Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡолаҡ һал!
  • Йәнлектәр донъяһы
  • Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
  • Тормошҡа ҡарашың ниндәй?
  • Интернет аша ла конференция үткәрергә мөмкин
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    БР Президенты М. Рәхимов Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан РФ ауыл хужалығы министры Елена Скрынникҡа ҡотлау хаты ебәрҙе.
    Унда шундай юлдар бар: «Бөгөн Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы тырышлығы менән дәүләттең ауылға мөнәсәбәте үҙгәрҙе, аграр тармаҡ, ауыл биләмәләренең социаль өлкәһе һәр яҡлап үҫешә. Башҡортостан аграр комплексына иғтибарығыҙ өсөн дә рәхмәт белдерәм».

    авторы: Альбина | 8 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ТАНЫРЛЫҠ ТА ТҮГЕЛ ШУЛ! Яңылыҡтар

    Республика көнөн ҡаршылап

    Байрам алдынан баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә 5-се балалар поликлиникаһы филиалы файҙаланыуға тапшырылды

    Ҡасан ғына әле Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Сипайлово биҫтәһен «йоҡо ҡаласығы» тип йөрөтәләр ине. Хәҙер иһә танымаҫһың да! Баш ҡалаға бер нисә йыл юлы төшмәйерәк торған берәй­һе килһә, биҫтәлә ҡалҡып сыҡҡан мөһабәт йорттарҙы, күңел асыу, сауҙа комплекстарын күреп, хайран ҡала. Ысынлап та, Ҡала көнө булһынмы, Республика байрамымы, биҫтәлә йә мәктәп, йә балалар баҡсаһы кеүек учреждение, күңел асыу үҙәктәре асылып тора. Ошо көндәрҙә биҫтәлә йәшәүселәр йәнә бер шатлыҡ кисерҙе. Бында 5-се балалар поликлиникаһының филиалы файҙаланыуға тапшырылды. Тимәк, бынан ары сабыйын табипҡа күрһәтергә теләгән әсә-аталарға оҙон көн буйына сират көтөп ултырырға тура килмәйәсәк. Ҡайһылай ҙа ҙур шатлыҡ!

    авторы: Альбина | 8 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бай тәжрибә һәм тырыш хеҙмәт аша яуланған еңеү Мәғәриф

    Республиканың иң һәләтле уҡытыусылары бүләкләнде
    Бай тәжрибә һәм тырыш хеҙмәт аша яуланған еңеү
    Йыл һайын Республика көнө алдынан Башҡортос­таныбыҙҙың иң яҡшы уҡытыусыларын бүләкләү матур йолаға әүерелгән. Шәмбелә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булыусы уҡытыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы үтте. Былтыр республиканан 363 уҡытыусы был мәртәбәле премияға лайыҡ булһа, быйыл 377 уҡытыу­сы 100 мең һумлыҡ премия аласаҡ.

    авторы: Альбина | 8 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хеҙмәте ҙурҙың – хөрмәте ҙур Мәғәриф

    Улар РФ Президенты грантына лайыҡ булды
    Хеҙмәте ҙурҙың – хөрмәте ҙур
    Баҡалы районы уҡытыусылары Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына конкурс­та йыл һайын әүҙем ҡатнаша. Быйыл уға район үҙәгенең 1-се урта мәктәбенән биология уҡытыусыһы Светлана Ғабдуллина, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмилә Әбисова, башланғыс синыфтарға белем биреүсе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Валентина Хәкимова, 2-се урта мәктәптән физика уҡытыусыһы Алексей Немов, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Татьяна Зарубина, математика уҡытыусыһы Инзилә Хәмәтуллина лайыҡ булды.

    авторы: Альбина | 8 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тарих «Йәшлек» биттәрендә Башҡортостан

    Тарих «Йәшлек» биттәрендә
    Тарих «Йәшлек» биттәрендә
    2 октябрь, 1990 йыл
    Рәйес ТҮЛӘК
    Ҡашмау
    (поэманан өҙөк)
    Илбаҫарға, иманбаҫарға ла,
    Һәр бер үткенсегә, юлсыға
    Асыҡ улар. Ҡай замандан бирле
    Кем теләй – шул инә.
    Кем теләй – шул сыға.

    авторы: Альбина | 8 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан: беҙҙең быуын тарихы Башҡортостан

    Республика көнөн ҡаршылап
    Башҡортостан: беҙҙең быуын тарихы

    Бөгөнгө һандан башлап ай һайын «Йәшлек» биттәрендә тарихҡа виртуаль сәйәхәт ҡылырға мөмкин

    Ғүмерҙең елеүе... Ҡыйралыу менән тергеҙелеүҙең ғәжәйеп рәүештә бергә үрелеп барыуы. Ярһыулы хистәрҙең айыҡ аҡыл менән яғалашҡан саҡтары. Башҡортостандың яңы дәүләтселек тарихы, бәлки, туҡһанынсы йылдар башында яҙыла башламағандыр. Һәр хәл-ваҡиға һәм күренештең тәрәнгә, алыҫҡа киткән сәбәп тамырҙары була. Әммә республикабыҙҙың Рәсәй Федерацияһы составында үҙенең яңы һәм мәртәбәлерәк урынын табып, ысын мәғәнәһендәге дәүләт атрибуттарына эйә булып йәшәп алып китеүе уҙған быуаттың туҡһанынсы йылынан башланғыс ала.

    авторы: Альбина | 8 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әлшәй районының Ташлы ауылында республика Шәжәрә байрамы үтте Башҡортостан » Милли проекттар

    Әлшәй районының Ташлы ауылында республика Шәжәрә байрамы үтте
    Әлшәй районының Ташлы ауылында республика Шәжәрә байрамы үтте
    58 ырыу, ара һәм нәҫел тамғаһы яҙылған «Килен ташы» эргәһенә төрлө төбәктәрҙән ауылдаштар, яҡташтар, ҡунаҡтар йыйылды

    Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,
    Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.
    Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,
    Һин дә ятма: ҡор ояңды. Үр шәжәрә!

    авторы: Альбина | 8 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һуңғыһына хәле етеңкерәмәне Яңылыҡтар » Спорт

    «Салауат Юлаев» хоккейсылары дүрт осрашыуҙан торған ауыр сәфәренән һуң, ниһайәт, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтты. Бөгөн улар үҙ майҙанында Новосибирскиҙың «Себер» командаһын ҡабул итәсәк. Ә инде ситтәге сәйәхәтенә килгәндә, өфөләр унан «тоҡсай»ына йәмғеһе 9 мәрәй тейәп ҡайтты. Улар башта «Барыҫ»ты – 2:1, МВД хоккейсыларын – 4:2 һәм «Локомотив»ты 5:4 иҫәбенә отто.

    авторы: Альбина | 8 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru