Ишәк тиреһе ябынһаң да, арыҫлан эшен эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Кредит хаҡы... – төрмә
  • Йондознамэ
  • «Ағиҙел»һеҙ ҡалмағыҙ!
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Кешеләрҙең йылмайыуы – эшебеҙгә иң ҙур баһа» Башҡортостан

    «Кешеләрҙең йылмайыуы – эшебеҙгә иң ҙур баһа»
    Күпселек халыҡ көндәлек аҙыҡ-түлекте кискеһен, эштән ҡайтып барышлай, һатып алырға ғәҙәтләнгән. Шуға ла өйгә ниндәй кәйефтә ҡайтып инеүеңдә коллегаларыңдың ғына түгел, һатыусының да өлөшө ҙур. Матур ғына мөғәмәләлә булған сауҙа хеҙмәткәренән сифатлы тауар алдыңмы, кәйеф тә яҡшы буласаҡ!
    Баш ҡаланың 11-се магазинында эшләүсе Әлфирә Фәррәхова һатыусы эшенә бөтә ғүмерен тиерлек арнаған. Саҡмағош районында урта мәктәпте тамамлағас, сауҙа училищеһын бөткән дә, яратҡан эшенә лә тотонған.

    авторы: Нур | 4 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәғәйенләү Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Курапов Николай Андреевич Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйен-ләнде.
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһенә ике аҙна эсендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең структураһы һәм штат иҫәбе тураһында тәҡдимдәр индерергә ҡушылды.

    авторы: Нур | 4 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡайғы уртаҡлашыу Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов «Россия» дәүләт академия рус халыҡ ансамбле коллективына, СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Людмила Зыкинаның вафат булыуы сәбәпле, ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе.

    авторы: Нур | 4 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәскәүҙә – һабан байрамы Яңылыҡтар

    Бөгөн Мәскәүҙең Битца ат спорты комплексы территорияһында
    Һабантуй – 2009 ҡала спорт-фольклор байрамы үтте

    авторы: Нур | 4 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Республика мәғариф кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа Яңылыҡтар

    БР Хөкүмәтендә мәғариф буйынса республика кәңәшмәһен ойоштороу комитетының ултырышы үтте. Уны БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев алып барҙы.

    авторы: Нур | 4 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәмәғәт палатаһына ышаныс ҙур Яңылыҡтар

    Кисә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының беренсе ултырышы үтте. Палатаның утыҙ ағзаһы йыйылған сарала БР Президенты Мортаза Рәхимов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор Петр Капишников ҡатнашты.

    авторы: Нур | 4 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Немец тракторҙары беҙҙә сығарыласаҡ Яңылыҡтар

    Башҡортостанда Германияның «Клаас» тракторҙарын йыйыу ойоштороласаҡ. БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың Германияға бер көнлөк эш сәфәре барышында ошо хаҡта ҡарар ителде.

    авторы: Нур | 4 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Үрмәксенән күрмәксе булмағайы
    АҠШ Президенты Барак Обама Ирандың йыл дауамында ядро ҡораллы булыу мөмкинлегенә ҡаршы сыҡҡан.
    Америка башлығы билдәләүенсә, уның хакимиәте, киреһенсә, АҠШ-та был ҡоралдың һанын ҡыҫҡартыу йүнәлешендә эшләй.
    Барак Обаманың фекеренсә, Ирандың ядро ҡоралына эйә булыуынан былай ҙа тыныс булмаған Яҡын Көнсығышта, үрмәксенән күрмәксе, ҡоралланыу ярышы башланасаҡ.
    Ә Тәһран, үҙ сиратында, ядро программаһын аҙағынаса еткермәксе.

    авторы: Нур | 4 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru