Баш барҙа бүрексе бөтмәҫ, аяҡ барҙа итексе бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • Белем – хазина, уға асҡыс – хеҙмәт
  • БАШ ҠАЛАЛА ТӘҮГЕ СТУДЕНТ ҺАБАНТУЙЫ ҮТТЕ
  • [b]Шәхестәребеҙгә ҡара яғырға юл ҡуймаҫбыҙ![/b]
  • Еләк һатығыҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Рәсми хроника Яңылыҡтар

    Медсоветҡа әҙерлек тамамлана

    Башҡортостанда республика Советының һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса күсмә ултырышына әҙерлек тамамлана. Быйыл ул Бишбүләк, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш райондарында үтәсәк.

    авторы: Альбина | 18 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Кисә Өфөгә ГФР-ҙың Екатеринбургтағы генераль консулы Рената Шимкорайт килде. Сәфәрҙең төп маҡсаты Башҡортостан – Германия дуҫлығы һәм хеҙмәттәшлеге йылы сиктәрендәге тантаналы саралар­ға әҙерлек мәсьәләләрен тикшереү. Бынан тыш, ҡунаҡ Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев, «Башҡортостан – Германия» дуҫлыҡ йәмғиәтенең Немец теле уҡытыусылары ассоциацияһы ағзалары менән дә осрашты.

    авторы: Альбина | 18 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ир бурҙан йәшенгән, ә ҡатыны ярҙам һорарға йүгергән Яңылыҡтар

    Шулай ҙа була!
    Был хәл Салауат ҡалаһында булған. Участка уполномоченныйы Илфат Миңлебаев эш сәғәтен тамамлап ҡайтырға йыйынғанда бүлмәһенә аһылдап йүгереп бер ҡатын килеп инә лә, фатирҙарына бур төшөүен әйтә. Милиционер менән икәүләп барып инһәләр, ысынлап та, телевизор күтәреп, бур тора. Торғаны менән асарбаҡ инде. Баҡһаң, ул ир күптән түгел ваҡ хулиганлыҡ өсөн тотолған була. Тағы ла эләгерен һиҙеп, ҡараҡ ҡасырға ынтыла. Әммә ниәте килеп сыҡмай. Илфат Миңлебаев уны тотоп, әле генә килеп еткән патруль хеҙмәткәрҙәренә тапшыра. Нимәһе аптырарлыҡ бында, бурҙар күп тотола инде ул, тиерһегеҙ.
    Ғиллә шунда: өйҙә шау-шыу тынғас, бәҙрәфтән... йорт хужаһы килеп сыға. Кәүҙәгә таҙа ғына күренгән ир тәҙрәнән ҡараҡ инеп килгәнен күреп ҡурҡа һәм бәҙрәфкә бикләнә. Әгәр был ваҡиға ысынында дөрөҫ булһа, ошондай көслө заттар өсөн ғәрләнмәй ни эшләйһең?
    Айсын АҠБУЛАТОВА.

    авторы: Альбина | 18 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әсә эсһә, балаһының яҙмышы ҡыйрала Яңылыҡтар

    Ҡайһы бер ҡатындарҙа әсәлек хисенең юғалыуы һиҫкәндерә

    Өҫтәлдә – яртылаш эселгән һыра шешәһе, ҡапҡыларға ҡаты-ҡото ризыҡ, иҙәндә – балалар кейемдәре. Бүлмә тәмәке төтөнө һәм еҫе менән тулған. Ингән кешеләргә иҫ киткес бойоҡ ҡараған өс пар күҙ төбәлгән...
    Бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор Эльвира Ғиләева нәҡ ошондай күренешкә тап була. Уға был фатирҙа йәшәүселәрҙең күршеләре шылтыратҡайны.
    Октябрьский ҡалаһы эске эштәр бүлегенең бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлексәһендә башлыса ҡатын-ҡыҙҙар эшләй. Уларға төрлө ғаиләләр менән осрашырға тура килә. Күптәрендәге хәл-торош йән өшөткөс хәүефкә һала. «Ҡайҙан, нисек эсергә табырға?» – тигән һорау ғына борсоған әсәнең уйында, әлбиттә, балаһы һуңғы урында. Ҡатын-ҡыҙҙар алкоголизмы күп осраҡта ғаилә һәм балалар яҙмышы һәләкәтенә сәбәпсе була.
    Үрҙә телгә алынған өс баланың көнитмеше лә ҡыҙғаныс. Иң кеселәренә саҡ ике генә йәш тулған. Был сабыйҙарҙы йорттарынан алып киттеләр. Икәүһе «Изгелек» реабилитация үҙәгенә урынлаштырылды. Бында улар, исмаһам, туҡ, ҡараулы буласаҡ. Бәләкәйен балалар дауаханаһына һалдылар.

    авторы: Альбина | 18 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡуй, тәбиғәт, түҙсе, өндәшмә Яңылыҡтар » Иғтибар

    йәки Кеше уға дуҫмы, дошманмы?

    «Беләһеңме, был йәйҙә алты тапҡыр тәбиғәткә сыҡтыҡ!» – тип ҡаршыланы мине күптән күрешмәгән танышым. Тәьҫораттарын һөйләп бөтә алмай инде бына. Нимә бешергәндәр, ниндәй йәнлек күргәндәр, утынды нисек әҙерләгәндәр – тәфсирләп бәйән итә. «Их, унда тик кешенән һуң бигерәк күп сүп-сар ҡала шул», – тип уфтанып та ҡуйҙы аҙаҡ.

    авторы: Альбина | 18 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «УРАМДАРЫБЫҘ ТАҘА БУЛҒАН КЕҮЕК, АЛТАҠТАЛАР ҘА ХАТАҺЫҘ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ! Башҡортостан

    «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы Закондың үтәлеше буйынса Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте
    ҡарамағындағы комиссияның ултырышы үтте
    Республикабыҙҙа урамдағы барлыҡ яҙыуҙарҙың, алтаҡта-ларҙың, урам, сауҙа һ.б. йәмәғәт урындары атамаларының ике дәүләт телендә яҙылырға тейешлеге барыбыҙға ла мәғлүм. Тәжрибә күрһәтеүенсә, уларҙы яҙып элеп ҡуйыу – бер, әммә яҙыуҙарҙың орфографик, стилистик, мәғәнәүи яҡтан дөрөҫ итеп баҫылыуы ла шарт бит әле. Үкенескә күрә, ҡолаҡҡа ятмаҫлыҡ булып яңғыраған бындай хаталар әле һаман да етерлек. Уларҙың башҡорт телендә генә түгел, рус телендә лә хаталы яҙылыуы, сауҙа-күңел асыу комплекстарының ҡолаҡҡа ятыш булмаған инглиз йәиһә башҡа телдә аталыуы һаман да эсте бошорорлоҡ күренеш булып ҡала, тип билдәләнде «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы Закондың үтәлеше буйынса Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте ҡарамағындағы комиссия ултырышында.

    авторы: Альбина | 18 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    УРАҘА ---

    21 августа мосолмандар өсөн изге Рамаҙан айы башлана. Тимәк, ошо көндә таңғы сәғәт 5-тә өс минутҡа тиклем сәхәрҙе тамамлап, ураҙа тота башларға кәрәк.
    Аллаһы Тәғәлә үҙенең ҡолдарына изге эштәре ҡабатланған һәм насарлыҡтары ғәфү ителгән айырым ваҡыттар булдырған. Был айырым ваҡыттарҙа үҙен пакландырырға тырышҡандар уңышҡа ирешәсәк, ә үҙен бысратҡандарҙы һәләкәт көтә.
    Аллаһы Тәғәлә беҙҙе лә, ендәрҙе лә үҙенә ғибәҙәт ҡылһын өсөн генә барлыҡҡа килтергән, был турала хәҙис бар. Аллаға табыныуҙың иң бөйөк акттарының береһе булып ураҙа тотоу билдәләнә.

    авторы: Альбина | 18 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иҫәнғазы тирәһендә түгелме? Башҡортостан

    Яҙыусы тарихи фаразы менән уртаҡлаша
    БАШҠОРТ йәштәренең Бөрйән районының Әтек ауылы янында Алдар батыр рухына арнап һабантуй уҙғарыуын гәзиттәрҙән уҡып белдек, телетапшырыу аша ҡарап кинәндек. Илһөйәр, хиссиәтле йәш-елкенсәктең ишәйә барыуына нисек һөйөнмәҫһең?! Өҫтәүенә, «Башҡортостан» гәзитендә Пугачевтың баш күтәреүселәр полковнигы Ҡаранай батыр – Алдар тархандың ейәне исемен йөрөткән Ҡаранай ауылында (Стәрлебаш районы) Шәжәрә байрамы хаҡында материалдар сыҡты. Әле иһә юлсыр журналист Баныу Ҡаһарманованың мәҡәләһе буйынса («Йәшлек, №77, 2009, 4 июль) ҡайһы бер фекерҙәрем менән генә уртаҡлашмаҡсымын. Эйе, унда һеңлекәш түбәндәгесә бер күңел юшҡынын да өҫтәгән: «Йыйыныбыҙҙан бер үкенес ҡалды: булмышы, ғүмере менән үҙенең исемен данға күмгән батырыбыҙға иҫтәлекле таш ҡуйыу ниәте тормошҡа ашманы. Сөнки Темәс, Өфө егеттәре күпме тырышмаһын, Алдар йәшәгән ауыл урынын тәғәйен генә таба алманылар.

    авторы: Альбина | 18 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru