Булмаҫтайға һүҙ әрәм.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән!
  • Ҡомһоҙ инспекторҙар исемлеге
  • 1 һорауға 3 яуап
  • Йәнлектәр донъяһы
  • Октябрь (Ҡарасай)
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Иң ярлы батша Әҙәбиәт » Хикәйә

    Бер изге кеше йәшәгән. Ул иң яҡшы ағастан эшләнгән бик матур, алтын ялатылған ҡиммәтле ҡумтаны ҡулына ала һәм бөтә халыҡҡа яр һалып:
    – Ошо ҡумтаны иң ярлы кешегә бирәсәкмен, – ти.
    Бик күп ярлы-хәйерсе килә уға. Тик ул һәр береһенә:
    – Һин донъяла иң ярлы түгел дә һуң, – ти.
    Бөтәһе лә аптырай.

    авторы: Альбина | 8 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Һиңә булған тойғоларымды һүҙ менән генә әйтеп бөтөрлөк түгел.
    – Ә һин аҡсалата әйт.

    * * *
    – Ниһайәт, акушеркаға бурыстар бөттө, – ти ҡатын.
    – Тимәк, хәҙер бала бөтөнләйе менән беҙҙекеме? – тигән ире.

    авторы: Альбина | 8 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Һиңә булған тойғоларымды һүҙ менән генә әйтеп бөтөрлөк түгел.
    – Ә һин аҡсалата әйт.

    * * *
    – Ниһайәт, акушеркаға бурыстар бөттө, – ти ҡатын.
    – Тимәк, хәҙер бала бөтөнләйе менән беҙҙекеме? – тигән ире.

    авторы: Альбина | 8 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Һиңә булған тойғоларымды һүҙ менән генә әйтеп бөтөрлөк түгел.
    – Ә һин аҡсалата әйт.

    * * *
    – Ниһайәт, акушеркаға бурыстар бөттө, – ти ҡатын.
    – Тимәк, хәҙер бала бөтөнләйе менән беҙҙекеме? – тигән ире.

    авторы: Альбина | 8 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Туған тел аша – илгә һөйөү Мәғәриф

    Туған тел аша – илгә һөйөү
    Иң яҡшы тел уҡытыусылары бүләкләнде

    Белем биреү учреждениеларында тел уҡытыусыларына мөһим бурыс йөкмәтелгән. Улар балаларҙа әсә теленә һөйөү тәрбиәләй, халҡыбыҙҙың тамырҙарын өйрәтә, мәҙәниәте, йолалары менән таныштыра. Уҡытыусылар көнөндә баш ҡалабыҙ Өфөлә иң яҡшы тел уҡытыусыларын бүләкләү тантанаһы үтте. Быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолған сарала республиканың ҡала һәм райондарынан 50 уҡытыусы-телсе ҡатнашты. Уларға БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев дипломдар һәм аҡсалата премиялар тапшырҙы. Быйыл премияның күләме ике тапҡырға тиерлек артҡан – уҡытыусылар 30 мең урынына 50 мең һум күләмендә премия алды.

    авторы: Альбина | 6 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Газға хаҡ күтәрелде Яңылыҡтар

    1 октябрҙән илдә тәбиғи газға ваҡлап һатыу хаҡтары күтәрелә. Быйыл «зәңгәр яғыулыҡ»ҡа тарифтар инде дүртенсе тапҡыр арттырыла.
    Иҫәпкә алыу приборҙары булғанда бер кубометр газ ҡулланыу 2 һум 48 тингә төшәсәк. Торлаҡ биналарын йылытыуға файҙаланылған газ – 1 һум 81 тин, ә аш-һыу әҙерләүгә һәм эҫе һыу менән тәьмин итеүгә (үҙәкләштерелгән эҫе һыу менән тәьмин итеү булмағанда һыу йылытыу) 3 һум 80 тин торасаҡ.
    Элек хаҡтар 2,37, 1,74 һәм 3,62 һум ине.

    авторы: Альбина | 6 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Октябрь байрамдарында нисек ял итәбеҙ? Яңылыҡтар

    Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле даталар, һөнәри байрамдар һәм башҡа даталар тураһында» БР Законына ярашлы, республика территорияһында 11 октябрь – Республика көнө – Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө байрам көнө тип иҫәпләнә. 2009 йылда Республика көнө йәкшәмбегә тура килә. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле даталар, һөнәри байрамдар һәм башҡа даталар тураһында» БР Законының 1-се статьяһының 3-сө пунктына ярашлы, байрам ял көнөнә тура килеү сәбәпле, ял көнө байрамдан һуңғы көнгә күсерелә. Тимәк, 11 октябр­ҙәге ял көнө дүшәмбегә, 12 октябргә, күсерелә.
    Шулай итеп, республикабыҙҙа биш көнлөк эш аҙнаһында байрам көнөнә бәйле 10, 11, 12 октябрь ял көндәре тип һанала.

    авторы: Альбина | 6 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Театр фестивале Мостай Кәримдең юбилейына арнала Яңылыҡтар

    Театр фестивале Мостай Кәримдең  юбилейына арнала
    Баш ҡалабыҙҙа 14 октябрҙән 20-һенә тиклем башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған республика театр фестивале үтәсәк. Унда республика театрҙары бөйөк әҙиптең әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр күрһәтәсәк.
    БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, фестиваль көндәрендә өфөләргә 16 театраль-музыкаль тамаша тәҡдим ителәсәк. Улар араһында милли театр сәнғәте классикаһына әйләнгән спектаклдәр – «Ай тотолған төндә», «Ташлама утты, Прометей» трагедиялары, «Ҡыҙ урлау» комедияһы, «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» драмаһы, «Театр яҙы – 2009» республика фестивалендә иң яҡшы тип танылған «Ярлыҡау» повесы буйынса ҡуйылған «Луна и листопад» драмаһы һәм башҡалар бар.

    авторы: Альбина | 6 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru