Иртәгеһен ишәк ҡайғыртҡан.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Беренсе мөхәббәт
  • «Беларусь» ал, шарттар бар!
  • Май
  • Ҡайһыбыҙ иренмәй, ҡайһыбыҙ....
  • Йондоҙнамә 9-15 июнь
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бала ғүмере һыра хаҡына ла тормай хәҙер... Яңылыҡтар » Иғтибар

    Былтыр бөтә республиканы тетрәткән ҡот осҡос хәл булды: 17 йәшлек үҫмер 1997 йылғы малайҙы сәнсеп үлтерҙе. Енәйәттең сәбәбе – һаман да шул эскелек

    Елғыуар үҫмер

    1990 йылғы Рәмил белем алыуға илке-һалҡы ҡарай. Этә-төртә уҡыған, өлгәшмәгән малайға хатта тулы булмаған белем тураһында аттестат та бирмәйҙәр. Шуға ҡарамаҫтан, аҡыл үҫеше яғынан тиҫтерҙәренән күпкә ҡалышҡан үҫмер ҡырын эштәр ҡылыр­ға тартынмай. 2008 йылда урлашҡаны өсөн шартлы рәүештә ике йылға иркенән мәхрүм ителә. Тик ул һаман да кеше малына ҡул һуҙыуын дауам итә. Ауылда ваҡытты юҡ-бар менән уҙғар­ғансы, тип атаһы уны үҙе менән Магнитогорск ҡалаһына эшкә алып китә. Фажиғәнән бер нисә көн алда аталы-уллы ялға ҡайта.

    авторы: Альбина | 20 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ӘЛЕ ГЕНӘ ЙӘЙ ИНЕ БИТ... Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    * * *
    Әсәйем, һин мине күргәс,
    Йәшәреп киттең кеүек.
    Атлап үтә алмаҫ араны
    Йүгереп үттең кеүек.

    Күҙҙәреңдән, әсәй, һинең
    Тамдымы шатлыҡ йәше?
    Беҙҙең күңелдә һаман да
    Һинең йәш һының йәшәй.

    авторы: Альбина | 20 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    10 һыйыр хаҡы Әҙәбиәт » Хикәйә

    Ике моряк үҙ яртыларын табыр өсөн ил гиҙергә сығып китә. Бына улар бер утрауға килеп етә. Унда ҡәбилә башлығының ике ҡыҙы була. Олоһо сибәр, ә кесеһе ул тиклем түгел.
    Моряктарҙың береһе:
    – Етте. Мин ошонда ҡалам һәм ҡыҙҙарҙың береһенә өйләнәм, – ти.

    авторы: Альбина | 20 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иҫәнбаева миҙалһыҙ ҡалды Яңылыҡтар » Спорт

    Ҡолға менән бейеклеккә һикереү буйынса күп тапҡыр донъя рекордсмены, ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы, билдәле Елена Иҫәнбаева Берлинда барған еңел атлетика буйынса донъя беренселегендә миҙалһыҙ ҡалды. Ул финал ярышында өс мөмкинлегенең береһен дә тормошҡа ашыра алманы. Башта 4 метр 75 сантиметр бейеклекте ала алмағас, планканы 5 сантиметрға юғарыраҡ күтәрһә лә, хыялына ирешмәне. Был мөмкинлекте уның дәғүәселәре ҡулынан ысҡындырманы һәм Польша спортсылары беренсе – икенсе урынды бүлешһә, АҠШ-тыҡы иһә бронзаға эйә булды. Еленаның командалаш иптәштәре Татьяна Полкова 4.40 һөҙөмтә менән етенсе булһа, Александра Киряшова шул уҡ һөҙөмтә менән туғыҙынсы урынды биләне.

    авторы: Альбина | 20 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт,ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Секретарша директор кабинетына йәш егетте һөйрәп тигәндәй индерә лә:
    – Иптәш директор, бына үҙемдең буласаҡ кейәүемде, һеҙҙең ниндәй ҡарт, пеләш һәм йәмһеҙ икәнлегегеҙҙе үҙ күҙҙәре менән күрһен, тип алып килдем, – ти.

    авторы: Альбина | 20 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һәр минуттың ҡәҙерен белеп Яңылыҡтар

    Һәр минуттың ҡәҙерен белеп
    Һәр минуттың ҡәҙерен белеп
    Һуңғы көндәрҙә ямғырҙар баҫыу эштәрен бер аҙ тотҡарлауға ҡарамаҫтан, Саҡмағош районында урып йыйыу эштәре тулы ҡеүәтендә бара.
    17 авгусҡа район буйынса барлығы 36 мең 274 тонна иген һуғып алынған. Яҙғы культураларҙан уртаса уңыш гектарынан – 24,5, арыштыҡы – 32, ужым бойҙайыныҡы 40 центнер тәшкил итә. Ужым культуралары барлығы 14000 га майҙанға сәселгән, бойҙай – 19 мең 709, арпа – 14 мең 19, һоло 636, ҡарабойҙай – 1 мең 682, борсаҡ 1 мең 421 гектар майҙанда һуғылған.

    авторы: Альбина | 18 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «СУСҠА КИҘЕҮЕ»НӘ ҠАРШЫ ВАКЦИНА Яңылыҡтар

    УНЫ УЙЛАП ТАБЫУ ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН ҒАЛИМДАРЫНА ӨС АЙ ВАҠЫТ ТАЛАП ИТЕЛГӘН
    Республикала «сусҡа киҙеүе»нең икенсе осрағы теркәлде. Рәсәй ҡулланыусыларын күҙәтеү идаралығының БР буйынса бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, А(Н1/N1) вирусы 31 июлдә Мальта ҡалаһынан ҡайтҡан ҡатында асыҡланған. Ауырыу 10 августа уҡ Өфөнөң 4-се инфекция дауаханаһынан һауығып сыға. Табиптарҙың белдереүенсә, әлеге ваҡытта Башҡортостанда асыҡланған ике ауырыуҙың да һаулығына ҡурҡыныс янамай. Шулай ҙа республика ғалимдары донъяны ялмап алған вирусҡа ҡаршы вакцина етештереүҙе үҙҙәренең бурысы һанай. Ошо көндәрҙә А(Н1/N1) киҙеүенә ҡаршы вакцинаға клиник тикшереү үткәрергә рөхсәт бирелде. Уға ярашлы, «Микроген» ғилми етештереү берекмәһенең «Иммунопрепарат» федераль дәүләт унитар предприятиеһы моновакцинаға һынау үткәрәсәк. Предприятие микробиологтарына вакцина уйлап табыуға өс ай ваҡыт талап ителгән. Уны эшләүҙә ябай киҙеүгә ҡаршы файҙаланылған «Гриппол» вакцинаһы технологияһы ҡулланылған.

    авторы: Альбина | 18 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар Яңылыҡтар

    МОНОҠАЛАЛАРҒА ЯРҘАМ

    Рәсәй Хөкүмәте моноҡаланың нимә икәнлеген рәсми билдәләне һәм тиҙҙән шул категорияға эләккән 400 ҡала 10 миллиард һумлык дәүләт ярҙамына өмөт итә ала.
    Моноҡалаларға ярҙам итеү схемаһын төҙөү эшен Владимир Путин июндә үк башлағайны, тап шул ваҡытта Ленинград өлкәһендәге Пикалево ҡалаһының эшһеҙ кешеләре федераль трассаны ҡапланы.

    авторы: Альбина | 18 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru