|
 |
 |
Изгелектә ярышыр ай |
--- |
|
Изге Рамаҙан айы башланды, уның ни тиклем мөһим һәм мәрхәмәтле, әһәмиәтле икәнлеген белгәндәр уның мәңге дауам итеүен теләй. |
|
|
Афғандарға кем баш?
Афғанстанда президент һайланылар. Әлегә был кампания барышында кемдең еңеп сығыуы билдәһеҙ. Буласаҡ ил башлығының исемен бөгөн иғлан итергә ниәтләнәләр. Юғары вазифаға кандидат, элекке сит ил эштәре министры Абдулла Абдулла, һайлау кампанияһының нисек ойошторолоуы менән риза булмайынса, тәнҡит менән сы-ғыш яһаған. Уның әйтеүенсә, күпселек халыҡты ирекһеҙләп, теләмәгән кандидат өсөн тауыш бирҙерткәндәр, бюллетендәрҙе урлағандар.
|
|
|
Йә ул бәрелә, йә уны бәрҙеләр... Күптән түгел Рәсәйҙең төрлө төбәгендә автобустарға бәйле ҡурҡыныс юл-транспорт фажиғәләре шаңҡытҡайны. Ҡәһәрле авариялар сылбыры республикабыҙҙы ла урап үтмәне: 19 август кисендә Өфө ҡалаһынан Затон биҫтәһенә барған юлда 30-сы маршрут буйынса йөрөгән пассажир автобусына ҡом тейәгән йөк машинаһы бәрелде.
|
|
|
Илештәге кесе эшҡыуарлыҡ баһаланды БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев эш сәфәре менән Илеш районында булып, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса республика программаһының тормошҡа ашырылыуы менән танышты. Атап әйткәндә, ул ошо маҡсатта бүленгән сығымдарҙың нисек үҙләштерелеүе менән ҡыҙыҡһынды. Рәсми делегация составында сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров, «Рәсәй терәге» Бөтә Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы президенты Сергей Борисов, БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Зәйнуллин һ.б. бар.
|
|
|
24 августа Өфөгә йәштәр менән социаль эш алып барыу буйынса Италия белгестәре килә. БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2001 йылда уҡ Римдә Рәсәй Федерацияһы һәм Италия хөкүмәттәре араһында йәштәр эштәре буйынса хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыла. Сәфәр барышында ҡунаҡтар баш ҡаланың иҫтәлекле урындары, йәштәр сәйәсәте органдары учреждениелары, социаль яҡлау, мәҙәниәт, спорт объекттары менән танышасаҡ. |
|
|
Билдәле булыуынса, республикабыҙҙа донъя күргән район һәм ҡала гәзиттәре журналистары Башҡортостан Журналистар союзының ете төбәк-ара ижади ойошмаһына берләшкән. Ошо көндәрҙә Көньяҡ ижади ойошманың һәр йылдағыса сираттағы семинары үтте. Быйыл Ишембай, Мәләүез, Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Ғафури, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка райондары журналистарын илебеҙҙең «алтын» ҡалаһы – Стәрлетамаҡ ҡабул итте. «Стерлитамакский рабочий» гәзите сараны ҡала хакимиәте ярҙамы менән юғары кимәлдә ойошторҙо.
|
|
 |
Баш ҡалала мәғарифҡа иғтибар ҙур |
Мәғәриф |
|
Өфө педагогтары август кәңәшмәһенә йыйылды
Уҡытыусылар конференцияһында БР Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, мәғариф министры Зиннәт Аллаяров һәм башҡа рәсми ҡунаҡтар ҡатнашты.
|
|
|
 Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының күренекле дәүләт эшмәкәре, Баймаҡ ҡалаһының почетлы гражданы, 24 йыл буйы БАССР Министрҙар Советы Рәйесе булып эшләгән Зекериә Шәрәфетдин улы АҡназаровТЫҢ тыуыуына – 85 йыл
|
|
580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит |
|
|