Ишәк тиреһе ябынһаң да, арыҫлан эшен эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • АТТАР ДОНЪЯҺЫНДА
  • Ниңә шулай?
  • Беренсе мөхәббәт
  • Ураҙа ғәйете ҡотло булһын!
  • Йәштәр «Майҙан» клубына йыйылды
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тиҫкәрелек бәләһе Яңылыҡтар » Спорт

    «Салауат Юлаев» командаһында «Спартак» менән килешеү буйынса уйнарға тейеш булған 17 йәшлек Кирилл Кобанов, һаман да юлаевсылар рәтенә килеүҙән баш тартып, беренселектән бөтөнләй ситләштерелде. Әгәр эштәр яйға һалынмаһа, ул өс йыл буйына бер ҡайҙа ла уйнамаясаҡ. Бына шулай, атаһының һәм үҙенең тиҫкәрелеге арҡаһында, үҫмер әле үк үҙенең спорт яҙмышына нөктә ҡуймаҡсы. Ә бит уны КХЛ-да көслөләрҙән һаналған клуб һәм дә билдәле тренер үҙ ҡанатына саҡырҙы.

    авторы: Альбина | 27 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «БӘХЕТЛЕ ТРОЛЛЕЙБУС» КӨТӘ ҺЕҘҘЕ Яңылыҡтар

    «БӘХЕТЛЕ ТРОЛЛЕЙБУС» КӨТӘ ҺЕҘҘЕ
    «Байтус» – үҫ-мерҙәр өсөн тәғәйенләнгән иң мауыҡтырғыс, күңелле тапшырыуҙарҙың береһе. Телевизор ҡараусылар һәр йәкшәмбе һайын яратып көтөп алған программа беренсе тапҡыр эфирға 2005 йылдың 20 ноябрендә сыға. Республика башҡорт лицей-интернаты уҡыусылары ҡатнашлығында төшөрөлгән «Байтус», ҡыҫҡа ваҡыт эсендә популярлыҡ яулау менән бер рәттән, Рәсәй кимәлендә үткән конкурстарҙа ла билдәлелек яулап өлгөрҙө. Әйтәйек, бер нисә йыл рәттән «Включайся!» Бөтә Рәсәй балалар телевидениеһы фестивалендә еңеүсе булһа, былтыр иң яҡшы йәштәр программаһы тип танылып, «AVANTE» ҡала йәштәр йәмәғәт премияһына лайыҡ булды.

    авторы: Альбина | 27 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    «Көрсөккә ҡаршы программа: тағы ла ярты йыл эш хаҡы түләмәҫкә, аҙаҡ халыҡтың ҡайҙан аҡса алыуын күҙәтергә һәм беҙгә лә шунда барып, күп кенә эләктерергә».

    авторы: Альбина | 27 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡортсолоҡ – заманса шөғөл Яңылыҡтар » Конкурстар

    Ҡортсолоҡ – заманса шөғөл
    Ейәнсура районында өлкәндәр һәм балалар араһында үткән республика конкурстары боронғо кәсеп менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың күп булыуын күрһәтте
    Борон-борондан һәр яҡшы эш, ыңғай хәл-күренеш, тормош-көнкүрешебеҙҙә ныҡлы урынлашып, тамыр йәйеп, үҙ традицияларын барлыҡҡа килтерә. Республикабыҙҙа халҡыбыҙ кәсебе ҡортсолоҡ та, һуңғы йылдарҙа Башҡортостан етәкселегенең ныҡлы иғтибарына һәм ярҙамына таянып, ышаныслы үҫешә башланы. Бер үк ваҡытта умартасыларҙың үҙҙәренә генә хас матур йолалары ла хасил булды.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт ғалимдары, афарин! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Башҡорт дәүләт медицина университеты онкология кафедраһының уҡыу процесында бына ун йыл инде компьютер технологиялары ҡулланыла. Ошо юҫыҡта уҡытыу пособиелары әҙерләү буйынса ла эш алып барыла ине. Һуңғы ҡаҙаныш – мультимедия дәреслектәр әҙерләү. Медицина фәндәре докторы Шамил Ганцев етәкселегендә Рәсәйҙә беренсе тапҡыр электрон дәреслек сыҡҡайны, ул бик күптәрҙә хуплау тапты.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бал алып ҡалығыҙ! Яңылыҡтар

    Йәрминкәләр

    Баш ҡалабыҙҙағы ауыл хужалығы тауарҙары менән сауҙа итеүҙең көҙгө миҙгелен, йола булараҡ, бал йәрминкәләре асып ебәрә. Шундай сараларҙың береһе Өфөнөң Черниковка биҫтәһенең Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанында 29 августа үтә. Былтыр ошондай йәрминкә ойошторолоп, халыҡ бик ҡыҙыҡһынғас, быйыл да үткәрергә ҡарар ителә.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсми хроника Яңылыҡтар

    Ил башлығына – рәхмәт һүҙҙәре
    БР Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Болгарияның баш ҡалаһы Софияла йәшәүсе Красомир Янковтан рәхмәт хаты килде.
    Унда: «Хөрмәтле Президент! Үҙемдең һәм ҡатынымдың исеменән Өфөлә булғаныбыҙҙа беҙгә яҡшы иғтибар күрһәтеүегеҙгә рәхмәт белдерергә рөхсәт итегеҙ. Махсуслаш­тырылған күҙ ауырыуҙары клиникаһы табиптарына ҡыҙыбыҙ Александраны дауалауҙары өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙгә ауыр мәлдә балабыҙҙың сәләмәтләнеүенә өмөт тыуҙы.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Президенттың сираттағы эш сәфәре Яңылыҡтар

    Республикабыҙ етәксеһе сираттағы шәмбеһен республика райондарында уҙғарҙы. М. Рәхимов етәкселегендәге делегация Дәүләкән, Әлшәй, Бәләбәй, Шаран, Туймазы, Йәрмәкәй райондарында булып, ундағы эш барышы, социаль тармаҡтағы хәл-торош менән танышты.
    Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында спорт-һауыҡтырыу комплексы асылды. Яңы бина «ГазпромТрансгаз Өфө» үҙ йәмғиәте тарафынан төҙөлгән. Президент был предприятиены социаль юҫыҡта алып барған эштәре өсөн өлгөлө тип белдерҙе. «ГазпромТрансгаз Өфө» хеҙмәткәрҙәренең социаль мәсьәләләренә етди иғтибар бирә, йорттар, төрлө үҙәктәр төҙөй.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru