Белгән - юлда, белмәгән - түрҙә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Хужабикә
  • Күсәр
  • ПЕНСИОНЕРҘАР «ҠАРТАЯ»
  • Тағы төштәргә ҡайта әйләнеп
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Фән үрен яулай йәштәр Яңылыҡтар

    Кисә иң лайыҡлыларға Фән һәм техника өлкәһендә республика дәүләт йәштәр премияһы тапшырылды
    Фән үрен яулай йәштәр
    Фән – ҡатмарлы ла, шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс та өлкә. Йыш ҡына уның менән оҙаҡ йылдар дауамында олпат-олпат профессорҙар, ғалимдар ғына шөғөлләнә тип ҡабул итә инек. Әммә заман үҙгәрә, йәштәр ҙә фән үрҙәрен йылдан-йыл ныҡышмалыраҡ яулай бара. Быға республикабыҙҙа уҡыған, белемле егет һәм ҡыҙҙарҙың баһаһын күтәреүгә, Башҡортостандың фәнни ҡеүәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ҙа, йәштәрҙең һәр башланғысының хуплап ҡабул ителеүе лә этәргес бирә.

    авторы: Альбина | 8 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    15 хеҙмәткәргә – яңы фатир асҡысы Яңылыҡтар

    Өфө Ҡала мәҙәниәт һарайында Республика көнө айҡанлы хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү тантанаһы үтте. Унда республикабыҙ Президенты Мортаза Рәхимов ҡатнашты һәм бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә юғары исемдәр тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында сәнәғәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәтләндереү өлкәләре вәкилдәре бар.

    авторы: Альбина | 8 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек»тә ҡанат нығытҡан Таһир Ишкинин мәртәбәле премияға лайыҡ булды Яңылыҡтар

    Республика көнө алдынан Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылында республика журналистар премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы
    «Йәшлек»тә ҡанат нығытҡан Таһир Ишкинин мәртәбәле премияға лайыҡ булды
    Һәйбәт йолаға әүерелгән был сара йыл да ҙур рухи күтәренкелек менән үтә. Тантанала ҡатнашыусы­ларҙы – премияны биреү буйынса комиссия ағзаларын – БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры И. Илешевты, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Э. Юлдашевты һәм быйылғы лауреаттарҙы икмәк-тоҙ, йыр-бейеү менән ҡаршы алғандан һуң, ҡунаҡтар билдәле дәүләт эшмәкәре, журналист, публицист Ш. Хоҙайбирҙиндың музейында булды, мәҙәниәт йорто фойеһында балалар эшләгән әйберҙәр күргәҙмәһе менән танышты.

    авторы: Альбина | 8 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    В. Путин Башҡортостандың йылытыу миҙгеленә әҙерлеген юғары баһаланы Яңылыҡтар

    БР Президенты Мортаза Рәхимов "Электр энергетикаһы ойошмаларының һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы предприятиеларының 2009 – 2010 йылдарҙың көҙгө-ҡышҡы осоронда эшләүгә әҙерлеге барышы" мәсьәләһе буйынса РФ Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин үткәргән видеоконференцияла ҡатнашты.
    Владимир Путин ил төбәктәрендә көҙгө-ҡышҡы йылытыу осорона әҙерлек барышы менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, "эш планға ярашлы, нормаль режимда алып барыла", территориаль энергия системалары һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары ремонт эштәрен ваҡытында тамамлаған.

    авторы: Альбина | 8 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «ДАНЛЫ АТЛЫЛАР ЮЛЫНАН» Яңылыҡтар

    Башҡортостан делегацияһы 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм уның легендар етәксеһе генерал-майор Миңлеғәле Шаймора­товтың данлы яу урындарына – Украинаға сәфәр ҡылып ҡайтты.
    Бөйөк Ватан һуғышында 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы менән етәкселек иткән арҙаҡлы шәхесебеҙ, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 110 йыл тулыу уңайынан быйыл республикабыҙҙа бик күп мәҙәни сара ойошторолдо.

    авторы: Альбина | 8 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҮҘЕ БЕР ТӘЖРИБӘ МӘКТӘБЕ Сәләмәтлек

    6 октябрҙә баш ҡаланың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Медицина» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе асылды

    Ун һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған экспофорум БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, «БашЭКСПО» күргәҙмәләр үҙәге, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы булышлығында «Медтехника» дәүләт унитар предприятиеһы тарафынан уҙғарыла. Күргәҙмәне асыу тантанаһында һаулыҡ һаҡлау министры Андрей Евсюков, сара табиптар өсөн ҙур тәжрибә мәктәбе булып тора, тип билдәләне. Ни өсөн тигәндә, нәҡ ошондай күргәҙмә­ләрҙә табиптар яңы технологиялар менән танышып, уларҙы ғәмәлгә индереп, дауалау үҙенсәлектәрен өйрәнә, заманса ҡорамалдарҙы үҙләштерә.

    авторы: Альбина | 8 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Белем алыуға ҙур стимул Мәғәриф

    Уҡытыусылар көнөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үҙенсәлекле итеп уҙғарҙылар. Был көндө Башҡортостан Президенты стипендиялары тапшырылды. Ҙур баһаға университеттың икешәр докторант һәм аспиранты, 13 студенты лайыҡ тип табылды.
    Стипендиаттарға наградалар тапшырып, БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев:
    – Беҙҙең республикала мәғариф кимәле илдә иң юғарыларының береһе. Ошо тармаҡтағы өҫтөнлөклө милли проект гранттарына лайыҡ булған уҡытыусылар һаны буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урынды биләйбеҙ. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты педагогик кадрҙар әҙерләүсе мөһим учреждение булып тора.

    авторы: Альбина | 8 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    ПОРТТАР, АЭРОПОРТТАРҘЫ – ШӘХСИ ҠУЛДАРҒА

    2010 йылда федераль милекте хосусилаштырыу барышында Рәсәй кәмендә 70 миллиард һум килем аласаҡ.
    Был хаҡта Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Эльвира Нәбиуллина хәбәр итә.
    Уның әйтеүенсә, был сумманың артыуы ла ихтимал, ни тиһәң дә, акциялар пакеттарын һатыу өсөн компанияның баҙар хаҡын аныҡ билдәләргә кәрәк. Баҙар конъюнктураһы яҡшы яҡҡа үҙгәргән хәлдә килем дә артасаҡ.

    авторы: Альбина | 8 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru