Иренмәгән иртәгәге эшен бөгөн бөтөргән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • БАЙРАМ ТАБЫНЫНА МОСОЛМАН АШТАРЫ
  • Йондознамэ
  • Айырылышыуҙың сәбәптәре төрлө шул...
  • Ислам әҙәбе
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Беларусь Республикаһының бойондороҡһоҙлоғо көнө уңайынан ил Президенты Александр Лукашенкоға ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе. Унда республика башлығы Башҡортостан халҡы исеменән Александр Григорьевичты һәм Белоруссия халҡын төп дәүләт байрамы менән ҡотлай. Беҙҙең республикалар араһында күп яҡлы мәҙәни һәм иҡтисади бәйләнештәр барлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

    авторы: Нур | 4 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сабый бишектән тәрбиәләнә ---

    Йәйге оҙон кистәрҙә әсәйем тәҙрәнән тирә-яҡты күҙәтергә ярата. Бер көндө ул мине янына саҡырып алды. Киске сәғәт 11. Ҡаршылағы өйҙөң тәҙрәләрен ҡыҙартып, ҡояш байып бара. Саф аҡлы-зәңгәрле күк ҡараңғы төн менән көрәшкән кеүек. Үҙәк юл булмаһа ла, автомобилдәрҙең яҡындан ғына выжлап үткәне ишетелә.

    авторы: Нур | 4 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Киләсәктә лә алдынғылыҡҡа ынтылып йәшәһендәр Башҡортостан

    Киләсәктә лә алдынғылыҡҡа ынтылып йәшәһендәр
    УЧалы балалар йортоноң ял һәм хеҙмәт лагеры районыбыҙҙың хозур тәбиғәте ҡосағында – Өргөн күле буйында урынлашҡан. Ул былай ҙа йәйҙәрен һәр саҡ үҙенә саҡырып тора, ә үткән аҙна аҙағында уның биләмәһендә, әйтерһең дә, йәйғор ҡалҡты – кескәй генә төҫлө әләмдәр, оҙонса байраҡтар елгә елберләп, балалар йортонда тәрбиәләнгән мәктәпте тамамлаусыларҙы сәләмләне. Байрамса кейенгән ҡыҙҙар һәм малайҙар, республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән алыҫ араларҙы яҡын итеп килеп, ошонда сираттағы слетҡа йыйылды.

    авторы: Нур | 4 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Орган залындағы йәйге осрашыу Мәҙәниәт

    Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында классик музыка һөйөүселәр өсөн «Орган залында йәйге осрашыу» тип исемләнгән ҙур концерт үтте.
    Ике бүлектән торған сарала Владислав Мортазин (орган), Гөлназ Сәйәхова (арфа), Аяз Нухов (виолончель), Артур Ситников (контр-тенор) (һүрәттә) ҡатнашты. Беренсе бүлектә XVIII быуат орган музыкаһы осороноң И. Бах һәм Г. Гендель әҫәрҙәре яңғыраһа, икенсе бүлек XIX быуат француз романтизмының үҫешкән осорона бағышланып, Л. Боэльман, К. Сен-Санс, М. Гранжани, Г. Форе, С. Франктың музыкаль әҫәрҙәре башҡарылды.

    авторы: Нур | 4 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дилара нур тарата Мәҙәниәт

    Дилара нур тарата
    Был фатирҙа телефон шылтырауы иртәнән алып төнгә тиклем тынмай. Өйҙәгеләр ошо күренешкә күптән инде күнеккән, бер кем дә зарланмай, ризаһыҙлыҡ белдермәй. Киреһенсә, уларҙың әҙәплелеге, ипле мөғәмәләһе ғаиләләге иманлы тәрбиәнең көслө йоғонтоһо тураһында һөйләй.
    Ә телефондан күп осраҡта Дилара Ғәбделхаҡ ҡыҙын һорайҙар. Өфөнөң 1-се интернат-мәктәбендә уҡыған синыфташтар, таныштар, дуҫ-иштәр, коллегалар һәм туғандар, әлбиттә.

    авторы: Нур | 4 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Милли рухиәт һағында Әҙәбиәт

    Әҙәбиәт ғалимдары өсөн был сара күркәм традицияға әйләнгән. «Боронғо һәм урта быуаттарҙа башҡорт әҙәби фекер үҫеше» темаһына арналған методологик семинар ултырыштарынан быйылғы кәңәшмә – өсөнсөһө. Тәү башлап был проблема 2007 йылдың 15 февралендә Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһында күтәрелгәйне. «Боронғо һәм урта быуаттарҙа башҡорт рухи мәҙәниәтен өйрәнеү мәсьәләләре» тип аталған был конференциялағы фекер алышыуҙа башҡорт гуманитар фәндәренең күренекле вәкилдәре менән бер рәттән Рәсәйҙәге милли республикалар, шулай уҡ сит ил ғалимдары ла ҡатнашты. Икенсе семинар-кәңәшмәнең киңәйтелгән ултырышы БДУ-ның Сибай институтында 2008 йылдың 20 – 21 майында үтте. Унда республиканың бөтә гуманитар уҡыу йорттарының әҙәбиәт кафедралары мөдирҙәре һәм уҡытыусылары фекер алышты.

    авторы: Нур | 4 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Булмышыңда һинең булғандыр көйөнөстәр һәм дә үкенес, Башҡортостан

    Булмышыңда һинең булғандыр  көйөнөстәр һәм дә үкенес,
    Һуңғы йылдарҙа һабантуйҙар бөтә ерҙә лә бер үк төрлө ойошторолоп үткәрелгәс, уларҙың башҡа байрамдарҙан айырмаһы ла күренмәй башланы. Тапалған ҡалып буйынса уҙғарылған яҙғы байрамдан биҙеп (күпме бер үк нәмәне яҙырға була!), башҡорт йәштәре порталының Алдар батыр рухына бағышланған һабантуйын түҙемһеҙлек менән көттөк. Ойоштороусылар Илсур Ирназаров менән Фәйзулла Үтәбаев тәүҙән үк йыйындың асылын аныҡ билдәләне: тырышып эшләп, уҡып, донъя көтөп, милләтебеҙгә, телебеҙгә тоғро булған милләттәштәребеҙҙе йыйып, үҙ-ара таныштырыу, аралаштырыу: «Сәләмәт тормош алып барған кешеләр бер-береһен күреп, дәртләнеп ҡайтһын, киләсәктә үҙ-ара татыу булһын, тигән ниәттәбеҙ.

    авторы: Нур | 4 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғорурланам һинең менән, ауылым! Башҡортостан » Милли проекттар

    Минең тыуған ҡырҙарым,
    Балдай татлы һыуҙарым,
    Яландарым, урманым,
    Күккә ашҡан Уралым –
    Минең изге төйәгем,
    Һеҙҙе һөйә йөрәгем.

    С. ЮЛАЕВ.

    авторы: Нур | 4 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru