорто бар.

    авторы: admin | 10 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ишей йәштәре дәртләнеп үҙ нигеҙен ҡора Башҡортостан, Милли проекттар

    Таңсулпан һәм Илдар Йәрмөхәмәтов­тар был мөһим документты 2008 йылдың көҙөндә ҡулдарына ала. Быға тиклем улар олатай-өләсәһенең бәләкәй өйөндә йәшәй. Ул инде иҫкергән. Ә үҫеп килгән Илнур һәм Фәнилгә, бәләкәй Наҙгөлгә йүгереп уйнар өсөн киң һәм яңы йорт кәрәк. Ҡарағайҙан матур һәм иркен өй һалыу хаҡында хыялланған ғаилә маҡсатлы кредит алыу өсөн документтар йыя башлай. Әйткәндәй, улар мәктәптең ҡаршыһында ғына тора.
    – Иҫке өйҙө апрель айында һүтеп ташлап (уның эргәһенә Йәрмөхәмәтовтар ике йыл элек матур итеп аласыҡ (бәләкәй өй) эшләгән һәм, өйҙө һүткәс, шунда күсенә), уның урынына яңы нигеҙ ҡорҙоҡ, – тип башланы һүҙен йорт хужаһы. – Программаға ярашлы, төҙөлөштөң 30 проценты алдан әҙер булырға тейеш.

    авторы: admin | 10 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡотлайбыҙ Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    ҠотлайбыҙТарих 1974 миләди йылдың 11 ҡарасайы (октябре) бик ҡояшлы, аяҙ, сыуаҡ көн булғандыр, тибеҙ. Йөҙөнән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәгән, тирә-яғына нур үә йылылыҡ бөркөп торған һәм алсаҡлығы менән үҙенең яҡындарының һөйөүен үә ихтирамын яулаған кешенең холоҡ-фиғелендәге был сифатын башҡа нисек аңлатмаҡ кәрәк?
    Ғәҙәти ҡояшлы, алтын һарысайға алмашҡа килгән, күбеһенсә быҫҡаҡ үә ҡар ҡатыш ямғырҙары менән теңкәгә тейер был айҙа беҙҙең ҡәҙерлебеҙ Шәүрә Самарбай ҡыҙы донъяға килгән көн кеүек сыүаҡ көндәр әҙ булыу бәрәбәренәлер, күрәһең, Аллаһ Тәғәлә борон-борондан халыҡ хәтерендә мәңге урындарын алыр күп ваҡиғаларҙы тап ҡарасайҙа Тарих майҙанына килтергән. Һуңғыларынан һөйөклө Башҡортостаныбыҙҙың бынан 19 йыл әүәл ҡарасайҙың тап 11-се көнөндә үҙаллылыҡҡа өлгәшеүе лә быға асыҡ миҫалдыр.

    авторы: admin | 10 октября 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Яралы януар икеләтә ҡурҡыныс Яңылыҡтар » Спорт

    Аптыраҡ. Инде нисәнсе уйын «Салауат Юлаев» хоккейсылары, көйәрмәндәрен шөбһәләндерә. Башта дәғүәсегә еңел-елпе ҡарап, уйын дилбегәһен улар ҡулына тоттора ла, аҙаҡтан, аңына килеп, боҙ буйлап сабыуларға тотона. Әлеге үҙ боҙондағы уйында ла әллә ни көслө булмаған «Себер» командаһына өс яуапһыҙ шайба индерергә форсат бирҙе. Өфөләрҙең ҡапҡа һағында торған Виталий Колесникты ла ғәйепләп булмай. Сөнки команда уйнамай икән, ҡапҡасы нимә эшләһен?.. Шулай ҙа уның да ғәйебен танымай булмай. Әзмәүерҙәй кәүҙәһе менән яртылаш тиерлек ярты ҡапҡаны ҡаплаһа ла, еңел генә тоторҙай шайбаларҙы үткәрҙе. Ғөмүмән, Виталий әлегә Еременкоға алмаш түгел. Ә бына «Себер»ҙең ҡапҡасыһы, ысынлап та, үҙ фамилияһына тоғро ҡалды.

    авторы: admin | 10 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Халыҡ рухы, халыҡ ихтыяры Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Халыҡ рухы, халыҡ ихтыярыКүңелдәрҙә ғүмерҙә лә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы уҙған быуаттың 80-се йылдар аҙағы – 90-сы йылдар башы. Бөтә ил буйынса барған үҙгәреш елдәре беҙҙең республикабыҙҙы ла урап үтмәне, әлбиттә. Төрлө хәрәкәттәр барлыҡҡа килде, төрлө төҫтәге лозунгылар күтәреп, меңәрләгән кеше майҙандарға сыҡты. СССР тарҡалмаҫ борон уҡ әле Башҡортостаныбыҙҙа союздаш республика статусы алыу өсөн көрәш башланып китте. «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәгенең 1989 йылдың декабрендә үткән беренсе йыйынында ҡабул ителгән резолюцияла беҙ иң элек нәҡ шул талапты күтәреп сыҡтыҡ. Артабан иһә, илдә ваҡиғалар ҡырҡа үҙгәреп китеү сәбәпле, Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы составында үҙ аллы демократик республика хоҡуғын яулау маҡсаты алға ҡуйылды. 1990 йылда «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге, республикабыҙ мөстәҡиллеген талап итеп, 750 мең ҡултамға йыйҙы. «Урал» үҙәге идараһы Дәүләт мөстәҡиллеге тураһындағы декларация проектын тикшереү эшендә ҡатнашты, тәҡдимдәре менән сығыш яһаны. Башҡорттар әүҙем күтәреп алған был хәрәкәтте республикабыҙҙа йәшәгән башҡа милләттәр ҙә хуплап ҡаршы алды.

    авторы: admin | 10 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru